Класс сәғәте "Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре"
классный час (6 класс) на тему

Хасанова Эльвира Сайфутдиновна

Классный час

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_gail_hm_gail_kimmttre.doc40.5 КБ

Предварительный просмотр:

Белем көнөнә арналған класс сәғәте

Тема:

“Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”

Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе ысын күңелдән Беренсе сентябрь – Белем байрамы менән ҡотлайым.

Йәй миҙгеле һиҙҙермәйсә үтте лә китте. Был миҙгел ыңғай хәтирәләр генә ҡалдырғандыр тип уйлайым.

Һаумы,  мәктәп. Һиңә тағы

Беҙ йыйылдыҡ һағынып.

Йәй буйына көс-дәрт туплап,

Сынығып һәм нығынып.

Еҙ ҡыңғырау беҙҙе тағы

 Дәрескә әйҙәп сыңлай.

Белем тауына саҡырып,

 Бала саҡ йырын йырлай.

Йыр “Пусть всегда будет солнце”

-Донъялағы барлыҡ мөғжизәләрҙең мөғжизәһе –  балаҙыр. Бала – кешелектең бөгөнгөһө, киләсәге һәм дауамы ла. Бөгөнгө класс сәғәтенең темаһы ла “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре” тип атала.

- Ә хәҙер мин һеҙгә мәҫәл уҡыйым. Иғтибар менән тыңлағыҙ.

   «Яҡын урманда ике күрше ҡпрға йәшәгән. Уларҙың береһе бик аралашыусан булған. Үҙенә бик матур ҡарға ҡыҙын һайлап, уның менән тормош ҡороп ебәргән. Береһенән-береһе матур балалар үҫтергәндәр. Балалары туҡ булһын, тип ата ҡарға көндәр буйы эшләгән, һуңыраҡ балаларын эйәртеп, уларҙы аҙыҡ табыу һөнәренә өйрәткән. Шулай матур ғына йәшәй биргәндәр.

   Ә икенсе ҡарға берәү мәнән дә аралашмаған, үҙен бик аҡыллыға һынап, Башҡаларҙың иртән таңдан тороп ҡараңғы төшкәнсә эшләүҙәренән көлгән. Хатта уның һалҡын елдән, ямғырҙан ышыҡланырға, төн үткәрергә ояһы ла булмаған. Көн артынан көн үтә торған. Был ҡарға ауырып киткән. Бик ябыҡҡан, уның инде аҙыҡ табырлыҡ та хәле ҡалмаған. Шулай ағас башында бөкәшеп ултырғанда, мыны күрше ҡарға күреп янына осоп килгән. Күршеһен ҡыҙғанған, тапҡан аҙығын уңа биргән. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, ҡарғаға хәл кереп киткән. Ул күршеһенә ҙур рәхмәт белдергән һәм: «Эй, күрше, был урманда һинән дә бәхетле ҡарға юҡтыр, моғайын», - тигән».

   Төркәмдә тикшереү өсөн һорауҙар:

  • Ике ҡарғаның тормошон сағыштырығыҙ. Икенсе ҡарға ни өсөн күршеһенә: «Һинән дә бәхетле ҡарға юҡтыр»,- тигән? (Беренсе ҡарғаның ғаиләһе булған, ә икенсеһенең ғаиләһе булмаған.)
  • Тимәк, бөгөн дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ? (Ғаилә тураһында)
  • Нимә ул ғаилә? (Ғаилә ул- беҙҙең өйөбөҙ, әбей- бабай, атай, әсәй, апай- ағай, эне- һеңле. )
  • «Атай- беләк, әсәй- йөрәк», тиелә халыҡ мәкәлендә.
  •  Атай- ғаиләнең яҡлаусыһы, уҫалларҙан һаҡлаусы, ғаиләнең терәге, ышанысы. Бөгөн атайҙар беҙҙә ҡунаҡта. Уйлап ҡарағыҙ әле, уларға ниндәй сифаттар хас? (Уңған, тырыш,көслө, аҡыллы, эшсән, кәрәк ваҡытта талапсан, ҡырыҫ һ.б.) (Таҡталағы   схемала сағылыш таба)

Балаға иң ҡеүәтле кеше- атай.

Атаң данын онотма, дан эшләүҙән ҡурҡма.

Атаңа ниндәй булһаң, балаңдан шуны күрерһең.

Аталар һүҙе- аҡылдың үҙе.

Атайҙар тураһында йыр.

