Ватаным-Башҡортостан!(Исем буйынса йомғаҡлау)
план-конспект урока (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: «Ватаным - Башҡортостан!
(Исем буйынса йомғаҡлау дәресе)
Маҡсат:1. Исем буйынса үтелгәнде ҡабатлау, нығытыу, белемде тикшереү һәм баһалау.
2. Фекерләү һәләттәрен,һөйләм төҙөү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
3.Илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор, электрон дәреслек
Дәрес барышы:
- Ойоштороу( шиғыр менән)
Башҡортостан- Тыуған илем,
Яңыбай- тыуған ерем.
Бәхетлемен ошо ерҙә
Һөйләшәмен туған телдә.
- Рәхмәт, уҡыусылар! Дәрестә әүҙем булырһығыҙ тип ышанам.
2.Дәрес маҡсатын бергәләп билдәләү- экранда шиғыр:
Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Был ерҙә ғүмер кисергән
Ата-бабайҙар борон.- ҡайҙан алынған был юлдар?
- шиғыр юлдарын күсереп алырға һәм һәр һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын
билдәләп өҫтөнә яҙырға.
- Шиғырҙың төп фекере нимә? Ниндәй һүҙ төркөмө күп?
Уҡытыусы:- Эйе, исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу, белемде тик-
шереү дәресе. Һөйләшеү « Ватаным- Башҡортостан» темаһы тирәһенә
тупланасаҡ.
Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙыу.
3.Экранда һүҙҙәр:
Ҡурай, « Аманат» журналы, беҙ, йырлайбыҙ, Салауат, матур, 20, яҙа,
Президент, Уралтау, ғорурланабыҙ, йүгерә, йылға, күлдәр, 5, быйыл.
- Бирелгән һүҙҙәр араһынан исем һүҙ төркөмөнә ингәндәрен яҙып алығыҙ.
Шул исемдәрҙе индереп 4 һөйләм яҙығыҙ( үҙ аллы)
- Тикшереү, баһалау.
4.Электрон дәреслек менән эш: тест һорауҙарына яуап биреү.
Үҙ- ара алмашып тикшереү, баһалау.
5.Дәреслек менән эш:
54-се күнегеү
- тасуири уҡыу.
- Ни өсөн бәхет үҙ еребеҙҙә?- тиелә.
- Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе бағаналап яҙып алырға.
6. Ижади эш: үҙ тыуған ауылығыҙ тураһында 3-4 һөйләм яҙығыҙ.
- Тикшереү, баһалау.
7. Ял минуты:- 1,2,1,2- һәр иртә
Саҡыра беҙҙе саф һауаға
Спорт менән дуҫ булыу файҙалы
Мәктәптә уҡыған балаға.
1,2,1,2…
- Әйтегеҙ әле, кем иртәнсәк зарядка эшләй?( ҡыҫҡа ғына әңгәмә)
8.Төркөмдәр менән эш:
1. Ауыл, төйәк һүҙҙәрен эйәлек затында үҙгәртә
2. Ағиҙел, илем- килеш менән
3.Башҡорт -хәбәрлек затында, 1-әр һөйләм төҙөргә.
- тикшереү
9.Экранда һөйләмдәр:
- Исемдәр ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?
А) Илем, әгәр сикһеҙ йыһан икән,
Мин күгендә янар йондоҙмон.( эйә, хәбәр)
Б)Тыуған илде һаҡлау_- ата- әсәңде яҡлау.(тултырыусы)
в)Илдең ҡәҙере ситтә беленә.( аныҡлаусы, хәл)
Һығымта:- исемдәр ниндәй һөйләм киҫәге була?( бөтә)
- һөйләмдәрҙең мәғәнәләрен нисек аңлайһығыҙ?
10.Рефлексия:
- Нимәләр белдегеҙ? Тыуған ил ҡайҙан башлана?
11. Өй эше: 1. 57-се күнегеү
2.Ватан тураһында шиғыр яҙығыҙ.
3. Башҡортостан һүҙенән төп килештәге исемдәр төҙөгөҙ.
12.Баһалар ҡуйыу.
13.Дәресте «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры м-н тамамлайыҡ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса презентация
презентация...