"Телмәр мәҙәниәте" дәрестән һуңғы эшмәкәрлек (внеурочная деятельность) эш планы
рабочая программа

Истамғәлин Илгиз Наил улы

"Телмәр мәҙәниәте" дәрестән һуңғы эшмәкәрлек (внеурочная деятельность) эш планы. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon opp_tel_mezeniete.doc64 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатмалы яҙыу

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

“Тел мәҙәниәте” дәрестәренең ғәҙәттәге тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән айырмаһы шунда:

  • балаларҙың иркен һөйләшә алыуын методик, психологик яҡтан тәьмин итеү;
  • дәрестәрҙе традицион нормаларҙан сығып түгел, ә балаға ҡыҙыҡ булған нормаларҙы ҡулланып төҙөү, үткәреү;
  • уҡыу программаһында ҡаралмаған, әммә уның барышында мөһим булған темалар өҫтөндә эшләү;
  • телгә мәҙәни күренеш булараҡ ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү.

  Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына «Телмәр мәҙәниәте» дәрестәрен уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә дәрестәрендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, «Телмәр мәҙәниәте» дәрестәре аша туған тел һәм әҙәбиәт өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.


Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

I класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2.  Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.

6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу.

7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

II класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

III класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;

7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.

4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.

2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.

3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.

4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.

5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.

IV класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;

4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү;  диалогты дауам итеү.

3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.

5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

1-4 кластарҙа курстың йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

  • Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;
  • Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;
  • Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;
  • Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
  • Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

 Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа «Телмәр мәҙәниәте» дәрестәрен уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.

        I класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм өс этаптан тора:

1. Инеш темалар. Башҡортостан. Танышыу. Минең мәктәбем. Минең яратҡан уйындарым, уйынсыҡтарым. Беҙ һанарға өйрәнәбеҙ. Ниндәй төҫ матур?  Йәшелсәләр. Емештәр. Магазинда. Ҡоштар. Тән өлөштәре. Көн режимы. Мин һәм минең ғаиләм.  Кейем-һалым. Аяҡ кейемдәре. Йәйге һәм ҡышҡы кейемдәр. Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡырағай хайуандар. Ҡыш. Яңы йыл. Ҡышҡы уйындар.

2. Төп темалар. Башҡорт алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре менән танышыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә А, О, Ы, Э хәрефтәрен һәм өндәрен сағыштырыу. Үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. «Телмәр мәҙәниәте» дәрестәрендә В хәрефенә фонетик анализ. 

3. Йомғаҡлау тематикаһы. Башҡортостандың күренекле шағирҙары һәм яҙыусылары ижады менән танышыу: Ф. Рәхимғолова, М. Ишбулатов, С. Муллабаев, М. Ғафури, Г. Ғәлиева, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, З. Биишева, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Р. Ғарипов. Минең яратҡан әкиәттәрем. Еңеү көнө. Башҡортостандың ҙур ҡалалары. Ғаилә байрамдары. Бүләктәр. Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм уйындары. Минең дуҫтарым. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

        II класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә.

        Дөрөҫ яҙыу күнекмәләре.

Алфавит. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Ижек. Баҫым. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙә интонация.  Тыныш билдәләре. Исем. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым.

Уҡыу, һөйләү күнекмәләре.

Башҡортостан - тыуған илем. Һаумы, мәктәп! Йәйге каникулдар. Көҙ. Кешене хеҙмәт биҙәй. Ҡыш. Беҙҙең ғаилә. Шанлы йылдар. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Уралым. Әкиәттәр. Яҙ. Яҙғы байрамдар. Йәйҙең йәмле көндәре.

III класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә.

Дөрөҫ яҙыу күнекмәләре.

Алфавит (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Синтаксис. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм.

Уҡыу, һөйләү күнекмәләре.

Һаумы, мәктәп! Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Алтын көҙ. Һөнәрҙәр. Нимә яҡшы, нимә насар. Әкиәттәр. Ҡыш. Урал тәбиғәте. Ҡаһарманлыҡ юлы. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙғы тәбиғәт. Балаларҙың тормошо һәм эштәре. Йәй.

IV класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә.

Дөрөҫ яҙыу күнекмәләре.

Алфавит (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек категорияһы. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Уртаҡ ҡылым. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың грамматик үҙенсәлектәре. Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: бәйләүес, теркәүес, ымлыҡ.  Синтаксис. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм. Һөйләмдең интонация буйынса төрҙәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

Уҡыу, һөйләү күнекмәләре.

Мәктәп. Тыуған ил. Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Ил тарихы - халыҡ тарихы. Тормош - ижад… Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Сәсәндәр. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре. Башҡортостан ҡалалары. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Башҡортостан мәҙәниәте. Яҙ. Кеше кеше булып ҡалһын. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Һаумы, йәй!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеурочная деятельность в 5 классе: календарно-тематический план

Календарно-тематический план  к рабочей программе по внеурочной деятельности в 5 классе по новому УМК Биболетовой М.З....

План внеурочной деятельности учителя русского языка "Усиление роли русского языка"

Данный план представляет собой перечень мероприятий, направленных на усиление роли русского языка в процессе образования в основной школе....

План внеурочной деятельности

План внеурочной деятельности...

План-конспект внеурочной деятельности в 4 классе по теме «Использование метода проектов во внеурочной деятельности».

План-конспект внеурочной деятельности в 4 классе по  теме «Использование метода проектов во внеурочной деятельности"Тема: "Экология Земли"На своем занятии, я решила связать 2 предмета: информатик...

Информационная карта занятия внеурочной деятельности + План – конспект учебного занятия в системе внеурочной деятельности "Лаборатория анатомии растений

laquo;Лаборатория анатомии растений» - аудиторное занятие, которое создает для развития у детей познавательного интереса, повышения интереса к исследовательской деятельности и способствует...

ДӘРЕСТӘН ҺУҢҒЫ ЭШМӘКӘРЛЕК, ТҮҢӘРӘКТӘР ЭШЕ

ДӘРЕСТӘН ҺУҢҒЫ ЭШМӘКӘРЛЕК,ТҮҢӘРӘКТӘР ЭШЕН ОЙОШТОРОУ...