Сочинение "Минең тыуған ерем"
творческая работа учащихся (3 класс) на тему
Сочинение ученика 3 класса Халилова Рустама удостоилось 3 места в муниципальном конкурсе "Пою мою республику" (2014/2015 учебный год)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
inshalar.docx | 14.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Хәҙерге ваҡытта беҙҙең йәшәү мөхитебеҙ менән ваҡыт һәм тиҙлек етәкселек итә.Көндәлек тормошобоҙ ҡара,ағыулы газ һәм ҡаланың шау-шоу тормошо менән уратып алынған.Әммә был әйтелгән һүҙҙәр ҙур ҡалаларға ҡағыла.Минең тыуған ҡалам Учалым-ундайҙарҙан түгел!
Тыуған ерем,һин минең өсөн иң яҡын,иң ҡәҙерле һәм ғәзиз илем! Тыуған Башҡортостанымды бер ниндәй сит илгә алыштырмаясаҡмын! Ә сит илдән килгән ҡунаҡтар Башҡортостанды Швейцария,Венеция менән сағыштыра,Урал тауҙарын Альпҡа тиңләй. Шүлгәнташ мәмерйәһе,Ирәмәл тауҙары,Яйыҡ йылғаһы кеүек урындар –барыһы ла халҡым ғорурлығы.
Матур тәбиғәте,йәшәгән кешеләре менән дан тота ҡалам.Билдәле яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов,Нәзифә Ҡадырова кеүек йырсылар менән билдәле беҙҙең район.Башҡортостанын данлап,тәбиғәте менән һоҡланып,илебеҙгә һөйөү хистәрен белдереп күпме йыр-моң,шиғырҙар яҙған улар.
Мин башҡортостанда тыуып үҫеүемә,бында йәшәүемә,үҙ туған башҡорт телендә аралашыуыма бик шатмын.Берәй заман йыраҡҡа уҡырға сығып китергә тура килһә-үҙемдең тыуып-үҫкән,донъяны танып белергә өйрәткән атай-әсәйемде,дуҫтарымды һағынырмын инде....
Миңә әле 10 йәш.Ләкин мин үҙемде Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө итеп тоям.
Киләсәктә үҙемде кәрәкле кеше булыуыма ышанам!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Йәшә, сәскә ат, ғәзиз ерем!"
в данной презентации подобраны и песни о республике...
Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»
Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему: «Башҡортостан—тыуған ерем»...
Алтын көҙ килә еремә. Йомғаҡлау дәресе.
Алтын көҙ килә еремә. Йомғаҡлау дәресе....
"Башҡортостан - тыуған ерем" (телдән журнал)
Класс етәнсеһенә "Башҡортостан - тыуған ерем" темаһына телдән журнал...
Башҡортостан-тыуған ерем
Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. ...