Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре
методическая разработка (2 класс)
Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған
универсаль эш төрҙәре
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tugan_tel_drestrend_kullanylgan_esh_torzre.docx | 17.26 КБ |
Предварительный просмотр:
Тренажер “Мин шыма уҡырға өйрәнәм”.
- Дәрестә иң беренсе фронталь эш рәүешендә үткәрелә. Аҙаҡтан ауыр уҡыусылар өсөн индивидуаль эш өсөн ҡулланыла.
- Уҡыусылар бирелгән тексты уҡып сыға һәм йөкмәткеһе буйынса бирелгән һорауға яуап бирә. Әгәр ҙә уҡыусы дөрөҫ яуап бирә алмаһа, тексты ҡабат уҡып сығырға тәҡдим ителә. Яйлап текстар ауырлаша һәм ҙурая бара.
Ҡайһы һүҙҙе өҫтәр инең?
- Шиғыр бирелә. Унда һүҙҙәр төшөп ҡалған, өҫтәмә һүҙҙәр араһынан тура килгәнен һайлап алырға кәрәк.
Әйтсе.
Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен,__________.
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле _________.
А. Игебаев.
Өҫтәмә һүҙҙәр: әпәкәй, бәләкәй, әсәкәй, бәпәй.
- Был шиғырҙарҙың авторҙары менән дә таныштырып барыла.
. Һүҙ өҫтә. Шиғыр бирелә, ләкин икенсе, дүртенсе юлдағы рифмалы һүҙҙәр ҡаплана. Балалар был һүҙҙәрҙе үҙҙәре табырға тейеш, ярҙамсы һүҙҙәр бирелмәй.
Йомарланһа туп кеүек,
Энәле күлдәк ( КЕЙӘ).
Йомшағым, тип иркәләп
Әсәһе уны ( ҺӨЙӘ ).
- Кейә-һөйә һүҙҙәре рифма булып килеүе менән дә таныштырып китергә була.
- Икенсе шиғырға ла һүҙ өҫтәп ҡарайыҡ.
Беренсе булып урмандан
Килде байрамға ( ШЫРШЫ ).
Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,
Бөгөн ул ниндәй ( ҠУПШЫ).
. Шиғырға юл өҫтә.
- Шиғыр бирелә, ләкин уның һуңғы юлы ҡапланған. Шиғырҙың мәғәнәһе буйынса һуңғы юлды өҫтәргә кәрәк.
Һыйыр һауғанда.
Өсәүләшеп ҡарап торҙоҡ,
Әсәй һыйыр һауғанын.
Ап-аҡ һөттөң күбекләнеп
( БИҘРӘБЕҘГӘ ТУЛҒАНЫН). М. Дилмөхәмәтов.
Был күнегеүҙәр ауырлаша барыу тәртибендә килә. Шулай уҡ авторҙары , яҙыусылар менән таныштырып барырға мөмкин.
Тасуири уҡыу өсөн:
Шиғыр алына. Көләс.
Көләс кеткелдәп көлә:
-Кемде күргән көҙгөлә?
Күлдәген күреп көҙгөлә,
Көләс кинәнеп көлә.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
- Ошо шиғырҙы көлөп торған смайлик нисек уҡыр ине? Илап торған? Көйөп торған?
Шиғыр юлдары алына.
Зәбир паркка барған.
Зебра күреп шаҡ ҡатҡан.
- Айырым һүҙҙәргә логик баҫым ҡуйып уҡырға. Беренсе ЗӘБИР һүҙенә, икенсе ПАРККА һүҙенә, өсөнсө БАРҒАН , дүртенсе ЗЕБРА һүҙенә баҫым ҡуйып уҡырға кәрәк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре
Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс...
Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...