Ҡар һыуына барыу йолаһы
материал
Предварительный просмотр:
Ҡар һыуына барыу йолаһы
Маҡсат: балаларҙы башҡорт йолалары менан таныштырыуҙы дауам итеү;
Башҡорт йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу:балаларҙа ихласлыҡ,
иман,олорға ҡарата иғтирам ,тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Самауыр,тәгәстәр,көйәнтә,биҙрәләр,мендәр.
Алдан алыпбарылған эш:шиғырҙар ятлау,йырҙың һүҙҙәрен ятлау
Байрам барышы:
(Матур итеп биҙәлгән зал.Иҙәндә келәм йәйелгән.Келәм өҫтөндә мендәр ята.
Балалар булмәлә .Бүлмәлә әбей күренә)
Әбей : Бөгөн балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа саҡырғайнылар,әллә һуңланым инде,Онотоп бөткәм онотоп,һуңланым инде һуңланым,ҡунаҡтар ҙа килеп бөткандер инде.
(Балалар әбейҙе ҡаршы алалар).
––Әбей килде,әбей килде ҡунаҡҡа.
(Әбейҙе әҙерләнгән урынға ултырталар).
Әбей :Шунан балалар .Яҙһылыу байрамын йыйылғанһығыҙ икән ,ул бик оло байрам.Алла шөкөр ,көндәр матур тора,ҡар һыуына ла барырға була инде.Ҡар һыуҙарын алып ҡайтайтып самауырҙар ҡуяйыҡ,ҡоймаҡ ҡояйыҡ,өҫтәлдәргә ҡуяйыҡ.
1-се бала: Ә нисек ҡар һыуына барғандар ул,һөйлә әле.
Әбей :Эйе балалар ,элек-электән беҙҙең әйле ырыуы башҡорттары тауға ,ҡар һыуына бара торған йола булған.Апрель айында ,ҡар эрей башлағас барғандар.
1-се бала: Ҡар һыуы бик файһалы тиҙәр,ысынмы ул.
Әбей :Элек заводтар булмаған,химик матдәләр ҡулланылмаған,баҫыуҙарға ағыу һибелмәгәс ҡар һыуҙары бик таҙа булған.Һыу ала торған урынды алдан билдәләгәндәр.Һыуҙы алып ҡайтҡас ,сәй эскәндәр,сәс –биттәрен йыуғандар.Хатта был һыуҙы куҙ тейеүҙәндә һаҡлағанына ышанғандар.Ҡар һыуын зәм-зәм һыуы тип йөрөткәндәр.
2-се бала: Ағалар ҡар һыуҙары
Баҫалар баҫыуҙарҙы
Йылғалар аша ярҙан
Күләүек ҡала ҡарҙан.
3-сө бала :Ҡарҙар эреп бөткәнсе
Йәйге һиллек еткәнсе
Яҙғы ташҡын үткәнсе ,
ҡар һыуына барайыҡ,
тәмен тәмләп ҡарайыҡ.
Әбей :Оло апайҙарығыҙ ҡар һыуына бара торһондар.
Енгә көйәнтәһен алып һыуға китергә әҙерләнә:
Тулы силәгәгебеҙ сайпылмаһын
Түгелмәһен өмөт-бәхеттәр.
Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙар
Көс һәм ҡеүәт алһын егеттәр.
Йыр : Ҡарһар эрей һыу таша .
4-се бала: Ҡар һыуына барайыҡ
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Яҙһылыуҙың зәм-зәм һыуын ,
сәйен эсеп туяйыҡ.
Әбей :Әйҙәгеҙ әле еңгәләрең һыуҙан килгәнсе әйтем әйтешеп алайыҡ.
Балалар: әйҙәгеҙ.
Әбей : Ҡуҙғалаҡ күп булһа (ҡыш йылы була)
Ҡайын һыуы күп булһа йәй ямғырлы килә.
Май айы һыуыҡ булһа (иген уңа).
Һай афарин ,балалар күпте беләһегеҙ икән.Ә хәҙер йомаҡ ҡойошайыҡ :
3-сө бала:
Мин бында тип ниндәй сәскә
Нурлана ҡар өҫтөндә
Тик ғумере ҡыҫҡа уның
Шиңә аҙна эсендә.
Балалар: умырзая,умырзая.
2-се бала:Боҙмайынса йоланы
Гөрһөлдәне, иланы.
Йылмайып көлөп алды
Төҫлө көйәнтә һалды.
Балалар:Яҙғы ямғыр,күк күкрәү,йәйғор.
Әбей :Дөрөҫ.
Уйын уйнау: Көршәк ватыу.
Енгә һыуҙан ҡайта.
Әбей :
Иншалла, бәрәкалла!
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Бит ҡулдарҙы йыуайыҡ.
Бәхет шатлыҡ юрайыҡ.
Ҡар һыуын тәмләп ҡарайыҡ әле күмәкләп.
4-се бала: Ярмаланған ҡар шифалы ,
әйҙә йыуайыҡ битте.
Шау- гөр килгән тәбғәткә
Шаулап йырлар саҡ етте.
Йыр: таҡмаҡтар
5-се бала: Яҙҙар килде,ҡояш көлә
Бөтә йәнлек ҡыуана.
Ҡыҙҙар ҡар һыуына сығып ,
күңел аса йыуана.
Енга: Инәй,балалар, ҡоймаҡ ҡойҙоҡ,самауырһы ҡуйҙыҡ,әй:әгеҙ ҡар һыуынан әҙерләнгән сәй тәмләп ҡарайыҡ.Түрҙән уҙығыҙ.
(Сәй эсеү бергәләп,түңәрәк өҫтәлдә).
Әбей: сәй тәмлеме балалар.Ҡар һыуынан ҡайнаған сәй йәнгә сихәт,тәнгә рәхәт бирә ул.Миңәлә сәй бик оҡшаны,тәмле булды.Сәйегеҙ өсөн рәхмәт.Балалар һеҙгә таҙалыҡ,гүмер,дәрт,дарман,иман теләйем .Ҡыҙҙарыбыҙ оҙон сәсле,аҡыллы,тәртипле булһындар,ә малайҙарыбыҙ көслө,сос,таҙа булып үҫһендәр.
Ҡарҙар эреп бөткәс,уйындар уйнап күңел аса торғайныҡ,әйҙәгеҙ әле беҙ :ә уйын уйнап алайыҡ әле.
Уйын : Тирмәкәй.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ҡаҙ өмәһе байрамы-йолаһы
Ҡаҙ өмәһе байрамын үткәреүселәргә ярҙамға! (на башкирском языке)...
Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы
Борондан килгән һәм онотолоп барған ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү....
Сәсеү менән бәйле йола
Маҡсаты:1. Боронғо йола – иген сәсеү йолаһын күрһәтеү.2. Ғаилә йылына бағышлап, алдынғы игенселәр ғаиләһе менән таныштырыу....
Ҡар һыуына барыу
Сценарий регионального компонента- обряд хождения за талой водой на башкирском языке....
Асы халҡының борондан ҡалған кәсебе ,, Тоҙ ҡайнатыу ,, йолаһы менән танышыу.
Йыр менән балалар, өләсәй сәхнәгә сығалар: “ Ауыл көйө&rdquo...
Сценарий "Ямғыр теләү йолаһы"
Башҡорттарҙың боронғо йолаларының береһе "Ямғыр теләү йолаһы"на сценарий....