Асы халҡының борондан ҡалған кәсебе ,, Тоҙ ҡайнатыу ,, йолаһы менән танышыу.
занимательные факты
Йыр менән балалар, өләсәй сәхнәгә сығалар: “ Ауыл көйө”
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
asy_halkynyn_borondan_kalgan_ksebe.docx | 19.9 КБ |
Предварительный просмотр:
Асы халҡының борондан ҡалған кәсебе
,, Тоҙ ҡайнатыу ,, йолаһы менән танышыу.
Йыр менән балалар, өләсәй сәхнәгә сығалар: “ Ауыл көйө”
Һәр кемгә лә Тыуған ере
Үҙенә ғәзиз була шул.
Тоҙ һыуынан тоҙ ҡайнатыу
Борондан ҡалған йола.
Йәмле яҙҙар етеп килә,
Тирә йүн нурға тула шул.
Тоҙ һыуҙары сихәт бирә
Аурыуҙарҙан ҙур файҙа.
Бер бала шиғыр һөйләй:
Тирә яғын тауҙар уратҡандар
Йәйрәп ята ана Мәләкүр.
Әйтерһең дә Туҡай ҡырлайындай,
Ышанмаһаң, ана, килеп күр.
Йән шишмәнең тере һыуын уртлап
Урал батыр бөрккән был ергә.
Һаулыҡтарын нығытһындар тиеп
Тоҙ һыуҙарын биргән был ергә.
- Эх, үҙебеҙҙең тәбиғәт,
Ниндәй хозурлыҡ.
- Тын алыуҙары ниндәй рәхәт.
- Яландарыбыҙҙы күрҙек, һыу алырға тип килдек.
- Әйҙәгеҙ еребеҙҙе тәбрикләп, ризалыҡ алайыҡ.
- Эйе шул.
- Әйҙәгеҙ. Шулай шул.
Ер! Ер! Ер! Көсөң бир!
Беҙгә шифа – дауаң бир.
Аурыу – сырхау юҡ булһын.
Атлай алмай интеккәндең
Аяғына баҫтырһын.
Бала тапмай интеккәндең
Ҡулына бала алдырһын.
Хоҙай биргән тоҙ һыуҙары
Еребеҙҙә күп булһын.
Амин.
- Йолаларҙы йолалау яҡшылыҡтың билдәһе тип тоҙ һыуына килеп тоҙ ҡайнатырға булдыҡ әле, балалар. Бисмиллаһи, бисмиллаһи рахман рәхим, тоҙ һыуының эйәһе, рөхсәт ит беҙгә һинең һыуыңды алырға.
- Бисмиллаһи рахман рәхим, ҡыҙҙар, тоҙ һыуына нимә тип теләк теләйбеҙ ?
Теләк теләү: “ Әүһәләү” көйө.
Тоҙ һыуҙары шифа ул,
Кешеләргә дауа ул.
Мәңге – мәңге ҡорома,
кешеләрһән өҙөлмә.
Хоҙай биргән ергә йән
Тоҙ һыуының эйәһе:
Кешеләргә риза бул,
Тоҙ һыуҙары биреп тор.
Бисмиллалап алайыҡ,
Һыуға тәңкә һалайыҡ.
Изге доғалар уҡып
Ҡорома тип теләйек.
Юҡҡа барға даулама,
Бала булып илама.
Ел – дауылдар ҡуптарма,
бәлә – ҡаза килтермә.
- Борон – борондан беҙҙең асылар ошо тоҙ һыуын ҙур ҡаҙанда ҡайнатып шифалы тоҙ алыр булғандар. Тоҙ ҡайнатыу кәсебен йәштәргә өйрәтеп ҡалдырғандар. Бына бөгөн мин дә һеҙгә ошо ата- бабаларыбыҙҙан ҡалған тоҙ ҡайнатыу кәсебен күрһәтеп, өйрәтеп ҡалдырайым тигән маҡсат менән һеҙҙе алып килдем, балалар. Әйҙәгеҙ, ошо ҡаҙанды һыу менән тултырып усаҡ яғайыҡ. Тоҙ ҡайнатайыҡ. Килә әле, улым, ә һин ,ҡаҙан янында һыуҙы талғын ғына болғатып, ҡарап тор. Тоҙ, ҡаҙан төбөнә ултырып, көйөп китмәһен. Ә беҙ тоҙ әҙер булғансы күңел асып, уйнап – көлөп алайыҡ.
