Ҡоштар
проект (6 класс) на тему

Ахметова Регина Ильфатовна

Башҡортостан ҡоштары темаһына дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon koshtar.doc60.5 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ

ОКТЯБРЬ РАЙОНЫНЫҢ  37 -СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ ДӨЙӨМ МӘҒАРИФ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Башҡортостан ҡоштары

(дәрес-план )

Башҡарҙы: башҡорт теле уҡытыусыһы

Әхмәтова (Закирова) Р. И.,

Программное обеспечение:  учитель информатики и ИКТ

Семенова И. М. (высшая категория)

        Өфө- 2011

«Башҡортостан ҡоштары»   темаһына

рус  мәктәбенең VI   класында башҡорт теле дәресе

Маҡсат: 

1. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу;

2. үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү,  диалогик телмәрҙе үҫтереү;

3. экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә, ҡоштарға  һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  ҡоштарҙы кәүҙәләндергән   һүрәттәр, карточкалар, мультимедиа проекторы, компьютерҙар

Программное обеспечение: Методическое пособие “Птицы”. ( Macromedia Flash 7.2). Для корректной работы данного приложения требуется наличие  вложенного башкирского шрифта, Macromedia Flash Player 8 и выше, колонки. Так же программу можно открыть через Internet Explorer7.2.  

Дәрес барышы

     I. Ойоштороу мәле.

-  Уҡыусылар!  Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ. 

Алтын ҡояш, һаумы!

                Зәңгәр һауа, һаумы!                

Шаян елкәй, һаумы!

                 Кескәй имән, һаумы!

                Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -

        Сәләмләйем һеҙҙе лә.

Ултырығыҙ.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.  

Таҡтаға һүҙҙәр һәм тиҙәйткестәр яҙылған

Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.

тәбиғәт                       ҡоштар             һайы9ҡан         бүҙәнә                          

турғай             ҡарлуғас                  беҙҙең

яҙ                 ҡош           төйәк          тыуған ил       иң ҙур      

Тамсы тама яҙ ғына,

Күңел тулы наҙ ғына!

Ҡоштар ҙа яҙ һайраша,

Кейенә яҙ байрамса.

Яҙҙы һөйгән өсөн дә

Артып китә көсөм дә;

Хыялыма атланам,

Шатланам мин, шатланам!                                      

  1. Тиҙәйткестәр уҡыу.

а) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

б) Ҡарға әйтә: Ҡарр! Ҡарр!

Мейестә бәлеш барр, барр!

Мейестән бәлеш алыр инем,

Өйҙә ҡунаҡ барр, барр!

III. Өйгә эште тикшереү.

          Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү.  ( 93-сө бит, 128-се күнегеүҙә бирелгән  тексты  2 уҡыусы һөйләй )

 Текст буйынса  һорауҙарға яуап биреү.

 -  Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?

 - Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?

 

IV. Маҡсатты әйтеү.

Бөгөн беҙ дәрестә Башҡортостан ҡоштары тураһында   һүҙ алып барабыҙ.

V.  Яңы  материал.

1) Дәфтәрҙә числоны, теманы, һауа торошон яҙыу.

 - Бөгөн көн ниндәй?  (Бер уҡыусы таҡтала һауа торошон яҙа)

 2) Әңгәмә.

        - Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Күктә алһыу ҡояш нур һибә, йылы яҡтан ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштар тыуған яҡтарын һағынып ҡайта. Улар яҙ килеүгә шатланып: “Яҙ килә! Яҙ килә!” – тип һайрайҙар. Әйҙәгеҙ , беҙ ҙә уларға ҡушылып шатланайыҡ, уларҙы йыр менән ҡаршы алайыҡ.

Ҡоштар килә, ҡоштар килә,

Ҡоштар килә теҙелеп.

Беҙ уларға ҡул болғайбыҙ:

“Тиҙерәк килегеҙ!” – тиеп.

3)  - Уҡыусылар,  хәҙер компьютер алдына ултырығыҙ, беҙ һеҙҙең менән ҡоштар темаһына бәйле булған күнегеүҙәр эшләйбеҙ. (Был өлөштә эштең ике варианты  тәҡдим ителә: әгәр ҙә кабинет компьтерҙар менән йыһазланған икән, һәр уҡыусы үҙ компьютеры алдына ултыра, эште тулыһынса шунда ғына башҡара. Текст документын асып тәржемә эшен дә компьютерҙа башҡаралар, үҙ фамилиялары аҫтында һаҡлайҙар, һуңынан уҡытыусы компьтерҙарҙағы тәржемәләрҙе йөрөп тикшерә һәм баһа ҡуя.  һәм, икенсе вариант, кабинетта бер генә компьютер булһа, уҡытыусы күнегеүҙәрҙе экранға сығара һәм балалар дәфтәрҙә яҙып эшләйҙәр)

 А) Ошо тексты рус теленә тәржемә итегеҙ:

Ҡарлуғас – ласточка

Ямғыр алдынан ҡарлуғастар түбәндән генә оса. Көн болотлай. Шул саҡта ҡарлуғас ашай торған бөжәктәр ергә яҡын төшә. Кещеләр ҡарлуғасҡа ҡарап, ямғыр яуырын алдан белә. Көн аяҙайғас, ҡарлуғастар юғарыға күтәрелә.

Бөтә балалар эште башҡарғас, уҡытыусы тиҙ генә тикшереп сыға, һуңынан экрандарҙа рус телендә тәржемәһе сыға, уҡыусылар үҙҙәрен дә тикшерә алалар, үҙ хаталарын күрәсәктәр.

Б) – Балалар, хәҙер инде, ҡоштарға бәйле булған кроссворд сисәйек.

(Шулай эш компьютерҙа)

В) Уҡыусыларға рус һәм башҡорт телендә һөйләмдәр тәҡдим ителә, улар ошо һөйләмдәрҙе бер-береһенә тап килтерергә тейештәр. (Был күнегеү ҙә ПК ярҙамында эшләнә)

Физминут. “Ҡоштар остолар, остолар”

  1. һүрәттәр  менән эшләү.

Уҡытыусы балаларға ҡоштар төшөрөлгән һүпрәттәр, фотолар күрһәтә, ә улар танып исемдәрен ике телдә әйтергә тейештәр.

VI. Өйгә эш биреү.

- Һүҙҙәрҙе  ҡабатлағыҙ.?оштарҙы һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөгөҙ, киләһе дәрескә үҙегеҙ төшөргән һүрәт  буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.

VII.  Йомғаҡлау.

-  Балалар, ҡоштарҙы һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?  

  Уҡыусылар  дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.

 Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.

Бөгөн беҙ нимәләр белдек? Нимәләр өйрәндек? (Яуаптар). Бына ни тиклем күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ бөгөн дәрестә. Афарин! №еҙ ҡоштарҙы танып ҡына ҡалма9һығыҙ, уларҙы һаҡларһығыҙ, ҡыш көндәрендә ярҙам итерһегеҙ тип ышанам.

  Алдағы  дәрестә беҙ ҡоштар тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар

Башҡорт теле,2-се класс...

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар

беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында презентация...

"Йорт ҡоштары" занятие на курсах будущих первоклассников

Занятие для детей старшего дошкольного возраста...

Ҡоштар темаһы буйынса презентация.

Ҡоштар темаһы буйынса презентация....

"Башҡортостан ҡоштары", 6-7 кластар өсөн

Бирелгән материалды дәрестә һәм башҡа сараларҙа ҡулланырға мөмкин....