Доклад "Использование проектной методики на уроках башкирского языка и литературы"
проект на тему
Использование проектной методики на уроках башкирского языка.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
doklad_proekt_metody.doc | 58.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле дәрестәрендә проект методын ҡулланыу.
Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланыу мөһим. Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы педагогик технологиялар тәҡдим ителде. Инновацион технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙә бик нәтижәле сара ул. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Ошондай яңы алымдарҙың береһе – проект методы.
Нимә ул проект методикаһы? Проект эше – ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү һәм эш аҙағында күҙгә күренерлек матур биҙәлешле, тотоп ҡарарлыҡ һөҙөмтә сығарыу, уны ҡулланыу. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлаша барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуын күҙ уңында тота. Шулай уҡ уҡыусыларҙың төрлө проект эштәрҙе башҡарғанда логик фекерләү, танып белеү һәләттәре, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә.
Бөгөнгө ауыр һәм ҡатмарлы заманда балаларға төплө белем һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү йәмғиәтселек һәм мәктәп алдында торған иң ҙур бурыстарҙың береһе. Ҡала мәктәптәрендә был бурыс күберәк башҡорт теле уҡытыусылары иңенә төшә. Башҡорт теле уҡытыусылары дәрестә белем биреүсе генә түгел, төрлө әҫәрҙәр өлгөһөндә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүсе лә. Һәр дәрес уҡыусыға тейешле кимәлдә белем һәм тәрбиә бирһен өсөн, дәрестәрҙең йөкмәткеһе һәм үткәрелеү сифаты юғары булырға тейеш. Уҡытыусы үҙе лә камиллыҡҡа ынтылырға, һәр дәресен төрләндереп үткәрергә, дәрестә күберәк уҡыусыларҙың үҙҙәрен эшләтергә тырышырға тейеш. Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороуҙа, уларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә, һәр баланы үҙ фекерен әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеүҙә проект методын ҡулланыу юғары һөҙөмтәгә килтерә. Дәрестәр төҙөгәндә уның тәрбиәүи яғын күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим. Дәрестә лә белем һәм тәрбиә биреү бер бөтөн булып үрелергә тейеш.
Проект методын ҡулланыуҙың ыңғай яҡтары:
- Тел буйынса программала төрлө материал менән таныштырыу, бик күп эш төрҙәре тураһында төшөнсә биреү ҡарала.
- Уҡыусы дәрестәрҙә төп белем ала, эш төрҙәре, ҡағиҙәләр менән таныша.
- Был метод ҡыҙыҡһыныусанлыҡты, һәр яңы эш төрөн ихлас, дәртле итеп башҡарыу теләген уята.
Проек өҫтөндә эш этаптары:
- Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәлә ҡуйыу.
- Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Уҡыусыларға проект эшенең темаһын тәҡдим итеү.Эш планын төҙөү. Информация йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.
- Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.
- Йомғаҡлау. Һығымта яһау.
Проект методикаһын ҡулланыу түбәндәге бурыстарҙы үтәй:
- Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм телде өйрәнеүгә теләк уята.
- Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙаллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.
- Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.
- Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.
- Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.
- Бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.
-проблемалы өлкә эҙләп табыла;
- проек темаһын асыҡлау (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө варианттар араһында ни өсөн ошо вариан һайланғанын аңлатырға);
-эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала;
был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б. )
-эште башҡарыу этаптары асыҡлана.
Эҙләнеү һәм эште планлаштырыу этабында түбәндәге бурыстар үтәлә:
- Проблемалы өлкә эҙләп табыла
- Проект темаһын асыҡлау .
- Эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала.
- Был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар.
- Эште башҡарыу этаптары асыҡлана.
Йомғаҡлау этабы. Эшләнгән проекттың планлаштырыу этабында уға ҡуйылған талаптарға тап килеүе, килмәүе билдәләнә, һөҙөмтә баһалана, проект яҡлана.
Проектлау методикаһының төрҙәре:
- Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.
- Эҙләнеү проекты. Был проект – фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшереү эштәренә иғтибар ныҡ артты.
- Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һәм башҡа формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора.
- Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе гәзит, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә тоташтырыла.
- Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда информация схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. Логик-мәғәнәүи модель – кодлаштырылған конспект ул.
Проектлау технологияһының әһәмиәте:
- ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя, бер урынға туплай;
- өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә күберәк ваҡыт ҡала;
- тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;
- проектты файҙаланып, уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.
Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинселектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.
