Доклад на тему "Актуальные проблемы при изучении башкирского языка"
материал

Мусина Дамира Сагитовна

           Изучение родных и государственных языков в  организовано в соответствии с Законами «Об образовании», «О языках народов Республики Башкортостан», государственной программы сохранения, изучения и развития языков народов Республики Башкортостан.

         В центре внимания современной школы находится личность, которая воспитывается и развивается в поликультурном обществе. Язык является важнейшим признаком нации, он сохраняет и передает из поколения в поколение сведения об истории и культуре нации, нравах и обычаях, оказывает мощное влияние на этническое самосознание, которое заставляет людей все чаще обращаться к народным истокам, национальным корням. Рост культурного уровня населения выражается в желании знать и понимать свой родной и государственный башкирский  язык, обучать своих детей родным языкам. Вопросы национального образования являются приоритетными в современной образовательной политике Республики Башкортостан.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_bashkort_telen_ukytyuza_aktual_problemalar.docx17.34 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт телен уҡытыуҙа актуаль проблемалар

Автор :Мусина Дамира Сагитовна

Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә туған телде, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү ҡарала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Уҡытыусы, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ошондай мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләй. заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан – яңы  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтенә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен  -  туған  телебеҙҙе  нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә. 

           Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә туған телде, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү ҡарала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Уҡытыусы, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ошондай мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләй.

          Яңы информацион-технологик осор йәш быуын башҡорттарынан хәҙерге кешегә мотлаҡ кәрәк булған белем, тәжрибә, компьютерҙы белеү, функциональ белем, үҙ тормошоңдо ҡора белеүҙе талап итә.

          Беренсенән, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортса өйрәтеүҙә төрлө психологик  үҙенсәлектәр иҫкә алына.

          Мәҫәлән, рус мәктәптәрендә уҡыусылар бер кимәлдә башҡорт телен үҙләштерә алмай. Башҡорт телен бер аҙ аңлай белгән һәм бөтөнләй ҙә аңламаған  уҡыусылар бар. Был иһә үҙенсәлекле уҡытыуҙы талап  итә. Телде өйрәнеү бурыстары итеп—башҡорт телен өйрәнеү, уны ҡулланыу, грамматик нормаларын билдәләү, башҡалар менән аралашыу, һөйләшеү…

       Өсөнсөнән, бәләкәй синыф уҡыусыларының хәтерләү һәләте үҫеш ала. Улар ишетеп, күреп иҫтә ҡалдыра алалар. Дәрестә телмәр үҫтереү өҫтөндә эш алымдары ҡулланыу кәрәк: һорауҙарға яуап биреү, тиҙәйткестәр, һанашмаҡтар, шиғырҙар, тел шымартҡыстарҙы үҙ аллы, хор менән ҡабатлау,  иң мөһиме--өндәрҙе     дөрөҫ әйтә белеү. Синыфта бөтә бала  ла бер төрлө ҡатнашмай. Йомшағыраҡ уҡыған уҡыусылар менән йышыраҡ эшләү, телмәрҙәрен үҫтереү—уларҙы нығыраҡ йәлеп итеү—һәләттәренә ярашлы эштәр, биремдәр тәҡдим итеү мөһим.

          Шулай уҡ уйын барышында, сараларҙа ла уҡыусы үҙенең тел сараларын дөрөҫ ҡуллана белеүен күрә белергә тейеш, бил иһә уҡыусының мөмкинлек булған һайын хуплауы булышлыҡ итә.

          Уҡыусылар менән индивидуаль эштәр ҙә мөһим урын алып тора: синыфта уҡыусыларҙың эш төрҙәре төрлөсә була. Шунлыҡтан бер төркөм уҡыусылар менән дә шәхси рәүештә эш алып барыла. Дәрестә, айырыуса  бәләкәй синыфтарҙа күргәҙмәлелек ҙур роль уйнай: сюжетлы картиналар, открыткалар, һүрәттәр, магнитофон яҙмалары, видеофильмдар киң ҡулланыла.

           Үҙемдең эш тәжрибәмдән сығып ҡарағанда, мин дәрес планын төҙөгәндә маҡсаттан башлайым, уға ирешеү юлдарын билдәләйем. Һүҙ байлығын үҫтереү, телмәрҙе тыңларға, шунда уҡ аңларға, диалог, монолог кеүек телмәр күнекмәләре ярҙамында һорауҙарға аңлы,  тулы яуап биреү күнекмәләре үткәрәм. Мәктәптә рус телле балаларҙың күбеһе дәрестән тыш башҡортса аралашыу хоҡуғынан мәхрүм. Шуға өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрес һайын төрлө формала иҫкә төшөрәбеҙ.  Грамматика өйрәнгәндә башҡорт һәм рус орфографик ҡағиҙәләрен сағыштырабыҙ, айырмаларын билдәләйбеҙ.

              Дәрес барышында уҡыусылар алдына проблемалы һорау ҡуям һәм дәрес аҙағында ошо һорауға яуап табырға  кәрәклеген аңлатам.  Бындай ситуациялар уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә, танып-белеү һәләтен үҫтерә.

              Түбәнерәк синыфтарҙа  “Шиғриәт тулҡынында” , “Урманға сәйәхәт” , “Китапханала” кеүек туҡталыштар, физминуттар өйрәнеү йәнле үтә. Берәй күнегеүҙе ярыш формаһында, төркөмләп ярышыу һымаҡ эштәр уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

              Юғары синыфтарҙа уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белемдәре бай. Иркен аралаша белеү, фекер алышыуҙары, телмәрҙәре үҫешкән була. Дәрестәрҙе төрләндереү буйынса индивидуаль карточкаларҙағы биремдәрҙе башҡарыу, схемалар төҙөү,  үҫтереүсе система буйынса логик мәғәнәле  моделдәр эшләү һәр яҡлап та логик фекерләү һәләттәрен үҫтерә.  Ошо йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинентында айырым папкаларҙа уҡытыусы, уҡыусыларҙың төҙөгән моделдәре тупланып тора. Ижади эш дәфтәрҙәрендә лә уҡыусыларҙың ижади эштәре төрлөсә. Тимәк, бер уҡыусы шиғырҙы оҫта яҙһа, икенсеһе—кроссворд, ребус төҙөй, өсөнсөһө--хикәйә яҙа һ.б. Бөгөнгө көндә уҡыусылар өй эштәрен ижади формаларҙа  башҡаралар. Бындай  эш  төрҙәре  уҡыусыларҙы ижади  эҙләнеүгә  этәрә, фекерләү ҡеүәһен,  фантазияһын  үҫтерә, һүҙҙең матурлығын, көсөн тоя   белергә өйрәтә. Дәрестәрҙә  башҡорт телендә  донъя күргән баҫмаларға бер нисә минут күҙәтеү яһайбыҙ. Дежур булған уҡыусылар гәзит йәки журналдың яңы һаны тураһында ҡыҫҡаса  белешмә әҙерләп килә. Балалар тәнәфестә кабинет китапханаһындағы  “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларын алып уҡый. Артабан иң  һәйбәт эштәр  һайлап алынып  конкурстар ваҡытында ҡулланыла, йә иһә матбуғат биттәрендә лә баҫтырылып сыға. Ижади эшләүсе уҡыусылар үҙ эштәрен “Йәш хәбәрсе” түңәрәктәрендә дауам итәләр.

Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү саралары күп. “Башҡорт фольклоры” түңәрәктәренә теләп йөрөүсе  уҡыусыларыбыҙ бар. Ижади төркөм ағзалары бергә ижад итәләр, сәхнәлә оҫталыҡтарын күрһәтәләр, сценарийҙарҙа ҡатнашалар. Уҙған уҡыу йылында районда уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” конкурсында әкиәт  яҙып,  уны  сәхнәләштереп күрһәттеләр.  Әкиәт  “Был урманға нимә булған? “ тип  аталды. Район  буйынса икенсе  йыл   инде   беренсе  урынды  яулап барабыҙ.  Һуңғы тапҡыр  күрһәткән, ижад  иткән   әкиәттәре   “Ялҡаулыҡ – хурлыҡ,  тырышлыҡ – ҙурлыҡ”  исемле  булды.  Уҡыусылар,   әлбиттә,  хайуандар  тураһында  яҙырға тырышалар   һәм  дә   яңы быуын  стилендә  бәйләп  яҙалар. 

Мәктәп,  район  буйынса  саралар, конкурстар  айырыуса  күп. Мәктәп  күләмендә  туған  тел   аҙналыҡтары,  олимпиадалар,  викториналар,  йондоҙҙар  сәғәте,  мөғжизәләр  яланы  уҙғарылып  ҡына  тора.

Йыл  һайын  район,  республика  күләмендә  предметтар буйынса  ғилми – тикшеренеү  эштәре  ҙур  ролде  уйнай.  Башҡорт теленән дә  теләп  ҡатнашыусылар  һаны йылдан – йыл  арта  бара.  Иң  тәүҙә  мәктәп  күләмендә  уҙғарыла.  Был  тикшеренеү  эштәрендә  юғары  синыф  уҡыусылары йәлеп  ителә.  Башҡорт  теленән  “Мостай  Кәрим  трагедияларында рухи азатлыҡ  проблемалары”,   “Краснокама  районы  топонимикаһы”  тип  аталған  тикшеренеү  эштәре  алып  барыла.

Дәрестәрҙә  хәҙерге  ваҡытта   яңы  мәғлүмәти  технологиялар  ҡулланыу  отошло.  Был  уҡыусыларҙа  ла  шулай  уҡ  ҡыҙыҡһыныу  уята.  Компьютер  ярҙамында  дәрес  үткәреү,  уның  аша  күнегеүҙәр,  тестар  башҡарыу,  эҙләнеү  уҡыусылар  өсөн  яңылыҡ  алыу.  Мәктәптәрҙә  күптән  Интернет  селтәрҙәре  тоташҡан.  Ә  инде  Интернет  селтәрҙәре  аша  ла  мәғлүмәттәр  эҙләү  -  хәҙерге  заман  уҡыусылары  өсөн  бөтә мөмкинлектәр  ҙә  булдырылған.

Берәй  сараларҙа  ла  шулай  уҡ  проекторҙар  менән  ҡулланырға  ла  мөмкинлектәр  етәрлек.

 

Шулай   итеп,  заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан – яңы  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтенә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен  -  туған  телебеҙҙе  нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә.  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проблема мотивации изучения иностранного языка в обучении и роль познавательной мотивации в этом процессе

Понятие мотивации. Познавательная мотивация Формирование мотивации учения в школьном возрасте без преувеличения можно назвать одной из центральных и фундаментальных проблем современной школ...

проблемы в изучении английского языка

проблемы в изучении английского языка...

Психологические проблемы в изучении иностранного языка

Какие психологические проблемы в изучении иностранного языка существуют....

Доклад "Использование проектной методики на уроках башкирского языка и литературы"

Использование проектной методики на уроках башкирского языка....

Актуальные проблемы в изучении английского языка

Эссе на тему "Актуальные проблемы на уроках английского языка и пути их решения"...

Проблема мотивации изучения иностранного языка в обучении и роль познавательной мотивации в этом процессе

Понятие мотивации. Познавательная мотивация Формирование мотивации учения в школьном возрасте без преувеличения можно назвать одной из центральных и фундаментальных проблем современной школы, так...

Научно-методическая статья "Проблемы в изучении русского языка как составляющей гуманитарного образования"

В последнее время дискуссии на тему гуманитарного образования развернулись с новой силой, потому что снова подошли к вопросу о том, что происходит падение уровня образованности, культуры, потому что и...