Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу
творческая работа учащихся (7 класс)

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән.

Скачать:


Предварительный просмотр:

  1. III район фәнни-практик уҡытыусылар конференцияһы

Урыҫ мәктәптәрендә инша – һүрәтләп

яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу.

Башҡарҙы:

Яңы Отрадовка урта мәктәбенең

 башҡорт теле уҡытыусы

Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы

Стәрлетамак районы, 2008


Йөкмәтке.

I. Инеш.

  1. Төп өлөш.

§1. Катиналар өҫтөндә эштең нигеҙҙәре.

§2. Картинаның йөкмәткеһе:

  1. Һүҙлек – ул ғилем дарьяһы менән тоташты – риусы күпер.
  2. Материал туплауҙа һүрәтләүсе этаптар.
  1. Йомғаҡлау.
  2. Ҡулланылған әҙәбиәт.
  3. Ҡушымта.
  1. Т. Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһы.
  2. Дәрес өлгөһө.
  3. Горбунов Евгенийҙың иншаһы.

I.  Инеш.

Картина өҫтөндә эш эстетик тәрбиә гармоник үҫешкән шәхесте формалаштырыуҙың мөһим бер органик өлөшө һанала. Беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ, тәбиғәт, хеҙмәт, художестволы ижад емештәре – барыһы ла кешене илһамландыра, хисләндерә, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй. Матурлыҡты һәр кем үҙенсә күрә, тоя һәм аңлай. Әммә кешенең шәхси тәжрибәһе һәр саҡ сикләнгән. Ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырған сәнғәт әҫәрҙәре (китап, кинофильм, музыка, һынлы сәнғәт, театр) кешенең доньяға ҡарашын киңәйтә, тәжрибәһен байыта. Сәнғәт әҫәрҙәре аша беҙ йәмғиәттең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында төрлө мәғлүмәт алабыҙ. Сәнғәт әҫәрҙәрендәге геройҙар менән аралашып, уҡыусы үҙе борсоған һорауҙарға яуап ала, үҙендәге яҡшы яҡтарҙы үҫтереүгә, етеш-һеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырыша. Йәғни сәнғәт әҫәрҙәре эстетик ләҙҙәт уятыу менән бергә, кешелә матурлыҡҡа, камилыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй, уның ижади фантазияһын уята өҫтәмә көс бирә.[1]

Мәктәптә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә милли һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен өйрәнеүҙең уҡыусыға төплө белем һәм эстетик тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәте ҙур.

Картина буйынса эш өҫтөндә уҡыусыларҙың логик фекерләүе, ижади хиялы үҫә, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен, образдар системаһын, сюжет-композицион үҙенсәлектәрен тикшереү һөҙөмтәһендә балалар картинаны уҡырға һәм артабан фекерҙәрен үҙаллы һөйләргә һәм яҙырға өйрәнәләр. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың белеме киңәйә, тәрәнәйә.

Һынлы сәнғәт әҫәре шулай уҡ уҡыусыларҙың аң үҫешенә тап килергә, тормош тәжрибәһенә яҡын булырға,уларҙы ҡыҙыҡһындырырға тейеш.

Беҙ, тәү сиратта, башҡорт теленең байлығын, матурлығын уҡыусыларға күрһәтергә, телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырырға тейешбеҙ.

Шуның өсөн эшемдә иң беренсе һүҙлек эшенә иғтибарымды йүнәлттем. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә рус телле балалар өсөн картина өҫтөндә эш ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Материалды үҙенләштереүҙе еңеләйтеү өсөнтаблица тултырыуҙы ла индерҙем. Уҡыусыға һөйләү предметын образлы күҙҙаларға ярҙам итә, телмәрен үҫтерә.

Рус телле балалар кәрәкле һүҙҙәрҙе табып, дөрөҫ ҡуллана белергә, һүҙҙәрҙе руссанан башҡортсаға һәм башҡортсанан руссаға тәржемә итеп, һөйләмдәр төҙөргә; таблица тултырырға өйрәнәләр.

Был эштә шундай маҡсат ҡуйҙым:

  1. Һүҙлек байлығын арттырыу; материал туплау; таблицалар тултырыу; хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфографик нормаларына ярашлы,дөрөҫ яҙыу; орфоэпик нормаларына яраш дөрөҫ һөйләү күнекмәләрен булдырыу;
  2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү; өйрәнгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланыуға индереү;
  3. Баларҙың тирә-яҡ донъя һәм тормош тураһындағы белемен тәрәнәйтеү; үҙаллы эшләргә һәм башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Эшемдең төп бурысы: картина ьуйынса эш уҡыусыларҙың логик фекерләүен, ижади хыялын үҫтереү; һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен, образдарын, композицияһын тикшереү һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙы картинаны уҡырға, фекерҙәрен һөйләргә өйрәтеү.


II Төп өлөш.

§1. Картина өҫтөндә эштең нигеҙҙәре.

Рәссам да, яҙыусы һымаҡ уҡ, әҫәрҙәрендә реаль ысын-барлыҡ хәл – ваҡиғаларын сағылдыра. Уның да төп геройы – кеше, төп темаһы – халыҡ яҙмышы. Рәссамдар һәр осорҙоң проблемаларын байҡап, художестволы образ тыуҙыра, пейзажды һүрәтләй, йәмғиәт күренештәренә үҙ баһаһын бирә, шул рәүешле уҡыусыға тәьҫир итеп, уны уйланырға, фекер йөрөтөргә мәжбүр итә.

Әҙәбиәт менән картинаны бәйләнештә өйрәнгәндә, улар араһындағы айырмалыҡтарҙы иҫтә тотоу мөһим. Әҙәбиәт – һүҙ сәнғәте, ә рәссам ижадында үҙенең һүрәтләү саралары бар: буяуҙар һәм һыҙыҡтар, яҫылыҡта әйберҙәрҙең, фигураларҙың үҙ-ара бәйләнештә урынлаштырылыуы, фон, тон һәм башҡалар. Картинала, әҙәби әҫәрҙән кеүек, идея йөкмәткене асыуҙа, сюжет һыҙығы, композиция, төп һәм ярҙамсы образдар, деталдәр мөһим роль уйнай. Картинаның ошо үҙенсәлектәрен белмәй тороп, уҡыусыларға рәссам әйтергә теләгән төп фекерҙе еткереп булмай.[2]

Һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен беҙ ысынбарлыҡтағыса (тәбиғәттәгесә) ҡабул итәбеҙ. Ә быға рәссам төрлө төҫтәр, яҡтылыҡ, һыҙыҡтар, тон һәм фон ярҙамында ирешә. Рәссам төҫтәрҙе әҫәҙең йөкмәткеһенә образ характерына ярашлы һайлай; төҫтәр бер-ике генә йәки күп төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Т. Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһында аҡ, ҙәңгәр, йәшел, ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк итә. Әҫәрҙең төҫтәр гармонияһы тамашасыла шатлыҡлы кәйеф уята. Уҡыусының йөҙө асыҡ, ҡараштары үткер. Бында тәбиғәт күренештәре менән кешенең тормошо, уй-хыялдары бирелгән. Шулай уҡ яҡты хыялдар (ул алға ҡарап тора), сафлыҡ, киләсәккә тәрән ышаныс сағыла.

Әҫәрҙә һүрәтләнгән күренештең иркенлеге күрһәтелә. Балкондың ишектәре асыҡ, саф һауа бөтә бүлмәне сафландыра, зәңгәр күк һәм бүлмәнең торошо һүрәтләнгән. Картинала ҡулланылған ҡыҙыл, аҡ, йәшел, зәңгәр төҫтәр саф һауа яҡтылыҡ бәйләнеше әҫәрҙең төп идеяһын аныҡ билдәләргә ярҙам итә.

Алда әйтелгәндәрҙән сығып, картина буйынса эштең маҡсаттарын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

  1. Өйрәнелгән әҙәби әҫәр менәнкартинаны бәйләп,уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтеү;
  2. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү;
  3. Һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә сағылдырылған реаль ысынбарлыҡ аша уҡыусыға донъяға дөрөҫ ҡараш, һаулыҡ, сынығыу тураһында һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләү, балаларға эмоциональ-эстетик тойғолар уятыу; матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү.

Телләр үҫтереү өҫөн картиналар һайлағанда түбәндәғе таланттар иҫтә тотола:

  1. картинаның тәрән йөкмәткеле булыуы;
  2. өйрәнелғән әҫәрҙәрҙең идея йөкмәткеһенә бәлелеге (“Беҙҙең ғаилә – ярышта”, “Беҙҙең катокта шиғырҙары менән” бәйләнелә);
  3. картинаның идеяһы һәм йөкмәткеһе уҡыусыларҙың иң кимәленә тап килеүе.

Уҡыусыларҙы картинаның йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү инеш һүҙ аша ойошторола. Инеш һүҙҙә рәссам тураһында әйтелә. Мәҫәлән: Яблонская Татьяна Нииловна 1941 йылда Киев художество институтын тамамлай. Рәссам үҙ әҫәрҙәрендә кешеләрҙең намыҫлы хеҙмәтен, саф, матур йәшлекте һәм бәхетле әсәләр образын тыуҙыра, ҙур йлылыҡ менән балалар тормошон һүрәтләй. Уның “Старт алдынан”, “Бульварҙа”, “Яҙ”, “Иртә” картиналары билдәле.[3]

Иниш әңгәмәнән һуң картинаны ҡарауға күселә. Әҫәрҙе тәүге тапҡыр ҡарауҙан балалар дөйөм тәъҫир ала, шул нигеҙҙә әңгәмә үткерелә. Әңгәмә һөҙямтәһендә уҡыусылар картиналағы художество деталдәрен айырырға өйрәнәлә, рәссам әйтергә теләгән фекерҙе тәрәнерәк аңлайҙар.

Т.Н. Яблонскаяның картинаһы кешелә шатлыҡлы хистәр уята, спорт менән шөғөлләнергә әйҙәй, уны ҡарағас, гимнастика һаулыҡ өҫөн бик кәрәк икәне аңлашыла. Шунан сығып, уҡыусыларға бер нисә мәҡәл яҙҙырыу. Мәҫәлән:

  1. Һаулыҡтан айырылмаһаң, һәр ауырлыҡты еңерһең.
  2. Ҡулда алтын булғансы – һаулыҡ булһын.

Был әңгәмәнән һуң картинаны аналиҙлауға күсеү.

Картинаны дөрөҫ һәм тәрән ҡабул итеү ирешеүҙә асыҡ йөкмәткеле, эҙмә-эҙле, билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтелгән һорауҙар мөһим роль уйнай. Һорауҙар картинаның йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итеүҙәрен иҫәпкә алып төҙөлә.

Һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен ҡабул итеүҙә һәм анализлауҙа картинаны ҡарау һөзөмтәһендә тыуған тәүге эмоциональ тойғонан сығып эш итеү.

  • Картина һеҙгә оҡшаймы?
  • Ниндәй тойғолар уята?
  • Ни өсөн оҡшай? кеүек һорауҙар файҙалана. Уҡыусыларҙың эмоциональ ҡабул итеүҙәренә таянып, картинаның темаһы билдәләнә, образ системаһы, сюжеты асыҡлана.
  • Картинала төп урында кем алып тора? Ул ни эшләй? Ҡыҙҙың кәйефе ниндәй? Ҡыҙҙың кәйефе менән иртәнге ҡояш араһында бәләнеш бармы?
  • Бүлмә ниндәй? Унда нимәләр бар? Был бүлмәнең торошонан ҡыҙҙың ниндәй сифаттарын белә алабыҙ? Ҡыҙҙың һолҡо ниндәй икән?
  • Рәссам үҙенең “Иртә” картинаһында ниндәй буяуҙар ҡулланған? Был төҫтәр менән ул нимә сағылдырырға теләгән?

Картинала уҡыусылар күп нәмәне күрәләр, ләкин шуны әйтеп (һөйләп) биреүгә ауырһыналар. Психологтар бының сәбәптәрен уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһе, һынлы сәнғәтте аңлау кимәленең түбән булыуына, һүҙ байлығының ярлы, күргәнде, күҙәткәнде һөйләмдәр төҙөп әйтә белеү күнекмәһенең самалы булыуына бәйләп аңлаталар. Ҡүҙлек эше картина буйынса әңгәмә ваҡытында ойошторола. Был этапта уҡытыусы һөйләмдәр төҙөлөшендәге хаталарҙы иҫкәртә, иншаның нисек башланыуын һәм тамамлануын, цитаталар ҡулланыу алымдарын, персонаждарға характеристика биреү юлдарын күрһәтә.[4]

Картина буйынса иншаны план буйынса һөйләү һәм яҙыу йөкмәткене эҙмә-эҙле биреүгә, әҫәрҙәге төп әйберҙәрҙе айырырға ярҙам итә. План әңгәмә юлы менән төҙөлә. План төҙөлгәс, телдән һөйләү этапына күселә. Һөйләүҙә, ғәҙәттә, бер-ике уҡыусы ҡатнаша. Беҙҙең тәжрибә һөйләү эшенә күп уҡыусыларҙы ҡатнаштырыуҙың ыңғай һөҙөмтә биреүен күрһәтте. Бының өсөн картинаны өлөштәргә бүлеү һөйләтергә кәрәк. Өлөштәргә бүлеү: алғы планда нимә һүрәтләнә? артҡы планда ниҙәр бирелә йәки персонаждарҙың бүленешенә ҡарап ойошторола. Мәҫәлән, Т.Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһында ҡыҙ алып тора; унан тыш айырым предметтарҙың, күренештәрҙең һүрәтләнешенә иғтибар йүнәлтелә. Ҡартиналағы персонажға араһында мәғәнәүле бәйләнеш булдырыла һәм башта телдән, һуңынан яҙып бөтөн бер текст төҙөлә.

Һөйләгәндәрҙән сығып, картина буйынса яҙма эш башҡарғанда ҡуйылған талаптарҙы түбәндәғесә күрһәтерғә мөмкин:

  1. картинаның темаһын билдәләү;
  2. йөкмәткеһен (сюжетын) һөйләү, картиналағы төп образды билдәләү, артҡы пландағы әйберҙәрҙе характерлау;
  3. үҙ фекерен рәссам ниндәй һүрәтләй саралары ярҙамында аса? (деталдар, буяуҙар, тон);
  4. картинаға үҙ мөнәсәбәтеңде күрһәтеү.


§ 2. Картинаның йөкмәткеһе: 1) Һүҙлек – ул ғилми дарьяһы менән тоташтырыусы күпер.

Һүҙлек – ул ғилми дарьяһы менән тоташтырыусы күпер. Ошо сихри күпер аша бала күңеленә үтеп инеп, иленә, халҡына, теленә һөйөү уятҡан хәлдә генә маҡсатҡа ирешеп була.[5]

Һүҙлек эше картина буйынса әңгәмә ваҡытында йәки дәрестең бер этабы формаһында ойошторола. Был алым анализды еңелләштерә. Картина буйынса инша яҙғанда тел әҙерлеге һүҙ һайлауға ғына ҡайтып ҡалмай. Шулай уҡ һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү өсөн алына. Мәҫәлән, ҡыҙ, өҫтәл, карауат, ултырғыс, балкон ишеге. Был һүҙҙәр тәү ҡарауҙа кемде, нимәне күрәһегеҙ? Һорауына әйтелгән һүҙҙәр. Азаҡтан һүҙҙәрҙе бағаналап яҙыуға күсеү булһа, икенсе яҡтан һүҙлек байлығын арттырыу. Һүҙҙәрҙе схема буйынса язабыҙ, сөнки һөйләм төҙөүе ҡулайыраҡ була:

