Главные вкладки
Аминева Лилия Искандаровна
сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: этнопсихология, этнопедагогика
Увлечения: рукоделие, чтение художественной литературы, рисование вместе с сыном
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г. Уфа
Место работы: г. Уфа, ГБОУ БРГИ №1 имени Рами Гарипова
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/amineva-liliyaҺәр кеше, һәр ҡәүем һәм милләттең бәхетле булыуының төп сәбәбе – белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында бер тигеҙ түгел. Шуның өсөн һеҙ белем алығыҙ һәм балаларығыҙҙы ла белем юлына ҡуйығыҙ, белем таратығыҙ һәм таралыуына ярҙам итегеҙ. Ризаитдин Фәхретдинов “Нәсихәттәр”.
Ил тойғоһо - бар тормошом минең,
Тын алышым, йөрәк тибешем...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов
О себе
Сығышым менән йәмле Күгәрсен районы Юлдыбай ауылынан. Мөғәллим һөнәрен һайлауҙа атайым Искәндәр Ғәйепйән улы менән әсәйем Нәзирә Ибраһим ҡыҙының роле бик ҙур булды. Улар икеһе лә педагогик хеҙмәт ветерандары. Атайымдың дәфтәр тикшергәнен ҡарап апайымдың һәм ағайымдың дәфтәрҙәренә төрлө билдәләр ҡуйып сыға инем. Әлбиттә, был эшемә тейешле язаһы ла эләкте. Ҡурсаҡтарымды әрләй – әрләй яҙырға өйрәткәнемде әсәйем әле лә һөйләй. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт төрлө китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары бик күп булды. Әсәйем миндә бәләкәйҙән китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Китап уҡыу беҙҙең өйҙә айырым бер культ булып торҙо. Уҡылған китаптарҙан һәм көндәлек тормоштан фәһем алып әкренләп киләсәккә нигеҙ һалдыҡ. Сөнки бөгөн йәшәгән көнөң шул нигеҙҙең бер ташы. Ә нигеҙ ташын һалғанда кеше бар көс – ҡеүәтен бирә. Шул ваҡытта ғына төҙөләсәк йорто ныҡлы, ел – ямғыр үтмәҫлек була. Ошо нигеҙҙең бер өлөшөн атай – әсәй һалһа, бер өлөшөн мәктәп, уҡытыусы һала. Хеҙмәт һәм тормош юлыма күҙ һалғанда, ул бик ябай. 1991 – 1993 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында белем алдым, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөнәренә эйә булдым. 1993 – 1998 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡыным. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетында практик психология буйынса өҫтәлмә белем алдым. 2011 йылда Башҡортостан республикаһы Президенты ҡарамағындағы Хеҙмәт һәм Дәүләт менән идара итеү Академияһын тамамланым. Хеҙмәт юлын Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башланым. Аҙаҡ, юғары уҡыу юлын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһы Октябрь районының 47 – се мәктәбендә башҡорт теле һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булараҡ дауам иттем. 2000 йылдан бирле Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия – интернатында юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Мостай Кәрим "Оҙон - оҙаҡ баласаҡ", Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы, Ғүмәр Хәйәм "Робағиҙар".
Мой взгляд на мир
Мои достижения
Мин 1998 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым. 2000 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия – интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Дөйөм педагогик стажым 23 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ 22 йыл. Юғары категориялы уҡытыусымын.
Наградаларым- Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығының маҡтау грамотаһы, Өфө ҡала округының Почет грамотаһы.
Матбуғат биттәрендәге сығышым: 1. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, 2006 йыл, № 9 “Батыр улдар төйәге ул Салауат”, дәрес – поход конспекты.
2. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, 2009 йыл, № 6 “Р. Солтәнгәрәевтың “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһен өйрәнеү”. Интернет-баҫма: аспирантура Украины @aspirantura.org.ua. Методическое пособие-справочник по Культуре Башкортостана для учащихся 6-10 классов средних общеобразовательных школ. - Уфа, 2000.-58 с.
Сығарылған методик ҡулланмалар: 1. Башҡортостан мәҙәниәте буйынса 6-10-сы кластар өсөн методик белешмә. Сафронова Л.Р. менән авторлыҡта. Өфө, 2000.
2. “Йөрәк һүҙе”. Уҡытыусыға ярҙамға методик ҡулланма. Өфө: “Эшлекле династия”, 2009. Мәләүез ҡалаһының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Минзәлә Искәндәр ҡыҙы Йомаева менән берлектә сығарылды.
Авторлыҡ программаһы: 11 - се кластар өсөн “Боронғо башҡорт әҙәбиәтен һәм әҙәбиәт ғилемен өйрәнеү” электив курстар программаһы. БМҮИ, 2008 йыл. “Башҡорт телен өйрәнәм” махсус курстар программаһы, 2016 йыл.
Уҡыусыларымдың уңыштары: 2015-2017 уҡыу йылдары
1. Район - 2015/2016. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада Ҡотлоәхмәтова Азалия, еңеүсе (7б класс).
2. Ҡала - 2015/2016. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада Ҡотлоәхмәтова Азалия, еңеүсе (7б класс)
3. Республика - 2015/2016. Абдулхаҡ Игебаевҡа арналған интернет - викторина Мәмбәтов Ғәлимйән, ҡатнашаусы (8в класс).
4. Регион – ара конкурс - 2015/2016. Ижади конкурс “Илһам” Шмелькова Наилә, “Проза” номинацияһында лауреат (8в класс). Хансурин Ғайсар, “Поэзия” номинацияһында еңеүсе (7б класс).
5. Халыҡ ара олимпиада “Глобус” - 2015/2016. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада Аҡъюлова Айгизә, призер (7б класс), Ҡотлрәхмәтова Азалия, Хисаметдинова Әлиә, Вәлитова Азалина, Искандарова Азалина, Бикбулатова Азалия, – еңеүселәр (7б класс).
6. Республика - 2016/2017 Фәнни – ғәмәли конференция “Вәлиди уҡыуҙары”. Хансурин Ғайсар, ҡатнашыусы (8б класс), ижади конкурста яҡшы күрһәткестәр өсөн БМҮ Почет грамотаһы,
7. “Юнеско” тарафынан үткәрелгән конкурс 2015/2016. “Юнеско” тарафынан үткәрелгән конкурс - Хисаметдинова Әлиә, ҡатнашыусы (8б класс) ижади эше йыйынтыҡҡа индерелгән. Аҡбашев Фәнил, Әлмөхәмәтова Гөлкәй (8а класс) ҡатнашҡан өсөн сертификат.
8. Регион - ара фәнни - практик конференция "Рәми уҡыуҙары". Скоробогатова Оксана (9в класс), 2-се урын.
Уҡытыусының семинарҙарҙа, конференцияларҙа, асыҡ дәрестәр үткәреүҙә ҡатнашыуы:
2010, май, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Халыҡ-ара фәнни-практик конференция:“Филологические науки: современность и переспективы” (II Биишевские чтения). “Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек хикәйәтендә тәрбиә мәсьәләһенең ҡуйылышы” темаһына доклад менән сығыш яһау.
2010, апрель, Октябрьский ҡалаһы VI Регион-ара фәнни-практик конференция: “Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре”. Фекер алышыуҙа ҡатнашыу.
2010, март, Өфө ҡалаһы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған IV Бөтә Рәсәй фәнни конференция “Ғилем күңел күҙен асыр” темаһына доклад менән сығыш яһау.
2015, октябрь, ГБОУ БРГИ № 1 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә ултырышы “Гимназия-интернат шарттарында башҡорт телен уҡытыу” темаһына доклад менән сығыш яһау.
2016, февраль Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында гимназия уҡытыусыларына асыҡ дәрес биреү. 1.Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр” темаһы. Асыҡ дәрес.
2“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балала шәхес булараҡ позитив мин-концепцияһын үҫтереү” темаһына доклад менән сығыш яһау.
Моё портфолио
Ил тойғоһо – бар тормошом минең,
Тын алышым, йөрәк тибешем...
Рәми Ғарипов
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты