Календарно-тематическое планирование
календарно-тематическое планирование по теме
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
2-se_kl._dult.docx | 28.85 КБ |
Предварительный просмотр:
2015-2016 уҡыу йылына 2-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы
Башҡорт теле
Авторҙары: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н.
Өфө: Китап, 2014
Күсереп яҙыу – 2
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсе:
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Программа кимәле: базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2014.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Урғалы ауылының муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
- Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
- Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла: * Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. * Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. * Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү. * Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына. * Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу. * Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү. * Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:
Танышыу — 5 сәғәт.
Уҡыусы үҙе менән таныштыра, иптәштәре менән таныштырыу. Һин кем? Был нимә? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? кеүек һорауҙарға яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Был мин – 2 сәғәт. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны. Минең ғаиләм – 2 сәғәт. Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.
Мин нимә яратам – 2 сәғәт. Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.
Минең мәктәбем – 1 сәғәт.
Минең класым – 1сәғ. Мин мәктәпкә йыйынам – 1сәғ. Мин уҡыусы – 1 сәғ. Мин дәрестә – 2сәғ. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Минең уйынсыҡтарым – 4 сәғәт. Мин уйнарға яратам – 1 сәғ. Мин уйнарға сығам – 2 сәғ. Мин уйнарға сыҡтым – 1 сәғ. Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Минең кескәй дуҫтарым -1сәғ. Мин ял итәм – 1сәғ. Кейектәр, ҡырағай ҡоштар тур-да мәғлүмәттәр биреү. Кейектәрҙе йорт хайуандары, йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән сағыштырып һөйләү
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование) ; уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу; иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты); текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение): бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү, һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү; диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү; үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү; ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү; башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение): тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә); поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу ; уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү ; текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо): хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу; ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу; шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу; бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу; ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: * башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; * тәржемә эштәре; * дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; * һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар. * тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән тематик план
№ | Дәрестең темаһы | Сәғәт һаны | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | Дата | Факт. |
1 | Танышыу. Ә өн-хәрефе. | 1 | Уҡыусы үҙе менән таныштыра, иптәштәре менән таныштырыу. Һин кем? Был нимә? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәй-һең? Һиңә нисә йәш? кеүек һорауҙарға яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған баш-ҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. | ||
2 | Һеҙ кем? Һ өн-хәрефе | 1 | |||
3 | Һинең исемең нисек? ң өн-хәрефе. | 1 | |||
4 | Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙ өн-хәрефе. | 1 | |||
5 | Һиңә нисә йәш? Ү өн-хәрефе. | 1 | |||
6-7 | Был мин. Тән өлөштәре. Ҡ өн-хәрефе. | 2 | Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙ ләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡ-лау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны. | ||
8 | Минең ғаиләм. Ғ өн-хәрефе. | 1 | Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү | ||
9 | Нимә эшләй? Ө өн-хәрефе | 1 | |||
10 | Мин нимә яратам? ҫ өн-хәрефе. | 1 | Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсә-лектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу. | ||
11 | Нимә менән? | 1 | |||
12 | Т.Ү. Ҡабатлау. | 1 | |||
13 | Контроль күсереү. Концерт. | 1 | |||
14 | Хаталар өҫтөндә эш. Минең мәктәбем. | 1 | Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдә-ләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Һәм, ә, ләкин теркә-үестәрен ҡулланыу. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, клас-тағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. | ||
15 | Минең класым. | 1 | |||
16 | Мин мәктәпкә йыйынам. | 1 | |||
17 | Мин уҡыусы. | 1 | |||
18 | Мин дәрестә. | 1 | |||
19 | Нимә эшләйем? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. | 1 | |||
20 | Үтелгәнде ҡабатлау. Т.Ү. | 1 | |||
21 | Минең уйынсыҡтарым. | 1 | |||
22 | Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр | 1 | Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар менән таныштырыу, шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү . яратҡан уйынсыҡтары тур-да һөйләшергә өйрәнеү. Нимә менән? Кем нимә ярата? Кемгә нимә кәрәк? Кемдеке? Кемдең һорауҙарына яуап бирергә өйрәтеү. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар | ||
23 | Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. | 1 | |||
24 | Нимә эшләмә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр | 1 | |||
25 | Мин уйнарға яратам. | 1 | |||
26 | Мин уйнарға сығам. | 1 | |||
27 | Миңә нимә кәрәк? | 1 | |||
28 | Нисәнсе? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. | 1 | |||
29 | Үтелгәнде ҡабатлау. Т.Ү. | 1 | |||
30 | Минең кескәй дуҫтарым. | 1 | Кейектәр, ҡырағай ҡоштар тур-да мәғлүмәттәр биреү. Кейектәрҙе йорт хайуандары, йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән сағыштырып һөйләү. Бирелгән тексты ижекләп дөрөҫ итеп күсереп яҙыу. Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау, нығытыу. | ||
31 | Контроль күсереү. Зөлфиәнең дуҫтары. | 1 | |||
32 | Хаталар өҫтөндә эш. Мин ял итәм. | 1 | |||
33 | Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау. | 1 | |||
34 | Йомғаҡлау. | 1 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК «New Millennium English» 7 класс
Календарно-тематическое поурочное планирование подготовлено к УМК «New Millennium English» для 7 класса, авторы: Н.Н.Деревянко, С.В.Жаворонкова, Л.В.Козятинская, Т.Р.Колоскова, Н.И.Куз...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. БалабардинаМ.: ...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11) Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. Стрельникова М.: Просвещение, 2006
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-2” (серия УМК 2-11)Авторы: В.П. Кузовлев, Э.Ш. Перегудова, С.А. Пастухова, О.В. СтрельниковаМ.: Просвещение, 2006(рассчитан на 3 часа ...
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-9” (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-9” (серия УМК 5-11)Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, Л.Н. Григорьева, И.П. Костина, Е.В.Кузнецова, О.В.ДувановаМ.: Прос...
Календарно-тематическое поурочное планирование к УМК “English-10-11” (10 класс); (серия УМК 5-11; Кузовлев В.П.)
Календарно-тематическое поурочное планирование по УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11) Авторы УМК: В.П. Кузовлев, Н.М. Лапа, Э.Ш. Перегудова, И.П. Костина, О.В. Дуванова, Е.В. Кузнецова, Ю.Н. Ба...
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)
Календарно-тематическое поурочное планирование УМК “English-10-11” (серия УМК 5-11)...