мастер-класс
опыты и эксперименты

Трофимова Гулнур Газизяновна

мастер-класс

Скачать:


Предварительный просмотр:

Оҫталыҡ дәресемдең темаһы: “ Дәрестәрҙә рефлексия алымдарын ҡулланыу”.

Маҡсат:  

Уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегендә рефлексия алымдарын ҡулланыуҙы  үҫтереү

Бурыстар:

  • Рефлексия төшөнсәһе менән таныштырыу;
  • Рефлексия классификацияһы тураһында аңлатма биреү;
  • Дәрестәрҙә ҡулланылған төрлө рефлексия алымдарын  тәҡдим итеү.

Оҫталыҡ-дәресенең барышы:

1. Хәйерле көн, һеҙҙе үҙемдең оҫталыҡ дәресемдә күреүемә шатмын. Һеҙҙең һәр-берегеҙгә бөгөнгө көндөң уңыш килтереүен теләйем.

2.Хәҙер мин һеҙгә “Тылсымлы йомғаҡ” тапшырам.Ул кемдең ҡулына эләгә был  кеше үҙе менән таныштырып, изге теләген әйтеп, йомғаҡты күршеһенә  бирергә тейеш. Был йомғаҡ шулай беҙҙең арала йөрөп, берҙәмлек, дуҫлыҡ ептәрен булдырыр тип ышанам.

Һеҙҙең менән танышып сыҡтыҡ, ә хәҙер хөрмәтле коллегалар, һеҙҙең алдығыҙҙа  төрлө кәйефте белдергән йөҙҙәр төшөрөлгән һүрәттәр ята. шулар ярҙамында үҙегеҙҙең эмоциональ торошоғоҙҙо, кәйефегеҙҙе баһалауығыҙҙы һорар инем.

  • Күренеүенсә, аудиторияла йыйылғандарҙың эмоциональ торошо дөйөм алғанда – ыңғай, яҡшы( кире йәки ... ) тип баһаларға була.
  • Нисек уйлайһығыҙ дәрестәрҙә был алым ниндәй маҡсат менән ҡулланыла?
  • Ә дәрестең был өлөшө нисек атала?
  • Шулай итеп, минең оҫталыҡ дәресемдең темаһы нимәгә арналған тип уйлайһығыҙ?

Мин оҫталыҡ-дәресенә үҙемде ҡыҙыҡһындырған теманы һайланым. Ул       “Дәрестәрҙә рефлексия алымдарын ҡулланыу” тип атала.

Слайд 2: Маҡсат: Уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегендә рефлексия алымдарын ҡулланыуҙы  үҫтереү

Слайд3: Бурыстар:

  •  Рефлексия төшөнсәһе менән таныштырыу;
  • Рефлексия классификацияһы тураһында аңлатма биреү;
  • Дәрестәрҙә ҡулланылған төрлө рефлексия алымдарын  тәҡдим итеү.

Хәҙерге белем биреү системаһында  үҙ алдына белем алырға, үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә, үҙ алдыңа үҫешеүгә әҙер шәхесте  тәрбиәләү маҡсатына өҫтөнлөк бирелә. Быға бәйле уҡыусыларҙың үҙ эшмәкәрлеген баһалау һәләтен үҫтереү өсөн дәрестәрҙә рефлексия алымы ҡулланыла. Был иһә үҙ эшеңә , фекерләүеңә,дәрестә ҡатнашыуыңа, нимәлер белеү-белмәүеңә йомғаҡ яһау өлөшө һанала.

Нимә һуң ул рефлексия?                                                         Слайд4:Рефлексия һүҙе латин теленән “рефлексио”- “артҡа ҡарау”, “сағылыш” тигәнде аңлата. Рефлексия –үҙ-үҙеңде аңлауға,эшмәкәрлегеңде анализлауға ҡоролған теоретик эшмәкәрлектең бер төрө.

  • Сит ил һүҙҙәре һүҙлегендә рефлексия  эске торош тураһында уйланыу,үҙ-үҙеңде танып белеү булараҡ билдәләнә.
  • Рус теленең аңлатмалы һүҙлегендә был термин үҙ-үҙеңде анализлау тип аңлатыла.
  • Хәҙерге педагогикала рефлексия һүҙе-эшмәкәрлекте һәм уның һөҙөмтәләрен анализлау тип ҡарала.

Слайд5: Рефлексияның  уҡыусыларға:

  • алдағы эштәргә маҡсат ҡуйырға;
  • ирешкән һөҙөмтәләренә һығымта яһарға, баһаларға;
  • үҙенең ҡарашын еткерегә, логик фекерләү сынйырын төҙөргә өйрәнергә ярҙам итә.

Дәрес этабы булараҡ рефлексияны классификациялауҙың бер нисә төрө билдәле.

Слайд 6 Йөкмәткеһе буйынса рефлексия: символик, телдән һәм яҙма төрҙәренә бүлеп ҡарала. Символик рефлексия уҡыусының  төрлө карточка, жетон кеүек билдәләр менән үҙ эшен баһалауы. Телдән һөйләү рефлексияһы уҡыусының үҙ фекерен һәм тойғоларын бәйләнешле тасуирлау менән  бәйле. Ә инде яҙма рефлесия иң ауыры һанала һәм уға күберәк ваҡыт талап ителә.

Сайд 7 Маҡсаты буйынса рефлексия  3 төргә бүлеп ҡарала.

  1. Кәйеф һәм эмоциональ торош рефлексияһы.
  2. Эшмәкәрлек рефлексияһы.
  3. Уҡыу материалы йөкмәткеһе рефлексияһы

1.Кәйеф һәм эмоциональ торош рефлексияһы алымдарын,ысулдарын дәрес башында һәм аҙағында ҡулланырға мөмкин.Бындай төр рефлексия уҡыу материалы эмоциональ яҡтан нисек ҡабул ителеүен, кәйефте баһалай. Был рефлексия , “оҡшаны-оҡшаманы”, “ҡыҙыҡлы-күңелһеҙ”, “күңелле- моңһоу” категорияһынан. Бындай төр рефлексия  уҡытыусыға кластың  дөйөм кәйефен баһаларға ярҙам итә. Дәрес башында эмоциональ торош рефлексияһын класс менән бәйләнеш булдырыу өсөн ойошторалар. Ниндәйҙер көй ҡуйып,хис-тойғоло шиғыр юлдарын уҡып үтергә мөмкин. Һәм уҡыусыларҙың кәйефен, эмоциональ торошон баһалау ҡарала.

Слайд:8 Мәҫәлән, беҙ оҫталыҡ-дәресенең башында ҡулланған йылмайып торған йәки күңелһеҙ йөҙ менән һүрәтләнгән “смайлик”тар ҡарай.Шулай уҡ ҡояш, болотло ҡояш, болот һүрәттәрен йәки берәй йәнһүрәт геройын алырға була. Бындай төр рефлексияны дәрес башында һәм аҙағында ҡулланырға мөмкин. Кемдәрҙең кәйефе дәрес барышында үҙгәреүен асыҡлап, был күренештең сәбәптәрен  билдәләргә була.

Шулай уҡ был йүнәлештә “Кәйеф ағасы” алымын тәҡдим итергә була.  Был ағасҡа уҡыусылар үҙҙәренең кәйефенә ярашлы һүрәттәрҙе, йәки төҫлө шарҙарҙы элә.

2. Эшмәкәрлек рефлексияһы 

Бындай төр рефлексияны  өй эшен тикшергәндә, яңы теманы нығытыу этабында, төрлө проект эштәрен яҡлағанда ҡулланыу уңайлы. Ул уҡыусыларға үҙенең әүҙемлеген баһаларға, ниндәй етешһеҙлектәр булыуын асыҡларға ярҙам итә. Уҡытыусыға иһә был алымдар балалар нимәне аңлауын, нимә өҫөтөндә тағын эшләргә кәрәклеген асыҡларға булышлыҡ итә.

Был йүнәлештә киләһе алымдарҙы ҡулланырға мөмкин:

Слайд9.“Уңыш ағасы.  Төҫлө япраҡтарҙың үҙҙәренең мәғәнәһе бар: йәшел- бөтәһен дә дөрөҫ эшләнем; һары- ауырлыҡтарға тап булдым; ҡыҙыл- күп хаталандым. Быға ярашлы “Шыршы”ны төҫлө уйынсыҡтар , яланды төҫлө сәкәләр менән  биҙәргә була.

Слайд10 “Рефлексия сәбе”(рефлексивная мишень)- уҡыусылар дәрестә башҡарған һәр эште нисек үтәүен сәптә билдәләй. Уҡтарҙа эштәрҙең номеры бирелә, уҡыусылар үҙҙәрен баһалап,уны сәптә урынлаштыра.

Слайд 11 “Вагондар” алымы. Һәр вагон билдәле бер эш төрөн белдерә.  Мәҫәлән, Дәресте нығытыу этабында 3 уйын-күнегеү үткәрелгән икән. 3 вагон һүрәте бирелә һәм уҡыусылар үҙҙәре еңел һәм тиҙ башҡарған  эште белдергән вагонға кеше һүрәтен йәки исеме яҙылған жетон беркетә.

  • Хәҙер һеҙгә мин карточкалар таратып бирәм. Уларҙа эш төрҙәре бирелә. Был күнегеүҙәрҙе башҡарғандан һуң, эшегеҙҙе  “Уңыш ағасы”

3.Уҡыу материалы йөкмәткеһе рефлексияһы

 Был төр рефлексия  дәрестең аҙағында йәки йомғаҡлау этабында үткәрелә. Ул уҡыусыларға  үтелгән теманың йөкмәкеһенә төшөнөргә, дәрестә үҙ эшеңдең эффективлығын баһаларға мөмкинлек бирә.  Был төр рефлексияны үткәреү алымдары:

Слайд 12 “Тамаланмаған һөйләмдәр” алымы.

Уҡыусыларға бирелгән һөйләмдәрҙе тултырып яҙырға тейеш.

  • Бөгөн дәрестә  мин  ....  тураһында белдем.
  • Миңә  ....    ауыр булды.
  • Мин         ...                         аңланым.
  • Мин         ...                эшләргә өйрәндем.
  • Миңә         ...    аңлашылманы.
  • Миндә  ...                теләк тыуҙы.

Уҡыусылар  бер нисә һөйләмде һайлап, тулыландырып әйтә.

Ваҡыт иҫәбенән сығып был эште яҙма, йәки телдән башҡарырға мөмкин.

Тағы бер инновацион рефлексия алымы-биш юллыҡ-синквейн төҙөү. Дәрестең йомғаҡлау өлөшөнә эффектив һәм уңышлы һанала.Синквейнды 20 быуат башында америка шағирәһе Аделаида Крэпси индерә.

Слайд 12

1-се юл-тема. Бер һүҙҙән тора(исем,алмаш) Һүҙ алып барыласаҡ предметты йәки объектты атай.

2-се юл- ике һүҙ (сифат, сифат ҡылым) беренсе юлдағы һүҙҙең сифатын асыҡлай.

3-сө юл – өс һүҙ (ҡылым, хәбәр ҡылым) Предметың,объекттың эш-хәрәкәтен белдерә.

4-се юл -4 һүҙле фраза.Һөйләүсе үҙ фекерен,ҡарашын белдерә.

5-се юл- бер һүҙ – предметтың,объекттың асылын белдерә.

Ә хәҙер хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙгә шундай эш төрөн тәҡдим итә. Беренсе рәттә ултырыусылар “Рефлексия” темаһы буйынса, йәғни рефлексия һүҙенә, икенсе рәттәгеләр “Ҡыш”һүҙенә һәм 3-сө рәттә ултырыусылар “Өфө” темаһы буйынса синквейн әҙерләп ҡарай         .

     1.Рефлексия

  1. Символик, яҙма.
  2. Баһалай, анализлай, уйлата.
  3. Рефлексия- үҙеңде, тойғоларыңды баһалау.(анализлау)
  4. Сағылыш.
  1. Өфө.
  2. Матур,ҙур.
  3. Үҫешә, йәшелләнә,ҙурая.
  4. Өфө- Башҡортостан республикаһының баш ҡалаһы.
  5. Баш ҡала.
  1. Ҡыш.
  2. Һыуыҡ, ҡарлы.
  3. Туңдыра, буранлай, ҡыуандыра.
  4. Ҡышын тәбиғәт йоҡоға тала.
  5. Яңы йыл.

Слайд 13. “Бөтәһе лә         минең ҡулымда” йәки “Биш бармаҡ” алымы

 Уҡыусыларға ҡағыҙҙар таратып бирелә. Был ҡағыҙ биттәрендә улар үҙҙәренең ҡулын төшөрә. Һәм   һәр бармаҡҡа өлгөгә ҡарап, үҙенең фекерен яҙа.

Ҙур бармаҡ- миңә ниндәй эштәр оҡшаны:

Һуҡ бармаҡ -  ниндәй ауырлыҡтарға тап булдым:

Урта бармаҡ-  дәрестә нимә белдем:

Сығанаҡ бармаҡ- минең кәйефем:

Сәтәкәй бармаҡ-  минең тәҡдимдәрем:

Слайд 14. “Плюс-минус- ҡыҙыҡлы”. Был  алымдың авторы, медицина фәндәре докторы, фекерләү күнекмәләрен үҫтереү өлкәһендә эшләүсе белгес Эдвард де Боно булып тора. Был алым дәресте йомғаҡлау өлөшөндә үткәрелә һәм уҡытыусыға балалар күҙлегенән үҙ дәресен анализларға ярҙам итә. Уны телдән һәм яҙма формала үткәрергә мөмкин.

+ графаһына дәрестә нимәләр оҡшай,файҙалы һанала шулар теркәлә.

- “Минус” графаһында дәрестең оҡшамаған өлөшө, күнегеүҙәр, ниндәй моменты күңелһеҙ һәм кәрәкһеҙ һаналған-шулар билдәләнә.

Ә инде ?”Ҡыҙыҡлы” графаһында бөтә ҡыҙыҡлы һаналған өлөштәрҙе һәм тағы ла был тема буйынса нимә белергә теләгәндәрен яҙалар.

Оҫталыҡ дәресемде киләһе британ яҙыусыһы Бернард Шоу һүҙҙәре менән тамалағым килә. “Әгәр ҙә һеҙҙә һәм миндә алма булып, беҙ алмаштырышһаҡ, беҙҙең һәр беребеҙҙә берешәр алма була. Ә инде һеҙҙә һәм миндә ниндәйҙер берәй идея булып, улар менән алмашынһаҡ, был ваҡытта беҙҙә икешәр идея буласаҡ.” Шуға күрә һеҙҙән үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙып бына был “Рефлексия кәрзиненә” һалыуығыҙҙы һорайым.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, ошоноң менән минең оҫалыҡ дәресем тамам.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

Мастер - класс "Рыбки", Мастер-класс"Лесовичок из сосновых шишек"

quot;Рыбки"-Техника выполнения - срезы из веток березы.Проводился мастер - класс для педагогов технологии и дополнительного образования."Лесовичок"- работа с природным материалм....

Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR» Тема: «Проведение Мастер-класса по выполнению вечерней прически » .

Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR»Тема:  «Проведение Мастер-класса по выполнению  вечерней прически »Цель:     Дать учащимся возможность...

Мастер -класс "Представление участника Всероссийского конкурса мастер-класса учителя родного (татарского) языка и литературы «Туган тел» "

Яруллина Гульшат Минасхатовна  имеет высшее образование, закончила  Арское педагогическое училище в 1995г., Набережночелнинский  государственный педагогический институт в 2003 г. Стаж р...

Авторская дополнительная программа мастер-класса «Педагог-мастер» для учителей технологии – слушателей курсов повышения квалификации. Тема мастер-класса: «Социальная направленность практической деятельности учащихся»

 Изучение данного курса предусматривает ролевую игру с использованием современных технологий креативного решения проблем, изготовление изделий, предложенных учителем на мастер-классе, ...