"Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте"нән асыҡ дәрес
план-конспект на тему
"Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте"нән асыҡ дәрес
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_tarihy_hm_mznitenn_asyk_dres.docx | 21.55 КБ |
Предварительный просмотр:
«Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” предметынан асыҡ дәрес.
Тема. Тамырҙарыбыҙ ҡайҙан…?
Маҡсаттар. 1. Уҡыусыларҙы “ шәжәрә” һүҙе менән таныштырыу; үҙҙәренең тыуған – тыумасалары, ата - олатайҙары тураһында һөйләтеү; билдәле шәхестәрҙе иҫкә алып китеү; ауылдар, ырыуыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр биреү; ауылдың иң өлкән кешеләре менән әңгәмә ойоштороу; концерт номерҙары менән сығыш яһау.
2. Балаларҙа ауылыбыҙҙың тарихына,үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу; үҙ тыуған ере, үҙ халҡы, нәҫелдәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо булдырыу; илһөйәрлек тәрбиәләү; шәжәрәләрен өйрәнеүгә һәм төҙөүгә ынтылыш тәрбиәләү.
3. Аҡыл ҡеүәһен үҫтереү, аң даирәһен киңәйтеү; дискуссия, бәхәс ситуацияларын күрһәтеү; ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырыу; күтәренке рух тәрбиәләү.
Дәрес барышы.
Уҡытыусы.
- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ата – бабаларыбыҙҙың, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы эҙләргә, белгәндәрҙе һөйләргә, белмәгәнде тыңларға йыйындыҡ.
Наҙгөл.
- Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул – беҙҙең кисәге көнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ йыл, мең йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ. Борон – борондан ата – бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән – телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ла үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусылар бар.
Уҡытыусы.
- Һеҙ ул шәжәрәләрҙе залда, өҫтәлдә күрәһегеҙ. Уҡыусылар, ә нимә һуң ул шәжәрә?
Альбина, Салауат, Алсын.
- Шәжәрә – ул ғәрәп һүҙе, ул ырыу ағасы тигәнде аңлата. Борон – борондан туған – ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрһәткәндәр. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә алынған, ә ҡыҙ исемдәре яҙылған осраҡта ла ул таралып китә алмаған. Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш булған. Шәжәрәәне тик ырыу ағасы тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағылып ҡала. Ул – мөһим ваҡиғаларҙы яҙып барған йылъяҙма.
- Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә;
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды үр шәжәрә!
- Шәжәрәмдә – сал тарихы бабаларҙың
Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.
Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ
Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!
Уҡытыусы.
- Ә хәҙер 7 –се кластар һеҙҙе үҙҙәренең проект эштәре – шәжәрәләре менән таныштырып китергә теләйҙәр.
(Проект эштәре менән таныштырыу).
Уҡытыусы.
- Афариндар, ҡалғандарға уларҙан үрнәк алырға кәрәктер тип уйлайым. Был проект эштәре беҙҙе “тарих иленә” - артабанғы сәйәхәткә саҡыра. Экранға ҡарайбыҙ.
(Документаль фильм).
Уҡытыусы.
- Һәм Абҙаҡ ауылында төп фамилиялар булып Амановтар, Әминевтар, Зариповтар,Ишбулдиндар, Мирасовтар, Акбулатовтар һ.б. һанала. Шул фамилияларҙы йөрөтөүселәрҙең береһе Аманова Рәҡиә әбейҙе сәхнәгә саҡырабыҙ. Ҡаршы алығыҙ!
(Әңгәмә).
Настя, Буранбай.
- Ата – бабам эҙен юллап,
Сумамын мин тарихтарға.
Ырыу ҡаны тарта беҙҙе
Төрлө тарафтарҙан.
- Кем булған олатайың,
Олатайыңдың атаһы?
Уларҙан тыш нәҫелеңдә,
Йә, кемдәр булған тағы?
Ниндәй һөнәр белгәндәр,
Ниндәй кейем кейгәндәр?
Был яҡҡа, был ауылға
Улар ҡайҙан килгәндәр?
Уҡытыусы.
- Сәхнәгә Зарипова Ғәфиә әбейҙе саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
(Әңгәмә).
Вилена, Алина.
- Халҡыбыҙҙың иле булған, теле булған,
Рухы бөйөк, ғорурлығы, ихтыяры.
Азатлыҡ тип көрәшеүсе батырҙары,
Йософ менән Зөләйхалай матурҙары.
- Халҡыбыҙҙың ҡалған беҙгә рухы, хисе,
Шаңы ҡалған, даны ҡалған һәм моңдары.
Моңдар аша, күңел аша хөрлөк ҡалған,
Йырҙар аша, иман аша милләт тыуған.
Уҡытыусы.
- Экранға ҡарайбыҙ.
( Ауылдар тураһында мәғлүмәттәр).
- Ғөмүмән, ҡәҙерле уҡыусылар, үҙебеҙҙең яҡтың тарихы менән танышырға теләһәгеҙ, иң кәрәкле мәғлүмәтте һеҙ мәктәп музейенан (унда бик бай ғына материал тупланған), Рәүеф Насыровтың “Ата – бабам баҡҡан ер”, “Ете һыу башы” китаптарынан, Өфө ҡалаһындағы Үҙәк архивтан таба алаһығыҙ.
Фидан, Динар.
- Барыһы таныш, барыһы ғәзиз,
Ғүмер иткән төбәккенәм.
Һин булғанға мин бәхетле,
Һинһеҙ һулыр йөрәккенәм.
- Йырлай –йырлай күтәреләм
Тормоштоң үрҙәренә.
Шатлығым да , хәсрәтем дә
Тик тыуған ерҙә генә.
Уҡытыусы.
- Экранға ҡарайбыҙ.
( Ырыуҙарға бүленеш тураһында мәғлүмәт).
Уҡытыусы.
- Бөгөнгө дәресебеҙҙе йомғаҡлап, һорауҙарға яуап биреп китәйек. Хор менән яуапларға мөмкин.
- Тыуған терең ни? - Ырыуың ниндәй?
- Башҡортостан! - Табын!
- Милләтең кем ? - Ҡошоң нимә?
- Башҡорт ! - Ҡарағош!
- Телең ниндәй ? - Ағасың нимә?
- Башҡорт теле ! - Ҡарағас!
Гөлназ, Дилә.
- Тыуған ерем, ғәзиз ерем
Тәүге аяҡ баҫҡан ерем.
Намыҫыңа тап төшөрмәй
Йәшә тип әйткән ерем.
Бала саҡтың хәтирәһен
Һаҡлаусы – һин,тыуған ерем.
Бар белгәнең тик – изгелек.
Рәхмәт һиңә, тыуған ерем.
- Башҡортостан тигән еребеҙҙә,
Ҡалайыҡ бер күс булып,
Шат йәшәйек түш киреп,
Бер – беребеҙгә көс биреп.
Уҡытыусы.
- Беҙҙең тормошобоҙҙо, нәҫелебеҙҙе дауам итеүсе йәш, матур, дәртле быуын үҫеп килә. Улар уҡыуҙа ла, төрлө ярыштарҙа ла, йыр – бейеүҙә лә һынатмайҙар.
(Бейеү. “Тыпырҙыҡ”.
Йыр. “Туғандарҙың ҡәҙерен бел”.)
Беҙ әсәйҙең биш балаһы,
Биш балаһы ла биш бармаҡ.
Тормош елдәре ҡағылмаҫ,
Биш туған бер беҙгә булһаҡ.
Ете яттар туған түгел,
Үҙ туғаныңдың ҡәҙерен бел.
Үлгәнененең ҡәберен бел,
Иҫәненең ҡәҙерен бел.
Тормош һәр саҡ мәрхәмәтһеҙ,
Һөйгән ташлай ҙа, дуҫ ҙата.
Туған туған булып ҡала,
Йән тартмаһа ла ҡан тарта.
Беҙ еребеҙҙә мәңге түгел,
Был донъяла ҡунаҡ ҡына.
Бер – беребеҙҙең ҡәҙерен белеп,
Йәшәйек беҙ йырлап ҡына.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Авылым тарихы, халкым тарихы (әдәби-музыкаль кичә)
Литературно-музыкальный вечер....
Тест по башкирскому языку для учащихся 6 класса по теме “Башҡортостан ере буйлап…”
Тест по башкирскому языку предназначен для 6 классов....
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.
Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....
ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресен фәнни-ғәмәли формала ойоштороу
Тормош һабаҡтары(Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте)Тема: Бөйөк еңеүгә __ йыл Дәрес материалы: уҡыусыларҙың фәнни-практик конференцияға әҙерләгән сығыштары һәм тематик докладтары.Маҡсат: ҫ) «...