Аныҡлаусы

Эйә

Тултырыусы

Хәл

Хәбәр

үрмәле

иртәнге

саф

аҡ, ҙәңгәр

йәшел

ҡыҙ

ҡояш

карауат

гөл

аҙыҡ

һауа

рәссам

төҫтәр

өҫтәл

ултырғыс

карауат

гимнастика

стена янында

өҫтәлдә

балкон ишегенән

яһай

йылмая

тора

ҡуйылған

инә

ҡулланған

бар

Урыҫ теленә тәржемә ителә. Ни өсөн бағаналап бирелә һуң? Уҡыусылар был бағаналап яҙылған һүҙҙәр менән үҙҙәренә кәрәкле һүҙбәйләнештәр йәки һөйләмдәр төҙөй ала. Мәҫәлән, ҡыҙ гимнастика яһай; ҡояш йылмая; карауат стена янында тора; үрмәле гөл; өҫтәлдә иртәнге аҙыҡ ҡуйылған; балкон ишегенә саф һауа инә; рәссам ҡулланған, аҡ, зәңгәр, йәшел төҫтәр; өҫтәл, ултырғыс, карауат бар. Был отошло алым: беренсенән, тәржемә итәләр һәм үҙҙәре күҙәтәләр; икенсенән, уҡыу-уҡытыу программаһы нигеҙендә төҙөлгән мәктәп һүҙлектәре уҡыусыларҙың иң тоғро ярҙамсаларына әүерәләй. Иншалар яҙғанда беҙ төрлө һүҙлектәр ҡулланабыҙ:

1996 йылда баҫылып сыҡҡан ҙур күләмле “Башҡортса-русса һүҙлек; мөххәррире Зиннур улы Ғәзиз Ураҡсин. Башҡа милләтвәхилдәренең дә башҡорт теле менән ҡыҙыҡҡыныуы, уны өйрәнергә тырышыуы ыңғай күренеш булып тора. Шуға һуңғы йылдарҙа мәктәптәр өсөн байтаҡ һүҙлектәр баҫылып сыҡты. Шулар иҫәбенә Башҡортса-урыҫса мәктәп һүҙлеге, китап авторы Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнаголов (2002); Зиннур Ғәзиз улы менән Юлдаш Зиннур улы Ураҡсиндарҙың “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” (2007); Фанихов Рафиль Рафаелович “Русско-башкирский словарь терминов по изобразительному исскуству” (1997).

Һүҙлектәр дәрестәрҙе йәнләндерә, тулыландыра һәм уҡыусыларҙың әҙәби телмәрен үҫтереүгә ярҙам итә.

§ 2. Картинаның йөкмәткеһе: 2) Материал туплауҙа һүрәтләүсе этаптар.

Картина буйынса эш уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыуға, дөрөҫ ҡуллана белеүҙән тыш, уҡыусылар һәр образды һәм күренеште билдәләүсе һүҙбәйләнештәрҙе табыу, характеристика биреү бик мөһим эш тип һанайым.

Һурәтләү этаптары

Тел материалы

I. Дөйөм күренеш

II.Иртә.

1). Ҡыҙ.

2). Бүлмә.

3). Карауат.

4). Өҫтәл.

5). Ултырғыс.

6). Балкон ишеге.

III.Төп идеяһы.

был картинала рәссам уҡыусының иртәһен һүрәтләгән.

