Сценарий "Еңеү көнө"
классный час (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: "Беҙ ҡайтырбыҙ йондоҙҙарға әүерелеп!”
Дәрес-сәйәхәт (Ваҡыт машинаһында сәйәхәт).
Маҡсаттар:
а)уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһында белемдәрен арттырыу;
б)һандар темаһын нығытыу;
в)тыуған илгә һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
г) телмәр үҫтереү, шымартыу, байытыу.
Йыһазландырыу: компьютер, мультипроектор, магнитафон, дәреслектәр, 2009 йылғы "Аманат” журналының май номеры, слайдтар.
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Бөгөнгө дәресебеҙ ябай дәрес булмаясаҡ, ә дәрес- сәйәхәт буласаҡ. Сәйәхәткә сығыр алдынан, әйҙәге әле,шиғыр юлдарына күҙ һалып, барыр юлыбыҙҙы билдәләйек. Мин һөйләгән мәғлүмәттәрҙе иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, бигерәк тә даталарҙы, һандарҙы хәтерләп ҡалырға тырышығыҙ, сөнки беҙ уларҙы ҡабатлап, нығытып китәсәкбеҙ.
Фонетик күнегеү.
Ә хәҙер иғтибарҙы шиғыр юлдарына йүнәлтәйек.
(Уҡытыусы шиғыр юлдарын тасуири уҡый)
Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә
Бер битеңдә моңһоу ай һаман!
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
(М.Кәрим)
Яңы тема.
Шиғыр юлдарынан күренеүенсә, беҙ ниндәй ваҡытҡа юл аласаҡбыҙ?
(Һуғыш ваҡыты, 1941-1945 йй). Дөрөҫ, ваҡыт машинаһы беҙҙе илебеҙ өсөн иң ҡурҡыныс, иң дәшһәтле 1941йылға килтерҙе.
Нимәһе менән ҡурҡыныс һуң 1941йылдың 22июне? (БВҺ башлана)? Дөрөҫ.
Ә кем була һуң был ҡанлы һуғыштың сәбәпсеһе? Кем беренсе булып һуғыш иғлан итә? (Адольф Гитлер).
Дөрөҫ, бик күптәрҙе ҡанлы йәш түктереп, балаларҙы етем итеп 1941йылдың 22 июнендә Гитлер беҙҙең илгә һуғыш башлай. Барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китеп бөтә. Бөтөн ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшә.Сөнки уларға үҙҙәре эшләйәсәк эштәрҙе лә, ирҙәр эшләргә тейеш ауыр эште атҡарыға ла, һуғышҡа оҙатыу өсөн ҡоралдар ҙа, кейем-һалымдар ҙа етештерергә тура килә.
Ә был ҡәһәрле һуғыш 1418 көн бара.
Ошо 1418 көн ҡан ҡойошта яҡынса 27 000 000 кеше һәләк була.
Был күрһәткес яҡынса ғына, ә һуғыш арҡаһында аслыҡтан үлгәндәр, тыумай ҡалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, был һандар күпкә юғары булыр ине.
Беҙҙең илен яратҡан, ҡурҡыу белмәҫ яугир олатайҙарыбыҙ "Илебеҙ бөйөк!Ләкин сигенергә урын юҡ!!!” тигән һүҙҙәр менән үҙҙәрен аямай һуғыша.
Ҡабатлау
Хәҙер һеҙгә ошондай эш: Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы һандар һәм даталарҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә.
Тикшереү.
Ҡәҙерле уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле ошо урында туҡталып, Тыуған илебеҙ өсөн йәнен аямай көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын барлап үтәйек. Хәҙер мин һәр рәткә ҡағыҙ бирәм, ә һеҙ шул ҡағыҙға үҙегеҙ белгән Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын яҙып сығырға тейешһегеҙ. Ҡайһы рәттең геройҙары күберәк, шул рәт еңеүсе була! Бөйөк Ватан һуғышы 4 йыл дауам иткән, ошо йылдар эсендәге геройҙарҙы 4 минут эсендә һанап сығығыҙ. Аңлашылдымы?("Тамыр” студияһы башҡарыуында "Батырҙар һәйкәле” тигән йыр ҡуйыла)
Эшкә һөҙөмтә эшләп китәйек.1 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..
