мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре
учебно-методический материал (2 класс) на тему

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master-klass_1-2_kl.odt15.54 КБ
Office presentation icon презентация2.67 МБ

Предварительный просмотр:


Мастер-класс

«Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған

универсаль эш төрҙәре».

Инеш өлөш. Слайд 1

  • Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар, жюри ағзалары. Бөгөн һеҙҙе был аудиторияла күреүемә бик шатмын.

Танышыу. - Мин Әхтәмова ГФ булам. Ташбулат урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

  • Ә хәҙер һеҙҙең менән танышып үтәйек. Мин 1,2,3 тип әйтеүгә бөтәгеҙ бергә үҙегеҙҙең исемегеҙҙе әйтегеҙ.

  • Афарин! Бына танышып та үттек һәм һәр берегеҙҙең йөҙө балҡып китте. Кәйефтәр күтәрелде.

Мотивация. Слайд 2.

  • Ә хәҙер ҡулығыҙҙа  күбәләк ултыра тип хис итегеҙ.Мин бер легенда һөйләп үтәйем.

“Был донъяла йәшәгән ти бер аҡыл эйәһе. Ул бөтә нәмәне лә белгән ти. Тик бер уҡыусыһы уны һынап ҡарарға булған. Ҡулына бер күбәләкте тотҡан да һораған:

  • Аҡыл эйәһе, әйт әле, минең ҡулымдағы  күбәләк тереме әллә үлеме?

Ә үҙе уйлай икән: “Әгәр үле тип әйтһә, осорам да ебәрәм, әгәр тере тип әйтһә, ҡыҫып үлтерәм дә ҡуям тип”.

  • Нисек уйлайһығыҙ, аҡыл эйәһе нимә тип яуап биргән?
  • Бөтәһе лә һинең ҡулыңда.

  • Әйе, беҙ уҡытҡан һәр баланың яҙмышы беҙҙең ҡулда. Һәр уҡыусының белемле, аҡыллы һәм уңышлы булып үҫеүе беҙҙән уҡытыусыларҙан тора.

Тема: Слайд 3.

 Бөгөнгө оҫталыҡ дәресенең темаһы тип

“Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәрен» алдым.

Минең маҡсатым: Слайд 4.

  1. Темаға ярашлы әҙәбиәтте өйрәнеү.
  2.  Уҡыу күнекмәһе өсөн ҡулланылған алымдарҙы өйрәнеү.
  3. Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн презентациялар әҙерләү.

  • Һәр уҡытыусы алдында уҡыусыһын нисек оптималь уҡыу тиҙлегендә уҡырға өйрәтергә тигән һорау тора.
  • Слайд 5. Сөнки уҡыу – тел эшмәкәрлегенең иң әһәмиәтле, хәл иткес компоненттарының береһе.
  • Уҡыусыны аңлап уҡырға өйрәтеү уның башҡа фәндәрҙе үҙләштереүенә ныҡлы нигеҙ булып тора. Баланың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү, уны шәхес итеп тәрбиәләү өсөн  танып-белеү, уҡыу күнекмәләрен даими үҫтереү файҙалы.
  • Тик хәҙерге информацион технологиялар, компьютер, интернет заманында балалар китап уҡыу менән ҡыҙыҡһынмай.  Уҡыу күнекмәһе лә үҫешмәй.  Шуға ла, заман менән бергә атлап, уҡытыу процесында компьютер ҡулланыу уҡыу күнекмәһен үҫтереүгә ярҙам итә.

Слайд 6. - Оптималь уҡыу тиҙлеге – аңлы, етеҙ, тасуири уҡыуҙан тора. Балалар дәрестә ни тиклем күберәк уҡыған һайын уҡыу тиҙлеге арта. Шуның өсөн дә һәр дәрес һайын бер нисә минутлыҡ уҡыу минуттары үткәрәм. Бының өсөн компьютер технология- ларын ҡулланыу уңышлы тип иҫәпләйем.  Тик башҡорт телендә уҡыу өсөн тренажерҙар юҡ. Ә рус телендә инернет селтәренән төрлөһөн табырға була. Шуларға оҡшатып башҡорт телендә үҙем эшләп ҡарарға булдым.  Уҡыу өсөн текстар “Йәйғор” христоматияһынан, Аҡбуҙат журналынан , Башҡортостан уҡытыусыһында баҫылған мәҡәләләрҙән алынды. Был күнегеүҙәр 1-2 кластар өсөн тәғәйенләнгән.

Слайд 7.  Аңлы уҡыу өсөн ошондай күнекмәләр ҡулланам:

Слайд 8. Тренажер “Мин шыма уҡырға өйрәнәм”.

  •  Дәрестә иң беренсе фронталь эш рәүешендә үткәрелә. Аҙаҡтан ауыр уҡыусылар өсөн индивидуаль эш өсөн ҡулланыла.
  • Уҡыусылар бирелгән тексты уҡып сыға һәм йөкмәткеһе буйынса бирелгән һорауға яуап бирә. Әгәр ҙә уҡыусы дөрөҫ яуап бирә алмаһа, тексты ҡабат уҡып сығырға тәҡдим ителә. Яйлап текстар ауырлаша һәм ҙурая бара.
  • Слайд 9. Ҡайһы һүҙҙе өҫтәр инең?

- Шиғыр бирелә. Унда һүҙҙәр төшөп ҡалған, өҫтәмә һүҙҙәр араһынан тура килгәнен һайлап алырға кәрәк.

                                       Әйтсе.

                          Әйтсе миңә, әйтсе миңә,

                          Әйтсе серен,__________.

                          Әллә һин бешергәнгәме,

                          Бигерәк тәмле _________.

                                            А. Игебаев.

Өҫтәмә һүҙҙәр: әпәкәй, бәләкәй, әсәкәй, бәпәй.

  • Был шиғырҙарҙың авторҙары менән дә таныштырып барыла.

  • Слайд 10. Һүҙ өҫтә. Шиғыр бирелә, ләкин икенсе, дүртенсе юлдағы рифмалы һүҙҙәр ҡаплана. Балалар был һүҙҙәрҙе үҙҙәре табырға тейеш, ярҙамсы һүҙҙәр бирелмәй.

                              Йомарланһа туп кеүек,

                              Энәле күлдәк  ( КЕЙӘ).

                              Йомшағым, тип иркәләп

                              Әсәһе уны  ( ҺӨЙӘ ).

  • Кейә-һөйә һүҙҙәре рифма булып килеүе менән дә таныштырып китергә була.
  • Икенсе шиғырға ла һүҙ өҫтәп ҡарайыҡ.

                              Беренсе булып урмандан

                              Килде байрамға ( ШЫРШЫ ).

                              Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

                              Бөгөн ул ниндәй ( ҠУПШЫ).

  • Слайд 11. Шиғырға юл өҫтә.
  • Шиғыр бирелә, ләкин уның һуңғы юлы ҡапланған. Шиғырҙың мәғәнәһе буйынса һуңғы юлды өҫтәргә кәрәк.

                              Һыйыр һауғанда.

                     Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ,

                     Әсәй һыйыр һауғанын.

                     Ап-аҡ һөттөң күбекләнеп

                     ( БИҘРӘБЕҘГӘ ТУЛҒАНЫН).  М. Дилмөхәмәтов.

 Был күнегеүҙәр ауырлаша барыу тәртибендә килә. Шулай уҡ авторҙары , яҙыусылар менән таныштырып барырға мөмкин.

Слайд 12.Тасуири уҡыу өсөн:

  • Слайд 13.Шиғыр алына.    Көләс.

                               Көләс кеткелдәп көлә:

                               -Кемде күргән көҙгөлә?

