Рухи аҙыҡ туплап
занимательные факты

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Уҡыусылар йәйге ялын нисек уҙғара? Кем ниндәй ял итеү ысулын хуп күрә? Ошо хаҡта киләһе яҙмам...

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл seminar_ufa.docx18.05 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

                                               башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                    Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы сығышы

Кем йәйге ялын ҡайҙа үткәрә? Айырыуса, ауыл балалары йәйге каникулдарын үҙ ауылында үткәрергә мәжбүр, сөнки йәй етеү менән ауыл мәшәҡәттәре тыуып тора: баҡса эштәре, көтөү көтөргә йөрөү, бесән сабыу... Ғөмүмән, балаларҙың күбеһенә рәхәтләнеп ял итеү форсаты ла теймәй ҡалалыр. Ошо уңайҙан июнь айҙарында мәктәптәрҙә балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Нуриман районының Яңы Күл һәм Иҫке Күл урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Йәйләү” балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе профилле 21 көн дауамында барған көндөҙгө лагерь ойошторолдо. Был программаның маҡсаты: төрлө йүнәлештәге саралар, конкурстар, бәйгеләр ярҙамында баланың тәбиғи һәләтен асыу, туған тел мөхитен булдырыу, ошо төбәктең тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеү; физик күнекмәләр, спорт ярыштары, милли уйындар, милли музыка ҡоралдары аша сәләмәтлекте яҡшыртыу.

Әйтергә кәрәк, Яңы Күл мәктәбендә ойошторолған лагерҙа барлығы 80 ашыу бала ял итте. 21 көн дауамында һәр бер тәрбиәсе алдына ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырыу төп йүнәлеш булып торҙо. Уҡытыусылар был эште етди башҡарҙылар. Аҙ ваҡыт эсендә бихисап эштәр атҡарылды. мәҫәлән, белем биреү, рухи-әхлаҡи, спорт-һауыҡтырыу, ижади эшмәкәрлек, мәҙәни-тарихи һәм социаль-көнкүреш белем биреү кеүек йүнәлештәргә иғтибар нығыраҡ бирелде. Был профилле сменаларға 1-6-сы класс уҡыусылары теләп йөрөнө, сөнки һәр көн уларҙы ниндәйҙер яңы асыш көттө. Беренсенән, төркөмдәргә бүленеп түгел, ә ырыуҙарға бүленеү уҡыусыларҙа тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар, тәғәйен ырыуҙарҙан тупланып, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен үҙләштерҙеләр. Икенсенән, бындай йүнәлештә барған йәйге лагерь урыҫ һәм башҡа милләт уҡыусыларында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Хатта “Йәйләү”ҙе асыуға әҙерлек бик күңелле барҙы: һәр ырыу үҙ атрибуттарын ятлау менән мәшғүл булды, стена гәзиттәре сығарылды, аралашыу башҡорт телендә барҙы, ғөмүмән, милли колоритҡа иғтибар бермә-бер артты. Ә иң ҡыҙығы шунда: теге йәки был сарала иң әүҙем балаға мәрәйҙәр тапшырыла барҙы. Мәрәйҙәр балаларҙың әүҙемлеген арттырыу, ярыш сәмен ҡуҙғатыу өсөн ҡулланылды. “Йәйләү”ҙә ял аҙағында күңелле йәрминкә ойошторолдо, ә бында мәрәйҙәр аҡсаға тиңләнде һәм балаларға ошо күңелле каникул ваҡытында йыйған мәрәйҙәренә тәм-томға, төрлө бүләктәргә алмаштырып алыу форсаты тейҙе. Балалар күтәренке кәйефтә ҡайтыр юлға сыҡтылар.

Тағы ла шуны әйтеп үтеү мөһим булыр. Яңы Күл мәктәбенең 8-се класты уңышлы тамамлаған Эльвина Шәмсетдинова быйыл “Йәйләү” балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлекте нығытыу йүнәлешендә эшләүсе республика профилле сменала ял итеү хоҡуғына эйә булды. Белеүебеҙсә,  25 июндән 15 июлгә саҡлы дауам иткән быйылғы “Йәйләү” Әлшәй районындағы А. Чехов исемендәге балалар лагерь-шифаханаһында 11-15 йәштәрҙәге Башҡортостандан, хатта башҡа өлкәләрҙән килгән үҫмерҙәрҙе ҙур майҙанға йыйҙы.

Мәктәптә уҡығанда Эльвина үҙенең белемен төрлө фәндәрҙән һынамаҡсы булып, район һәм республика конкурстарында һәм олимпиадаларында һәр йыл ҡатнашып тора. Әйтергә кәрәк, һынатмай ул! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа, шиғыр һөйләүселәр конкурстарында гел беренселекте яулаған ҡыҙ, биология фәне менән дә мауыға һәм “Тәбиғәтте һәм йәнлектәрҙе һаҡлайыҡ!” халыҡ-ара ижади конкурста беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ була.

Толом-толом сәстәрен икегә үреп йөрөгән көҙәй һылыуы Эльвина Әлшәй районының “Мең” ырыуына ҡараған атрибуттарын әле лә булһа яттан белә. Йәйләүҙә туплаған белемемде мәктәп дуҫтарыма ла өйрәтермен, - ти ул. Белеүебеҙсә, йәйләүҙә ял итеүселәр мотлаҡ башҡортса һөйләшергә, аралашырға, башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән яҡындан танышырға һәм, иң мөһиме, ырыуыңды яҡшы белергә бурыслы. Эльвина әйтеүенсә, ял итергә килеүсе ҡыҙҙар-егеттәр Юрматы, Үҫәргән, Көҙәй һәм Мең ырыуына бүленделәр. Һәр ырыуҙың үҙ әйҙәүсеһе булды. Эльвина ял иткән Мең ырыуының әйҙәүселәре итеп Рәмзиә Нурмөхәмәтова һәм Илнур Киямовты тәғәйенләнеләр. Улар инде ялдың башынан алып аҙағынаса ял итеүселәр менән бер ҡаҙанда ҡайнаштылар. “Мин төрлө сараларҙа – “һаумы, һаумы, әкиәт”, “Башҡорт йыры”, “Һылыуҡай” кеүек бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаштым, шуға ла мәрәйҙәрем һанап бөтөргөһөҙ күп булды. Башҡорт рухлы әйҙәүселәребеҙ беҙҙе бейергә, йырларға, милли музыка ҡоралдарында уйнарға, мәҡәләләр яҙырға өйрәтте. Көн дә тиерлек Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре, эстрада йондоҙҙары менән осрашыу кисәләре ойошторолоп торҙо. Телеүҙәктең “Тамыр” студияһы һәм БСТ каналының ижади төркөмдәре менән осрашыуҙары һәм уларға интервьюлар биреүе генә ни торҙо!” – тип һүҙен дауам итте Нуриман районы ҡыҙы.

Рухи аҙыҡ туплап ҡайтҡан Эльвина - Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. Күңелле каникулдар артта ҡалды, алда инде туҡтауһыҙ уҡыуҙар, имтихандарға әҙерләнеүҙәр көтә. Эльвинаға уҡыуында тик уңыштар ғына теләп ҡалам!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның ролеМәктәптә тәрбия һәм белем бирү эше нигездә китап ярдәмендә тормышка ашырыла.  Шул максаттан укучыларда китап укуга...

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

укучыларны сәнгатьле укырга өйрәтү, китапка мәхәббәт тәрбияләү....

АРҒАЯШ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫ.

Духовное наследие Аргаяшских башкир...

"Бишек җырлары - халкым рухы"

әдәби-музыкаль кичә...

Презентация "Тел - рухи байлыгыбыз".

Презентация проводился в рамках недели татарского языка и литературы в школе....

Тел - рухи дөнья көзгесе

Внеклассное мероприятие...

Күренекле татар драматургы, прозаик Туфан Миңнуллинның татар милләтен рухи-әхлакый яктан тәрбияләүгә керткән өлеше.

Туфан Габдулла улы Миңнуллин 1935 елның 25 августында Татарстан АССРның Кама Тамагы районы Олы Мәрәтхуҗа авылында колхозчы гаиләсендә туган. 1952 елда урта мәктәпне тәмамлаганнан соң, башта туган төбә...