Әгәр ҙә башҡорт теле дәрестәрендә проектлау технологияһын уңышлы файҙаланһаҡ:
- уҡысының үҙ аллы фекерләү һәләте үҫәсәк;
- башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары, ихтирамдары артасаҡ;
- башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙығыраҡ һәм фәһемлерәк үтәсәк.
Быйылғы уҡыу йылы башында беҙ 2 һәм 5 класс уҡыусыларына түбәндәге темалар буйынса проект эше тәҡдим иттек:
Ғаилә
Аҙыҡ-түлек
Кейем-һалым
Көн тәртибе
Һөнәрҙәр
“Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса проект пландары.
- Яҙ. Яҙҙар килә шаулап-гөрләп.
- Йәй. Йәйҙең йәмле көндәрендә.
- Көҙ. Алтын көҙ килә еремә.
- Ҡыш. Бурай-бурай ҡарҙар яуа.
“Башҡортостанды беләһеңме?”
темаһы буйынса проект пландары
- Балдай татлы һыуҙарым. ( Башҡортостан йылғалары буйынса)
- Бейек-бейек тауҙарым. (Башҡортостан тауҙары тураһында)
- Баҡортостан күлдәре.
- Башҡортостандың ҡалалары.
“Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена”
темаһы буйынса проект пландары
- Тән өлөштәре.
- Эске ағзалар.
- Сәләмәтлекте нығытыу.
“Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар”
темаһына буйынса проект пландары
- Икмәк – бөтәһенә лә баш.
- Һөт аҙыҡтары.
- Йәшелсә-емеш.
“8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө ”
темаһына буйынса проект пландары
- Әсәйҙәрҙе ҡотлау проекты.
- Уҡытыусыларҙы ҡотлау проекты.
- Әхирәттәрҙе ҡотлау проекты.
“Яҙ етте” темаһына буйынса проект пландары
- Яҙғы эштәр.
- Тәбиғәттәге яҙғы үҙгәрештәр.
- Яҙғы байрамдар.
Йыл аҙағында проект эше буйынса һығымта яһап, анкета тәҡдим итергә уйлайбыҙ.
Анкета
- Проект өҫтөндә эшләү оҡшанымы?
А) эйе Б) юҡ
- Әгәр ҙә оҡшаһа, ни өсөн оҡшаны?
А) бик ҡыҙыҡлы эш;
Б) төркөм менән эшләү оҡшаны;
В) сөнки ғәҙәти булмаған эш;
3. Был проектты эшләүҙә әүҙем ҡатнаштыңмы?
А) эйе;
Б) ул хәтлем түгел;
В) юҡ;
4. Башҡорт теленән тағы ла берәй темаға проект эшләр инеңме?
А) эйе;
Б) юҡ;
В) әле уйламағанмын.
Беҙҙең уйыбыҙса, проектлау методын ҡулланыу уҡытыусыларҙа һәм уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр менән байытылыр. Беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре дәрестәрҙе ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Учебно - методический материал "Проектная методика на уроках иностранного языка"
Предлагается теоретический и практический материал, используемый на уроках немецкого языка по методу проектов...
Использование устного народного творчества на уроках башкирского языка и литературы
Башкирский народ очёнь большое значение придавал воспитанию и развитию одарённой личности и по мере своего развития, большое значение отводит умственному, эстетическому, трудовому, нравственному, семе...
Развитие устной и письменной речи на уроках башкирского языка и литературы
Методы и приемы развития речи учащихся на уроках башкирского языка...
Проектная деятельность на уроках русского языка и литературы .МОУ «Филимоновская СОШ» Учитель русского языка и литературы Мешкова В.Н.
Актуальность проектной деятельности в современной школе.Важной задачей современной школы является формирование творческого мышления и продуктивной деятельности учащихся для свободной реализации возмож...
«Использование современных образовательных технологий для развития творческих способностей учащихся на уроках башкирского языка и литературы в рамках реализации ФГОС».
Использование современных образовательных технологий для развития творческих способностей учащихся на уроках башкирского языка и литературы в рамках реализации ФГОС....
Применение информационно-коммуникационных технологий как средство познавательной активности обучающихся на уроках башкирского языка и литературы
Сегодня, вероятно, нет такого учителя, который не задумывался бы над вопросами: «Как сделать урок интересным, ярким? Как увлечь ребят своим предметом? Как создать на уроке ситуацию успеха для ка...
Статья. Применение инновационных технологий и интернет ресурсов на уроке башкирского языка и литературы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә интернет ресурстар ҡулланыу тураһында...