Сценарий "Ямғыр теләү йолаһы"
план-конспект

Башҡорттарҙың боронғо йолаларының береһе "Ямғыр теләү йолаһы"на сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yamgyr_telu_yolahy_stsenariyy.docx7.65 КБ

Предварительный просмотр:

Ямғыр теләү йолаһы .

                     Бер нисә  малай ат сабып уйнап йөрөй .

-Көн бик эҫе .Ямғыр яуһын ине .

-Эйе шул . Ямғыр ҙа яумай .

                Өсөнсө малай йүгереп килеп сыға .

-Малайҙар , малайҙар ,әйҙәгеҙ Элгеләүгә Ямғыр теләргә .

-Бәй , ямғырҙы нисек теләйҙәр һуң .

           - Өләсәйем әйтә :Быйыл ямғыр яумағас үләндәр ҙә үҫмәй ,һыйырҙарҙың да һөтө юҡ ,ти .Элегерәк ямғыр яумаһа ,беҙ теләк теләргә сыға торғайныҡ ,ти. Әйҙә ,беҙ ҙә ҡыҙҙарға әйтәйек тә Элгеләүгә теләк теләргә сығайыҡ.Бына шунда  ямғырҙы нисек теләгәндәрен уйнап күрһәтербеҙ .

         - Элгеләүҙәге теге Һалдат оҙатҡан ергә сыҡһаҡ була инде .Унда Рәхим соҡоронда һыу тап-таҙа . Шишмә һыуы кеүек йылтырап ята .

       Ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнап ултыралар .

-Ҡыҙҙар,әйҙәгеҙ Элгеләүгә ямғыр теләргә сығайыҡ .

             Малайҙар ҡаҙан алған .

-Ҡарағыҙ әле ,ҡарағыҙ ,малайҙар ҡаҙан алғандарсы .

-Ул ҡаҙанды нимәгә алдығыҙ ,малайҙар .  

-Әллә бутҡа бешерәһегеҙме .

-Юҡ бутға бешермәйбеҙ .

-Бына ошо ҡаҙанды Элгеләү башына менгәс түңкәреп һалып ҡуябыҙ .Төбө ҡара ҡаҙанды ҡояшты ҡурҡыта ,болоттарҙы саҡыра .

-Эйе.эйе ҡаҙанды түңкәреп болотло көндө саҡыралар тине өләсәй .

         Ҡаҙанды уртаға түңкәргәс ,уны уратып ултыралар .Бер бала(өләсәй ) доға уҡый .

Башҡалар алмашлап теләк теләйҙәр .

Ямғыр апай яу ,яу,

Иген үҫһен тау-тау .

Арыштан ,бойҙайҙан

Беҙ һорайбыҙ хоҙайҙан .

Яу,яу,ямғырым

Ҡара тәкә бирермен ,

Башын һиңә ҡуйырмын

Түшен үҙем ашармын ,

Ингән –сыҡҡан балаларға

Туҡ эсәген бирермен .

Яу ,яу ,ямғырым

Ямғыр яуһа -ергә май

Ямғыр яуһа- кемдә бай .

Яу ,яу ,ямғырым,

Майлы бутҡа бирермен .

Ерҙе гөлгә төрөрмөн ,

Һыу сәсрәтеп ,ер тетрәтеп

Яуғаныңды көтөрмөн .

Яу,яу,ямғырым

Иртәнсәк тә ,кисен дә

Илгә ҡытлыҡ килмәһен ,

Игендәрҙе үҫтерһен .

Беҙгә туҡлыҡ килтерһен .

Яу,яу,ямғырым ,

Беҙ булайыҡ һау-һау

Яу килмәһен иң элек

Илдә булһын именлек .

Ямғыр яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау тау, тау,

Беҙ йәшәрбеҙ һау, һау!

Яу ,яу ,ямғырым,

Майлы бутҡа бирермен .

Ерҙе гөлгә төрөрмөн ,

Һыу сәсрәтеп ,ер тетрәтеп

Яуғаныңды көтөрмөн .

--Дөрөҫ әйтәһегеҙ ,балалар .Беҙ ямғыр теләгәс ,  ямғыр килер ул .Хәҙер балалар рөхәтләнеп уйнап йүгерешеп алығыҙ.

-Эйе шул ,әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.

Йәшерәм яулыҡ .

Балалар түңәрәктә  тубыҡланып ,баштарын эйеп ултыралар .Бер  бала яулыҡты икенсеһенең артына йәшереп китә .Балалар боролоп ҡарамай ғына яулыҡты кем артында икәнен белергә тейеш .Кңмәкләп һамаҡлайҙар .

Йәшерәм,йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын артына

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

бер иптәшем артына .

 -Илнар белмәне , яза бирәйек .

-Йырлаһын .  Бейеһен   .Ҡурай уйнаһын .

Илнар ҡурайҙа уйнай .