  • Һин ҡыуанғанда ҡыуанып, һин ҡайғырғанда ҡайғырып, һинең менән бергә һулап, бергә көйөп яшәүсе кем һуң ул? (Әсәй).
  • Эйе, «Ғаиләлә иң кәрәклеләрҙең кәрәге-

               Әсәйебеҙ бигерәк.

               Ниңә икәнен һынарға

               Бармаҡтар бик күп кәрәк », ти шағир Мөжәһит Әхмәтйәнов «Кәрәк» шиғырында.

  • Әсәйҙәр ниндәй сифаттарға эйә.(Матур, һөйкөмлө, сабыр, ҡайғыртыусан, аҡыллы, наҙлы, тырыш һ.б.)  (Таҡталағы

                                                          схемала сағылыш таба)

  • Бик дөрөҫ. Әсәйҙәр……………………………….

  • Ғаиләлә иң оло, хөрмәтле кешеләр кемдәр.(олатай менән өләсәй).

  • Уларға ниндәй сифаттар хас.(Улар иң өлкән, сабыр, йомшаҡ күңелле, йомшаҡ ҡуллы, шәфҡәтле кешеләр.) (Таҡталағы схемала сағылыш таба)
  • Был донъяла өс нимәне эҙләп табып булмай: береһе – атай, береһе - әсәй, береһе- ҡәрендәш, тиелә халыҡ мәҡәлендә.
  • Кем ул ҡәрендәш.
  • Ҡәрендәш ул апай, ағай, эне, һеңле. Улар бер туған, йәғни бер әсәй, бер атай балаһы.
  • Беҙ тағы ла ғаиләлә кемде иҫкә алманыҡ. (Мине)
  • Ниндәй икән ул мин.(Аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан, шаян, шуҡ.)

(Таҡталағы схемала сағылыш таба)

“Ил тыныслығы ирҙә булһа, йән тыныслығы – ҡатында, ил киләсәге балала!” – тиелә бит халыҡ мәҡәлендә …Эйе, кешелектең киләсәге бөгөнгө балалар  ҡулында. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен өсөн беҙ - өлкәндәр ҡайғыртырға тейешбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитов указы менән 2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителә. Был беҙҙең республикала артабан да балаларға ҙур иғтибар биреү дауам итәсәк тигәнде аңлата.

Уҡыусылар:

Сабый тыуа, ҡабыҙып киң ғәләмгә

Яҙмышының серле йондоҙон.

Бәхетле әсә, һөйөнөп, бәхет бағлап,

Ҡулдарына ала ул- ҡыҙын.

Уҡыусы:

Шул минуттан яңы кеше өсөн

Тормош һынауҙары башлана.

Йә, Хоҙайым, көсһөҙ был сабыйҙы

Рәхмәтеңдән генә ташлама.

Уҡыусы:

Татыу тыныс ғаиләлә үҫһен,

Тойоп пар ҡанаттар йылыһын.

Киләсәккә юлдар һайлағанда

Тәүге аҙымдары ныҡ булһын.

Уҡыусы:

Балаларға ерҙә йәшәү өсөн,

Атай- әсәй кәңәше бик кәрәк,

әсәй наҙы йәнгә шифа булһа,

ауыр саҡта атай ныҡ терәк.

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөүҙәре

Тыныслыҡтың йыры һымаҡ.

Ул көлөүгә бала саҡтың

Әллә күпме йыры һыйған

Уҡыусы:

Кәрәк түгел тәржемәсе-

Көлөшәбеҙ бер телдә беҙ.

Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ,

Бирешмәйбеҙ бер кемгә беҙ.

Уҡыусы:

Көлөү беҙҙе дуҫлаштыра,

Көлөү беҙҙе берләштерә.

Бәхетле лә, көслө лә беҙ,

Бергәләшеп көлгәс кенә!

Уҡыусы:

Ҡояшлы булырға тейеш

Беҙҙең һәр бер иртәбеҙ.

Беҙ һеҙҙән тыныслыҡ менән

Бәхет талап итәбеҙ!

Уҡыусы:

Ә балалар көлә икән

Илебеҙҙә, Еребеҙҙә,

Тимәк, Ер ҙә иҫән әле,

Имен, тимәк, илебеҙ ҙә!

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөшкәнен

Ишетһен Ер, тыңлаһын Ер!

Балаларҙың көлөүенән

Бер саҡта ла тынмаһын Ер!

Уҡыусы

Киләсәктең ҙур һүрәтен

Яһағы килә беҙҙең.

Йырҙан гөрләүен теләйбеҙ

Әйләнә- тирәбеҙҙең!

Йыр “Мир детям”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023

Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....