2 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..
3 –се рәт үҙенең геройҙарын һанай.Бөтәһе …..
Тимәк … рәт еңеүсе.Бына уларҙың геройҙары: … (Еңеүсе рәт яҙған геройҙарҙы уҡып сығыу)
Һанай китһәң, геройҙар бик күп. Әҙәгеҙ, хәҙер экранға күҙ һалып, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ биргән геройҙарҙы ҡарап үтәйек.
(Муса Гәрәйев, М.Шайморатов, Т.Күсимов, А.Матросов(Шакирйән Мөйәмәтйәнов), М.Ғөбәйҙуллин).
Данлыҡлы батырҙарыбыҙ һәм көнө - төнө тылда көс түгеүселәр, йәғни үҫмер балалар, ҡатын – ҡыҙҙар, яраланып ҡайтҡандар беҙҙең илгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырҙы.
Беҙ ваҡыт машинаһында сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, Бөйөк Еңеүгә лә килеп еттек. Еңеү!Еңеү!Ниндәй шатлыҡ!
Әйҙәгеҙ әле, ошо урында һуғыш заманының данлыҡлы дикторы Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлап китәйек.
(Левитандың Бөйөк Еңеүҙе иғлан итеүен тыңлайбыҙ)
Шулай итеп, ваҡыт машинаһы беҙҙе бөгөнгө көнгә лә килтереп еткерҙе. Тыуған илебеҙҙә, баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү көнө менән бәйле ниндәй иҫтәлекле урындарҙы беләбеҙ? Иҫләп китәйек әле. (Еңеү паркы, Матросов паркы, Музейҙар, Мәңгелек ут ...)
Яҡшы! Был темға ҡағылышлы белемегеҙҙе күбәйтер өсөн, мин һеҙгә "Аманат” журналы менән дуҫлашырға кәңәш итәм. Әгәр ҙә һеҙ был журнал менән дуҫ икән, уның 2009 май айында номерынан ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе күрһәтеп китәм. Мәҫәлән, Еңеү паркында урынлашҡан Хәрби дан музейы тураһында фотолар һәм мәғлүмәт, һуғыш техникаһы хаҡында мәҡәлә һәм фотолары, Бөйөк Ватан һуғышы геройы генерал Шайморатов менән дә яҡыныраҡ таныша алаһығыҙ.(Музей тураһында мәғлүмәтте уҡыу, фотоларын күрһәтеү).
Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының билдәле батырҙары менән танышып киттек, ә һеҙҙең ғаиләнән кемдәр һуғышта ҡатнашҡан, улар ниндәй батырлыҡтар күрһәткән? Әйҙәгеҙ, олатайҙар-өләсәйҙрегеҙҙе лә хәтерләп китәйек әле.(Балаларҙан һөйләтеү)
Баһалау.
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, беҙ ваҡыт машинаһы ярҙамында ниндәй ваҡытҡа барып килдек? Үҙебеҙ өсөн ниндәй фәһем алдыҡ? Нимәләр белдек?
Тимәк, Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ! Ваҡыт машинаһы ярҙамында үткәрелгән сәйәхәтебеҙҙе мин илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға берҙәмлек, һеҙгә уңыштар теләп ошондай шиғыр юлдары менән тамамлайым:
Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!
Дәрес-сәйәхәт тамам, һау булығыҙ!!!
Хушлашыу.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа
Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...
„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.
Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....
"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи
Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...
Тиhэх чуораан сценарийа
Манна Акана оскуолатыгар 2014 сыллаахха ыытыллыбыт тиhэх чуораан сценарийа киирдэ....
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы
Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...
Яңы йыл сценарийы
Яңы йыл - һәр кемдең яратып көтөп алған байрамы.Сәхнәләштереүҙә хәлдәр хайуандар араһында бара.Улар ҙа Яңы йылды, Ҡышбабайҙы һағынып көтәләр....