                               Күлдәген күреп көҙгөлә,

                               Көләс кинәнеп көлә.

                                          Әсхәл Әхмәт-Хужа.

                                                                     

  • Ошо шиғырҙы көлөп торған смайлик нисек уҡыр ине? Илап торған? Көйөп торған?
  • Слайд 14. Шиғыр юлдары алына.

                                Зәбир паркка барған.

                                Зебра күреп шаҡ ҡатҡан.

  •  Айырым һүҙҙәргә логик баҫым ҡуйып уҡырға. Беренсе ЗӘБИР һүҙенә, икенсе ПАРККА һүҙенә, өсөнсө БАРҒАН , дүртенсе ЗЕБРА һүҙенә баҫым ҡуйып уҡырға кәрәк.

Слайд 15. Етеҙ уҡыу өсөн:

-Слайд 16.  Тиҙәйткестәрҙән генә торған презентация төҙөнөм.

- Унда 13 тиҙәйткес ингән.

Слайд 17. Тел- төҙәткестәрҙән торған “ Мин уҡырға өйрәнәм” тигән айырым презентация бар. Ижектәр төҙөп уҡырға ярҙам итә.  Вертекаль бағанала хәрефтәр ҡуйып уҡыу баланың күреү яланын киңәйтә. Был презентация уҡытыусыларға абак ҡулланыуҙа ярҙам итә һәм таҡтаға яҙыуҙан ҡотҡарыр  тип уйлайым.

Слайд 17.  Киләһе күнегеү эйәреп уҡыу өсөн.  Шиғыр юлдары алына. Һәр юл бер-бер артлы асыла бара. Тиҙлеген үҙгәртә барып уҡырға була. Шулай уҡ һүҙлек эше алып барыла.

Һығымта.

 Шулай итеп туған тел дәрестәрендә ошондай универсаль эш төрҙәрен ҡулланыу:

  1. Балаларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята.
  2. Уҡыу күләме арта.
  3. Балаларҙың уҡыу тиҙлеге арта.
  4. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята.
  5. Уҡытыусыға дәрескә әҙерләнергә ярҙам итә.

Әгәр ҙә  ҡыҙыҡһынып дәрестә ҡулланып ҡарарға уйлаһағыҙ “ Нспортал”да минең сайтымдан табырға була.

Рефлексия.

 Оҫталыҡ дәресенә рефлексия эшләйек. Уҡып сығығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшаған һөйләмде һайлағыҙ. Әгәр һеҙ һайлаған һөйләм өйөрөлһә сәпәкәй һуғабыҙ.

  1. Мастер-класс миңә оҡшаны.
  2. Ҡыҙыҡһыныу уятты.
  3. Миңә бер нәмә лә оҡшаманы.

                             

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Әҙерләне: Әхтәмова Г.Ф. Ташбулат урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Слайд 2

Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда ! corowina.ucoz.com

Слайд 3

Туған тел дәрестәрендә уҡыу күнекмәһен үҫтереүҙә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре. corowina.ucoz.com

Слайд 4

Маҡсаттар: Темаға ярашлы әҙәбиәтте өйрәнеү. Уҡыу күнекмәһен үҫтереү өсөн ҡулланылған алымдарҙы өйрәнеү. Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн презентациялар әҙерләү.

Слайд 5

corowina.ucoz.com

Слайд 8

«Мин шыма уҡырға өйрәнәм».

Слайд 9

Иғтибар менән уҡы. Һорауҙарға яуап бирергә әҙерлән.

Слайд 10

Һандуғас - йырсы ҡош. Ул ҡыуаҡ араһында йәшәй. Һандуғас матур һайрай. Уның моңон халыҡ хайран ҡалып тыңлай.

Слайд 11

Һандуғас ниндәй ҡош? Көслө ҡош. Ҡышлаусы ҡош. Йырсы ҡош.

Слайд 12

Ҡайһы һүҙҙе өҫтәр инең? Әйтсе. Әйтсе миңә, әйтсе миңә, Әйтсе серен,__________. Әллә һин бешергәнгәме, Бигерәк тәмле________. А. Игебаев Бәләкәй Әпәкәй Бәпәй әсәкәй

Слайд 13

Йомарланһа туп кеүек, Энәле күлдәк кейә . Йомшағым, тип иркәләп Әсәһе уны һөйә .

Слайд 14

Беренсе булып урмандан Килде ба й рамға шыршы . Уйынсыҡтар ҙа эленгәс, Бөгөн ул ниндәй ҡупшы .

Слайд 15

Шиғырға юл өҫтә: Һыйыр һауғанда. Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ, Әсәй һыйыр һауғанын. Ап-аҡ һөттөң күбекләнеп Биҙрәбеҙгә тулғанын. М.Дилмөхәмәтов

Слайд 17

Көләс кеткелдәп көлә: Кемде күргән көҙгөлә? Күлдәген күреп көҙгөлә, Көләс кинәнеп көлә.

Слайд 18

Зәбир паркка барған, Зебра күреп шаҡ ҡатҡан.

Слайд 20

Автор: Әхтәмова Гөлфиә Файзрахман ҡыҙы Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ташбулат урта мәктәбе

Слайд 21

Ҙа-ҙа-ҙа- ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа? Ҙы-ҙы-ҙы- ҡаҙҙар йылғаға барҙы. Ҙә-ҙә-ҙә- рәхәтләнеп эй йөҙә, Ҙы-ҙы-ҙы- ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы. а ә о ө у ү ы и е а ә о ө у ү ы и е ҙ ҙ

Слайд 22

Өп-өп-өп- эттәр сабыша өрөп, Өп-өп-өп- төндәр буйына йөрөп. б г д ғ ө һ к л р м б г д ғ һ ө к л р м

Слайд 23

Дамир Дыуандан килгән, Димгә думбыра биргән, Дөпөлдәтеп баҫҡан Дауыт , Дәртләнеп күкрәк киргән.

Слайд 24

Һығымта: Туған тел дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уҡыуҙың күләме арта. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята. Уҡыу тиҙлеген арттыра.

Слайд 25

Рефлексия 1. Мастер – класс миңә оҡшаны. 2. Ҡыҙыҡһыныу уятты. 3. Миңә бер нәмә лә оҡшаманы.

Слайд 26

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Слайд 27

Ҡулланылған әҙәбиәт: Автор шаблона – Коровина И.Н. Использованы рисунки: http://www.123rf.com/photo_7256532_cartoon-wise-owl-sitting-on-pile-book-and-red-apple.html http://www.picturedesign.info/photoshop/page/143/ http://images.clipartof.com/small/32979-Clipart-Illustration-Of-A-Little-Boy-And-Girl-Studying- Together-A-Green-Colored-Pencil-Watching.jpg «Уҡ ыусыларҙың уҡыу тиҙлеген тикшереү өсөн текстар йыйынтығы.- Сибай, 2008. Д өрөҫ һәм аңл ы уҡырға өйрәтеү.- Баш.уҡытыусыһы, №10, 2009, А ңлап уҡырға өйрәтеү.- Баш. Уҡытыусыһы, №2, 2012, «Йәйғор» христоматияһы. corowina.ucoz.com


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс по технологии. Изготовление поделки "Весёлая обезьянка". Мастер-класс предназначен для детей начальных классов

Мастер-класс по созданию поделки из разных материалов "Весёлая обезьянка" в форме презентации...

Мастер-класс урока окружающего мира по теме "Про воздух". Мастер-класс урока окружающего мира по теме "Про воздух".

Одна из основных задач педагогов -  разработать и показать урок в рамках реализации нового образовательного стандарта.Тип урока – урок изучения и первичного закрепления новых знаний. Е...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылғануниверсаль эш төрҙәре...