класс сәғәте
классный час (5 класс)

Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы

Минең Ватаным!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klass_sgte_minen_vatanym.docx26.01 КБ

Предварительный просмотр:

Класс сәғәте.

Тема: Минең Ватаным.

Маҡсат: 

1. Ватан төшөнсәһен аңлатыу : Нимә ул – Ватан?– һорауына күмәкләп яуап табыу.

2. Уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә, тыуған йортҡа ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балаларҙа ауыл, район тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

3. Балаларҙың уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ ҡарашыңды әйтә һәм яҡлай белергә, коллектив хеҙмәткә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: аудиотаҫма, проектор, кәрәкле инструменнтар (клей, төҫлө ҡағыҙҙар, ҡайсы, карточкалар һ.б.)

Этаптары

Дәрес барышы

Ойоштороу моменты

Яңы тема

Йомғаҡлау

-Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, һаумыһығыҙ уҡыусылар!

(слайд)

Класс сәғәтен мин шиғыр юлдары менән башларға теләйем

Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон.

Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай тиеп:

Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул-тыуған ер,

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

Тыуған ил ул-

Эленгән бишек.

Тәү тапҡыр асып

Беҙ сыҡҡан ишек.

Тыуған ил ул-

Уҡыған мәктәп.

Тир түгеп, 

Үҫтергән икмәк.

- Балалар, әйҙәгеҙ фекер алышып алайыҡ.

Был шиғырҙағы һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? Был шиғырҙа кемдәр һөйләшә икән? Һеҙҙең өсөн нимә ул Ватан?

- Тимәк, уҡыусылар, бөгөн ниндәй темаға һөйләшербеҙ икән? ( Минең Ватаным, тыуған ил, тыуған йорт)

 Ватан икенсе төрлө әйткәндә- Тыуған ил ул.

Тимәк, дәрестең темаһы: Минең Ватаным. (слайд)

-Әйҙәгеҙ артабан слайдҡа ҡарайыҡ, был нимә ул? (слайд)

- ә ни өсөн Рәсәй картаһы ҡуйылған икән?

- Дөрөҫ, беҙҙең Тыуған илебеҙ- ул Рәсәй.

Артабанғы слайдты ҡарайыҡ бында нимә күрәһегеҙ? (слайд)

 Башҡортостан картаһы. Башҡортостан тураһында нимәләр әйтеп бирә алаһығыҙ?

- иң ҙур Ағиҙел йылғаһы,

батырыбыҙ Салауат Юлаев,

 Торатау шиханы,

(тәмле, шифалы балы,

 моңло ҡурайы,

ҡымыҙы менән дан тота һ. б. билдәле) (Башҡортостан -ул беҙҙең башҡорттар өсөн ватаныбыҙ иң ҡәҙерлеһе үҙ төйәгебеҙ ул –)

- һәр кемдең, ҙурмы ул, бәләкәйме, тыуған өйө була.Ниндәй генә булһа ла  һәр кешегә ул яҡын. Иң беренсе өндө лә, тәүге ата-әсә иркәләүен дә беҙ ошо йортта тоябыҙ. Кешегә иң ғәзизе-туған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң татлыһы-тәү эскән һыуың, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме-тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше генә яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер, уны яратыр.

-  Ә был һүрәт нимә ул?( Гафури районы картаһы күрһәтелә.) (слайд)

- Бына беҙ кесе Ватаныбыҙға килеп еттек?

-Ни өсөн кесе Ватан тинем?

- Күҙ алдына килтерәйек әле, Сабый тәүҙә өйө , ишек алды менән таныша. Ҡапҡанан сығыу менән артабан нимә менән таныша икән?

-Эйе, урамды, ауылды күрә.

Тимәк, Тыуған ер ҡайҙан башлана икән?

Өйөбөҙҙән, кесе Ватаныбыҙҙан.

-Афариндар!