- Эйе шул, өләсәй, беҙҙең дә ер – һыуыбыҙҙы данлап әйтер һүҙҙәребеҙ ҙә бар.
- Һай афарин, балалар. Йәгеҙ әле , балалар.
Тауҙарың күккә олғашып “ Суҡ муйыл” көйө.
Йәйрәп ятаһың Асы.
Йәшәүгә өмөт биреүсе
Шифа һыуҙарың әсе.
Асы ере изге ер,
Йән шишмәләр төйәге.
Сәләмәт булһындар тиеп
Хоҙай биргәндер үҙе.
Асы һыуы - тере һыу
Һөлөк йөҙә күлендә.
Таяҡлының таяғын да
Ташлата ул ғүмергә.
- Өләсәй, тоҙ әҙер!
- Һай, афарин, балам. Йәгеҙ әле, балалар, тоҙҙо тәмләп ҡарайыҡ әле.
- Был бит ысын тоҙ!
- Ҡайһылай әсе, үҙе күп!
- Бына нисек алалар икән тоҙҙо, белдем, өләсәй, белдем!
- Рәхмәт, өләсәй! Оҙаҡ йәшә!
- Шифалы асы тоҙон тәмләйек әле, балалар.
- Иҫке ауыҙға яңы аш,
Ауырыу – сырхау минән ҡас!
- Бына ниндәй матур, үҙе бай ерҙә йәшәп ятабыҙ , эйеме өләсәй?
- Һай, афарин, балаҡайым! Дөрөҫ әйтәһең, балам. Шуға ла еребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, балалар. Тәбиғәт – ил байлығы, уны һаҡлап, ҡурсалап йәшәйек.
- Асыбыҙҙың тереһыуы,
Йән шишмәнең йөрәге.
Ата – бабаларыбыҙҙан ҡалған
Иң изге аманаты.
Ер – әсәне һатмайыҡ, яттарға ебәрмәйек.
Хоҙай биргән хазинаны
Тоҙ һыуҙарын һаҡлайыҡ!
Тоҙ һыуҙарын һатмайыҡ!
Халҡыбыҙҙың кәсептәрен,
Йолаларын һаҡлайыҡ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ҡаҙ өмәһе байрамы-йолаһы
Ҡаҙ өмәһе байрамын үткәреүселәргә ярҙамға! (на башкирском языке)...
Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы
Борондан килгән һәм онотолоп барған ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү....
Сәсеү менән бәйле йола
Маҡсаты:1. Боронғо йола – иген сәсеү йолаһын күрһәтеү.2. Ғаилә йылына бағышлап, алдынғы игенселәр ғаиләһе менән таныштырыу....
Педагогический тренинг для учителей "Сохраним себя для себя"
Эмоциональное выгорание — это синдром, развивающийся на фоне хронического стресса и ведущий к истощению эмоционально-энергетических и личностных ресурсов работающего человека. Самая опасная профессион...
Рекомендации для родителей: "Чтобы ребёнок чувствовал себя счастливым и уверенным в себе"
Слова имеют значение. Используйте их силу, чтобы вырастить счастливых детей. Конечно, действия родителя важны. Дети наблюдают за вами и копируют ваше поведение. В то же время слова невероятным образом...
Сценарий "Ямғыр теләү йолаһы"
Башҡорттарҙың боронғо йолаларының береһе "Ямғыр теләү йолаһы"на сценарий....
Ҡар һыуына барыу йолаһы
Йола...