Сифат. Дәрес планы
план-конспект урока

Гимашева Альфира Раисовна

4 класс. Сифат.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_plany_zer.docx31.54 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Сифат- һүҙ төркөмө

Маҡсат.

1.Сифат  тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү

2.  Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу;.

  3. Уҡыусыларҙа белем алыуға яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уҡыусыларҙа ғаилә мөнәсәбәтәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.

Йыһазлау: Дәреслек, компьютер,проектор, интерактив таҡта , презентация, карточкалар, һүҙҙәр яҙылған  карточкалар, видеояҙма.

Ойоштороу өлөшө.

(Талғын ҡурай, ҡумыҙ моңо).

Һаумыһығыҙ уҡыусылар

Хәлдәрегеҙ нисек?

Тышта тәбиғәт торошо нисек, ҡарайыҡ әле. (Ер ап-аҡ, талғын ел бар. Көслө ел бар.....)

Уҡыуҙар нисек бара?

Мин һеҙгә уҡыуығыҙҙа ла, тәртибегеҙҙә лә, тормошта ла тик уңыштар ғына  теләйем.

Эйе, эйе. Беҙ тормошта һәр ваҡыт баһалар алабыҙ. Өйҙә ата-әсәй, урамда күршеләр, хатта һеҙҙең дуҫтарығыҙ һеҙгә һәр ваҡыт баһа ҡуялар.

(Үҙем улар янынан йөрөп һәр береһенә мөрәжәғәт итәм)

Тирә-яҡта кешеләр эстән генә ниндәй яҡшы малай, ниндәй матур ҡыҙыҡай, ниндәй аҡыллы бала, ниндәй итәғәтле кеше, ниндәй тырыш егет, ниндәй оҙон сәс тип һоҡланып ҡуялар.

Әйҙәгеҙ бергәләп көйләйек әле беҙҙең турала кешеләр нимә уйлағанын

Слайд.1

ә – ә - ә  – әҙәпле

ө – ө – ө - өлгөр

ү – ү – ү -  үҫкән

ғ – ғ – ғ - ғорур

ҡ – ҡ - ҡ – ҡыйыу

һ – һ – һ – һоҡланғыс

ҫ– ҫ – ҫ – оҫта

ң– ң – ң – уңған

ҙ – ҙ – ҙ - ҙурайған

Ләкин беҙ уның тураһында күп ваҡытта белмәй ҙә ҡалабыҙ.

Ә күҙгә күренгән баһаны беҙгә күберәк ҡайҙа ҡуялар ул. Эйе, беҙҙең яратҡан мәктәптә уҡытыусылар матур итеп көндәлеккә өслө, дүртле, бишле билгеләре ҡуйып ҡайтаралар.

Әйҙәгеҙ беҙ ҙә үҙебеҙең мәктәбебеҙгә ҡарата матур һүҙҙәр әйтәйек. Уға ла баһа ҡуяйыҡ.

Яҡшы, матур, ике ҡатлы, йылы, яҡты, ҙур, иркен.

Афариндар. Бик матур телле, бай телле  икәнһегеҙ үҙегеҙ. Шулай булғас әйҙәгеҙ инде шиғыр сығарып ҡарайыҡ.

Слайд 2

Беҙҙең мәктәп ...........,

.............бүлмәләр .........

Шундай ............. мәктәптә,

Уҡырға кәрәк ..........

Слайд 3

Беҙҙең мәктәп яҡшы,

Иркен бүлмәләр яҡты.

Шундай матур мәктәптә,

Уҡырға кәрәк яҡшы.

Әгәр ҙә һеҙ мәктәпте ағас рәүешендә күрһәгеҙ уҡыусыларҙы нимә менән сағыштырыр инегеҙ. Тамыры мәктәп, олоно класс етәксеһе,ботаҡтары уҡыусылар, ә япраҡтары беҙҙең белемдәрбеҙ, баһаларыбыҙ. Беҙҙең мәктәбебеҙ бер ғаилә кеүек килеп сыға түгелме ни.  Шулай булғас, уҡыусылар, класташтар башҡа кластар  менән бик татыу булырға кәрәк. Шулаймы. Шулай.

3. Актуалләштереү. Ҡабатлау.

Уҡыусылар, бына таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында ла ике ағас. Беҙ уларҙы ла һүҙҙәр ғаиләһе тип ҡарайыҡ. Улар һеҙгә оҡшаймы. Ни өсөн оҡшамай. Эйе улар яланғас кеүектәр, уларға нимәләрҙер етмәй. Ағастарға йәм биреү өсөн һеҙҙең белемегеҙ кәрәк.  Беренсе ағас әлегә исемһеҙ, ә икенсе ағас Исем тип атала.

- Һеҙ исем тураһында нимә беләһегеҙ?

- Исем предметтың атамаһын белдерә, Кем?,  Нимә?, Кемдәр?,  Нимәләр? һорауҙарына яуап бирә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Исемдәр килеш менән үҙгәрә.

