Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар
методическая разработка по теме

Башҡорт теле,2-се класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon koshtar-bezzen_dustar.doc318.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар

Маҡсат. 1. Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү. 2. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү. 3. Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.

Йыһазлау. Ҡоштарҙың һүрәте, тауыштары яҙылған фонояҙма, һорауҙар һәм яуаптар яҙылған карточкалар, "Тәбиғәттә кәмеүсе ҡоштар һәм бөжәктәр" плакаты, "Ҡанатлы дуҫтар" темаһына һүрәттәр күргәҙмәһе,презентация

Дәрес  барышы

I. Инеш һүҙ. Хөрмәтле   балалар!  Тыуған еребеҙгә шаулап, гөрләп яҙ килә! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайта. Беҙ уларҙы ҡаршы алырҙа әҙерме? Бөгөн шул хаҡта һөйләшербеҙ.

Уҡыусыларҙың сығышы.

1.Эй, талпынып ҡайтҡан, ҡошҡайҙарым

Тыуған еркәйҙәргә ни етә!                                                                                                      Һәр ботағы, һәр япрағы яҡын,

Һәр һулышы күңел елкетә,

— Тыуған еркәйҙәргә ни етә!

   2.”Сыйырсыҡ”.Р.Ғарипов.

3.        Һайрағыҙсы, һайра, ҡошҡайҙарым,
Яҙҙарыбыҙ нурлы, ләйсәнле
Ғорур башы зәңгәр күккә ашҡан
Урал таулы илем, эй, йәмле!

Уҡытыусы. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ беҙгә ашыға. Юлда улар күпме ауырлыҡтар ки-серә. Бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр.

Күсер ҡоштар.Әңгәмә.

II.        "Ҡоштарҙы таныйһығыҙмы?"

III.        "Ниндәй ҡош?" Уҡыусылар йомаҡ ҡоя.

1.        Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар,

Ҡош батшаһы ул — ... (бөркөт.)

2.        Урман ярып ухылданы,
Төшкәс тә эңер.

Ике күҙе шәмдәй яна,

Таң атҡас һүнер. (Өкө.)

3."Ҡыж-ҡыж" тиеп тауыш бирә,
Мороно, — гүйә, көрәк.
Йылы яҡтан яҙын ҡайта,
Ниндәй ҡош тиһең?
(Өйрәк.)

4.        Ағастағы бөжәктәрҙе
Аямай ҡыра бирә.
"Туҡ-туҡ" иткән тауышына
Күмелә эргә-тирә.

Ул бигерәк әүәҫ икән

 Ҡыу ағастағы ҡортҡа.

          Шуға көн дә иртә таңдан

          "Туҡ-туҡ" килә... (тумыртҡа).

5.Быйыл яҙҙар күкрәп килә,
Гөрләп торҙо урман-ҡыр:
Үҙе мөғжизә, ҡарап тороу,
Туй үткәргән саҡта... (ҡор).

  1.  Аяҡтары уның оҙон,

Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.

Яҙын ҡайтҡас, ниңә көҙөн китә,

 "Тор-райыҡ" тиһә лә... (торна).

7.Әсәй көтә был ҡоштарҙы,
Улар тоя һейөү, наҙ.
Бәпкәләрен сығарғанда,
Шатлығынан бейей... (ҡаҙ).

8."Тарттым, тартт", —тип ҡысҡыра,
       Үҙе бер йөк тә тартмай.

Ҙур эш башҡарған кеүек

Маҡтана көн дә.. (тартай).

IV. "Ҡоштар тураһында нимә беләһең?" викторинаһы.

1."Кемгә  нимә оҡшай?"  (Һүрәттәрҙе парлау:  миләш,   ҡуңыҙ,   сысҡан,   өкө,   гумыртҡа,  ҡыҙылтүш һ.б.)

2.        "Рәссам нимә онотҡан?" (Уҡыусылар берәмләп   таҡта   янына   сығып,   эшләп бөтөлмәгән һүрәттәрҙе эшләйҙәр.)

а)        "Ҡайҙа нимә томшоғо?"

б)        "Ҡайҙа нимә аяғы?"

3."Һорауҙар — яуаптар". Төркөмдәрҙә эш. (Дөрөҫ яуаптарҙы һайлау.)

а)        Яҙ көнө ҡоштар ни өсөн ҡайталар?

  1. Сөнки был ваҡытта йылы яҡта ҡыш башлана.
  2. Сөнки беҙҙең яҡта көндәр йылына һәм ҡоштарға ем арта.

б)        Яҙ  кешеләр  ниндәй  ҡоштарға  оя әҙерләй?

(Ҡара ҡарғаға, турғайға, барҡылдаҡҡа, һабан турғайына, сыйырсыҡҡа, сәүкәгә.)

в)        Һабан турғайы ҡайҙа оя ҡора?

  1. Урманда ағас башында.
  2. Баҫыуҙа йә болонда ерҙә.
  3. Ҡыйыҡ аҫтында, балконда.

г)        Яҙ көнө бөжәктәр иртәрәк күренәме әллә ҡоштармы?

1. Ҡоштар.

2 Бер ваҡытта күренәләр.

3. Бөжәктәр.

д)          Ҡайһы яуап дөрөҫ?

  1. Беҙгә беренсе ҡара ҡарғалар, шунан сыйырсыҡтар, һуңынан һабан турғайҙары
    килә.
  2. Беҙгә беренсе сыйырсыҡтар, шунан ҡара ҡарғалар, ә һуңынан һабан турғайҙары килә.
  3. Беҙгә ҡара ҡарғалар, һабан турғайҙары, сыйырсыҡтар бер ваҡытта килә.

е) Ниндәй (күсмә) ҡош оя ҡормай? (Барҡылдак, ҡыҙылтүш, һарыҡаш, аҡсарлаҡ, яр ҡарлуғасы, кәкүк.)

ж)

V.   Ижад ит.

Барһам урманға әгәр:  

тиҙәр дуҫтарым һаумы.

ала ҡаршы ҡыуанып,

ҡаға ҡоштарым ҡанат.

VI.Презентация ҡарау.

VII.Кроссворд.

VIII. "Экология өсөн көрәшәйек". (Уҡыусыларҙы тыңлау.)

      1. Ҡош ояларын туҙҙырма

  1. Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотма!
  2. Урманда   үҫемлектәрҙе,   бөжәктәрҙе,   ҡош   ояларын   тапамаҫ   өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә тырыш!
  3. Урманда   һәм   паркта   шаулама, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытырһың.
  4. Тәбиғәтте сүпләмә!

IX.        "Тәбиғәттә бөтөп барған ҡоштар һәм бөжәктәр" таблицаһы ярҙамында был
бәләнең сәбәптәрен таптырыу.

X.        "Кем   күберәк?"   уйыны.
(Уҡыусылар ҡош исемен әйтеп тупты тоталар)

XI.        Йомғаҡлау. Өйгә эш. Инша.


Согласовано

Зам.дир.по УВР

_______    Хафизова Р.А.

“Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар”

(Башҡорт теле, 2-се класс)

        Әҙерләне:

                                                                                    Сөләймәнова Г.З.

                                                                                      Үткәреү ваҡыты:

                                                                                            19.04.2010


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар

беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында презентация...

Ҡоштар

Башҡортостан ҡоштары темаһына дәрес...

"Йорт ҡоштары" занятие на курсах будущих первоклассников

Занятие для детей старшего дошкольного возраста...

Ҡоштар темаһы буйынса презентация.

Ҡоштар темаһы буйынса презентация....

"Башҡортостан ҡоштары", 6-7 кластар өсөн

Бирелгән материалды дәрестә һәм башҡа сараларҙа ҡулланырға мөмкин....