Башҡортостан-тыуған ерем
план-конспект занятия (3 класс)
Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Урау урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы, тынғыһыҙ Ағиҙелебеҙ киңлектәргә ашыға.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan.docx | 26.16 КБ |
Предварительный просмотр:
Тыуған ерем – Башҡортостан.
(әҙәби-музыкаль кисә сценарийы)
Дәрес барышы
-Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡытыусылар һәм уҡыусылар!
1-й вед.: -Бөгөн беҙҙә оло байрам – Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө. Барығыҙҙы ла ошо милли байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ!
1-й вед.: Башҡортостан – иркен ил. Майҙаны 143 мең 600 квадрат километр тәшкил итә. Илебеҙҙең сиктәре Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан республикалары ерҙәре менән тоташа. Башҡортостандың халҡы 4 миллиондан артыҡ. 100ләп милләт татыу һәм дуҫ йәшәй.
1-й вед.: Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Урау урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы, тынғыһыҙ Ағиҙелебеҙ киңлектәргә ашыға.
1-й вед.: -Башҡортостан республикаһының үҙ гербы, үҙ гимны, флагы бар. Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагы авторҙары – Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина.
Ул 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителә.
Башҡортостаным Флагы
Тора өс төрлө төҫтән:
Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға
Ҡурай сәскәһе төшкән.
Зәңгәр төҫө - ул халҡымдың
Уй-ниәте сафлығы,
Аҡ төҫ - ул именлек төҫө,
Хеҙмәттәшлек, паҡлығы.
Ә йәшеле - ул азатлыҡ,
Мәңгелек йәшәү төҫө.
Суверенлы илдә генә
Халҡым булмышы, көсө.
Ҡурай сәскәһе ете таж,
Нигеҙе - ете ырыу;
Бар милләттәр менән бергә
Бәхетле тормош ҡороу.
(Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина)
1-й вед.: Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. Дәүләт гербының авторы – рәссам Фазлетдин Ислахов, Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында — ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә «Башҡортостан» тип яҙылған.
1-й вед.: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителгән. Көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған. Гимндың тексы 2008 йылдың 18 сентябрендә ҡулланыуға индерелгән. Һүҙҙәренең авторҙары Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр.
(Звучит гимн РБ.) Таҡтала һүҙҙәре күрһәтелә
1-й вед.: Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Уға 1574 йылда нигеҙ һалына. Ул тау башында ултыра. Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырған Октябрь проспекты үҙе генә 10 километрҙан ашыу һу-ҙылған. Унда һәйкәлдәр, парктар, кинотеатрҙар, уҡыу йорттары, музейҙар бар
1-й вед.:Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай. Барыһы ла бар Уралда. 1932 йылда тәүге нефть ятҡылыҡтары табыла. Белорет металлургия , Учалы тау-байыҡтырыу комбинаттары илгә ҡара һәм төҫлө металл бирә.
С.Юлаев. “Тыуған илем” шиғыры (уҡыусы һөйләй)
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, —
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.
1-й вед.: Был шиғырҙа тыуған илгә булған иҫ киткес һөйөү сағыла. Ошондай юлдарҙы үҙ ерен ысын күңелдән яратҡан кеше генә ижад итә алалыр. Башҡорт иле хаҡында һүҙ алып барғанда, республиканың милли геройы – Салауат Юлаев хаҡында әйтмәй мөмкин түгел. Әле ишеткән шиғырҙы милли батырыбыҙ ижад иткән.
Уҡыусылар Башҡортостандың яҙыусыларын әйтегеҙ әле?
(слайдта яҙыусыларҙың фотолары сыға)
1-й вед.: Башҡортостан балы менән бер рәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан. Кымыҙ батырҙар эсемлеге булһа, ә балы алыш-тырғыһыҙ дауалау ысулы булып тора. Элек - электән башҡорт ҡайғыһын да, һағышын да ҡурай менән баҫҡан. Ул уның йыуанысы булған. Шатлыҡ-ҡыуа-нысын да ҡурай ярҙамында уртаҡлашҡан.
Ҡурай моңо (уҡыусы уйнай)
Башҡортостандың ете мөғзизәһе
- Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.
Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
. Беренсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле.
- Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы (картала урыны күрһәтелә).
- Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?
Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
Икенсе мөғжизәбеҙ - Янғантау.
- Красноусол минерал һыуҙары. был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.
Был беҙҙең өсөн мөғжизәме , уҡыусылар?
- «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора. Тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Ул « Урал батыр» эпосы.
- Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән. Алтынсы мөғжизә - ҡурай.
- Башҡорт балы
Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен һанап сыҡтыҡ. Бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ
(схема буйынса ҡабатлау)
1-й вед.: Үҙен хөрмәт иткән, мәҙәниәтле тип һанаған кеше үҙенең тыуған иленең, еренең тарихын һәм әлбиттә уның шәхестәрен белергә тейеш. Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙаллы булыуын, халыҡ-тарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәь-мин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы, көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен!
1-й вед.: Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыу-лыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.
Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ яуаптарын әйтерһегеҙ.
-Башҡортостандың баш ҡалаһы? (Өфө)
-Башҡортостан президентының исеме нисек?
-Башҡортостандың төп халҡы?
-Башҡортостанда тағы ниндәй халыҡтар йәшәй?
-Башҡортостандың яҙыусыларын әйтегеҙ?
-Башҡортостандың батырҙарын әйтегеҙ?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Йәшә, сәскә ат, ғәзиз ерем!"
в данной презентации подобраны и песни о республике...
Сочинение "Минең тыуған ерем"
Сочинение ученика 3 класса Халилова Рустама удостоилось 3 места в муниципальном конкурсе "Пою мою республику" (2014/2015 учебный год)...
Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.
Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....
Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»
Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему: «Башҡортостан—тыуған ерем»...
Алтын көҙ килә еремә. Йомғаҡлау дәресе.
Алтын көҙ килә еремә. Йомғаҡлау дәресе....
Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"
Был сценарий 2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығ...
"Башҡортостан - тыуған ерем" (телдән журнал)
Класс етәнсеһенә "Башҡортостан - тыуған ерем" темаһына телдән журнал...