З.Биишева "Ҡояш уҙған ерҙән нур ҡала..."
материал на тему

Аллабирҙина Гөлкәй Рәшит ҡыҙы

Ҡояш уҙған ерҙән нур ҡала...З.Биишеваның ижадына арналған әҙәби кисә сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл z.biisheva.docx26.3 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

Муниципаль район Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мораҡ ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡояш уҙған ерҙән нур ҡала…

(З.Биишеваның ижадына арналған әҙәби кисә сценарийы)

                               

                                                           Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

 Аллабирҙина Гөлкәй Рәшит

ҡыҙы

                         

               

Мораҡ – 2016

Ҡояш уҙған ерҙә  нур ҡала…

Маҡсат: оло әҙибәнең исемен халыҡ хәтерендә мәңгелләштереү; ижадына һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: З.Биишеваның фотолары, китаптары.

Кисәнең барышы;

Талғын ғына музыка уйнай. Мультимедиа проекторында түбәндәге һүҙҙәр яҙылған.

Мин белмәйем:ҡәнәғәтме Ерем?

Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым

Тик ышанам: бушҡа йәшәне, тип,

Әйтә алмаҫ хатта дошманым!

Музыка аҡрыная, сәхнәгә алып барыусылар, ҡыҙ һәм егет сыға.

2-се алып барыусы: Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,

Хәйерле көн, дуҫтар , туғандар!

Хәйерле көн һеҙгә, донья йөгөн

Йөкләп барған ирҙәр уландар!

2 -се алып барыусы: Хәйерле  көн һеҙгә, сос ҡатындар-

Донья күрке-изге әсәләр!

Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,

Ер биҙәге-алһыу сәскәләр!

1 –се алып барыусы: Ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙҙе үҙебеҙҙең мәктәбебеҙҙә күреүебеҙгә беҙ бик шатбыҙ. Оло әҙибә, ил инәһе Зәйнәб апай Биишеваға 105  йыл  тулыуға  арналған әҙәби кисәне башлайбыҙ!

2-се алып барыусы: Бар ғүмерен Ватанына арымай-талмай хеҙмәт итеүгә арнаған, милләт хәстәре, ил ғәме менән йәшәгән бөйөк шәхестәр бар. Йылдар үтеү менән, уларҙың исемдәре онотолмай, киреһенсә баҙығыраҡ, сағыуыраҡ була бара.

1–се алып барыусы: Ил инәһе, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо, беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишеваның исеме лә тап ана шундай. Уның рухы бөгөн дә яҡтылыҡҡа юл күрһәтеп, оло маяҡ булып, үҙ халҡын яҡты киләсәккә рухландыра.

(Проекторҙа З.Биишеваның портреты)

2-се алып барыусы: З.Биишеваның тормош китабы биттәренә һәм ижадына тағы бер тапҡыр байҡау яһайбыҙ.

1–се алып барыусы: 1908 йылдың 15 ғинуарында хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ-һыуһыҙ ярлы бер ғаиләлә алтынсы бала булып бер ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Зәйнәб тип исем бирәләр.

2-се алып барыусы: Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңло ла була уның бала сағы…

Сәхнә артында тауыш

Ҡар бурандар, ҡарт убырҙай,

Өйөрөлә, дулай,

Әсе елдәр мөрйә үтә

Зыулай ҙа зыулай.

Тыңлай торғас төшөндөм мин

Йырына елдең:

“Был бит һинең, был бит һинең

Бала саҡ ине…”

Тишек итек, йыртыҡ күлдәк,

Ҡалын сәс үтә,

Көҙгө елдәр йәш йөрәкте

                                   Тетә лә тетә…, тип яҙа әҙибә үҙенең бер шиғырында

бала сағы тураһында.

Бала сағын сәхнәләштереү.

Сәхнәгә Зәйнәбтең яхирәте күтәрелә. Ҡулында ҡурсаҡтары

Әхирәте: Әйҙә инде, зәйнәб, мин һиңә ҡурсаҡтарымды күрһәтәм. Әсәйем кисә генә текте. Икәүләп ҡурсаҡ уйнарбывҙ.

Зәйнәб :(Уға яҡынлаша.) Әйҙә һуң!

Әхирәте:(Ҡурсаҡтарын күрһәтә.) Быныһы әсәһе, быныһы ҡыҙы. Ана ниндәй матур күлдәк теккән уға әсәһе. Бигерәк яраталыр ҡыҙын…

Зәйнәб: (Күңелһеҙ генә.) Эйе шул. Их, әхирәт минең дә әсәйем булһа шундай матур – матур күлдәктәр тегер ине…

Әхирәте:( Уны ҡосаҡлап.) Ярар инде әхирәт, бошонма. Ҙурайғас, һин иң-иң матур күлдәктәр кейерһең әле. Үҙең дә матур итеп тегерһең.

Зәйнәб :(Йәнләнә төшә. Мин тегеүе түгел,ә уҡытыусы буласаҡмын.  

Бына ошондай бәләкәс матур-матур ҡыҙҙарҙы уҡытҡым килә. Атайым

кеүек.

Әхирәте: Зәйнәб, уҡытыусы булыр өсөн күп уҡырға күп белергә кәрәк

тә баһа

Зәйнәб: Ә мин биллаһи, уҡыясҡмын, күп беләсәкмен, шунан балалар уҡытасаҡмын.

Әхирәте: Әй әхирәт булыр ул һинән. Һин бит үҙһүҙле, ныҡыш. Алдыңа алғандан ҡайта белмәйһең

Зәйнәб:( Бөтөнләй күңелләнеп китеп.) Әхирәт,әхирәт, әйҙә Эйек буйына мин һиңәөләсәйедән ишеткән әкиәттәрҙе һөйләрмен.

Әхирәте :Әйҙә, Зәйнәб, әйҙә! Ҡурсаҡтарҙы алайыҡ үҙебеҙ менән.

 1 –се алып барыусы: Яҙыусының бала сағы фәҡәт ҡараңғы көндәрҙән генә тормаған, уның сыуаҡ көндәре лә булғандыр…

Бикбаева Миләүшә һәм Сыңғыҙова Гөлнур башҡарыуында бейеү.

Проекторҙа –Йәшлек осорон һүрәтләүсе  фотоһүрәттәр…

2-се алып барыусы: Нисек кенә булһа ла балалыҡ йылдары күҙ асып йомғандай үтеп китә. Алда Зәйнәб апайҙы онотолмаҫ йәшлек йылдары көтә.

Әҡсәнова Рима яҙыусының Онотолмаҫ йәшлек йылдары шиғырын уҡый.

1 –се алып барыусы: Зәйнәб апай 1924 йылдың көҙөндә Ырымбур ҡалаһында Карауанһарайҙа асылған педагогия техникумына уҡырға инә.

2-се алып барыусы: Бында уҡыу йылдары, ундағы зыялы кешеләр менән аралашыу, буласаҡ яҙыусы, журналистар менән бер ҡаҙанда ҡайнау Зәйнәб апайҙың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдыра.

1 –се алып барыусы: Бөйөк Ватан һуғышы бөтә халыҡ өсөн ауыр һынау булды. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Зәйнәб апай Биишева партия сафына инә.

 2-се алып барыусы: 1942 йылда әҙибәнең “Партизан малай” исемле тәүге китабы донъя күрә. Был әҫәрендә ул ҡулға-ҡул тотоношоп, бөйөк Еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән тыл һәм фронт геройҙарын һүрәтләй.

(Партизан малай әҫәрен сәхнәләштереү.)

Өҫтәл  артына  Павло ултыра. Ирек килеп инә.

Павло:Бына үҙең дә килеп еттең! Атай менән әсәйем фронтҡа ебәреүҙәрен һорап военкоматҡа ғариза бирергә киттеләр. Мин дә хәҙер яҙып бөтөрәм дә һинең яныңа йүгерәйем тип ултыра инем әле.

Ирек: Ә мин үҙем килеп еттем.

Павло: Беләһеңме дуҫ, әйҙә беҙ ҙә китәйек.

Ирек: Ҡайҙа

Павло: Фронтҡа

Ирек: Нисек. Малайҙарҙы алалармы унда

Павло:Бына инде, нисек тә нисек имеш. Ниңә алмаһындар ти  Белһәң, Аркадий Гайдар 15 йәгендә командир булған.  Бына ниек! Әйҙә, беҙ ҙә икәү китәйек.

( Ирек нимә әйтергә белмәй аптырап ҡала.)

Павло: Ниңә беҙгә фронтҡа китмәҫәкә Бер фашисты атып йыҡһаҡ та ни тора бит. Эйе бит.

(Дуҫының яурынын тотоп һелкетә.) Ишетәһеңме, әйҙә киттек.

Ирек:Әйҙә китәйек һуң булмаһа.

Павло: ( Иректе елтерәреп өҫтәл янына ултырта.) Киттек, дуҫҡай. Йә,яҙ ғаризаңды.

