Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Теләгем бар икән, тимәк, тормошҡа ашасаҡ!

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Балалар менән аралашыу, улар менән киләсәк тормошто күҙаллау

Увлечения: Был тормошта күңелемә нимә яҡын - шул эш менән булам. Барыһы ла ҡулымдан килә, шуға шатланам, шөкөр итәм!

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Гафурийский район, с.Юлуково

Место работы: МОБУ ООШ с.Юлуково

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/guzelgum
Ал да нур сәс халҡыңа!
Шәйехзада Бабич


Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы һеҙҙе сәләмәләйsmiley

О себе

1990 йылдың 22 июлендә йәмле йәй көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъяға килгәнмен. Күңелгә яҡын, йәнгә дауа булып торған Ғафури районының Ҡолҡан ауылына, атайымдың тыуған төйәгенә ҡайтып йәшәй башланыҡ.Ҡолҡан ауылында башланғыс класта, артабан иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алдым. 2011 йылда Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжын тамамланым.  Башҡортостандың йәмле Еҙем буйындағы Юлыҡ ауылына тормошҡа сығып, эш юлымды Юлыҡ мәктәбендә башланым. 2022 йылда ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланым.

     Бөгөнгө көндә һис кенә лә икеләнмәйенсә әйтә алам: мин уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәнем. Минең өсөн уҡытыусы – һөнәр генә, мауыҡҡан эш кенә түгел, минең өсөн уҡытыусы – барлыҡ тормошом. Балалар менән эшләү - минең ҙур бәхетем ул. Уҡытыусы - ул иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.

       Яратып уҡытҡан уҡыусыларым, ауыр ваҡыттарҙа кәңәштәре менән ярҙам итеүсе хеҙмәттәштәрем, шатлыҡтарым – ҡайғыларымды уртаҡлашыусы, терәк булыусы ғаиләм миңә рухланыу өсөн көс кенә биреп тора.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Ноғман Мусин "Мәңгелек урман", Таңсулпан Ғарипова "Бөйрәкәй", Гөлнур Яҡупова "Ҡатындар" һ.б.

Мой взгляд на мир

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Бына ошо аҡ ҡағыҙҙы нимә менән, нисек тултырыу беҙҙән – уҡытыусыларҙан тора. Үҙ теләгебеҙ менән иңдәребеҙгә йөкмәгән бурысты дөрөҫ атҡара алһаҡ, илһөйәрҙәребеҙ ҙә, телһөйәрҙәребеҙ ҙә күп булыр, белем һәм тәрбиә биргән балаларыбыҙ тормошта үҙ урынын дөрөҫ табыр, тимәк киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы матур булыр.

Мои достижения

Минең һәм уҡыусыларымдың уңыштары

Мои публикации:
Воспитательная работа
Дополнительное образование
Классное руководство
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: