Ҡар һыуына барыу
материал (4 класс)
Сценарий регионального компонента- обряд хождения за талой водой на башкирском языке.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kar_hyuyna_baryu.doc | 39 КБ |
Предварительный просмотр:
Сәхнәгә ҡыҙҙар, егеттәр сыға.
Руфина
Ағалар ҡар һыуҙары,
Баҫалар баҫыуҙарҙы,
Йылғалар аша ярҙан,
Күләүек ҡала ҡарҙан.
Ангелина
Ҡарҙар иреп бөткәнсе,
Йәйге һиллек еткәнсе,
Яҙғы ташҡын үткәнсе,
Ҡар һыуына барайыҡ,
Тәмен татып ҡарайыҡ.
Вика
Уӊдырырмы игенде,
Туйҙырырмы илемде,
Болотлатып күгемде,
Ямғыр булып яуырмы?
ӘллӘ ярып еремде,
Шифа булып һеӊмәйсә,
Күк томандай осормо?
Зәлиә
Үҫемлеккә тәм биреп,
Үләндәргә йән биреп,
Ер-әсәгә һеӊерме?
Барлыҡ булған көс-ҡеүәтен
Тамырҙарға бирерме?
Оло инәй килеп инә.
Оло инәй. Һаумыһығыҙ, балалар!
Бөтәһе бергә Һаумы, инәй! Әйҙә, түрҙән уҙығыҙ!
(Балалар инәйҙе уратып ала, уны етәкләп мендәрҙәр өҫтөнә ултырта.)
Инәй( Доға ҡылып алғас)
Йә, балалар, оло байрамға, Яҙһылыу байрамына йыйылғанһығыҙ икән. Аллаға шөкөр, көндәребеҙ матур тора. Имен-аман ҡар һыуын алып ҡайтып самауырҙар ҡуяйыҡ, яҙ ҡоймағы ҡояйык, табындарға ҡуяйыҡ.
Вика
Инәй, һөйлә әле, ни өсөн ҡар һыуына барғандар ул? Ҡайҙан килеп ингән йола был?
Инәй. Борон-борондан беҙҙеӊ һарт ырыуы башҡорттары араһында тауға ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март айында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас, барғандар.
Ангелина
Ҡар һыуы бик файҙалы тиҙәр, ысынмы икән, инәй?
Инәй. Элгәре заводтар булмағас, төрлө химик мәтдәләр ҡулланылмағас, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған шул. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләй торған булғандар.Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорғандар.
Руфина
Ә ниӊә улай итҡәндәр һуӊ?
Инәй. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән ышаныу йәшәгән. Хата боронғолар ҡар һыуын зәм-зәм һыуы тип тә йөрөткәндәр. Бына шулай, балалар! Йәгеҙ, хәҙер Инде беләһегеҙ, ни өсөн ҡар һыуына йөрөгәндәрен. Кисә оло ағайҙарығыҙ ҡар һыуын алырлыҡ таҙа урынды билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Егеттәр һыу юлын тапай торһондар, ә без йырлап-уйнап алайыҡ.
(малайҙар сығып китәләр)
Йыр «Ҡар һыуҙары»
Малайҙар килеп инә.
Данил
Ҡыҙҙар, юл тапалды, һыуға барырға ла була!
Инәй. Ярай, ҡыҙҙар, имен-аман
Ҡар һыуына юллағыҙ,
Бисмилла әйтеп, һыу алғанда,
Имен яҙҙар юрағыҙ.
Батыр
Тулы биҙрәгеҙ сайпылмаһын,
Түгелмәһен бәхет-өмөттәр,
Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙар,
Көс-ҡеүәт алһындар егеттәр.
Нурислам
Төклө аяҡ менән килһен яҙҙар,
Етәкләһен гөллө йәйен дә,
Ҡалдырмаһын мул табынлы көҙөн,
Туйындырһын ярлы, байын да.
Ангелина
Ҡар һыуына барайыҡ,
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Яҙһылыуҙыӊ зәм-зәм һыуын-
Сәйен эсеп туяйыҡ!