 Уҡытыусы карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе ҡуя. Беҙ япраҡтар урынына һүҙҙәрҙе ҡуяйыҡ.

Ошоға оҡшаған ҡағиҙәне һеҙ тағы ла ҡайҙа осратҡанығыҙ бар. Рус теле дәресендә Имя существительное  темаһы.

Әйҙәгеҙ имя существительное темаһын ҡабатлап китәйек. Имя существительное это часть речи, которые обозначают предмет  отвечает на вопрос Кто? Что?

- Бәлки һеҙ беренсе ағастың исемен беләһегеҙҙер?

- Белмәйбеҙ.

- Исемен табыу өсөн беҙгә алдыбыҙҙа ятҡан пазлыларҙы төҙөргә кәрәк. Парта ситендәге скотч менән йәбештерәйек әле. Артындағы яҙыуҙы уҡыйыҡ.

- Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты. Әйҙә әле...... һинең ниндәй һүҙ булды?

- Сифат. (Таҡтаға ҡуям).

- Кем белә, нимә ул сифат?

- Яҙыуҙарғыҙға ҡарағыҙ ҙа һүҙенә характеристика бирәйек.

- Предметтың билдәһен белдерә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).

Ниндәй?, Ҡайһы? , Ни төҫлө? һорауҙарына яуап бирә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).

Миҫалдар аҡ ҡар, аҡ юл, аҡ һөт. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).

4. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

-Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы ....

-Сифат.

Таҡтанан үҙебеҙ килтереп сығарған ҡағиҙәне уҡыйбыҙ.

Ағасыбыҙҙың аҫтына СИФАТ тип яҙып ҡуябыҙ

Сифат предметтың билдәһен белдереп ниндәй?, ҡайһы?, ни төҫлө? һорауына яуап булып килә.

Ағастың олонона һорауҙарын ҡуям.

Ботаҡтарына миҫалдар. Йәшел, ҙур, күп,

Ә дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ икән?

- предметтың билдәһен табырға өйрәнеү, һөйләмдә сифатты танып дөрөҫ итеп ҡуллана белергә өйрәнеү, сифаттарҙы ҡулланып һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Рус телендә өйрәнгән ниндәй темаға тап килә икән? Иң беренсе һорауҙарына күҙ һалайыҡ. какой?, который, какого цвета?

Имя прилагательное- это часть речи, которая обозначает признак предмета и отвечает на вопросы какой? чей?

5.Яңы тема өҫтөндә эш.

а) Предметтың билдәһен билдәләү.

Уҡытыусы предметтар күрһәтә. Ә уҡыусылар предметтың билдәһен әйтә.

Слайд. 4

Лимон --------------------әсе, һары, тәмле.

помидор ---------------ҡыҙыл, түңәрәк, ярмалы.

ҡыяр -----------------------йәшел, оҙон, ваҡ, эре.

китап ----------------яңы, ҡалын, ҡыҙыҡлы.

алма-------------- татлы, һары, ҙур.

дәфтәр------------- ҙур, яҡшы, яңы, таҙа.

ултырғыс, ------- ҙур, бәләкәй, матур, йомшаҡ.

уйынсыҡ ------йомшаҡ, матур, аҡ, ал, бәләкәй

А) Маршрут ҡағыҙы менән эш.

  1. Ҡағиҙәне уҡыу.

Сағыштырып уҡыу өсөн ике текст бирелә. Ике тексты берәр бала уҡый.

Слайд

Ҡыш килде. Ҡар яуа башланы. Ерҙе ҡар ҡапланы. Балалар тауҙа шыуалар. Уларҙың тауыштары ишетелә.

Һалҡын ҡыш килде. Йомшаҡ ҡар яуа башланы. Туңған ерҙе аҡ ҡар ҡапланы. Күмәк балалар бейек тауҙа шыуалар. Уларҙың шат тауыштары ишетелә.

- Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?

- Ни өсөн?

- Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр.

б) Китап менән эш.

  • 151-се күнегеү. Сылбыр менән уҡыу. Һүҙбәйләнештәрҙе табыу.

Күп ҡар, яҡты донъя, саф һауа, өрпәк ҡар, йәш ҡар, йоҡа ҡар, ҡар бураны, епшек ҡар, ялтыр боҙ, йылы ел, ҡар болоттары, ябалаҡ ҡар, йомшаҡ ҡар.

Маршрут ҡағыҙҙарына һүҙлекте яҙалар.

Һүҙлек эше.

Слайд.

 өрпәк ҡар – пушистый снег,

епшек ҡар- мокрый снег;

ябалаҡ ҡар – снег хлопьями.

Схема буйынса һөйләмдәр төҙөү

Сифат-исем- ҡылым.

Ял минуты. Балалар һеҙ йондоҙҙар яратаһығыҙмы. Ниндәй йондоҙҙар яратаһығыҙ. Ҙур, бәләкәй, ялтыр, ҡыҙыл.