-Малайҙар ,әйҙәгеҙ Үгеҙ йөҙөк уйнап алайыҡ .

     Илнар

Уйындар .Үгеҙ йөҙөк .

Яза алыусы

Аҡтирәк ,күк тирәк

-Әйҙәгеҙ ,өләсәйҙәр уйнаған уйындарҙы уйнап алайыҡ .

Кәкүк төкөрөктәре .

Тигермән

Хаттарина

Был байрам тураһында өләсәйем Сәйәхова Нуриянан һораным. Ул миңә ошоларҙы һөйләне.

-Ямғыр теләү йолаһы бик борондан килгән йола .Был йоланы беҙ бер нисә тапҡыр үткәрҙек .Бер йылы уны Ҡамышаҡта үткәргәйнек ,икенсе бер йылы Ҡарагисеү буйында үткәргәйнек .Ҡайһы бер йылдары йәй бик эҫе килә ,бөтөнләй ямғыр яумай.Ямғыр яумағас үләндәр кибеп ҡатып бөтә, йылғалар һайыға ,ҡорой ,хатта ер ярыла башлай. Үләндәр йүнләп үҫмәгәс , мал-тыуар туймай, һыйырҙарҙың һөтө бөтә . Шуға күрә бала-сағаларҙы эйәртеп өләсәйҙәр тауға ямғыр теләргә сыға . Кистән ҡыҙҙар төрлө- төрлө аҙыҡтар бешергәндәр. Матур- матур кейемдәрен кейеп билдәләнгән урынға ашыҡҡандар. Билдәләнгән урынға килеп еткәс, ҙур ҡаҙанды түңкәреп һалып ҡуйғандар .Төбө ҡара көрпәле ( ҡоромло )ҡаҙан түңкәреү болотло көндө саҡырыу тип аңлатыла .Ошо ҡаҙан тирәләй ултырғас өләсәйҙәр доға ҡылып алғандар .Балалар ҡаҙан тирәләй йөрөп теләктәр әйткәндәр .

Ямғыр апай яу ,яу,

Иген үҫһен тау-тау .

Арыштан ,бойҙайҙан

Беҙ һорайбыҙ хоҙайҙан .

Яу,яу,ямғырым

Ҡара тәкә бирермен ,

Башын һиңә ҡуйырмын

Түшен үҙем ашармын ,

Ингән –сыҡҡан балаларға

Туҡ эсәген бирермен .

Яу ,яу ,ямғырым

Ямғыр яуһа -ергә май

Ямғыр яуһа- кемдә бай .

Яу ,яу ,ямғырым,

Майлы бутҡа бирермен .

Ерҙе гөлгә төрөрмөн ,

Һыу сәсрәтеп ,ер тетрәтеп

Яуғаныңды көтөрмөн .

Яу,яу,ямғырым

Иртәнсәк тә ,кисен дә

Илгә ҡытлыҡ килмәһен ,

Игендәрҙе үҫтерһен .

Беҙгә туҡлыҡ килтерһен .

Яу,яу,ямғырым ,

Беҙ булайыҡ һау-һау

Яу килмәһен иң элек

Илдә булһын именлек .

Ямғыр яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау тау, тау,

Беҙ йәшәрбеҙ һау, һау!

Яу ,яу ,ямғырым,

Майлы бутҡа бирермен .

Ерҙе гөлгә төрөрмөн ,

Һыу сәсрәтеп ,ер тетрәтеп

Яуғаныңды көтөрмөн .

Малайҙарҙың береһе шаярып ҡыҙҙарға һыу һибә. Балалар шаярып һыу һибешәләр ,бер-береһен баҫтырышалар ,уйнайҙар .

Йәш килендәр яланға сыҡҡас табын ҡорғандар һәм ауылдың оло йәштәге ҡатындарын саҡырғандар. Оло инәйҙәр ҙә күстәнәсһеҙ килмәгән был байрамға. Сәй эсеп алғас, ҡыҙҙар төрлө уйындар уйнағандар. Иң яратып уйнаған уйындарға “Үгеҙ йөҙөк ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Һәпәләк” уйындары ингән.

"Аҡ тирәк, күк тирәк!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ололар көнөнә байрам сценарийы.

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы....

Ҡаҙ өмәһе байрамы-йолаһы

Ҡаҙ өмәһе байрамын үткәреүселәргә ярҙамға! (на башкирском языке)...

Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы

Борондан килгән һәм онотолоп барған  ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән  кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү....

Сәсеү менән бәйле йола

Маҡсаты:1. Боронғо йола – иген сәсеү  йолаһын күрһәтеү.2. Ғаилә йылына  бағышлап,  алдынғы игенселәр ғаиләһе менән таныштырыу....

Асы халҡының борондан ҡалған кәсебе ,, Тоҙ ҡайнатыу ,, йолаһы менән танышыу.

Йыр менән балалар, өләсәй сәхнәгә сығалар:    “ Ауыл көйө&rdquo...