Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".
статья

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

  Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.

   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәрестәр тип атала. Интеграция – ул предметтар араһындағы бәйләнеш, темаларҙың бер-береһе ярҙамында асылышы һәм системалаштырылыуы. Шуны иҫтә ҡалдырырға кәрәк: ҡатнаш дәрестәрҙә төрлө предметтар бер-береһен тулыландырып, дөйөмләштереп һәм берҙәм булып килергә тейеш. Түбәндәге дәрестәр менән ҡатнаш дәрестәр үткәрергә мөмкин:

  1. башҡорт теле һәм инглиз теле;
  2. башҡорт теле менән Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте;
  3. башҡорт теле һәм рус теле;
  4. башҡорт теле һәм музыка;
  5. башҡорт теле һәм хеҙмәт дәресе;
  6. башҡорт теле һәм информатика.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_drestrend_integratsion_metod_kullanyu.docx13.97 КБ

Предварительный просмотр:

  Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.

   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәрестәр тип атала. Интеграция – ул предметтар араһындағы бәйләнеш, темаларҙың бер-береһе ярҙамында асылышы һәм системалаштырылыуы. Шуны иҫтә ҡалдырырға кәрәк: ҡатнаш дәрестәрҙә төрлө предметтар бер-береһен тулыландырып, дөйөмләштереп һәм берҙәм булып килергә тейеш. Түбәндәге дәрестәр менән ҡатнаш дәрестәр үткәрергә мөмкин:

  • башҡорт теле һәм инглиз теле;
  • башҡорт теле менән Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте;
  • башҡорт теле һәм рус теле;
  • башҡорт теле һәм музыка;
  • башҡорт теле һәм хеҙмәт дәресе;
  • башҡорт теле һәм информатика.

   Ошондай дәрестәр уҡыусыларҙа активлыҡ, әүҙемлек,  берҙәмлек һәм дәрестәргә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләй. Интегрированный дәрестәр уҡытыусы менән уҡыусының бер-береһенең фекерен тыңлау, анализлау һәм системаға һалыуҙы үҙ эсенә ала. Интегрированный дәрестәр түбәндәге дәрес формаларын отошло тип һанай:

  • Төркөмләп эшләү дәресе: класс төркөмдәргә бүленеп билдәле тема буйынса эшләй;
  • Үҙ-үҙеңде баһалау дәресе: уҡыусылар бер-береһенең эштәрен үҙҙәре тикшереп баһалайҙар;
  • Ижади дәрестәр: уҡыусылар ҡуйылған проблеманы үҙ аллы хәл итергә тейеш;
  • Проект дәресе; уҡыусылар дәрестә билдәле бер тема буйынса проект төҙөйҙәр, гәзит, китапсыҡтар һәм презентациялар яҡлайҙар;
  • Дәрес-зачет, дәрес-консультация, дәрес-семинар, дәрес-интервью, дәрес-репортаж һәм тест формаһындағы дәрестәр;

  “Дәрес-аукцион”, “Пресс-конференция” “Дәрес- телемост”, “Дәрес-КВН”, “Мөғжизәләр яланы” кеүек дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү уҡыусыларҙың телмәр байлығын үҫтереүҙә бик отошло.

     Ошондай дәрестәр балаларҙың уҡыу процесын юғары кимәлгә күтәрә, насар уҡыған уҡыусылар яҡшы уҡый башлайҙар, яратмаған дәрестәрҙе һағынып көтөп алалар һәм дәрестәрҙә актив ҡатнаша башлайҙар.

     Ҡатнаш дәрестәрҙең төп маҡсаты: уҡыусыларҙың  донъяға ҡарашын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү, тәрбиәләү булып тора. Уҡыусылар дәрестә актив ҡатнашып ижади яҡтан ныҡ үҫешә, алған мәғлүмәттәрҙе тормошҡа ашыра; Тыуған илгә, тәбиғәткә, донъяға, кешеләргә ҡарата  мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа үҙгәрә һәм яҡшы шәхес булып формалаша.

     Интеграцион дәрестәрҙе ике уҡытыусы ла, бер уҡытыусы ла яҡшы үткәрә ала. Уҡытыусы бер үҙе дәрес биргән саҡта, ул башҡа предметты яҡшы белергә тейеш йәки билдәле бер курстар үтергә тейеш. Бындай дәрестәр уҡытыусынан дәрескә ентекле әҙерлекте талап итә. Тик бөтә алымдарҙы дөрөҫ ҡулланғанда ғына дәрес башҡа предметтар менән бәйле, бай һәм отошло ойоштороласаҡ.

    Шулай итеп, үҙегеҙҙең эшегеҙҙә ҡатнаш дәрестәрҙе йышыраҡ ҡулланығыҙ, башҡорт теле дәрестәренә уҡыусыларҙың ыңғай ҡарашын, ихтирамын һәм һөйөүен  яулағыҙ.

                                                               


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу....