Статья. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
статья

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Доклад

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә

уҡыусыларҙың  ижади һәләттәрен үҫтереү

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә

уҡыусыларҙың  ижади һәләттәрен үҫтереү

Балаларға йомарт башҡорт теленең нәфислеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеү – минең төп бурысым. 

Үҙемдең уҡытыу-тәрбиә эшемдә түбәндәге йүнәлештәрҙе билдәләнем:

-балаларҙың ижади һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү, уларға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү.

-милләтебеҙҙе уятыу һәм тергеҙеү, туған телдең бәҫен һәм баһаһын арттырыу.

-башҡорт халҡының тарихын, үткәнен, арҙаҡлы шәхестәрен, мәҙәниәтен, милли традицияларын өйрәтеү маҡсатында төрлө йола байрамдары, кисәләр үткәреү:

-Башҡортостандың яңы гражданында изгелек, яҡшылыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, милли рухлы шәхес тәрбиәләү өсөн бөтә көстө, ғилемде, булмышты биреү.

Бындай мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың иң төп шарты – уҡытыусының үҙе уҡытҡан предметҡа шәхси мөнәсәбәте, уны яратыуы, төплө белеүе, шул фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу аша уны тәрән өйрәнеүгә теләк уята алыуы. 

Төп маҡсатым – уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм фекерләү ҡеүәһен формалаштырыу.

Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында күрә белеп, артабан үҫтереү – уҡыутысыларҙың яуаплылығында. Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен тап шул бурысты атҡарыуға йүнәлтәм.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мәсьәләһе актуаль һәм мауыҡтырғыс проблема. Күпселек, дәрестәрҙә логик фекерләүҙе үҫтереүгә ҙур урын бирелә. Ә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ситтәрәк ҡала. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү инша яҙыуға ғына ҡайтып ҡала.  Һәләтһеҙ бала булмай, тик уның һәләтен ваҡытында асылырға ярҙам итергә кәрәк. Әгәр һуңлаһаң, бындай балаға иғтибар итмәһәң, ул  үҙ- үҙенә йомолоп ҡаласаҡ, үҙен ҡалғандар алдында кәм тоясаҡ, йә үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн насар ғәҙәткә өйрәнергә, ярамаған эш эшләргә тырышасаҡ. Әлбиттә, балаға  һәләтлеһең  тип әйтеүҙән генә  ул ижад итә башламай.

Ижади эшкә түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:

- уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;

- балаларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

-уҡыусыларҙы юғары интеллектлы, матур зауыҡлы кеше итеп тәрбиәләү;

- үҙ фекерен эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа

белергә өйрәтеү;

- уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыу, уны баһалай белеү күнекмәләрен, ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү. 

Балалар бәләйкәйҙән үк ижад итә башлайҙар, һүрәт төшөрәләр. Улар үҙҙәренең һүрәттәрендә аяҙ күк йөҙөн, ҡояшты яһайҙар. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү йөкмәткеһен ошо һүрәттә сағылдырырға теләйем.

        Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе бик киң.

Дәрестең һәр этабында

Был эш дауам итә.

Һорауҙар төҙөгәндә,

Шиғырҙар уҡығанда,

Һәләттәр үҫтерелә.

Минең дәрестәремдең  ойоштороу мәлендә үк башланғыс кластарҙа дежур уҡыусы көндө тасуирлай, тәбиғәтте һүрәтләй. Уҡыусылар дежурға алдан әҙерләп килгән һорауҙарын бирәләр. Уның яуаптарын уҡыусылар үҙҙәре баһалайҙар. Уҡыусылар бер-береһенә һорау бирергә өйрәнә.

Артикуляцион күнегеүҙәр өсөн алынған ижектәр, тиҙәйткес, шиғырҙарҙы ижади һәләтте үҫтереү маҡсатында ҡулланам.

Уҡыусылар шиғырҙарҙағы төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуялар, рифмаға ярашлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ тәртибен билдәләйҙәр. Был эштәр рифманы тойомлауҙы үҫтерә.

Шиғырҙы уҡығастан ошондай һорауҙар бирәм:

-Ниндәй һүрәт төшөрөр инегеҙ? Бер һүрәт менән генә шиғырҙың йөкмәткеһен биреп буламы?

Был эш төрө уҡығанды һүрәт формаһында күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

Бәләкәй шиғырҙарҙы

Ятларға яраталар.

Рифмалашҡан юлдарҙы

Үҙҙәре лә яҙалар.

Уҡыусыларҙа рифманы тойомлауҙы, шиғыр яҙыу һәләтлектәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барам. Бирелгән ижектәргә тамамланған һүҙҙәр уйларға ҡушам.

Лә-лә-лә – ғаилә

Йым-йым-йым – атайым.

Йем-йем-йем – әсәйем.

Бирелгән тел төҙәткескә һүҙҙәр әйтеп уҡыйҙар.

         Де-де-де – яратам мин ….(ғаиләмде).

Йым-йым-йым – ҡыйыу, көслө …. (атайым).

Йем-йем-йем – яғымлы минең …. (әсәйем).

Дәресте йомғаҡлағанда ла тел төҙәткестәрен ҡулланам. Мәҫәлән, алмаш темаһынан һуң ошондай тел төҙәткес төҙөттөм.

Маш-маш-маш- һүҙҙәрҙе алмаштыра …(нимә?)

Лай-лай-лай – ул һөйләмде ….(ни эшләй?)

Май-май-май- бер үк һүҙҙәр …(ни эшләмәй?)

Ным-ным-ным – ошоно мин …(ни эшләнем?)

Рифмалашҡан һүҙҙәрҙе эҙләп табыу уҡыусыларҙа шиғыр яҙырға ынтылыш уята. Үҙемдең телмәремдә рифмалашҡан юлдарҙы ҡулланырға тырышам.

Әҙәби әҫәрҙең

Әһәмиәте бик ҙур.

Һәләттәрҙе үҫтереүҙә

Ярҙам булып тора ул.

Уҡыласаҡ текстың йөкмәткеһе өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барам.

Хикәйәне уҡыр алдынан ошондай эштәр тәғдим итәм.

Һеҙ күрәҙәселәр.

  1. Текстың исеменә ҡарап нимә тураһында һүҙ барғанын фаразлағыҙ.
  2. һүрәттәргә ҡарап текста нимә тураһында һүҙ барасағын әйтегеҙ.
  3. Бирелгән терәк һүҙҙәр – асҡыс һүҙҙәрҙе ҡулланып уҡыласаҡ текстың  йөкмәткеһен һөйләп ҡарағыҙ.
  4. Тексты уҡып сыҡҡас үҙегеҙҙең фаразығыҙ менән сағыштырығыҙ.

         Әҫәрҙе уҡығас, уның йөкмәткеһенә ҡарап, ижади күнегеүҙәр тәғдим итәм. Мәҫәлән,әҫәрҙең аҙағын үҙгәртергә, тексты  дауам итергә, сәсмә әҫәрҙең йөкмәткеһен шиғыр, тел төҙәткес формаһында бирергә.

 «Бойҙай бөртөгө» әкиәтен уҡығас, түбәндәге эш төрө тәғдим ителде:

-- Үҙеңде өс егет урынына ҡуйып ҡара. Хыялланып ал. Табып алған алтынды ни эшләтер инең? Ҡылысты?

«Ҡоштар йыйылышы» хикәйәһенән һуң ошондай эш биреп була.

-- Һәр кем бер ҡош исеменән сығыш яһаһын.

 Был осраҡта эмпатия алымын ҡулланам. Эмпатия алымын әҫәрҙе уҡыр алдынан да биреп була.

Ошондай һорауҙар ҡуям:

-Һин ҡайҙа йәшәйһең?

-Һинең тышҡы ҡиәфәтең ниндәй?

-Нимә менән туҡланаһың?

-Кешегә ниндәй ярҙам килтерәһең?

        Йәнһеҙ әйбер исеменән дә һөйләтеп була. Был алым балаларҙың ижади һәләттәрен, һөләү телмәрен, фараз итеүен, фекер йөрөтөүен үҫтерә.

Башҡорт халыҡ ижадын

Дәрестәрҙә ҡулланам.

Уларҙың өлгөһөндә

Әкиәт, йомаҡ яҙҙырам.

     Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә  халыҡ ижадының өлгөләре тос ярҙам булып тора. Улар өлгөһөндә  үҙебеҙ йомаҡ, таҡмаҡ, көләмәс, әкиәт, ҡобайыр  ижад итәбеҙ. Әкиәт жанры балалар тарафынан яратылып ҡабул  ителә. Әкиәт ваҡиғалары төрлө асыштар менән ҡыҙыҡлы. Улар ирекле ижад итеүҙе талап итә. Балаларға бер нисә әкиәттең башын йә аҙағын бирәм, кәйеф билдәләнгәс, уларҙың дауамын уйларға тәғдим ителә. Әкиәттәрҙе мәктәп гәзитендә баҫтырып сығабыҙ.  Әйтем, мәҡәлдәрҙе ҡулланып, уҡыусылар инша эштәрен дә байыталар. 

Образлы сағыштырыу алымын йомаҡтар төҙөгәндә ҡулланыла. Йомаҡ ижад итеүҙе тасуирлау текстарынан башлайым. Бер предмет йә  һүрәт алам да (мәҫәлән, ҡар бөртөгө һүрәте ), һорауҙар төҙөргә ҡушам. Уҡыусылар бер-береһенә бирәләр, яуаптарын табалар. Яуаптарын тыңлағас, улар күрмәгән, иғтибар итмәгән үҙенсәлектәрен, сифаттарын асырға тырышам, тағы ла һорауҙар бирәм. Һөйләмдәр арта, ябайҙары ҡатмарлаша, матурлана, төҙөкләнә бара. Ябай ғына предметтың  матурлығы, төҙөлөшө, файҙаһы, төҫө, нимә эшләүе, нимәгә оҡшауы тураһында һүрәтләмә барлыҡҡа килә. Киләһе аҙым  – йомаҡ ҡойоу.

Күктән төшә,

Ап-аҡ төҫтә.

Биттәрҙе ул семетә

Ә уста иреп бөтә.

Һәләтһеҙ бала булмай

Кемдер бейей, кемдер йырлай,

Кемдер һүрәт төшөрә,

Кемдер шиғырҙар яҙа.

Ошо һәләттәрҙе

Уҡытыусылар аса.

Йырлай икән йырлаһын,

Йыр мәғәнәһен аңлатһын.

Бейей икән бейеһен,

Ял минуты үткәрһен.

Һүрәт төшөрһә төшөрһөн,

Рәсем дәресе түгел,

Хикәйә, һөйләм төҙөһөн.

Уҡыусыларҙың һәләттәрен күрә белеү, уларҙы дәрестә, кластан тыш сараларҙа уңышлы ҡулланыу уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн, башҡорт теле дәрестәренә һөйөү тәрбиәләү өсөн мөһим.

Уҡыусыларҙың һәләттәрен хәтерҙә тотоп өйгә эштәрҙе төрләндереп бирәм.

 «Урал батыр» әкиәте буйынса ошондай эштәр тәғдим ителде.

  1. Әкиәткә диафильм яһау.
  2. Әкиәт йөкмәткеһен шиғыр, тел төҙәткес формаһында биреү
  3. 9 класта «Урал батыр» эпосын уҡығандан һуң ҡыҙҙар араһында «Аҡҡош бейеүе» конкурсы үткәрелде. Уҡыусылар Һомай образын бейеү аша күрһәттеләр.

Заман менән бергә атлау

Уҡытыусы бурысы.

Яңы быуат кешеһе

Тәрбиәләү уның эше.

Бөгөнгө белем биреү системаһы уҡытыусыға ижади, ирекле, стандарт булмаған, интеллектуаль мәсьәләләрҙе хәл итә белгән шәхес үҫтереү бурысын йөкмәтә. Дәрестәремдә проектлау, моделләштереү, тәнҡитле фекерләү үҫтереү технологияларының алымдарын ҡулланам. Синквейн, кластер, уйҙар кәрзине, алдан күҙ аллау алымдарын отошло тип һанайым.

Алған мәғлүмәтте системаға һалыу өсөн йомғаҡлауҙа диаманта, синквейн  алымын ҡулланам.

Бындай ижади эш башҡарыу – еңел, күңелле, файҙалы.

.....

Килтерелгән өлгөләр

Мәктәп гәзитенән биттәр.

Бирелгән ошо эштәр

“Беренсе ҡарлуғастар”.

Гәзиттең исеме лә

Беренсе ҡарлуғастар.

Стандарт булмаған

Дәрестәр үткәрәм.

Был  дәрестәргә

Мин өҫтөнлөк бирәм.

Кластан тыш саралар

Мәктәптә гөрләп үтә.

Төрлө байрам, кисәләр

Һәләттәрҙе аса.

           Кластан тыш эштәрҙә уҡыусыларымды халҡыбыҙ йолалары, байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырам, уларҙы сәхнәләштерәбеҙ. 

Юғары класс уҡыусылары  кластан тыш сараларҙың конспекттарын үҙҙәре төҙөйҙәр. Төрлө конкурстар, аҙналыҡтар уҡыусыларҙың һәләтен асыуға булышлыҡ итәләр.

Уҡыусылардың уңыштары ла юҡ түгел. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар.

Ижади һәләтте үҫтереүҙең диапазоны ла киң. Ул үҙ эсенә үҡытыу - тәрбиә сараларының бөтәһен дә һыйҙыра.

Ижади эштәр менән мәктәптә ҡыҙыҡһынған балалар артабан ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла үҙ  хеҙмәтенә яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади эшләүсе  кешегә әүерелә.

Ошо һүрәттәге кеүек күк йөҙө аяҙ булһын, һәр ваҡыт юл күрһәтеп ҡояш балҡыһын.

Ҡояш булып яныусы,

Юлдарҙы яҡтыртыусы,

Таланттарҙы асыусы,

Кәңәшсе һәм ярҙамсы,

Балаларҙы яратыусы

Булыр  уҡытыусы. 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Царский терем

Конструкция и внутреннее убранство терема. Виды царских дворов....

Презентация к образовательной деятельности "Путешествие в музей природы.Осень.!" "Лес, точно терем расписной..."

Презентация была создана на основе фотографий осенней тематики.Использовалась на открытом показе интеграционной образовательной деятельности по теме "Путешествие в музей природы.Осень."...

Уен – дәрес: “Тере табигать белән без дусмы?”

Уен – дәрес:“Тере табигать белән без дусмы?”2нче класста Әйләнә-тирә дөнья дәресебуенча  ачык дәрес эшкәртмәсе.Төзеде: башлангыч класслар укытучысы Биктимерова Дилә Вәзир кызы....

План – конспект учебного занятия по изобразительному искусству. Тема «Двор что город, изба что терем. Изображение терема для сказочных героев»

Представлен подробный план – конспект учебного занятия по изобразительному искусству для 3 класса по теме «Двор что город, изба что терем. изображение терема для сказочных героев»....

Театрализованный урок. Тема: С. Я. Маршак «Терем-теремок»

Заинтересовать детей чтением сказок С.Я. Маршака; проверить умение узнавать произведение по опорным словам; развивать умение слушать; закреплять и развивать умение читать по ролям....