Конспект урока по башкирскому государственному языку в 9 классе
план-конспект урока (9 класс)

Закирова Радина Надимовна

  Тема урока "Уфимские театры. Грамматическая тема Односоставные и двусоставные предложения"

цель: Обучающая : познакомить ,углубить и закрепить знания учащихся о театрах города Уфы и о театральном искусстве.

Воспитательная: воспитывать у учащихся чувство  прекрасного.гордость за свою Республику Башкортостан.

Развивающая: продолжать развивать умения и навыки самостоятельно ,логически мыслить,делать выводы, развитие культуры речи, учить оценивать свою работу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ofo_teatrzary.docx24.5 КБ

Предварительный просмотр:

 Дәрес башҡорт дәүләт теле (  9 синыф )

Тема: Өфө театрҙары.Бер һәм ике составлы һөйләмдәр
Маҡсат: 1) Өфө театрҙары менән  таныштырыу
2) Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу;
3) Уҡыусылар араһында Өфө менөн ғорурлык  хисе тәрбиәләү.
Бурыстар:
Белем биреү бурыстары
• Уҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеү;
• Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу;
• Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.
Үҫтереү бурыстары
• Һүҙлек запасын байытыу;
• Коммуникатив компетенцияны үҫтереү;
• Һөйләү телмәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи бурыстар:
• Коллективта эшләргә өйрәтеү;
• Уҡыусыларҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө , уның театрҙары  менән  ғорурлыҡ  хисе тәрбиәләү.

Йыһазлау: ноутбук, презентация, “ Тыуган яҡ”  йыры, уҙ аллы эшләү  өсөн карточкалар(  театрҙа үҙеңде нисек тотыу ҡағиҙәләрен  иҫкә төшөрөү)


Ойоштороу мәле: Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.
-Хәйерле иртә, һаумыһығыҙ, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын!
Уҡыусылар, тағы бер ғәжәйеп матур, гүзәл көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, матур көнгә ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер-беребеҙгә йылмайып, уңыштар теләп бөтәбеҙҙе сәләмләйек тә, дәресте башлайыҡ.
Хәйерле көн, һул күршем,
Хәйерле көн, уң күршем,
Хәйерле көн, дуҫтарым!
Хәйерле көн , ҡунаҡтар!
Башлана дәресебеҙ,
Ун булһын һәр эшебеҙ
- Әгәр беҙ һәр иртә ошолай бер - беребеҙҙе сәләмләп ҡаршылаһағыҙ, һәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.
Яйлап ҡына ултырабыҙ ҙа бер шиғыр  тынлайбыҙ. Слайд 1

    -Әйҙә дуҫтым театрға ,

      Күнелде йыуатырға.

Күнелде йыуатырға ла,

Аһ- зарҙан арынырға. ( Фольклорзан өзөк)

- Әйҙәгеҙ, бергәләп дәрестен темаһын билдәләек.

- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы Театр  тураһында. Беҙ уны : Өфө театрҙары тип алайыҡ.
- Бик яҡшы, ә ниндәй маҡсаттар ҡуярбыҙ икән?
-Беҙ бөгөн дәрестә Театр тураһында күбрәк белергә,
-ошо темаға ҡағылышлы һүҙҙәр менән танышырға, Өфө  театрҙары тураһында белемебеҙҙе арттырырбыҙ.

2. Тема өҫтөндә эш     ( Слайд 2)
-  Уҡыусылар, ә  нимә ул Театр ?

-  Театр (боронғо грек теле — тамаша ҡылыу урыны, θεάομαι — ҡарайым, күрәм) — авторҙың (ижад итеүсенең) уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын тамашасыларға еткерә торған сәнғәт төрө.   Слайд 3

Башҡортостанда барыһы 12 дәүләт театры бар. 6 театр Өфө ҡалаһында эшләй:                     Слайд 4

1) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры БАССР-ҙың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта 1919 йылдың 4 декабрендә ойошторола. Уға нигеҙ һалыусы, тәүге художество етәксеһе һәм директоры – XX быуат башында Рәсәй театр мөхитендә киң танылған актер һәм режиссер, Башҡортостандың тәүге сәхнә берләшмәләре етәксеһе В.Ғ.Мортазин-Иманский.
БАССР дәүләт труппаһы тип иғлан ителгән коллектив төрлө ижади төркөмдәрҙән һәм ассоциацияларҙан оҙайлы ваҡыт дауамында ойоша.
Башҡорт дәүләт драма театрының тәүге спектакле – шағир һәм драматург Ф.Сөләймәнов-Инандың “Салауат батыр” драматик хроникаһы Мортазин-Иманский тарафынан 1919 йылдың декабрь айында ҡуйыла. 2014 — театр 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Театр тураһында 3 томлыҡ йыйынтыҡ донъя күрҙе.