Офоҡтар киңәйгән һайын, тыуған ил дә ҙурая бара. Беҙ йәшәгән район, республика, Бөйөк Рәсәй…Беҙ хозур тәбиғәтле Ғафури районында йәшәйбеҙ.

Һеҙ районды беләһегеҙме икән? Ошо хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөйөк әле, килеп сыҡҡан мөһим һүҙҙәр буйынса район тураһында һөйләшербеҙ!

1 төркөм – ШИФАХАНА

2 төркөм-ҒАФУРИ

3 төркөм- СӘЙЕТБАБА

4 төркөм- КАРТА (географик үҙәк)

5 төркөм- МӘЖИТОВ

Яуаптарҙы тикшереү слайд

Беҙҙең район нимәгә бай, тип уйлайһығыҙ?

1-се төркөм?......һб.

-Район,  яҙыусы Мәжит Ғафури исемен йөрөтә

- иң ҙур башҡорт ауылы- Сәйетбаба

-гимназия, археолог Нияз Мәжитов исемен йөрөтә

-Красноусол шифаханаһы минерал сығанаҡтары

- Башҡортостан картаһының географик үҙәге Ғафури районында Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан

- Уҡлыҡая, Еҙем йылғаһы  һ.б.

-Дөрөҫ, һеҙҙең менән килешәм!

-Ысынлап та, беҙҙең төбәк шул тиклем бай тәбиғәтле, районыбыҙҙа үҙ ауылын ихлас яратҡан, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған хөрмәтле  кешеләр йәшәй.

-Балалар, “Ватан” тураһында шиғыр йә йыр беләһегеҙме?

Әйҙәгеҙ класс менән “Минең Ватаным” йырын беҙҙең ҡунаҡтарға йырлап ишеттерәйек (таҡта янына матур итеп теҙелешеп баҫтыҡ)

Бәхәс Шиғыры

-рәхмәт! Афарин!

!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!!                                         

-уҡыусылар һеҙҙең алдығыҙға аҡ күгәрсендәр һалғаным! Ни өсөн  күгәрсендәр ята икән?нисек уйлайһығыҙ?

-күгәрсендәр тыныслыҡ символы!

-Афариндар!

Әйҙәгеҙ беҙҙең Ватаныбыҙ, тыуған илебеҙ, планетабыҙ матур, тыныс булһын тип, ошо күгәрсендәрҙең артына матур теләктәребеҙҙе яҙайыҡ!

   -кем уҡып ишеттерә ?теләктәрҙе  тыңлау,      

 Үҙемдең күгәрсендәге теләк:

           Ак күгәрсен гөрләһен,

          Шат йырҙарын өҙмәһен.

          Бәхет килһен һәр өйгә,

          Ҡайғы-хәсрәт килмәһен.

Тыуған илгә бағышлап йыр йырлау

таҡтаға ер шары тирәләй элеү)        

Афариндар!

Бөгөнгө һөйләшкәндәр буйынса балалар йомғаҡ яһап, нимәләр әйтә алаһығыҙ?

(Уҡыусыларҙың яуабы). Слайд

Эйе, дөрөҫ..Ватан, Тыуған ил ул-тыуған йорт, атай-әсәй, тыуған ауыл, эскән һыу, һулаған һауа, тыуған район, республика, Бөйөк Рәсәй.

Тыуған илде һөйөү-һәр кемдең бурысы. Балалар, киләсәктә ер шары, тыуған еребеҙ, йортобоҙ тыныс булһын тип теләйек, һәм әлбиттә, тәбиғәтебеҙҙе, һулар һауабыҙҙы һаҡлайыҡ, бысратмайыҡ, тип өндәшке килә.

Осрашыуҙы Гөлфиә Юнысованың шиғыр юлдары менән тамамлайым:

"Башҡортостан" (Г.Юнысова)

....Киң Рәсәй илендә
Үҫкән матур сәскә һин,
Дуҫ илдәр менән бергә
Сәскә булып йәшә һин!

 - Бөгөнгө дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Һау булығыҙ!слайд Рәхмәт


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023

Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....