Календарно-тематическое планирование
календарно-тематическое планирование на тему
Башҡорт теленән программа
1-4 класс
Аңлатма яҙыу
Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.
Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
3kl._tem._plan_tugan_tel.docx | 52.48 КБ |
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы өсөн башҡорт теленән тематик план.
№ | Тема | Сәғ. һаны | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | дата | факт |
| |||||
1 | Р.Ниғмәти. “Беренсе сентябрь”. 2-се класта үтелгәнде ҡабатлау. | 1 | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү, һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү | ||
2 | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. А.Игебаев. “Еҙ ҡыңғырау”. | 1 | |||
| |||||
3 | Д.Бүләков. “Йәмбиргән ауылының йәме”. | 1 | Алфавитты яттан белеү; өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың эштәре, ялдары хаҡында хикәйәләр уҡыу, уларҙың йөкмәткеһен һөйләй белеү, йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләшеү. | ||
4 | Башҡорт теленең алфавиты. М.Кәримов. “Матур көн”. | 1 | |||
5 | Т.Ү. Х.Түләкәев. “Ярҙам”. | 1 | |||
6 | Контроль күсереү.”Бәпембә”. Б.уҡ. №5, 11й. | 1 | Йәй тураһында белемдәрен системалаштырыу, бәй-ләнешле телмәр үҫтереү, матур яҙыу өҫтәндә эшләү | ||
| |||||
7 | Хаталар өҫтөндә эш. Н.Мусин. “Иртә көҙ”. | 1 | Предметты белдереүсе һүҙҙәр, берлек, күплек мәғәнәһе, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәр, урын, ваҡыт, объект мәғәнәләрен белдереүҙе үҙләштереү. Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, балаларҙың, ололарҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр менән танышыу. Көҙ тураһында белемдәрен системалаштырыу, бәй-ләнешле телмәр үҫтереү, матур яҙыу өҫтәндә эшләү | ||
8 | А.Ғирфанов. “Ҡайын”. | 1 | |||
9 | Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ мәғәнәһендә килеүе . | 1 | |||
10 | Ш.Янбаев. “Көҙ”. | 1 | |||
11 | Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе. | 1 | |||
12-13 | Б.Ноғманов. “Беҙ – игенсе ғаиләһе”. | 2 | |||
14 | Т.Ү. Инша. “Көҙ” | 1 | |||
15 | Хаталар өҫтөндә эш. Р.Байбулатов.”Рекорд”. | 1 | |||
| |||||
16 | Бәләкәй өй. Тәрбиәсе. | 1 | Хеҙмәттең роле тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, мә-ҡәлдәр өйрәнеү, үҙ фекереңде әйтергә өйрәнеү. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр, билдәнен төрлө миҡдарҙа икәнен белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү. Абзацтың темаһын билдәләү, уны һөйләмдәргә бүлеү, айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү. | ||
17 | Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. М.Ғәли . “Гөлсинә доктор булған.” | 1 | |||
18 | Контроль күсереү. Зөлфиәнең дуҫтары №4,10 | 1 | |||
19 | Хаталар өҫтөндә эш. Ғ.Шәрипов. “Һабаҡ булды”. | 1 | |||
20-21 | Предметтың билдәһен төрлө миҡдарҙа белдереүсе һүҙҙәр. Ф. Туғыҙбаева. Шаҡмаҡлы дәфтәр. | 2 | |||
| |||||
22 | Т.ү. Иренгән ике эшләр | 1 | Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өй-рәнеү, уларҙың, төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының затын, берлеген, күплеген һ.б. мәғнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙлштереү; кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр, уларҙың эштәре тураһында әҫәрҙәр менән танышыу. | ||
23 | Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәләре. | 1 | |||
24 | Т.ү. Инша. Минең хыялым. | 1 | |||
25 | Хаталар өҫтөндә эш. Яҡшы иптәштәр. | 1 | |||
26 | Ғ.Ғүмәр “Алтын балта” | 1 | |||
27 | Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре. Г.Юнысова. ” Ялтыр боҙ”. | 1 | |||
28 | Х.Хәйретдинов. Дуҫың кем? | 1 | |||
29 | Ҡоштар ҡайтып барғанда | 1 | |||
30 | Кластан тыш уҡыу. “1 сентябрь”. | 1 | |||
| |||||
31 | Т.ү. Әкиәттәр. “Йомарт ҡуян”. | 1 | Һөйләмдәр төҙөү, һорауҙарға яуаптар биреү, йөкмәткеләрен һөйләй белеү. Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғнәләрҙе белдереүен үҙләштереү; әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер-береһенән айырыу; башҡорт халыфҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарына характеристика биреү | ||
32 | Бойҙай бөртөгө. | 1 | |||
33 | Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мғәнәләре. | 1 | |||
34 | “Юлдыбай” әкиәте. | 1 | |||
35-36 | “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән”, “Аҡбулат” әкиәттәре. | 1 1 | |||
37 | “Ялҡау кәзә” әкиәте. | 1 | |||
38 | Т.Ү. һорауҙарға яуап биреү. Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. | 1 | |||
| |||||
39 | Ә.Вәли. “Ҡыш килде.” Ф.Рәхимғолова. “Тәүге ҡар”. | 1 | Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен һәм функцияларын практик үҙләштереү. | ||
40 | С.Ҡудаш. “Ҡар бөртөктәре.” | 1 | |||
41 | Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләре һәм функциялары. | 1 | |||
42 | С.Агиш. Яланда ҡыш. | 1 | |||
43 | Т.ү. Әкиәт. Көләкәс Ҡарбабай. | 1 | |||
44 | Ғ.Рамазанов. “Яңы йыл менән.” | 1 | |||
45 | М.Садиҡова. “Ҡар тотҡанда”. | 1 | |||
46 | Д.Бүләков.” Һыңар саңғы”. | 1 | |||
47 | Н.Ҡотдосов. ”Аттың аҡылы бармы?” | 1 | |||
48 | Контроль диктант. Ҡайын ағасы. №4,10 | 1 | |||
| |||||
49 | Д.Бураҡаев. “Урал”. | 1 | Уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу, һүрәттәр төшөрөү, парҙарҙа эшләү өсөн пландар төҙөү; предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен һәм функцияларын практик үҙләштереү; бутап бирелгән һөйләмдәрҙен текст төҙөү; Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре хаҡында мәғлүмәт туплау | ||
50 | Р. Ниғмәти. “Ватан”. | 1 | |||
51-52 | Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәлре һәм функциялары. Ф.Рәхимғолова. “Урамда | 2 | |||
53-54 | Башҡорт ырыуҙары. А.Иҙелбаев. Бөрйән ырыуы. Юрматылар. С.Галин. “Ҡыпсаҡтар”. | 2 | |||
55 | Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Р.Шаммас. “Тыуған яғым”. | 1 | |||
56 | К.Кинйәбулатова. “Ватаным тауыштары”. Стәрлетамаҡ. | 1 | |||
57 | Р.Бикбаев. “Туған тел”. А.Карнай. “Ишембай”. | 1 | |||
58-59 | Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр. Башҡортостандағы йылғалар | 2 | |||
60 | Мәжит Ғафури.”Аҡкүл.”
| 1 | |||
61 | Һ.Дәүләтшина .”Бәхет ҡошо”. | 1 | |||
62 | Т.ү. Изложение. Ҡариҙел йылғаһы. | 1 | изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү. | ||
63 | Хаталар өҫтөндә эш. Предметтың иҫәбен эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр | 1 | |||
64 | В.Ғәлимов. “Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков.” | 1 | |||
65 | Рәссам Әхмәт Лотфуллин. | 1 | |||
66 | Кластан тыш уҡыу. “Сәтләүек”. | 1 | |||
| |||||
67 | М.Хәй. “Беҙҙең армия”. Р.Хәкимов. “Башҡорт атлылары.” | 1 | Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү. Предметтың иҫәбен, эш- хәлдең билдәһен белдерүсе һүҙҙәрҙе практикала дөрөҫ ҡуллана белеү. Һалдат хеҙмәте – һәр ир-егеттең изге бурысы икәнен балаларҙың аңына һеңдереү.ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу үткәреү. | ||
68 | Ә.Моратов. “Катюша”ны йырлай ҡарттар.” | 1 | |||
69-70 | Эштең билдәһен белдереүсе һүҙ. Г.Юнысова.”Һалдат әсәләре”. | 2 | |||
71 | Д.Бүләков. Ҡояш ярсығы. | 1 | |||
72 | Т.ү. Кластан тыш уҡыу. Төймә. | 1 | |||
| |||||
73 | Н.Иҙелбаев. “Әсәкәйем.” | 1 | Текстың йөкмәткеһен телдән һөйләү, һүҙлек менән эшләү, сағыштырыу.Предметтың эшен, билдәһен, эш-хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге ролен һәм үҙенсәлектәрен ҡабатлау, тәрәнәйтеү. | ||
74-75 | Предметты (кешене) күрһәтеүсе һүҙҙәр. Ф.Чанышева. “Бала өсөн” | 2 | |||
76 | Контроль диктант Яҙ етте. Б.у. №5,2011 й. | 1 | |||
| |||||
77 | Хаталар өҫтөндә эш. М.Дилмөхәмәтов. “Яҙ.” | 1 | Яҙғы тәбиғәт күренештәре, яҙғы эштәр тураһында әҫәрҙәр менән танышыу, әңгәмәләшеү. Һөйләмде интонацион төрҙәре буйынса айыра белеү. | ||
78 | Һ.Дәүләтшина. “Яҙғы күренештәр.” | 1 | |||
79 | Ә.Хәмәтдинова.” Тамсы менән тамсыҡай.” | 1 | |||
80-82 | Һөйләм. Уның төрҙәре. Р.Ғарипов. “Сыйырсыҡ”. | 3 | |||
83 | Т.Ү.Изложение. Башҡорт балы Б.у. №4, 2010 й. | 1 | |||
84 | Хаталар өҫтөндә эш. З.Биишева.” Ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ.” | 1 | |||
85 | С.Юлаев. “Һандуғас.”Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. | 1 | |||
| |||||
86-87 | Һөйләмдең баш киҫәктәре. Ф.Рәхимғолова. “Шатлыҡлы байрам.” Йомаҡтар | 2 | Һөйләмдең баш киҫәктәре менән таныштырыу, уларҙы һөйләм эсенән айырып алыу күнекмәһе өҫтөндә эш; телмәрҙе мәҡәл, йомаҡтар менән байытыу. | ||
| |||||
88 | М.Садиҡова.”Тура һүҙ.” | 1 | |||
89 | Ф.Рәхимғолова.”Яҡшы һүҙҙәр”. Т.Ү. Һорауҙарға яуап биреү. | 1 | |||
| |||||
90 | М.Дилмөхәмәтова. “Илемдә.” Ә.Вәли. “Гүзәл ваҡыттар”. | 1 | Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау. Йәйгекүренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы тураһында әңгәмәләр ҡороу. Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау, нығытыу, йомғаҡлау. | ||
91 | Т.ү. Д.Исламов.”Ауылда һабантуй. Я.Ҡолмой.”Башҡортостан.” | 1 | |||
92 | Ф. Иҫәнғолов. “Яңғыраубикә.” | 1 | |||
93 | Контроль диктант. Башҡортостанда спорт төрө. №4, 10 | 1 | |||
94 | Хаталар өҫтөндә эш. Күнегүҙәр эшләү. | 1 | |||
95 | Тәбиғәткә экскурсия | 1 | |||
96 | Граматика буйынса үтелгәнде ҡабатлау. М.Ғәли. “Ҡурай”. | 1 | |||
97 | Миҙгелдәр. Ш. Бикҡолов. Лагерға. | 1 | |||
98 | Контроль диктант Йәй. Б.у. №5,2011 й. | 1 | |||
99 | Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде нығытыу. | 1 | |||
100 | Т.Ү.Кластан тыш уҡыу. “Ҡуян менән йомран”. Уҡыу тиҙлеген тикшереү. | 1 | |||
101 102 | Күнегеүҙәр эшләү. Йомғаҡлау. | 2 | |||
Башҡорт теленән программа
1-4 класс
Аңлатма яҙыу
Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.
Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.
Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:
- Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
- Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
- Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
- Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
- Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.
Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.
Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
- Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
- Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
- Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
- Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
- Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
- Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
- Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
- Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
- Танып белеү маҡсаты
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
2. Үҫтереү маҡсаты
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
- Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
- Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
- Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
- Тәрбиәүи маҡсат
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
4. Белем биреү маҡсаты Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
- Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
- Ишетеп аңлау (аудирование):
- уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
- әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
- тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
- әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
- аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
- Уҡыу телмәрен үҫтереү:
- аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
- текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
- тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
- унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
- бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
- Яҙыу телмәрен үҫтереү
- айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
- матур яҙыу күнекмәләре;
- байрам открыткалары яҙыу;
- һүҙлек диктанты яҙыу.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
1-4 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:
- Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;
- Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;
- Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;
- Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
- Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.
Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.
III класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;
4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.
3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.
5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
Башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре
Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.
Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп.
Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.
Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
1 | 20 - 25 | 80 - 90 | 25 - 30 |
2 | 30 - 40 | 100 - 120 | 35 - 40 |
3 | 40 - 50 | 120 - 150 | 45 - 65 |
4 | 55 - 65 | 150 - 200 | 75 - 85 |
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары. Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү; 2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар; 4) һорауҙарға яуаптар яҙыу; 5) изложениелар; 6) иншалар;
7) тестарға яуаптар яҙыу.
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б. Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре | Кластар | |||
1 | 2 | 3 | 4 | |
Күсереп яҙыу | 2 | 2 | 2 | 1 |
Һорауҙарға яуаптар яҙыу | 2 | 2 | 2 | 2 |
Диктант | 2 | 4 | 4 | 5 |
Изложение | 2 | 2 | 2 | |
Инша | 2 | 2 | 2 | |
Бөтәһе | 6 | 12 | 12 | 12 |
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
Эш төрҙәре | Кластар | |||
1 | 2 | 3 | 4 | |
Һүҙлек диктанты | 5 - 6 | 6 - 8 | 8 - 10 | 10 - 12 |
Диктант | 10 - 15 | 15 - 20 | 25 - 30 | 35 - 40 |
Күсереп яҙыу | 15 - 20 | 25 - 30 | 35 - 40 | 45 - 50 |
Инша | 15-20 | 20-35 | 35 - 45 |
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең III класы өсөн башҡорт теленән тематик план
Башҡорт теле
Авторҙары: Толомбаев Х.А, Нәбиуллина М.М.
Өфө: Китап, 2006
Күсереп яҙыу – 2 Изложение - 2 Һорауҙарға яуап - 2 Инша - 2 Диктант – 4
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК «New Millennium English» 7 класс
Календарно-тематическое поурочное планирование подготовлено к УМК «New Millennium English» для 7 класса, авторы: Н.Н.Деревянко, С.В.Жаворонкова, Л.В.Козятинская, Т.Р.Колоскова, Н.И.Куз...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. Стрельникова М.: Просвещение, 2006
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11)Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. СтрельниковаМ.: Просвещение, 2006(рассчитан на 3 часа ...
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-9” (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-9” (серия УМК 5-11)Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, Л.Н. Григорьева, И.П. Костина, Е.В.Кузнецова, О.В.ДувановаМ.: Прос...
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-10-11” (10 класс); (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)
Календарно-тематическое поурочное планирование по УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. Ба...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)...