  1. Бер тигәндә күҙҙәрҙе ныҡ итеп  йомабыҙ, ике тигәндә күҙҙәрҙе ҙур асып бер нөктәгә ҡарайбыҙ. Унда ҙур йондоҙ һүрәте.

Афарин күҙҙәр ҙә ял итте, йондоҙҙар ҙа күрҙек. Ниндәй йондоҙҙар күрҙегеҙ

  1. Уҡыусылар, һеҙ математика дәресендә фигуралар өйрәндегеҙме. Ниндәй фигуралар беләһегеҙ?

Үҙем Өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәктәр күрһәтәм.

Баш менән фигуралар өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәк эшләйбеҙ. Бер-ике-өс тип һанап эшләнә.

Һауала, эргәлә, алда ҡулдар менән өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәк эшләү. Һуңынан аяҡтар менән эшләү. Кемгә ауыр эшләмәҫкә мөмкин.

Жюри ағзаларына ла ял итеп алырға тәҡдим ителә.

В. Интерактив таҡтала эш.

Г) Дәфтәрҙә эш.

Датаны яҙыу.

Теманы яҙыу.

Теманы күрһәткән табличкаларҙы әйләндереп ҡуябыҙ.

  • Уҡыусылар,  нисек уйлайһығыҙ, һүрәттә нимәләр бирелгән? Әйҙәгеҙ был ғаилә ниндәй тигән һорауға яуап бирәйек.

Бәхетле ғаилә, татыу ғаилә, таҙа ғаилә, балыҡсы ғаилә, ҙур ғаилә, дәртле ғаилә.

Минең ғаилә ...... Атайымдың ҡулы ....... Ул ......... ҡурайҙа уйнай.    ........ ҡумыҙ яһай белә. Әсәйем бик ........ . Ул ........ аштар бешерергә ярата. Минең апайым һәм ....... ағайым бар.

Апайым бик ........., ә ағайым ........... Мине лә бик ......... бала тиҙәр. Беҙҙең ғаилә ........ Был минең өсөн ........ бәхет. Мин уларға ......... һаулыҡ теләйем.

 Минең ғаилә ҙур. Атайымдың ҡулы оҫта. Ул моңло ҡурайҙа уйнай.  Ағас ҡумыҙ яһай белә. Әсәйем бик уңған. Ул милли аштар бешерергә ярата.

Минең апайым һәм ҙур ағайым бар.

Апайым бик сибәр, ә ағайым ярҙамсыл. Мине лә бик аҡыллы бала тиҙәр. Беҙҙең ғаилә татыу. Был минең өсөн ҙур бәхет. Мин уларға яҡшы һаулыҡ теләйем.

Парлы эш .

Кем тиҙерәк яҙыр

Ғаилә – татыу, ҙур, өлгөлө.

Ҡурай – оҙон, тишекле, моңло.

Ҡумыҙ – тимер, ағас, еҙ.

Бишбармаҡ –  итле, йылы, һалмалы.

Бауырһаҡ – тәмле, эре, ваҡ, , майлы.

Сәк-сәк - татлы, баллы,

Һәр береһе тураһында һөйләшеү

Релаксация.

Ағастарҙы япраҡтар менән биҙәү.

Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе япраҡтар урынына ҡуйып бөттөк. Ҡарағай ағасы матурландымы.

Уҡыусылар, һеҙҙең  алдығыҙҙа йомро һауыттар ята, уның эсендә ҡамыр. Ошо ҡамырҙы алаһығыҙ ҙа үҙегеҙ минең менән һөйләшеп ултыраһығыҙ, үҙегеҙ ошо ҡамырҙан бергә ултырған иптәшегеҙгә баһаны әүәләйһегеҙ. Ә мин бөтә класҡа баһаны әүәләйем.

Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ?

Дәрес оҡшанымы?

Ниндәй эште башҡарыуы ауыр булды?

Нимәне аңламанығыҙ?

Ҡамырҙан эшләнгән баһалары иптәштәрегеҙгә тапшыраһығаҙ. Уны  парта ситенә генә һалып ҡуйығыҙ. Ул дәрес аҙағына тиклем ҡатыр. Һеҙ уны өйгә алып ҡайтырһығыҙ.

Өйгә эш.

  1. Мотлаҡ эшләнә. Минең атайым оҫта. Минең әсәйем сибәр. Атай, әсәй мин һеҙҙе яратам - һөйләмдәрен ата-әсәйҙәргә әйтергә. Дәфтәрҙә бөгөнгө эш өсөн  уларҙан баһа ҡуйҙырырға.
  2. Һайлап эшләйҙәр.

- 155-се күнегеү.

- Сифаттарҙы ҡулланып “Минең татыу ғаиләм” тигән темаға инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сифат темаһын ҡабатлау.

Был дәрес рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле  итеп өйрәнгәндә  "Сифат" темаһын үтеп бөткәс  үткәрелә....

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Сифат

Сифат...

Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7.                   У3...