Ахметова Регина Ильфатовна

сайт учителя башкирского языка

Профессия: преподаватель башкирского языка

Профессиональные интересы: развитие устной и письменной речи обучающихся, использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Увлечения: кулинария, чтение

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: город Уфа

Место работы: МАОУ Школа № 37

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ahmetova-regina-ilfatovna
Белемле булыу ғына етмәй, уны ҡуллана белергә лә кәрәк
Цицерон

Чтобы быть хорошим преподавателем, нужно любить то, что преподаешь, и любить тех, кому преподаешь. 

В. Ключевский

О себе

Минең педагогик оҫталығым (эссе)

Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, күпме аң,  балаларға һәм кешелеккә булған күпме мөхәббәт хистәре туплаған был  һүҙҙә...  Алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл һәм зиһен менән кескәй генә сабыйҙарҙан Шәхес  үҫтереүсе, тәрбиәләүсе.

Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

Уҡытыусы - бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк, хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә үрләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы  һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.

Мин үҙ фәнемде яратам. Һәр бер предмет уҡытыусыһы үҙ фәне аша бөгөнгө көн проблемаһын уҡыусыларға еткереү һәм уларҙы сисеү юлы өҫтөндә эшләй. Беҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә: балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, мәҙәниәтле һәм белемле итеү, кешелеклелек һәм милли тәрбиә үҫтереү.

Балалар менән эшләү – ҙур бәхет ул. Улар уҡытыусыны илһамландыра, ҡанатландыра, ышаныс тыуҙыра. Уҡыусының дәрескә ҡыҙыҡһынып килеүе бик мөһим. Бөгөнгө көндә, бәхеткә күрә, төрлө метод һәм саралар, технологиялар бар.

Уҡытыусы һәр ваҡыт һөнәр белемен ҡамиллаштырырға тейеш, сөнки йәмғиәт үҫеше алға бара. Белем күтәреү курстарында уҡыу, семинарҙарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, коллегалар менән аралашыу – былар барыһы ла педагогик оҫталыҡты үҫтерә. Беҙ һәр саҡ үҙ белемебеҙҙе күтәреү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле һөҙөмтәләр бирә.

Заман һулышы менән бер аҙымда атларға, XXI быуат уҡытыусыһы булырға, уҡыусыларҙы предмет менән ҡыҙыҡһындырырға, иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн яңы технологиялар үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланырға тырышам.

Дәрестән уҡыусы ижад итергә, нимәҙер уйлап табырға теләй икән, ул осҡондо һүндермәйенсә, ялҡын итеп ҡабыҙып ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ балалар менән дәрестән тыш сараларҙа ҡатнашыу бик мөһим. Уларҙың һәр яҡлап ижади таланттары тормошҡа аша.

Уҡытыусы һөнәрен хаҡында бәләкәйҙән хыялланманым. Бишенсе синыфҡа тиклем рус мәктәбендә белем алдым. Өфөгә күсеп килгәс, әсәйем башҡорт лицейына уҡырға бирҙе. Инглиз телен ныҡлы өйрәндек, шул ваҡытта тәржемәсе булырға ниәтләгән  инем. Ваҡыт үтә торғас, маҡсаттар ҙа үҙгәрҙе. Әлеге көндә уйланып, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡарағанда, ошо һөнәрҙе һайлауға үҙ уҡытыусыларым ярҙам иткән тигән ҡарарға киләм. Класс етәксеһе, башҡорт теле уҡытыусыһы, Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы, үҙ эшен яратып, бөтә булмышы менән уҡыусыларға хеҙмәт итеүе менән хайран ҡалдыра ине. Әлеге көндә уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем,  яратҡан эшем ҡанат ҡуя,  дәртләнеп эшләйем.  Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.

Башҡорт һәм туған тел дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе,  рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала – талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк.

XXI быуат... Башҡа заманалар менән сағыштырғанда, толпар атта түгел, иң алдынғы технологиялар ҡулланып эшләнгән  еңел машинала елдереп үтеп бара төҫлө.  Бөтә нимә тиҙлеккә, етеҙлеккә бәйләнгән. Тап шундай ваҡытта, техника кеше аңынан күпкә алдараҡ, иртәрәк ҡамиллашҡан заманда, кеше яҙмышында уҡытыусының роле тағы ла мөһимерәк икәне иҫбатлана. Эйе, иҫбатлана. Быны ваҡыт үҙе күрһәтә. Бер ниндәй замана технологиялары кешене, аңлаусан, талапсан, яғымлы, иғтибарлы, ихтирамлы кеше йылыһын алмаштыра алмай.

     Әммә ваҡыт уҡытыусы алдына яңы бурыстар ҡуя. Ул хәҙер төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарын алдан тойған, кеше күңелен яҡшы анлай белгән, мәғлүмәтле кеше булырға тейеш. Бөгөнгө көндә мәғлүмәт күп. Кеше теләйме, теләмәйме, ул төрлө сағыу реклама ҡағыҙҙарынан, баннерҙарҙан, интернет селтәрҙәренән аяуһыҙ рәүештә кеше күңелендә урын эҙләй. Тап уҡытыусы ошо сикһеҙ мәғлүмәт даръяһынан иң кәрәклеһен һайлап алырға өйрәтеүсе кеше булып тора. Кеше үҙенең эшләгән эше менән матур, тиҙәр. Ә беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәһе – һәр баланың бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа үҙ юлын табыу. Улар иманлы, шәфкәтле, миһербанлы икән, тимәк хеҙмәтебеҙгә яҡшы баһа ҡуйырға мөмкин. Тулыһынса яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү мөмкин түгел, әммә эшебеҙ ни тиклем матур булһа, киләсәгебеҙ ҙә шул тиклем яҡты тигән һүҙ, сөнки киләсәгебеҙ бабалар ҡулында.

Уҡытыусының уңыш сере – балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог та булырға тейеш.  Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр  итеп  йәшәйем һәм эшләйем. Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы - минең булмышым!

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Произведения Зайнаб Биишевой, в частности трилогия "Униженные", роман Яныбай Хамматова "День рождение", романы Диниса Булякова

Мой взгляд на мир


Моё портфолио

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!      Рәми Ғарипов

 

"Распознать, выявить, раскрыть, взлелеять, выпестовать в каждом ученике его неповторимо-индивидуальный талант - значит поднять личность на высокий уровень расцвета человеческого достоинства"  В. А. Сухомлинский

  

Добавить грамоту в портфолио