Статья. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү алымдары.
статья

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya_tnkitle_fekerluze_ustereu_alymdary.docx22.11 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Доклад

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү алымдары

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

Федераль дәүләт стандарттары ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүгә, үҙ аллы белем алыуға,  үҙенең фекерен әйтә, яҡлай белеүгә, иҫбатлауға, анализлауға, үҙенең эшмәкәрлегенә баһа биреүгә һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итеп ҡуя.

Уҡыусыларҙың фекерләүҙәрен үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән инновацион алымдарҙың береһе - тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы. Был технология өс этаптан тора: саҡырыу, йөкмәткене аңлау, рефлексия.

Һәр этапта ҡулланылған алымдарҙың бер нисәһен З.Биишеваның 4 класта өйрәнелгән “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте өлгөһөндә күрһәтеп китәһем килә.

“Тар һәм киң һорауҙар” алымын саҡырыу һәм рефлексия этаптарына бүлеп ҡулланабыҙ. Саҡырыу стадияһында уҡыусылар бирелгән һүрәткә, һүҙгә  тар һорауҙар ҡуя, һорауҙар яҙыла, уҡыусылар телдән яуап бирә, ә инде рефлексия этабында ошо һорауҙарға әйләнеп ҡайтабыҙ һәм киң һорауҙар төҙөп яуап бирәбеҙ.

КӨРШӘК

Тар һорауҙар

Киң һорауҙар

Нимә?

Нимәнән?

Ниндәй?

Ҡайҙан? Ҡайһы әҫәрҙән?

Ни өсөн кәрәк?

Дәрес башында һорауҙарҙың бөтәһенә яуап биреп булмай. Һорауҙарға яуап биреү дәрестең маҡсаты булып тора. Был һауыт нисек аталғанын, уны кем яһағанын, ҡайһы әҫәрҙән булыуын  белергә кәрәк.

 Шулай уҡ “Синквейн” алымын бер үк дәрестең башында ла аҙағында ла  үткәреп була. Дәрес башында балалар был көршәк тураһында бер нимә белмәйенсә синквейн яҙһа, ә дәрес аҙағында уҡылған әҫәр буйынса яҙалар. Ике синквейн сағыштырыла (дәрес башында күҙ алдына килгән көршәк дәрес аҙағындағыһы менән сағыштырыла).

Дәрестең  саҡырыу этабында “Уйҙар кәрзине” алымын ҡулланыу отошло. Мәҫәлән: «Хеҙмәт» һүҙен асыҡлау өсөн бөтә белгән һүҙҙәрен, уйҙарын уҡыусы үҙ аллы дәфтәренә яҙа. Һүҙҙәрҙе уҡыусылар парлап тикшерә, тап килгән һәм тап килмәгән һүҙҙәрҙе ҡарайҙар, ни өсөн был һүҙҙәрҙе яҙыуҙарын бер-береһенә аңлаталар. Уҡыусылар сылбырлап һүҙҙәр әйтә, уҡытыусы кәрзингә яҙа бара. Был һүҙҙәр  дәрес барышында системаға һалына.

Ошо уҡ этапта  асҡыс һүҙҙәр ярҙамында уҡыласаҡ әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү уҡыусыларҙың алдан күҙ аллау һәләтен үҫтереү өсөн мөһим.

Йөкмәткене аңлау этабында әҫәрҙең  авторы тураһындағы биографик мәғлүмәтте, уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен кластерға һалып, уҡыусы  үҙе төҙөгән схемаға таянып башҡаларға һөйләй.

Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһында “Сюжетлы таблица” тигән алым бар. Уҡыусылар төркөмләп, йәки парлап әҫәр уҡыйҙар. Мәҫәлән: Бер төркөм З.Биишеваның хикәйәтен уҡыһа, икенсе төркөм темаға ярашлы берәй әкиәт уҡый, таблицалағы һорауҙарға яуап яҙа.  Төркөмдәр таблицалар менән алышып, әҫәрҙең скелетына ҡарап йөкмәткеһен тергеҙәләр (күҙаллайҙар). Бирелгән әҫәрҙәр менән алышып дөрөҫлөгөн тикшерәләр.

“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса ошондай таблица төҙөлдө.

Кем?

Ҡайҙа?

Нимә?

Ниндәй?

Ни  өсөн?

Нисек?

Өйрәнсек

Тау итәгендәге бер ауылда

Көршәк

Насар, ауыр, …

Табыш өсөн

тиҙ

Һөнәрсе

Каса,көршәк

Еңел, ныҡ, нәфис

Халыҡҡа файҙа килтереү

тырышып

Рефлексия этабында уҡыусыларға ижади эштәр тәғдим ителә: сылбырҙар төҙөү (мәҫәлән: синквейндар сылбыры), диаманта, даймонд, эссе яҙыу, әҫәрҙе дауам итеү, киң һорауҙар төҙөү һәм яуап биреү, әҫәр буйынса һүҙлектәр төҙөү һ. б.  

 З.Биишеваның хикәйәтендә ҡапма-ҡаршы геройҙар булғанлыҡтан “Даймонд” (7 юлдан тора) алымын ҡулланып була.

1,7 юлда ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр.                            

2 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат;        

 3 юлда – беренсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым;      

4 юлда – 4 һүҙҙән тора, беренсе ике һүҙ беренсе юлдағы һүҙҙе асыҡлай, ҡалған икеһе аҙаҡы һүҙҙе ;                

5  юлда – икенсе һүҙҙе асыҡлаған 3 ҡылым;         

6 юлда  икенсе һүҙҙе асыҡлаған 2 сифат.                

1,7 юлда ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр.        

                     

  1. Һөнәрсе.

2. Уңған, кешелекле.

3. Ҡыуандыра, тырыша, матурлай.

  4. Нәфис көршәк, насар ҡылыҡ

5. Һата, мыҫҡыллай, уйламай.

6. Ялҡау, Һаран.

7. Өйрәнсек. 

Ижади биремдәрҙе төркөмдәргә бүленеп тә, парлап  та башҡарырға мөмкин. Бер төркөм Өйрәнсектең көршәге , икенсе төркөм Һөнәрсенең көршәге исеменән сығыш яһарға әҙерләнә.  Төркөм эсендә һәр уҡыусы үҙ аллы эшләй, кемдер шиғыр, кемдер тел төҙәткес яҙа, кемдер мәкәлдәр эҙләй, кемдер көршәк хужаларына кәңәштәр яҙа. Эштәрҙе бергә йыйып, бер сығыш  әҙерләйҙәр. Бер төркөм һөйләгәндән һуң икенсе төркөм һорау бирә. Төркөм эсендә уҡыусылар  бер-берһенә баһа ҡуя. Ошо уҡ ваҡытта ике уҡыусы (һәр бер төркөмдән бер уҡыусы) парлап эшләй,  “Һөнәрсенең һәм Өйрәнсектең көршәктәре һөйләшә”, уҡыусылар диалог төҙөй.

Һәр дәрес уҡытыусынан ижади эшләүҙе талап итеп ҡуя. Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн балаларға оҡшаған, улар яратып башҡарған эш төрҙәрен тәғдим итеү мөһим. Уҡыусыларға өйгә эш төрөн биреүҙе ҡарайыҡ. З.Биишеваның хикәйәте буйынса план төҙөргә ҡушһаҡ, был өйгә эште уҡыусылар теләп башҡармаясаҡ. Ошо уҡ эш төрөн әҙ генә үҙгәртеп, уҡылған хикәйәт буйынса тел төҙәткес формаһында план  төҙөргә ҡушҡанда уҡыусылар  дәрестән өйгә эш бирелеүенә шатланып сығып китә. Улар яҙып килгән тел төҙәткесен артикуляцион күнегеү итеп тә ҡулланып була. Уҡыусыларҙың эштәренән  миҫал өсөн бер тел төҙәткесе:

                         Ше-ше-ше – Һөнәрсе менән Өйрәнсек күрше.

                          Рәк-рәк-рәк-Өйрәнсеккә табыш кәрәк.

                          Гән-гән-гән – Һөнәрсе йөрәк ҡушҡанса эшләгән.

                          Гән-гән-гән – хеҙмәт үҙ емешен биргән.

Дәрестә баһалау таблицалары ҡулланыу отошло. Балалар үҙҙәренең, иптәштәренең эштәрен  тикшерә, баһа ҡуя.  Һәр бер эш төрөнә бала билдә ала.

Бер дәрестә әле һанап кителгән алымдарҙың бөтәһендә ҡулланып булмай. Дәрестең темаһына, маҡсатына ҡарап уҡытыусы  кәрәкле материал һайлай, төрлө алымдар ҡуллана, уҡыусының эшмәкәрлеген кәрәкле йүнәлештә ойоштора.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рус телле балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә ҡулланылған ҡайһы бер отошло алымдар. Методик ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте. 2009. 28 бит.

Ҡулланмала авторҙар коллективы рус телле уҡыусыларға башҡорт теленең серҙәренә өйрәтеүгә үҙ тәжрибәһенән отошло эш алымдарын тәҡдим итә. авторҙар тарафынан әҙерләнгән мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, схемалар,...

мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылғануниверсаль эш төрҙәре...