Зайнаб Биишева.Певица красоты и света
методическая разработка (10 класс) на тему

ХУЗИНА НАФИСА ИЛЬГИЗОВНА

Мероприятие для учащихся среднего и старшего звена. Посвящается юбилею известной башкирской писательницы З.Биишевой.Учащиеся в ходе мероприятия более тестнее знакомятся с жизнью и творчеством народной писательницы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon z.biisheva_halyk_yazyusyhy.doc54 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министырлығы.

Бәләбәй районы муниципаль хакимиәте мәғариф бүлеге.

Халыҡ яҙыусыһы З.Биишева.

әрес сәяхәт)

                                       

                                             Башҡарҙы 16-сы һанлы

                                             дөйөм белем биреү мәк-    

                                              тәбенең башҡорт теле

                                 уҡытыусыһы Хузина

                                   Нәфисә Илгиз ҡыҙы.

Тема: Халыҡ яҙыусыһы  З. Биишева.

        Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау.

әрес сәяхәт)

Маҡсат:-З.Биишеваның тормошо,ижады менән                          тирәнерәк таныштырыу синоним,        антоним, омоним тураһында белемдәрен хәтерҙә нығытыу, дөйөм-ләштереү;

-телмәр аппаратының хәрәкәтсәнлеген нығытыу, һөйләү телмәрен, логик хәтерләүҙе, фонетик ишетеүҙе үҫтереү;

-яҙыусының ижадына ҡарата һөйөү, ихтирам хисен тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: З. Биишеваның портреты китаптарының күргәҙмәһе, һүҙлектәр,компьютер, видеоролик.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:нәфис, наҙлы, олпат,йор,илһамлы.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

1.Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

2.Эмоциональ комфорт тыуҙырыу.

 - Хәйерле көн!

   -Хәйерле көн

  -Кәйефләрегеҙ нисек?

-Яҡшы!

 -Бөгөн беҙҙә ниндәй дәрес?

-Башҡорт теле.

әрестә беҙ нимә эшләйбеҙ?

-Уҡыйбыҙ, яҙабыҙ, уйнайбыҙ.

-Уҡыусылар, беҙҙә бөгөн йабай башҡорт теле түгел, беҙҙә бөгөн асыҡ дәрес. Беҙ уны сәйәхәт формаһында үткәрә-саҡбеҙ. Ниндәй илгә сәйәхәт иткәнебеҙҙе һуңыннан белер-һегеҙ. Әле инде әйҙәгеҙ әле телебеҙҙе шомартып алайыҡ.

Артикуляцион минут.

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минем әйшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

-бергә уҡыйбыҙ;

-тауышты үҙгәртеп уҡыйбыҙ;

-тиҙ әйткес төҙөйбеҙ:

әм-әм-әм- Башҡорт телендә һөйләшәм,

дә-дә-дә-  Башҡорт телендә.

ым-ым-ым- Минем йәшәү тамырҙарым

дә-дә-дә-  Башҡорт ерендә.

Төп өлөш.

Инеш  әңгәмә.

-Дәрестең темаһы,маҡсаттары менән таныштырыу.

ҡыусылар, беҙ бөгөн һөҙҙең менән Зәйнәп Биишеваның тормош юлы,ижады буйынса сәйәхәткә сығабыҙ. Сәйәхәт һүҙе русса нисек була әлә?

-Сәйәхәткә сығыр өсөн беҙгә нимә кәрәк?(транспорт)

-Ниндәр транспорттар беләһегеҙ?(машина, автобус, трамвай, поъезд һ.б.)

-Транспорт булмаһа?(ат, ишәк һ.б.)

-Ә беҙ ниндәй транспорт менән сәйәхәткә сыҡҡанны һеҙ йомаҡтың яуабын сискәс белерһегеҙ.

Был күк өй ҡайҙа бара?

Эсе тулы бала-саға.

Аяғында кейем резиндан

Үҙе бер ҙә туймай бензиндан.(автобус)

-Әйе, беҙ бөгөн һеҙҙең менән автобуста сәйәхәткә сығабыҙ.

-Әйҙәгеҙ,сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ.

-Беренсе туҡталыш “Серле баласаҡ донъяһы”

З. Биишева 1908-се йылдың 2-се ғыйнуарында Күгәрсен районы Туйышбәт ауылда ярлы креҫтиән ғайләһендә донъяға килә.3 йәшлек сағында, 11 йәшле тулғас атаһы донъя ҡуя. Ул һығылып төшмәй, бәләкәй тыуғандарына ла таяныс була. Уның рухи ныҡлығы,киләсәккәышанысы көслө була.

З.Биишева бик тырышып уҡыған, ә һеҙ нисек уҡыйһығыҙ икән әйдәгеҙ әле белемдәрегеҙҙе  тикшереп ҡарайыҡ?!

Таҡтаға ҡуйылған кәрзиндәргә еләк-емеш йыйырға кәрәк.

Синонимдар           Антонимдар           Омонимдар

Матур-сибәр            Аҡ-ҡара               Гүзәл-гүзәл

Гөл-сәскә                  Оҙон-ҡысҡа         Ат-ат

Ҡарт-оло                Көн-төн                   Эт-эт

Күңелле-шат           Йылы-һыуыҡ         Ҡара-ҡара

Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.Икенсе туҡлалышыбыҙ

“Шиғриәт донъяһы”.

Мәктәптә уҡығанда уҡ З.Биишева  шиғырҙар яҙа башлай. Уның шиғырҙарында йәшлек, мөхәббәт, тәбиғәт данлана, тыуған илдең үткәне, бөгөнгөһө тасуирлана.

Башҡорт теленең гүзәллеген, матурлығын данлап яҙа. Үҙенең тыуған теленә бына ниндәй юлдар яҙа:

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле.

        

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайындай ҡарт олпат һин,

Күпне күргән сәсәндәй,йор, зирәк һин,

Эй һөйөклө,эй,ҡәҙерле башҡорт теле.

Шиғыр өҫтөндә эштәр үткәреү.

-тасуири уҡыу;

-үҙ аллы уҡытыу;

-һүҙлек эше;

-сылбырлап уҡытыу;

-тасуири уҡытыу.

Грамматик күнегеү: текстан тиңдәш киҫәктәрҙе табығыҙ.

-Башҡорт теле ниндәй?(нәфис, наҙлы, хөрмәтле, илһамлы, серле, ҡарт, олпан, йор, зирәк, һөйөклө, ҡәҙерле.)

Был шиғырҙан башҡа З.Биишева тағын бик күптәрҙе яҙа. Мәсәлән, “Башҡортостан” шиғыры(уҡытыусы тасуири уҡып күрһәтә һәм анализ йаһап үтә). 

Сәйәхәтебеҙ дауам итә. Алдағы туҡталыш “Тормош һабаҡтары”.

З.Биишева мәктәпте тамамлағас Ырымбур өлкәһенә башҡорт педагогия техникумына уҡырға керә. (З.Биишеваның компьютер аша фото альбомын ҡарап үтеү.)

 Ошо йылдарҙа инде уның ижады оло юлға баҫа.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай”, “Гөлбәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.
З
әйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.
Үҙенең “С
әйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.
“М
өхәббәт һәм нәфрәт” тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.
1981 — 1982 йылдарҙа
әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе.(Китаптар күргәҙмәһен яһау; компьютер аша З. Биишеваның интервюсын ҡарап үтеү.)

Сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп аҙаҡынсы туҡталышҡа килеп тә еттек “ Шәрыҡ донъяһы”

Башҡортостандың  беренселәрҙән булып халыҡ яҙыусыһы исеменә лаеҡ булған, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады  шәрыҡ донъяһының юғары басҡысында тора. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.
Яҙыусы
әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. ( компьютер аша грамоталарын ҡарап үтеү)

Йомғаҡлау.

Сәйәхәтебеҙҙе йомғаҡлап һеҙҙән һорап үтәһем  килә.

әрес һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр белдегеҙ?

Өйгә эш: “Башҡорт теле” шиғырын ятлап килеү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Зайнаб Биишева

Зайнаб Биишева...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

"Живет на свете красота" Классный час

Цели:1.  Формирование у детей положительных черт характера;2. Коррекция речи учащихся, умения мыслить, рассуждать;3. Способствовать процессу самопознания через создание условия для самовыра...

Зайнаб Биишева «Мастер и Подмастерье» (урок по государственному башкирскому языку)

Тема: З.Биишева «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек»Маҡсат:Уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу. Әҫәр тураһында фекерҙәрен, образдарға мѳнәсәбәттәрен асыҡлау. Тасури  телмәр күнекмәләр...

Разработка внеклассного мероприятия "Юрий Гагарин. Звездный избранник" в рамках фестиваля "Культура - свет души, слава разума и красота жизни", посвященного Году культуры.

Цель:  активизация познавательной деятельности учащихся. Задачи:- включить учащихся в активное познание истории, духовных ценностей и традиций родной страны;- изучить жизнь и деятельность вы...

Конспект урока литературы в 6 классе «Единство красоты человека, красоты природы, красоты жизни в стихотворении А.С.Пушкина «Зимнее утро»

Цель урока:  знакомство со стихотворением А.С.Пушкина «Зимнее утро»,  комплексный анализ стихотворения...