(Яҙалар, уҡып ҡарайҙар, йыртып ташлайҙар, тағы яҙалар.)

Ирек: Йә, уҡышып ҡарайыҡ әл кем шәберәк яҙҙы икән.

Павло:(Етди тауыш менән бойора.) Уҡы, тыңлайым.

Ирек: Юҡ, тәүҙә һин уҡы!

Павло: Йә, ялындырып торма инде уҡы, уҡы.

Ирек: Тик һин көлмә йәме! Мин ғаризаны ғүмеремдә беренсе тапҡыр яҙам бит (уҡый башлай.)

 “Комиссар ағай! Мин гүзәл тыуған илебеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлаусылар сафына баҫырға теләйем. Бер нәмәнән дә ҡурҡмай батыр ҡыйыу һуғышасаҡмын. Мин мылтыҡтан мәргән атам. Граната ла ырғыта беләм. Комиссар ағай мин һеҙгә дошманды аяуһыҙ туҡмарға тигән пионер һүҙемде бирәм. Мине иң алғы фронтҡа, мөмкин булһа атайымдың часына ебәреүегеҙҙе үтенәм.

     Пионер Ирек Илъясов”.

(Ирек битенән тир бөртөктәрен ҡул һырты менән һөртә лә кәйефһеҙләнеп урынына ултыра.)

Павло:( Рәхәтләнеп ҡысҡырып көлә.) Комиссар ағай, комиссар ағай имеш…Дилбегәнән оҙон, һыуҙан шыйыҡ ғаризаң. Бына нисек яҙалар уны.

(Ул һүҙҙәренә көс бирергә тырышып уң ҡулән һелтәй-һелтәй уҡый башлай.)

“Иптәш комиссар! Беҙҙең бәхетле балалығыбыҙҙы урларҡа килгән фашистарға ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләйем. Фронтҡа, бөгөндән үк фронтҡа ебәрегеҙ мине.

Пионер Павло”

Павло: (Дуҫының күҙенә туп-тура ҡарап, ғорур тауыш менән.) Йә, нисек сыҡҡан

Ирек: Ул тиклем шәп түгел дә инде, ну, ярар…

Павло: Эйе шул, шулай ҙа аңларҙар беҙҙе. Эйе бит дуҫ, әйҙә киттек военкоматҡа. (Йүгереп сығып китәләр.)

1 –се алып барыусы: Партизан малай – яҙыусының донъя күрәсәк бөтә оло ижадының башланғысы булды.

2-се алып барыусы: 50-се йылдарҙа Зәйнәб Биишева күп яҡлы төрлө жанрҙа эшләүсе яҙыусы булып таныла. Ул хикәйәләр, повестар, драма әҫәрҙәре, поэмалар, очерктар һәм шиғырҙар яҙа.

1 –се алып барыусы: Әҙибәнең күп шиғырҙары йөкмәткеһе буйынса халыҡ йырҙарына яҡын.

Сәхнә артында тауыш

Күкрәп киреп һуҙып йыр йырлаһам,

Өр-яңынан ергә тыуам мин.

Күңелемдә серле шиғри ялҡын

Һүнмәҫ, һүрелмәҫтәй тоям мин.

Йәшәһен йыр!Сая йыр шишмәһе

Тиртеп торһон һәрр бер йөрәктә.

Йыры барҙың –эше лә бар уның,

Бөтмәҫ көсө лә бар беләктә,

тип яҙа әҙибә үҙенең Йәшәһен йыр шиғырында.

Әхмәрова Рита Миләш йырын башҡара.

2-се алып барыусы:50-60-сы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре З.Биишева ижадында яңы этап булды тип әйтһәң, һис яңылыш булмаҫ.

1 –се алып барыусы:(Проекторҙа – китабы.) З.Биишева үҙенең төп әҫәре –Яҡтыға трилогияһына ана шулай ҙур ижади тәжрибә туплап килде. Трилогияға ингән өс романда айырым кешеләрҙең, ғаиләләрҙең, бер нисә быуын кешкләренең яҙмыштары аша, кәмһетелгән, ләкин бер ҡасан да кәмһенеп, меҫкен булып ҡалмаған, иҙелгән, ләкин баш эймәгән ғорур  халҡының 1917 йылғы боролошло йылдарға килеү юлдары һүрәтләнә.

 2-се алып барыусы: З.Биишева әҫәрҙәре башҡа бик күп телдәрҙә донъя күрҙе. Уның роман һәм повестары рус теленә тәржемә ителеп, ҙур танылыу тапты.

Мөлөкөва Лилиә “Хотела бы я знать” шиғырын уҡый.

Во что я превращусь, когда умру,-

В траву, золу, в искрящиеся волны

А может стану глиною простой –

Тяжелою, намокшей и безвльной

Ну что ж, яна родной земле согласна

Хоть глиной стать –бездушной и безгласной,

И превращусь в рабочую пчелу

Вся от пыльцы и солнца золотая,

Трудиться буду снова день –деньской,

 Цветущие лужайки облетая.

И свой душистый, свой целебный мед

Перед друзъями радостно поставлю –

Пусть добрые их лица озарит

Любовь моя янтарная, густая.

Плакучую березою вернусь

Крацавцем стройным тополем Калиной

Ах превратиться бы в могучий дуб,

Всесильного лесного исполина!

Я для друзей бы сделелесь бы шатром,

Защитою от ливня и от града,

А в жгучий жар моя густая тень

Дарила бы им отдых и прохладу.

И благодарна-зной и гроза-

Мне в пояс поклонились бы друзья.

 1 – се алып барыусы: Бәләкәйҙән үк хеҙмәт һөйөп үҫкән, тынғыһыҙ йәнле, тура һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле, ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған Зәйнәб Биишева тик тырыш хеҙмәт, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе бөтәһенән дә өҫтөн күрҙе, оло маҡсатына һәр саҡ тоғро булып ҡалды.

 1– се алып барыусы:Ошо турала әҙибәнең үҙенең ауыҙынан ишетәйек.

(Зәйнәб Биишеваның үҙенең уҡыуында “Бәхет өләшәм” шиғыры яңғырай.)

2-се алып барыусы: (Проекторҙа – наградалары.) Халҡы ла уны яратты, хөрмәт итте. Тырыш, ижады хеҙмәттәре өсөн ул өс мәртәбә “Почет билдәһе” ордены менән наградланды. Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән арҙаҡлы исем Зәйнәб Биишеваға беренсе булып бирелә.

2-се алып барыусы: Эйе, Зәйнәб апайҙың ғүмере бушҡа үтмәгән. Уның тормош юлына, ижадына иң ҙур баһа – халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы.

1 –се алып барыусы: Бына ошо залда ултырыусы ҡайһы бер кешеләргә оло әҙибә менән яҡындан танышыу, аралашыу бәхете тейҙе.

2-се алып барыусы: Ғилметдин Шәйхетдин улы, үҙегеҙҙең хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

(Ғилметдин Шәйхетдин улы һөйләй.)

 1 –се алып барыусы: Ә бына Зәкиә Ғайса ҡыҙы уның менән хат яҙышыу, уны күреү, аралашыу бәхетен кисерә.

                                     (Зәкиә Ғайса ҡыҙы һөйләй.)

                                   Сәхнә артынан “Дуҫтарға” шиғыры уҡыла.

Ауыр юлды бергә-бергә үттек.

Еңеүгә лә килдек күмәкләп.

Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән

Дуҫтар атлағанын терәкләп.

Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да

Яҡын булып йылы һирптегеҙ.

Беләккә көс, йөрәккә дәрт өҫтәп,

Һаман алға бергә илттегеҙ.

Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ,

Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым.

Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар,

Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым.

Маҡтау йырла, шағир! (Йыр)

(Уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы башҡара.)

Сәхнәгә алып барыусылар сыға.

 2-се алып барыусы: Беҙҙең кисәбеҙ аҙағына яҡынлашты. Әҙибәнең Мәккәһе – Күгәрсен ерендә яңынан осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

 1 –се алып барыусы:

Йылдар үтер. Иң сағыу йондоҙҙар ҙа

Һүнер бер саҡ ғәләм күгендә.

Әммә Зәйнәб апай исеме, уның рухы

Мәңге йәшәр халҡы күңелендә!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Зайнаб Биишева

Зайнаб Биишева...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"

План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....

внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"

внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....

Современный урок по творчеству З. Биишевой.

Урок посвящен творчеству З. Биишевой. В следующем году мы отмечаем 105-летний юбилей народной писательницы. Сценарий урока состоит из предметной и метапредметной тем. На урок приглашаются психолог и с...

Зайнаб Биишева.Певица красоты и света

Мероприятие для учащихся среднего и старшего звена. Посвящается юбилею известной башкирской писательницы З.Биишевой.Учащиеся в ходе мероприятия более тестнее знакомятся с жизнью и творчеством народной...