картинала төп урында, комната уртаһында, уҡыусы гимнастика яһай, алға ҡарай, уйланған, ҡулдарын өҫкә күтәргән, бер аяғын артҡа һуҙған, һығылмалы, нәфис кәүҙәге моғайын, ул спорт менән шөғөлләнәлер, майка, шорт кейгән

яҡты, саф, картинанан сафлыҡ бөркөлә, бында карауат, өҫтәл, ултырғыс бар

        

бейек арҡалы ағастан эшләнгән, урыны йыйыштырылған, юрғаны, мендәре аҡ төҫтә бирелгән

алғы планда түңәрәк, ағас, аш өҫтәле, ҙәңғәр һыҙыклы эскәтер менән ябылған, өҫтәлдә көшәк һөт менән, бәләкәй генә фарфор сынаяҡ, тәрилкәлә күмәс, ҡапта шәкәр

стена янында тора, арҡалы, ағастан яһалған, бик бөхтә итеп һалынған (галстук, пинжәк, итәк)

ике япмалы, арка менән, оҙон үрмә гөл, ҡояшта япраҡтары ялтырай, семәрләп эшләнгән гөл һауыты, арыраҡ

спортка һөйөү тәрбиәләү; һаулыҡлыҡтың матурлығын күрә белеү, ҡәҙерен аңлау.

Был этапта һөйләмдәр төҙөлөшөндәге хаталарҙы иҫкәртеү, ышаныу нисек башланыуын һәм тамамланыу юлдарын күрһәтә.

Мәҫәлән, картинала персонаж 1 төркөмгә бүленә: пионерка ҡыҙ. Бынан тыш айырым предметтарҙың, күренештәрҙең һүрәтләнешенә иғтибар йүнәлтелә. Картиналағы персонажға характеристика бирелгәндән һуң, улар араһында мәғәнәүл бәйләнеш булдырыла. Башта телдән, һуңынан яҙып бөтөн бер текст төҙөлә.

Һөйләү телләрен үҫтереү.

Һөйләү, тексты яҙыу күек үк, телмәр эшмәкәлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә, фекерләү процессын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡарларға тапшырыу сараһын үтәйҙәр. Был яҡтан һөйләү һәм яҙыу эшмәкәрлеге бер-береһеә бик оҡшаш.

Телмәр төҙөгәндә кеше нимә тураһында һөйләйәсәген (яҙасағын) иланлаштыра; ниндәй маҡсат менән быцл турала һөйләйәсәген билдәләй.

Был этапта һөйләнәсәк (яҙыласаҡ) фекерҙең йөкмәткеһен уйлау, нимә тураһында һөйләргә, яҙырға, ҡайһы деталдарын ҡалдырып, ҡайһыларын бирергә икәнен асыҡлау һәм шул йөкмәткене бирерлек һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе һайлау эше башҡарыла.

Кеше һөйләр йәки яҙыр алдынан күп ваҡытта нимә хәбәр итәсәген эстән уйлай, телмәрҙең планын төҙөй, уны ситуацияға ярашлы итеп үҙгәртә.[6]

Мәҫәлән, Т.Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһы. Уҡыусыларға түбәндәге план бирелә:

  1. Т.Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһында ҡыҙҙы һүрәтләү.
  2. Бүлмәне тасуирлау.
  3. Әҫәрҙең төп идеяһын асыуҙа автор тарафынан ҡулланған төҫтәр.
  4. “Иртә” картинаһының төп идеяһы.

План буйынса  һөйләтеү.

Материал туплау бик ҡатмарлы эш. Был эш уҡытыусының алдан әҙерләнгән этапты уҡыусылар менән башҡарыу һәм тултырыу. Таблица ике өлөшкә бүленә: һүрәтләү этаптары һәм тел материалына.

Беренсе өлөшкә персонаж һәм уны уратҡан предметтар инһә, икенсеһенә- беренсе өлөштө тултырып килеүсе һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр бирелә (тел материалы). Таблицаға ҡарап, дәрестә үҙең ишеткән, күргән, кисергән, шулай уҡ фекерҙәрҙе билдәле маҡсатҡа килтереп яҙыу.

Был картинала рәссам Т.Н. Яблонская уҡыусының иртәһен һүрәтләгән.

Картинала төп урында- ҡыҙ. Ул комната уртаһында гимнастика яһай. Ҡулдарын өҫкә күтәргән, ә бер аяғын артҡа һуҙған.Ҡыҙ бик һығылмалы, нәфис кәүҙәле, моғайын, ул спорт менән шөғөлләнәлер. Майка, шорты кейгән.

