"Сифат" темаһын йомғаҡлау.
план-конспект урока (6 класс) по теме

Дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sifat_temahyn_yomgaklau._dres_olgoho.docx18.74 КБ

Предварительный просмотр:

Сифат темаһын йомғаҡлау.

Маҡсат:  сифат тураһында алған белемдәрен нығытыу, системаға һалыу,

сифаттарҙы ҡулланырға өйрәнеү; тәбиғәт матурлығына һокланыу тойғоһо уятыу;

Дәрес барышы:

1. Ойоштороу моменты.

Һаумы, ҡояш, һаумы,дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, ғәләм, тыуған ер

Миңә йән тыныслығы бир...

Мин сәләмәт, мин матур!

Салауат кеүек батыр!

2. Инеш әңгәмә.

     Бөгөн төндә мин төш күрҙем. Бик ҡурҡыныс төш ине ул. Имеш, Грамматика иленең Морфология өлкәһендә бер һүҙ төркөмө юғалған. Шул һүҙ төркөмөнән башҡа бөтә донъя йәмһеҙләнгән, предметтар төҙһөҙ, формаһыҙ ҡалғандар, ә ризыҡтар тәмен юғалтҡан. Ҡурҡып уянып киттем. Нисек эҙләп табырға икән был һүҙ төркөмөн?  Ярҙамға һеҙҙе саҡырҙым, уҡыусылар. Ризаһығыҙмы?  Сифат ҡайҙа икәнен белеү өсөн беҙгә йомаҡтар сисергә кәрәк.

Яҙын йәм бирә,

Йәй һалҡын бирә.

Көҙөн тәм бирә,

Ҡыш утын бирә.   (урман)

  • Ниндәй урманға барабыҙ икән?

Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып. (ҡышҡы урман)

  • Урманға нимә менән барабыҙ икән?

Шыма табанлы сана

Атһыҙ ҙа алға саба.

Етеҙ булһа аяҡтар,

Ҡулда була таяҡтар. (саңғы)

3. Саңғылар алыр өсөн беҙгә биремдәр эшләргә кәрәк. Сифаттарҙың антонимдарын табып яҙырға.

Һалҡын көн –

Еңел эш –

Йылы һыу –

Әсе тел –

Уҫал кеше –

Ҡаты ҡул –

Ҡышкы көн –

Уңған ҡыҙ –

Был биремде лә үтәнек. Саңғылар алдыҡ. Хәҙер юлға сыҡһаҡ та ярай. Тимәк, беҙҙең маҡсатыбыҙ-сифат һүҙ төркөмөн табырға, сифат тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә.

4. Уҡыусылар, тыңлап ҡарайыҡ әле, ни өсөн урман тып-тын (ҡоштар йылы яҡҡа киткәндәр)

Ә-ә-ә, бына бер турғай өшөп ултыра. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡышлаусы ҡоштарға ем һалайыҡ. Ем һалыр өсөн беҙгә карточкалар менән эшләргә кәрәк. Сифаттарҙың синонимдарын табырға кәрәк.

Төҙ-                                                                        етеҙ-

Һуңғы-                                                                   егәрле-

Бөйөк-                                                                    эҫе-

Һалҡын-                                                                 анһат-

Иҫке-                                                                      матур-

Яҡшы-                                                                   арзан-

  • Был эште лә үтәнек. Юлды артабан дауам итәйек.

5. – Беҙҙе урманда тағы  бер ҡаршылыҡ көтә. Алдыбыҙҙа көрт өйөлгән, ағастар ауған. Уны йырып сығыр өсөн төп һәм шартлы сифаттарҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк.

  • Уҡыусылар, мин һеҙгә сифаттар уҡыйым, һеҙ уларҙы төп һәм шартлы сифаттарға бүлеп, бағаналап яҙып барығыҙ.

    Ҡышҡы, ҡарлы. буранлы, матур, йәш, урманлы, ҡыйыу, ағаслы.

  • Афарин, балалар, көрттө йырып сыҡтыҡ. Урман буйлап йөрөү арытты. Аҡланда туҡталып ял итәйек. (ял минуты)

6. Юлды артабан дауам итәйек. Бында бер өй тора. Ә өй эргәһендә йәнлектәр. Беҙгә өйгә керер өсөн ошо йәнлектәрҙең билдәләрен әйтергә кәрәк.

Ҡуян –

Төлкө –

Бүре –

Тейен –

Бына беҙ сифаттарҙы таптыҡ. Ләкин ул хәтерен юғалтҡан. Әйҙәгеҙ, сифатҡа ярҙам итәйек. Белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрәйек.

  • Нимә ул сифат?
  • Яһалышы яғынан ниндәй сифаттар була?
  • Сифаттар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып киләләр?

  • Сифат үҙенең дәрәжәләре барлығын да онотҡан. Ә йәмғиәттә дәрәжәһеҙ йәшәү бик ауыр. Сифатҡа дәрәжәләрен иҫкә төшөрәйек әле. (төп, артыҡлыҡ, аҙһытыу, сағыштырыу)

  • Бирелгән һүҙҙәрҙе төрлө дәрәжәләрҙә ҡуйырға:  ҡыҙыл, тар, тәмле, һары, йәшел, матур.

7. Был эште лә үтәнек. Ә хәҙер һеҙгә бөгөнгө сәйәхәтебеҙ тураһында ижади эш. Кемдер, бәлки, шиғыр яҙыр, кемдер хикәйә.

8. Йомғаҡлау. Урманда ла күп йөрөнөк, ҡайтырға ла ваҡыт етте.

Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөн нимә тураһында һөйләштек, ниндәй эштәр башҡарҙыҡ?

Өй эше бирелә.