(Ҡыҙҙар сығалар)
Инәй . Әйҙәгеҙ балалар, улар ҡайтҡансы ултырышып алайыҡ. Беҙ йәш саҡта егеттәр бигерәк дәртле була торғайны. Әллә егеттәр һеҙ ҙә йырлап алаһығыҙмы?
Йыр « Әпчи-сумаҙан»
Инәй. Ай, афарин, егеттәр. Бигерәк матур йырланығыҙ.
Ҡыҙҙар, һеҙҙеӊ арағыҙҙа ла шундай шәп йырсылар барҙыр ул?
Зәлиә «Шәл бәйләнем»
Ангелина. Инәй, ана ҡыҙҙар ҡар һыуынан ҡайтып та киләләр.
(Ҡыҙҙар инә)
Инәй. Ҡар һыуы ирегәнсе, әйҙәгеҙ әле, балалар, халҡыбыҙҙыӊ һынамыштарын барлайыҡ.
Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.
Инәй. Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа,
Альберт.
Ҡыш йылы килә.
Инәй. Ҡайын һуты мул булһа,
Айгизә.
Йәй ямғырлы килә.
Инәй. Төтөн көйәнтәләп бөгөлһә,
Вилдан
. Көн йылына.
Инәй. Ҡарама олононан һут аҡһа,
Әлфинә .
Яҙғы һалҡындар бөтә.
Инәй Май айы һыуыҡ булһа,
Ильфис .
Иген уӊа.
Инәй. Йәйғорҙа йәшел төҫ күп булһа,
Ленар.
Ямғыр оҙаҡҡа һуҙыла.
Инәй. Сыйырсыҡ балалары сипылдаша башлағас,
Данил .
Ҡарабойҙай сәсәләр.
Инәй. Ай, афарин, балалар! Бигерәк күҙәтеүсән икәнһегеҙ.
Ангелина . Инәй, ә мин йомаҡ та беләм. Ҡояйыммы?
Инәй. Йомағыӊды ҡой, балам. Ә беҙ тыӊлап ҡарайыҡ, яуабын да табайыҡ.
Ангелина .
Мин бында, тип ниндәй сәскә
Нурлана ҡар өҫтөндә?
Тик ғүмере ҡыҫҡа уныӊ,
Шиӊә аҙна эсендә.
Батыр .
Мин дә йомаҡ ҡояйым әле
Боҙмайынса йоланы,
Гөрһөлдәне, иланы,
Йылмайып-көлөп алды,
Төҫлө көйәнтә һалды.
Вика.
Тау-тау булып өйөлдө,
Яҙ килгәнгә көйөндө,
Йырғанаҡ булып аҡты,
Шул ергә һеӊде, батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Был нимә?
Инәй. Дөрөҫ, дөрөҫ, бигерәк белемлеһегеҙ инде, балалар.
Иншалла, бәрәкалла,
Кар һыуҙарын алып ҡайтҡас,
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Күҙ теймәһен үҙебеҙгә,
Бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ,
Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ.
Иншалла, бәрәкалла!
(Ҡыҙҙар, малайҙар бисмилла әйтеп, ҡар һыуын тәмләп ҡарайҙар)
Айгизә.
Ярмаланған ҡар шифалы,
Ҡыҙҙар, йыуайыҡ бите.
Беҙҙән сырхауҙар китте,
Шау-гөр килгән тәбиғәткә
Көйҙәр йырлар саҡ етте.
Ленар.
Яҙҙар килде, ҡояш көлә,
Бөтә йәнлек ҡыуана.
Ҡыҙҙар ҡар һыуына сығып
Күӊел аса, йыуана.
Әлфинә.
Ағас бөрөгә тулыша,
Ҡоштар ҡоралар оя.
Ярма ҡар ергә һырыша,
Ер инде һыуға туя.
Бөтәһе бергә:
Ағалар ҡар һыуҙары,
Баҫалар баҫыуҙарҙы.
Их, күӊелле тыуған яҡҡа
Ҡоштарҙыӊ ҡайтыуҙары.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ҡар һыуына барыу йолаһы
Йола...