Статья. ФГОС шарттарында башланғыс класс уҡыусыларының ижади һәләттәрен үҫтереү
статья

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Доклад

ФГОС шарттарында башланғыс класс уҡыусыларының

ижади һәләттәрен үҫтереү

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

Яңы стандарттар уҡытыусы алдына ижади фекер йөрөтөүсе, ижади үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуя.

Ижади һәләттәрҙе үҫтереү юлдары:

1.Уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу.

2.Уҡытыусының уҡыусыға яҡшы мөнәсәбәте, уҡытыусының уҡыусыны тәнҡитләүҙән баш тартыуы.

3.Уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен белдереүен һуплау.

4.Уҡыусыларға һорауҙар бирергә мөмкинселек биреү.

5. Ижади биремдәр биреү. Практик эштәр ойоштороу. Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү. Дәрестәрҙә инновацион технологиялар ҡулланыу.

6. Уҡытыусының ҡуйылған мәсьәләне ижади сисеп өлгө күрһәтеүе. (Балалар өсөн үҙе эшләү түгел, балалар күрмәгән яҡтарын асыҡлау).

           Уҡыусыларҙа ижади һәләттәрҙе үҫтереү, уҡытыусынан да ижади эшләүҙе талап итә. Уҡытыусы дәрестә төрлө эш алымдарын ҡуллана, төрләндерә, уҡыусыларҙың мөмкинселектәренә тап килерлек итеп үҙгәртә. Мәҫәлән: Тәнҡитле фекерләү ҡеүәһен үҫтереү технологияһында сюжетлы таблица тигән алым бар. Уҡыусылар төркөмләп, йәки парлап әҫәр уҡыйҙар, таблицалағы һорауҙарға яуап бирәләр, таблицалар менән алышып, әҫәрҙең скелетына ҡарап йөкмәткеһен тергеҙәләр. Бирелгән текстар менән алышып дөрөҫлөгөн тикшерәләр. Ошо эштәрҙе башҡарғандан һуң да уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн тағы ла эш төрҙәре тәғдим итеп була. Таблицалағы бөтә һорауҙарға ла яуап биреп булмаған осраҡта, уҡыусыларға үҙҙәренә яуаптар уйлап һөйләргә тәғдим итәбеҙ. Мәҫәлән, ҡайҙа? һорауына яуап юҡ икән, уҡыусы  әҫәрҙә бирелгәндәргә таянып ваҡиғаның ҡайҙа барғанын уйлап сығарып һөйләй.  

          Башланғыс кластарҙа уҡыусылар рифмаға ярашлы һүҙҙәр уйлап әйтергә яраталар, үҙҙәре лә бәләкәй шиғырҙар яҙып ҡарайҙар. Өйгә эшкә бирелгән берәй яҙыусының, шағирҙың  тормош юлын өйрәнгәс, әҫәрҙе уҡығас тел төҙәткес яҙыу отошло, сөнки уҡыусы кәрәкле факттарҙы айырып ала, хәтерендә ҡалдыра, рифмаға ярашлы һүҙҙәр һайлай. Яңы әҫәр менән танышҡас  уның планын тел төҙәткес формаһында төҙөү уҡыусыларҙың яратып башҡарылған эш төрө.    Тел төҙәткестәрен дәресте йомғаҡлағанда ла ҡулланырға мөмкин.  Мәҫәлән, алмаш темаһынан һуң ошондай тел төҙәткес төҙөйҙәр.

Маш-маш-маш- һүҙҙәрҙе алмаштыра …нимә? (алмаш)

Лай-лай-лай – ул һөйләмде ….ни эшләй?  (матурлай)

Май-май-май- бер үк һүҙҙәр …ни эшләмәй? (ҡабатланмай)

Ным-ным-ным – ошоно мин …ни эшләнем? (аңланым)

Ябай ғына эш төрө булһа ла,  әһәмиәте ҙур. Уҡыусыларҙа рифманы тойомлауҙы, шиғыр яҙыу һәләтлектәрен үҫтерә.

           Уҡыласаҡ әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыу мөһим. Тексты уҡыр алдынан алдан  күҙ аллау алымын ҡулланып була.  Әҫәрҙе уҡығас, уның йөкмәткеһенә ҡарап, ижади күнегеүҙәр тәғдим ителә. Мәҫәлән, әҫәрҙең аҙағын үҙгәртергә, тексты  дауам итергә, сәсмә әҫәрҙең йөкмәткеһен шиғыр формаһында бирергә, әҫәрҙең геройҙарына кәңәштәр бирергә, әҫәрҙәге геройҙарҙы икенсе ситуациаға ҡуйып хикәйә яҙырға һ.б. Иң мөһиме дәрестең һәр этабында уҡыусыларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеген булдырыу мотлаҡ. Бының өсөн уҡытыусы индивидуаль, парлап, төркөмләп эшләүҙе ойоштора. Уҡыусы үҙ аллы эшләгәндә генә, үҙ эшенең һөҙөмтәһен күргәндә генә ҡәнәғәт ҡала.

          Дәрестә баһалау таблицалары ҡулланыу отошло. Дәрестә балалар үҙҙәренең, иптәштәренең эштәрен  тикшерә, баһа ҡуя.  Һәр бер эш төрөнә бала баһа ала.

         Уҡыусыларҙың һәләттәрен күрә белеү, уларҙы дәрестә уңышлы ҡулланыу уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн, башҡорт теле дәрестәренә һөйөү тәрбиәләү өсөн мөһим.

Һәләтһеҙ бала булмай

Кемдер бейей, кемдер йырлай,

Кемдер һүрәт төшөрә,

Кемдер шиғырҙар яҙа.

Ошо һәләттәрҙе

Уҡытыусылар аса.

Йырлай икән йырлаһын,

Йыр мәғәнәһен аңлатһын.

Бейей икән бейеһен,

Ял минуты үткәрһен.

Һүрәт төшөрһә төшөрһөн,

Рәсем дәресе түгел,

Хикәйә, һөйләм төҙөһөн.

Уҡыусыларҙың һәләттәрен хәтерҙә тотоп эштәрҙе төрләндереп бирергә кәрәк.

Ижади эштәр менән мәктәптә ҡыҙыҡһынған балалар артабан ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла үҙ  хеҙмәтенә яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади эшләүсе  кешегә әүерелә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Статья " ФГОС адаптация первоклассников"

Первый опыт работы по стандартам второго поколения. Влияние ФГОС на адаптацию первоклассников....

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

1- 4 –се класс уҡыусыларының әҙәби уҡыу предметы буйынса белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

1- 4 –се класс уҡыусыларының   әҙәби  уҡыу предметы буйынса белемдәрен  һәм  күнекмәләрен баһалау нормалары...