 Слайд 5

2)1938 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыла. Танылган композитор ,йырсы Ғазиз Альмухаметов Бөта Башкортостанды йөрөп ҡала-ауылдарҙан талантлы, йырларға оҫта балалар йыйып ,уларҙы Мәскәү консерваторияһының башҡорт студияһына  һәм  Ленинград хореографияһына уҡырға ебәрәләр, сөнки Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына  белгестәр етешмәй. Шулай уҡ Файзи Гаскаров 7 кыҙ ,хам 7 малай балет буйынса укырга урынлаштыра. Беренсе театр артистары Мәскәүҙә белем алып ҡайтҡан студенттар була.  Слайд 8

Театр эргәһендәге балет студияһында Рудольф Нуриев шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев 1953 йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана. Театр 1938 йылдың 14 декабрендә тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б. Вәлиева, Ш. Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль — Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһын күрһәтә. Слайд 9

1944 йылдың мартында Өфөлә «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») беренсе башҡорт балетының премьераһы уҙа (Л. Степанов һәм З. Исмәғилев музыкаһы, балетмейстеры Н. А. Анисимова).

Слайд 10

Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектакльдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.    Слайд 12

4) Өфө «Нур» татар дәүләт театры — Өфө ҡалаһында эшләгән татар театры.Өфөлә татар театрын 1912 йылда Ҡазандағы «Сәйәр» театры актёры Сәхипьямал Ғиззәтуллина-Волжская ойоштора. Труппа 1918 йылға тиклем эшләй.

1989 йылда бер төркөм активистар татар театрын тергеҙә. Ул баштараҡ театр-студия була, 1991 йылда «Нур»ға «дәүләт театры» статусы бирелә.«Нур» театры төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша.    Слайд 13

5) Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры . 1989 йылда Йәш тамашасы театры булараҡ асыла,  2006 йылдың ғинуарында Йәштәр театрына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелә. Слайд  14

6) Башҡортостан  Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры

4. Мостай Кәримдең  әҫәренән   видео материал ҡарау “Таганок” – (5 минут)

3. Ял минуты. “Тыуган яҡ” йырын йырлау.

5.Дәреслек менән эш. 41 бит .Кунегеүҙе тасуири уҡыу һәм тәржемә  итеү.

Текст буйынса һорауҙарға яуаптар биреү.

6. Карточка  1)Карточкалар менән эш. ( төркөмләп эшләү) - Бирелгән һөйләмдәрҙән  дөрөҫ итеп диалог ҡороу.

Карточка 2) Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөү.

-  Грамматик тема өҫтөндә эш. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр .( рус телендәге теманы иҫкә төшереү)  Һөйләмдәрҙән бер-ике составлы һөйләмдәр табыу,уларҙы дәфтәрҙәргә күсереп яҙыу.

7. Театр темаһына сылбыр уйыны ( цепочка)

8.Өй эше биреү һәм аңлатыу. Театр йәки актер тураһында проект әҙерләргә.

 9.Баһалау. Уҡыусылар үҙҙәрен баһалай

10.Йомғаҡлау.  – Уҡыусылар ,һеҙ дәрестә бөгөн нимәләр белдегеҙ?

- Башҡортостанда нисә театр бар?

- Баш  ҡалабыҙ Өфө лә ниндәй театрҙар бар?

- Нимә ул театр ?

- Ниндәй театрҙа булғанығыҙ бар?

Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобыҙ ҙа. Ул халыҡты әхлаҡи, эстетик һәм патриотик яҡтан тәрбиәләй. Рус театрҙарында рус һәм сит ил генә түгел, шулай уҡ башҡорт драматургияһын да күрергә мөмкин булыуы иғтибарға лайыҡ. Ә башҡорт һәм татар театрҙарында милли спектаклдәрҙән тыш, рус һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре лә сәхнәләштерелә. Былар барыһы ла дуҫлыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ атмосфераһын булдырыуға булышлыҡ итә. Театр- ул тормош, ә беҙ уның актерҙары. Нисек итеп ошо тормошта рольде башҡарабыҙ , шулай барасаҡ беҙҙең тормош та. Шуға күрә мин һеҙгә ысын кешеләр, тырыш , илебеҙҙең ысын патриоттары,намыҫлы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

план-конспект урока по ФГОС английский язык 5 класс Биболетова М.З.

план урока английского языка с учётом требований ФГОС.Автор учебника Биболетова М.З....

план-конспект урока по ФГОС английский язык 5 класс Биболетова М.З.

Урок английского языкат в 5 классе с учётом требований ФГОС. Автор учебника Биболетова М.З....

Конспект урока по ФГОСу. Русский язык. 9 класс. Сложносочиненное предложение

Конспект урока разработанного с учетом ФГОС. Русский язык 9 класс...

Конспект урока: "Фразеологическое богатство русского языка", 5 класс

В данном уроке использованы такие методики коллективного способа обучения: взаимотренаж, методика обучающего словарного диктанта, взаимообмен заданиями....

план-конспект урока по марийскому (государственному) языку по теме "Моя семья"

Цель: развитие устной речи – диалогической и монологической, навыков правильного письма слов, словосочетаний и предложений; закрепление лексического материала по пройденной теме.Задачи:1....

Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.

Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...

Календарно-тематическое планирование.Башкирский(государственный язык) 4 класс.2016-2017 учебный год

Календарно-тематическое планирование.Башкирский(государственный язык) 4 класс.2016-2017 учебный год...