Бүлмә яҡты, саф. Шуға ла картинанан сафлыҡ бөркөлә. Бында ҡарауат, өҫтәл, ултырғыс бар.

Ҡарауат бейек арҡалы ағастан эшләнгән,урыны йыйыштырылмаған. Юрғаны, мендәре аҡ төҫтә бирелгән.

Алғы планда түңәрәк аш өҫтәле ситтәре зәңгәр һыҙыҡлы эскәтер менән ябылған. Өҫтәлдә көршәк менән бәләкәй генә фарфор сынаяҡ. Тәрилкәлә күмәс, ҡапта шәкәр.

Стена янында арҡалы ултырғыс тора. Ул ағастан яһалған. Ултырғысҡа бик бөхтә итеп галстук, пинжәк, итәк һалынған.

Арыраҡ ике япмалы балкон ишеге арҡалы, оҙон үрмә гөлдөң япраҡтары ҡояшта ялтырай һәм бүлмәгә тағы ла йәм өҫтәй кеүек.

“Иртә” картинаһының төп идеяһы һаулыҡтың матурлығын күрә белеү, ҡәҙерен аңлау.

Таблицаға ҡарап, таянып ошондай ябай ғына инша төҙөргә мөмкин.

Материал туплау эше уҡытыусыға бик оҙаҡ уйлап эшләргә тура килһә лә, аҙаҡтан уҡыусының ижад емешен күрергә мөмкин. Ҡайһы бер балалар әҙер бирелгән һөйләмдәрҙе ҡабул итмәйҙәр. Быға тиклем һөйләмдәр яҫырһам, хәҙер ошо таблица менән эшләүе ҡулайлыраҡ. Бер яҡтан уҡыусылар үҙҙәре төп образды (персонажды) табалар, уға характеристика бирәләр, кейемдәрен парлайҙар. Улар өсөн бына ошондай эш бик ҡыҙыҡлы.икенсе яҡтан иһә, һүрәтләү этаптарын әйткән саҡта, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән әҙер план килеп сығыуына шатланалар. Ысынлап та, бында һәр өлөшкә  ҡылыҡһырлама бирһәләр, иншаны яҙырға ғына ҡала. Шуның өсөн һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр яҙғанда йүнәлеш биреү мотлаҡ.

Яҙыу эшмәкәрендә телдең бөтә нормаларын һаҡлау; билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, һүрәтләү жанрын яҙа белеү; йөкмәткене тулы йәки ҡыҫҡартыу яҙыу; өҫтәлмә материалды ҡуллана белеү; өйрәнгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланыу.

Шундай матур алым менән беҙҙең мәктәптә рус теле уҡытыусылары эшләй. Уларҙың тәжрибәһен мин дә ҡулланып ҡараным. Үҙенсә бик фәтеүәле эш килеп сыға.


III. Йомғаҡлау.

Башҡорт теле 2006-2007 уҡыу йылында дәүләт теле булараҡ беренсе тапҡыр индерелде.

Зәкиә Муллағәли ҡыҙы һәм Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова дәреслеге менән эшләгәндә картиналарға, иллюстрацияларға иғтибар иттем. Бында улар күп бирелгән. Мин шуларҙың береһенә генә туҡталдым. Т.Н. Яблонскаяның “Иртә” картинаһын һайланым.

Был эштә төп бурыс- балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, өйрәнгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланыуға индереү; таблица тултырыу өсөн һүрәтләү этаптарын һәм тел материалын яҙыу һәм һәм һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү.

Мәктәптә картина өҫтөндә эш буйынса уҡытыусыларҙың үҙенсә тәжрибәһе бар. Шуға ҡарамаҫтан, балаларҙың телмәрҙәрен үҫтереү сығанағы булараҡ иншалар яҙғанда материал йыйыу һәм туплауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

Картиналар өҫтөндәге эш уҡыусыларға инша яҙырға эште еңелләйте тип, уйлайым.

