Календарно-тематическое планирование
календарно-тематическое планирование (5 класс) на тему

Шарипова Айгуль Минивасильевна
 

 

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Рабочая программа по ФГОС59.04 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек.  Өфө : Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө  2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө  Китап  2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн.  Өфө : Китап, 2014.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп!  (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (9 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (10 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (5 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең  Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (4 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән. (4 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (5 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (3 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(4 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар. Йәйҙе ҡаршылайбыҙ (10 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

V  класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

 Күсереп яҙыу-1

 Һорауҙарға яуаптар-1

 Диктант-4

 Изложение-2

 Инша-2

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн календарь-тематик план

Тема

Сәғәт һаны

Дәрес-лек бите

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Дата

факт

I

Һаумы, мәктәп! (8сәғ.)

1

Белем көнө. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

3-6

Мәктәп, уҡыу, белем алыу темаһын бергә “Көҙ” темаһы менән бәйләү; йәйге каникулды нисек үткәреүҙәре тураһында әңгәмәләшеү, фекер алышыу;                                                        был темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйлә-нештәрҙе, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, һүҙлек запасын байытыу өсөн яңыларын үҙләштереү.

2-3

Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. Ғ.Рамазанов. “Йәшә, тыуған ерем!”

2

6-10.

4

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

1

11-13.

5-6

Исем. Исемдең күплек ялғауы. Р.Солтангәрәев. ”Шағир”.

2

13-18.

7

Һөйләмдә һүҙҙәр тәрбибе. Уҡыусылар.

1

18-20.

8

Күсереп яҙыу. “Көҙгө урман.”

1

Карточ-ка

II

Үҙем тураһында (9 сәғәт)

9

10

Хаталар өҫтөндә эш. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Танышыу.Исемдең килеш менән үҙгәреше. Беҙҙең ғаилә.

1

1

21-25

26-30

Тема барышында уҡыусыларҙы үҙҙәре, үҙенең ғаилә ағзалары, яҡын кешеләре  тур-да һөй-ләргә, үҙенең бөгөнгө, киләсәк пландары, уй-хыялдары менән уртаҡлаша белергә  өйрәтеү.

11

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.Башҡортостан йылғалары.

1

30-33

12

Ҡылым тураһында төшөнсә. Көн режимы.

1

33-35

13

Сифат. Сыбар тауыҡ.

1

35-36

14

Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаш-тарының килеш менән үҙгәреше

1

36-38

15

К, ҡ, п тартынҡыларының сиратлашыуы. Артурҙың бер көнө.

1

38-41

16

Эйәлек алмаштары. И.Бураҡаев. “Башҡа халыҡтар шәжәрә яҙғанмы?

1

41-43

17

Контроль диктант.  “Аҡмуйын”.

1

д/й. 13

III.  Йыл миҙгелдәре (10 сәғәт)

18

Хаталар өҫтөндә эш. Һорау алмаш-тары. И.Бураҡаев. “Беҙ тәбиғәт менән бергә”.

1

44-47

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙен-сәлектәр менән таныштырыу; тәбиғәт күре-нештәрен күҙәтеүҙән алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләргә өйрәтеү;                                       йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡулла-нырға

19

Һорау алмаштары. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар.

1

47-50

20-21

Күрһәтеү алмаштары. К.Ушинский. “Дүрт теләк”.

2

51-54

22

Т.Ү.Инша. “Беҙҙең яҡтарҙа көҙ”.

1

23-24

Хаталар өҫтөндә эш. Билдәһеҙлек  алмаштары.  Л.Шаһисолтанов. “Көҙгө урманда”.

2

54-60

25

Билдәләү алмаштары. М.Дилмөхә-мәтов. “Сәскә менән күбәләк”.

1

60-62

26

Кластан тыш уҡыу.

1

27

Юҡлыҡ алмаштары. Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе”.

1

62-64

IV  Башҡортостанды беләһеңме? (5 сәғәт)

28

Башҡортостанды беләһеңме?

1

65-68

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән танышты-рыу;                                                                                    уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Баш-ҡортостандың – тарихы, уның байлығы, күренеклешәхестәре хаҡында еткереү.

29

Ҡушма исемдәр

1

68-70

30

Һан. Ҡушма һан. Ҡурай моңо.

1

70-75

31

Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау. Салауат Юлаев һәйкәле.

1

76-79

32

Башҡортостанды беләһеңме?   Т.Ү.                   Һорауҙарға яуап биреү. Һорау һөйләмдәр.

1

80-81

V   Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. (4 сәғәт)

33-34

Башҡорт телендә эйәлек төшөнсә-һе. И.Ғүмәрова.”Уңған ҡыҙ”.

2

82-86

Кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү; шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт биреү.

35

Контроль диктант “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ.”

1

д/й. 15

36

Хаталар өҫтөндә эш.   Дарыу үләндәре.

1

86-88

VI   Яңы йыл менән! (4cәғәт)

37

“Ҡылым” темаһын ҡабатлау. Ф.Иҫәнғолов. “Алдаҡсы йондоҙ-ҙар”.

1

89-92

Ҡыш миҙгеле буйынса белемдәрен артабан да үҫтереү;                                                                        ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл, фәҡәт байрамдар менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр бай-рамдың үҙенә генә хас күренештәре, үҙен-сәлектәре тураһында һөйләтеү.

38

Ҡылым (ҡабатлау).А.Исмәғилев. “Яуа ҡарҙар”…

1

92-94

39

Сәләм Өфөнән! Тылсымлы һүҙҙәр. Үтелгәнде ҡабатлау

1

94-98

40

Т.Ү. Инша. “Ҡышҡы уйындар”

1

95

VII  Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин. Баҙар. (5сәғәт)

41

Хаталар өҫтөндә эш. Г.Ғәлиева. “Икмәк”.

1

99-100

Аҙыҡ-түлек, баҙар, кейем-һалым һатып алыу нескәлектәренә өйрәтеү;                                                       тема буйынса һәр нәмәнең исемен хәтерҙә ҡалдырыу, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү .

42

Синонимдар. Ф. Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк”.

1

100-105

43

Синоним. Г.Абдулхаева. “Икмәк үткән юл.”

1

105-106

44

Үтелгәнде ҡабатлау. Көҙгө баҙар.

1

107-109

45

Т.Ү. Изложение. “Юлбарыҫ менән төлкө”.

1

д/й.23-сө бит

VIII  8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. (3сәғәт)

46

Хаталар өҫтөндә эш. Антонимдар. Ф.Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем”.

1

110-112

Әсәй донъяла иң ҡәҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклекте аңлатыу;                                                 ғаилә темаһына ҡағылған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, был төшөнсәләрҙе аңлатыу өсөн уҡыусыларҙың һүҙлек запасын үҫтереү; ҡотлау открыткалары яҙырға өйрәтеү.

47

Антонимдар. Ф. Туғыҙбаева. “Тыуған көн”

1

112-115

48

Антонимдар. Ә.Ихсан. “Әсә рәхмәте”.

1

15-119

IX  Яҙ етте. (6 сәғәт)

49

Омонимдар. Ә.Ихсан. “Яҙ”.

1

120-123

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белеү;                                           яҙғы тәбиғәт: ҡоштар, йәнлектәр үҫемлектәр донъяһы хаҡында белемдәрен киңәйтеү.

50-51

Омоним. Е.Кучеров. “Ҡоштар ҡасан ҡайта?”

2

123-126

52-53

Исем (ҡабатлау). Ф.Рәхимғолова. “Еңеү көнө”.

2

126-130

54

Контроль диктант.”Кем нимә ярата?”

1

д/й. 20-се бит

X   Яҙғы эштәр. (4сәғәт)

55

Үтелгәнде ҡабатлау.  К.Ушинский. “Баҡсасы һәм уның улдары.”

1

131-132

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре, баҫыу эштәре хаҡында һөйләшеү;  яҙғы эштәрҙең үҙ ваҡы-тында эшләнеүе, “Яҙғы көн йылды туйҙыра” тигән мәҡәлдең асылын уҡыусыларға еткереү.

56

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. С.Агиш. “Суфия”.

1

132-134

57

Яҙғы сәскәләр.

1

135-137

58

Кластан тыш уҡыу. Ф. Иҫәнғолов. “Һин ни эшләр инең?”

1

148-149

XI   Йәйҙе ҡаршылайбыҙ (10 сәғәт)

59

Йола байрамдары.

1

139

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһын-да мәғлүмәт биреү;                                  уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү;                                                                                           йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау, нығытыу, системалаштырыу.

60

Күнегеүҙәр эшләү.

1

61

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. С.Әлибаев.“Һаумы, йәй!”

1

138-139

62

Т.Ү.Изложение 410-сы күнегеү буйынса

1

170 иҫке китапта.

63

Хаталар өҫтөндә эш. Ә.Чаныш. “Ҡоштоң ғүмере – йырында”.

1

139-141

64

Тест һорауҙарына яуап биреү

1

65

Контроль диктант. Муйыл.

1

66

Хаталар өҫтөндә эш. Кл.тыш уҡыу.

1

146-148

67

Май айы. Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

68

Экскурсия. Яҙғы урманды күҙәтеү.

1

2015-2016  уҡыу йылына 5-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Башҡорт теле

Авторҙары:  Ғәбитов З. М., Усманова М.Ғ.                                                                           Өфө: Китап, 2014

Күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант-4

Изложение-2

Инша-2


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК «New Millennium English» 7 класс

Календарно-тематическое поурочное планирование подготовлено к УМК «New Millennium English» для 7 класса, авторы: Н.Н.Деревянко, С.В.Жаворонкова, Л.В.Козятинская, Т.Р.Колоскова, Н.И.Куз...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. Стрельникова М.: Просвещение, 2006

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11)Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. СтрельниковаМ.: Просвещение, 2006(рассчитан на 3 часа ...

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-9” (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-9” (серия УМК 5-11)Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, Л.Н. Григорьева, И.П. Костина, Е.В.Кузнецова, О.В.ДувановаМ.: Прос...

Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-10-11” (10 класс); (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)

Календарно-тематическое поурочное планирование  по УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. Ба...

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)

Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)...