Сөнки бында- һүҙлектәр менән эш алып барылды; - таблица тултырыу, бигерәк тә отошло булды; - яҙыу телмәре яйға һалынды.

Шундай һығымта яһарға була: мин ҡуйған маҡсаттарыма ирештем. Шуның дәлиле итеп, 7- се синыф уҡыусыһы яҙған иң һәйбәт иншаны ҡушымтаға индерҙем.

Шулай итеп,иншалар яҙғанда яҙыу телмәрен үҫтереү бойомға ашырылды.

Беҙ, тәү сиратта, башҡорт теленең байлығын, матурлығын уҡыусыларға күрһәтергә, телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырырға тейешбеҙ.  

Иншалар яҙғанда ике сәғәт алыу кәрәктер, сөнки бер сәғәттә генә (программа буйынса) картинаны ҡарап, тикшереп, материал туплап яҙыуға әҙерләп булмай. Рус балаларға беренсе үҙҙәренең телендә һөйләп, картинаның идеяһын аңларға, асыҡларға тейеш.

Уҡыусылар (урыҫ, сыуаш, мордва, грузин милләттәренән) менән тәржемә итмәйенсә, һүҙлектәрһеҙ яҙыу мөмкин түгел.

Һүрәтләүсе этаптар аша таблица тултырыу бик мөһим эш тип һанайым, сөнки был эш күмәкләп башҡарыла, тәржемә менән бергә бәйләнеп килә. Был этапта уҡыусыларҙың һәм уҡытыусының бер йүнәлештә барыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Балалар картинала булған предметтарҙы тикшерә, күҙәтә һәм ҡарап әйтә.

Уҡыусылар (урыҫ, сыуаш, мордва, грузин милләттәренән) менән тәржемә итмәйенсә, һүҙлектәрһеҙ яҙыу мөмкин түгел.

Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу этаптары башҡорт балалары өсөн яҙылған материалдар бик күп, ә рус телле уҡыусылар өсөн файҙалана алырлыҡ методик ҡулланмалар юҡ тиерлек. Был проблема буйынса Тутыя Әғҙәм ҡыҙы Бикҡужина, Булат Баҡый улы Гафаровтарҙың эштәренә таянырға була. Шулай уҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында ла картиналар өҫтөндә эштәр баҫылып тора, әммә рус балаларына тәғәйенләнгән эштәр бик аҙ.

Миинең эштәге картина авторы Татьяна Нииловна Яблонская тураһында белешмә бер нисә һөйләм менән генә бирелгән.

Шуға мин уның тураһында китаптар, ҡулланмалар аша материал йыйыуҙы, табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Башҡорт теле дәреслегенә индерелгән ошо теманы асыҡларға тырыштым.


IV. Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Р. Ғ. Аҙнағолов. 5 – 9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө “Китап”, 1996.
  2. Т.Ә. Бикҡужина, Б.Б. Гафаров. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу. С., 1992.
  3. З.М. Ғәбитова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7 – 8-се кластары өсөн "Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2006.
  4. Ғ. Зәйнуллина. Һүҙлектәр – белем һәм тәрбиә сығанағы. // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2007, №3 (34 – 37-се биттәр).
  5. Э. Миңлеғәшева. Бәйләнешле яҙма һөйләм телен үҫтереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2007, №7 (18 – 20-се биттәр).


[1] Бикҡужина Т.А. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу. Стәрлетамак, 1992.

[2] Бикҡужина Т.А. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу. Стәрлетамаҡ, 1992.

[3] З. М. Ғәбитова. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслгенә методик күрһәтмәләр, Ө.;2006, (38-се б.).

[4] Бикбужина Т.А.Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу. Стәрлетамаҡ, 1992.

[5] Г. Зәйнуллина. Һүҙлектәр – ьелем һәм тәрбиә сығанағы, 24-37-се биттәр // Б.У. 2007, №3

[6] Аҙнағолов Р.Ғ. 5 -9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы.Ө.;96 (250-256-сы б.б.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу....