"ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘР АША БАШЛАНҒЫС КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫНДА АТА- ӘСӘГӘ ИХТИРАМ ТОЙҒОҺО ТӘРБИӘЛӘҮ"
статья по теме

Кужагильдина Гульназ Рамилевна

Научная статья

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ctatya.doc67.5 КБ

Предварительный просмотр:

ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘР АША БАШЛАНҒЫС КЛАСС  УҠЫУСЫЛАРЫНДА АТА- ӘСӘГӘ ИХТИРАМ ТОЙҒОҺО ТӘРБИӘЛӘҮ

Г.Р.БАЙМЫРҘИНА

Сибай педагогия колледжы студенты

ғилми етәксеһе - Г.М.ШӘКИРОВА

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

    Бала ғаиләлә тәрбиә ала. Уның кем булып үҫеүе лә тәү сиратта нәҫелдән ата-әсә тәрбиәһенән тора. Һәр ғаилә балалары тәртипле, итәғәтле булып үҫеүенә сикһеҙ күп көс түгә. Хатта үҫеп, оло тормош юлына баҫҡас та кешегә ата-әсә хәстәре, йылы һүҙе, аҡыллы кәңәше кәрәк. Шуғалыр ҙа ғаилә тураһында халыҡтың мәҡәл-әйтемдәре бик күп: «Атай өйрәтһә, балалар етеҙ булыр», «Бәләкәй саҡта ата-әсәгә ҡарайбыҙ. Өлкәнәйгәс, ата-әсәне ҡарайбыҙ», «Аталы бала –арҡалы бала» [3,85 б.]. Хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә битарафлыҡ, кешеләрҙең, туғандарҙың бер-береһе менән аралашмау күренештәре йыш осрай. Был кире сифаттар йәштәр, балалар араһында әүҙемләшә бара. Замандың үҙгәрә барыуы, уҡыусыларҙың күп ваҡытын компьютер артында үткәрәүе уларҙың күңелен ярлыландыра, рухи байлыҡтарын кәметә. Шуға күрә үҫеп килгән йәш быуында яҡшылыҡ, ололарға, ата-әсәләргә ихтирам, туғандарына хөрмәт, улар менән тығыҙ бәйләнеш тәрбиәләү бөгөнгө көндә актуаль мәсьәлә. Күренекле яҙыусы, ғалим Р.Фәхретдинов та был һүҙҙәрҙее дәлилләй: «Тәрбиә ғаиләнән башлана. Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш. Шул матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе – ата - әсәләргә, туғандарға, яҡын ҡарындаштарға, өлкәндәргә, булған һөйөү һәм ихтирам» [4,74 б.]. Туғанлыҡ хистәре, бер-береңә йылы мөнәсәбәт, ата-әсәне ихтирам итеү-барыһы ла ғаиләлә һәм мәктәптә  тәрбиәләнә.

     Балаларға әхлаҡ ҡағиҙәләре, изгелек, яҡшылыҡ, ихтирамлылыҡ сифаты тәрбиәләргә әҙәби әҫәрҙәрҙең әһәмиәте ҙур. Башланғыс класта әҙәби уҡыу программаһына тәрбиәүи шиғырҙар, хикәйәләр индерелгән. Был йәһәттән,  балалар яҙыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Фәүзиә Рәхимғолова, Рәис Ғабдрахманов, Рауил Ниғмәтуллин әҫәрҙәре әһәмиәтле.Уларҙың әҫәрҙәре туғандарға, бигерәк тә  ата - әсәләргә хөрмәт, ихтирам, яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһай.

    Һәр милләт 16 киләсәген быуындан быуынға камиллаша барған үҙенә генә хас әхлаҡ нормалары нигеҙендә тәрбиәләй һәм уның эске донъяһын – рухи байлығын формалаштыра [5, 13 б.].

     Башҡорт халҡының тәрбиә ҡанундары теҙеп кенә яҙылмаған, әммә уның бар ижадында тәрбиәүи рух сағыла. Фәлсәфәүи фекерле эпостарҙан башлап йомаҡтарға тиклем. Тәрбиәнең төп йүнәлеше – рухи байлыҡ. Рухи байлыҡ төшөнсәһе  киң. Әммә иң мөһим сифаттарҙан һаналғандары – изгелек, ололарға хөрмәт, ата-әсәгә ихтирам. Халҡыбыҙ балала бәләкәй саҡтан уҡ ғаиләгә йылы мөнәсәбәт, изге күңел, ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тырышҡан. Күңелендә матурлыҡ тойғоһо, яҡшылыҡ тойғоһо, әҙәпплек һәм башҡа һанап бөткөһөҙ гүзәл тойғоларҙың бөтәһе лә бер маҡсатҡа – изгелек тәрбиәләүгә йүнәтелгән.        

     Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә ихтирам һүҙенә түбәндәгесә аңлатма бирелә:

      Ихтирам- ҡәҙер, хөрмәт.

      Ихтирам итеү- ололау, ҙурлау, ҡәҙер итеү [1, 415 б.].

      Ата-әсәгә хөрмәт hәм ихтирам – кешенең иң төп, иң ҡиммәтле тойғоларының береhе .

     Күренекле педагог А.С.Макаренко  «Книга для родителей» китабында былай тип яҙа: «ғаиләлә һәйбәт балалар тәрбиәләп үҫтерергә теләйһегеҙ икән, ғаиләгеҙ мотлаҡ бәхетле булһын. Үҙегеҙҙең бөтә һәләтегеҙҙе егегеҙ, янығыҙ, тик, нисек кенә булһа ла, бәхетле булығыҙ. Ябай, кешесә бәхетле булыу ғына ғаиләлә баланы бәхетле итә. Тик бәхетле булыу тойғоһо ғына дөрөҫ тәрбиәгә  юл аса » [6, 90 б.].

     Был уңайҙан билдәле педагог В.А.Сухомлинскийҙың: «Мин баланы һаҡланып ҡына яратырға кәрәк, кешелеклелек, эскерһеҙгә ниндәйҙер ҡурҡыныс йәшеренгән тигән ҡараш менән килешә алмайым…Мин кешелеклелек, ихтирамлылыҡ, изгелеклелек менән генә ысын кеше тәрбиәләп былыуына ышанам...» тигән һүҙҙәре урынлых [6, 92 б.]. Бала тәрбиәләүҙә талапсанлыҡ, тейешле ҡырыҫлыҡ һәм бала шәхесенә ихтирам, киң күңеллектең урталығын табыу мөһим. Күреүебеҙсә, балаға ихтирам тойғоһо тәрбиәләгәндә ата-әсәләрҙең роле сикһеҙ ҙур. Тик уны күңел биреп, ваҡытты дөрөҫ бүлеп, бала файҙаһына башҡарырға кәрәк.

    Кешеләргә изгелекле мөнәсәбәт ғаилә тәрбиәhенән, ата-әсәнең – балаға, баланың ата-әсәhенә ҡарата булған мөнәсәбәтенән башлана тип өйрәтә дин.     Нәҫелде дауам итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы ата-әсәләр бөйөк ижади башланғыста һаҡлана һәм ул үҙенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, яуаплы мөнәсәбәт талап итә. Боронғо Көнсығышта, «Ир-бала үҫтерһәң — ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң — милләт тәрбиәләйһең», тигән ҡанатлы һүҙҙәр йәшәгән. Был үтә лә дөрөҫ фекер, рухи ҡиммәттәребеҙҙе быуындан быуынға тапшырыу, ата-әсәгә ихтирам тәрбиәләү өсөн бөтә уңайлы шарттарҙы булдырырға бурыслыбыҙ. Халыҡ хәтерендә ата-әсә хөрмәтенә, хаҡына бәйле аҡыл яҡшы, затлы, ырыҫлы ғаиләлә һаҡлана, ғәмәлдә лә атҡарыла килә. Ата-әсәнең бала алдында үтә яуаплы, мотлаҡ үтәлергә тейешле өсөн төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуын байҡау; өсөнсөһө – лайыҡлы әхлаҡ тәрбиә биреү.

     Тоғролоҡ, мөхәббәт, ышаныс, бер-береңде хөрмәтләү, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар - ғаилә ҡиммәттәренең нигеҙе. Халҡыбыҙҙа «Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе», тигән аҡыллы әйтем бар. Өлкәндәрҙең  кәңәшенә ҡолаҡ һалып йәшәгән бала тормошта уңыштарға ирешә, бәхетле йәшәй [3, 21 б.].

    Үҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлегендә Р. Фәхретдинов ғаилә һәм йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бирә. Кешелә ысын кешелек сифаттары тәрбиәләү, уны үҙ халҡына, теленә файҙа килтерерҙәй, кешелектең алға барышына саҡ ҡына булһа ла өлөш индерерҙәй эҙләнеүсән, көрәшеүсән шәхес – милләт атаһы, милләт әсәһе итеү өсөн ул күп ғүмере буйына көрәшә.Ата-әсә өсөн бала иң ҡәҙерле, яҡты киләсәгенә ҡанат ҡуйыусы, киләсәккә өмөт биреүсе булып тора. Уҡыусының ата-әсә өсөн өҙөлөп тороу рухи тәрбиәнең төп өлөшө булған. Тәрбиә, рухиәт мәсьәләләрен яҡтыртыу- Р.Фәхретдиновтың ғилми-популяр хеҙмәттәрендә лә ҡыҙыл еп булып үтә. ҡан-ҡәрҙәштәренә бөтмәй торған мираҫ – гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ», - тип баҫым  яһап мөрәжәғәт иткән ғалим - әҙип был ҡатмарлы төрлө яҡтарын һәм өлкәләрен үҙ-ара бәйләнештә, системалы яҡтыртырға ынтыла.

     Р.Фәхретдинов үҙенең нәсихәттәрендә ата-әсәгә проблеманың ихтирам тәрбиәләүгә ҙур йүнәлеш бирә. Ул балаларға «…ата - әсәгеҙ үҙегеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт итеүсе булығыҙ », «…ата-әсәйегеҙгә ярҙамсы булығыҙ», « ҡайһы бер балалар шулай була. Аталары үлгәс, мал бүлеү өсөн туған һәм ҡарындаштары менән асыуланыша…һеҙ бындай балалар кеүек булмағыҙ», «ата -әсәләрегеҙ алдында әҙәппле булығыҙ. Улар илә артыҡ ҡысҡырмай әҙәп илә асыҡ  һөйләшегеҙ. Улар аяҡ өҫтөдә торғанда, һеҙҙә ултырып тормағыҙ» тип өндәшә [6, 21 б.]. Был һүҙҙәр киләсәк быуын өсөн бик әһәмиәтле, уларҙа яҡын кешеләргә, ата- әсәләргә хөрмәт тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Ата-әсәгә хөрмәт күрһәтеү, уларҙы бер һүҙһеҙ тыңлау, ҡаршы һүҙ әйтмәү- борондан килгән йола. Ошоға бәйле киләһе тыйыуҙарҙы миҫалға килтерергә була: «Атаға ҡаршы һүҙ әйтмә», «Атай6ан алда һүҙ башлама», «Атаны тыңлаған әҙәм булыр, тыңламаған әрәм булыр».

     Был тыйыу6ар атай6ар абруйына ихтирам тәрбиәләй. «Олоно-оло итеү атайҙы хөрмәтләүҙән башлана»,-ти халыҡ. Атай ҡәҙерен белергә кәрәклекте аңлата был әйтем. «Атайҙан рәнйеш алма – был яҙмыш язаһының иң ҡатыһы», «Ата-әсә фатихаһын алмайынса юлға сыҡма, юлын уңмаҫ»,  «Атайҙан алда ашҡа ҡул һуҙма, әҙәпһеҙлек был» тигән тыйыу - әйтемдәр бик ҡаты киҫәйтеүҙе аңлата.

    Балаларға ғаилә тураһында, ата-әсәнең балаһына булған мөнәсәбәте, баланың әхлағы, тәрбиәһе, ихтирамлығы хаҡында дүртенсе класс уҡыусыларының «Туған тел» дәреслегенә яҙыусыларҙың бик күркәм эстәлекле әҙәби әҫәрҙәре килтерелгән.

     Ф.Ғөбәйҙуллина, Р. Ниғмәтуллин, Р. Ғабдрахманов, Ф. Рәхимғолованың әҫәрҙәрендә ғаилә темаһы, ата-әсәгә ихтирам күрһәтеү проблемалары бик асыҡ яҡтыртыла. Әҙиптәрҙең әҫәрҙәре балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә матур тәрбиәүи күрһәткес.  Бала шәхес булараҡ тулыһынса асылһын өсөн, тирә-йүндә  уны яратҡан, аңлаған, яғымлы ҡараштары менән йылытҡан, кәрәк саҡта яҡлай белгән ата-әсәһе булырға тейеш. Балаға иғтибарлы булыу, уны яратыу, аңлау, өй эштәренә йәлип итеү, һөнәргә өйрәтеү- ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙә мөһим шарттарҙың береһе тигән идея әҫәрҙәрҙә ярылып ята.

      Ф.Ғөбәйҙуллинаның  «Әсәйем ҡояш икән» хикәйәһендә әсәһе менән икәү генә көн күргән малайҙың психологик портреты бик дөрөҫ һүрәтләнә. Әмир наҙлы бала булып, иркәләнеп үҫә. Ләкин бер көндө әсәһе ҡапыл ауырып, дауаханға эләгә. Иртән күрше Сәлимә апай бутҡа индерә лә Әмиргә, тиҙ генә ашап, мәктәбенә йүгерергә ҡуша, ә үҙе эшенә юллана. Әмиргә әсәһе менән көн дә бергә үткән юл бик алыҫ булып тойола. Ф.Ғөбәйҙулллина, әҙәби-психолог булараҡ, ябай ғына күренештәр аша баланың хис-тойғоларын асып бирергә өлгәшә. Иртән тороуға әсәнең өйҙә булмауы, уға ашығыс операция эшләү Әмир күңелендә ҡурҡыу, борсолоу тыуҙыра. Ошо ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңер өсөн малайҙан ихтыяр көсө талап ителә. Әмир был хәлдән уңышлы сыға. Әсәһенә селек йыуаһы, осҡон йыйып алып бара. Яҡынын ҡурсаларға, уға ярҙам итергә өйрәнә.« Әсәйем, әсәкәйем, һин – ҡояш!» - тип, малай, күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн, иң ҡәҙерле кешеһенең күкрәгенә ҡаплана…[5,298 б.]. Хикәйә башланғыс класс уҡыусыларында әсәйҙең ҡәҙерен белергә, уны хөрмәтләргә өйрәтә, әсәйҙең иң бөйөк кеше икәнен иҫбат итә. Шулай уҡ бында әхлаҡи сифаттар, тәрбиәләү мәсьәләләр, изгелек, яҡшылыҡ, ололарға ихтирам тойғолары асыҡ һүрәтләнә.  Хикәйәне анализлаған ваҡытта әсәйҙәрҙе дәрескә саҡырырға мөмкин, дәрестә уҡыусылар әсәйҙәре тураһында һөйләргә, уларҙың һүрәтен төшөрөргә,  ғаилә фотоларын слайд аша күрһәтә ала.

      Шулай уҡ  «Туған тел» дәреслегендә Рауил Ниғмәтуллиндың «Рәхмәттәр биргән рәхмәт» тигән шиғырында ата-әсәгә, туғандарға тик яҡшылыҡ эшләргә кәрәк икәнлеге яҙылған:

     Бөгөнгө көн Рәхмәт өсөн

     Башланды шундай рәхәт.

     Торҙо ла һыуға йүгерҙе-

     Әсәһе әйтте рәхмәт.

     Унан елеп ат килтерҙе,

     Атаһы әйтте рәхмәт.

     Тиҙ генә йыуышҡас иҙән,

     Апаһы әйтте рәхмәт...[5,302 б.].

      Р.Ниғмәтуллиндың был шиғыры уҡыусыларға ата-әсәне һөйөндөрөр өсөн әллә ни кәрәкмәй,   тип әйтергә теләй. Бары тик уларҙың һүҙенә иғтибарлы булып эштәрҙе үҙең белеп ярҙам итергә кәрәк тигән идеяны раҫлай. Ололар тарафынан рәхмәт әйтелгән ыңғай баһа балала үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра, дәрт уята. Автор шиғыры аша уҡыусыларға ата-әсәләргә иғтибарлы булырға, ярҙам итергә,туғандарға ҡарата мәрхәмәтле, сабыр, оло йөрәкле булырға өйрәтә. Тәүфиҡле баланың торомошо ла,ҡорасаҡ ғаиләһе лә әҙәпле буласаҡ. Тыныс, татыу йәшәгән, бер-береһен хөрмәт иткән ғаиләлә һәйбәт балалар үҫә. Шиғырҙы үҙләштергәндән һуң, дәрестә «Мин ярҙамсы бала» , «Өйҙә ата-әсәйемә минең ярҙамым» темаларына инша яҙҙырға м0мкин.

       Шулай уҡ башланғыс кластың мәктәп программаһына юғары тәрбиәүи көскә эйә булған Рәис Ғабдрахманов хикәйәләре индерелеүе ыңғай күренеш. Яҙыусының әҫәрҙәре башланғыс класс уҡыусыларында ата- әсәләргә ихтирам тойғоһо, яҡшылыҡ сифаттары тәрбиәләй.

    Мәҫәлән,  дүртенсе кластың  дәреслегенә индерелгән  «Ултырма ҡыҙ» хикәйәһе ололарға, ата-әсәгә  ихтирам тәрбиәләй, ярҙамсыллыҡ, изгелек,  хөрмәт хистәрен уята.

      «Ултырма ҡыҙ» хикәйәһендә Рәзинә ололарға булған изгелен, ихтирамын күрһәтергә тырыша.  Тик уның һүлпән булыуы, әйткән һүҙен үтәмәгәнлеге уның яҡынын ҡайғырта.

       «Рәзинә, кеше менән тәү осрашҡан мәлендә һәр саҡ уңған булырға тырышһа ла...һуңынан һыуға төшкән күмерҙәй, бышылдап һүнә лә ҡуя...Уның «хәҙер  тигәне төшкә тиклем барып тоташты» [5, 259 б.], тап ошо юлдар  уҡыусыларҙы уйландыра. Тимәк, хикәйәләге кеүек өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүҙә әйткәнде генә көтөп торорға кәрәкмәнлеген аңлата. Был әҫәр ҡыҙҙың үҙенең ғәйебен аңлай, ояла һәм өйҙәге булған эштәрҙе йүгереп йөрөп эшләй башлай. Ҡыҙҙың өләсәһенә булған ихтирамы түбәндәге юлдарҙа сағыла: «Тайфа инәй ихатаға ингәс, ни күрһен – ҡуяндар, әрекмән кимерәләр, һыу тулы улаҡтарҙа ҡаҙҙар ҡойоналар, ә Рәзинә үҙе баҡсала йүгерә-йүгерә һыу һибеп йөрөй»[5, 267 б.].

    Хикәйәне үҙләштергәндән һуң,  дәрестә уҡыусылар менән  «Ата - әсә һүҙҙәре» , шулай уҡ Рәзинәнең холҡо, ҡылыҡтары, башҡарған эштәре тураһында әңгәмә  үткәрә ала.

     Яҙыусы Фәүзиә Рәхимғолованың «Атай» шиғыры ла башланғыс класс уҡыусыларының күңелендә изге тойғоларҙың береһ е- ихтирам итеүҙе уята ала. Был шиғырҙа балаларҙың атаһына булған ихтирамы һәр юлдарҙа сағыла. Шиғырҙың түбәндәге юлдарын миҫал итеп килтерергә мөмкин:

      Шатланамын ил ағаһы итеп,

      Һиңә кәңәш һорап килһәләр.

      Башым күккә тейә, миңә әгәр,

      Тап атаһы был бит, тиһәләр [5, 207 б.].

      Беҙ барыбыҙ ҙа балалыҡ иленән. Һәр кем үҙен ҡәҙерләп, иркәләп үҫтергән, тормошта абынып йығылмау өсөн тура юл күрһәткән ата-әсәһенең образын күңелендә ғүмер буйы һаҡлай һәм ихтирам, рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала.

      Был шиғырҙа атайҙың балаһы өсөн бик матур үрнәк,  бала кеше аша атайға ҡарата  киләсәктә терәк булырға вәғәҙә итә. Бәләкәйҙән алып ата балаһына төрлө яҡтан тәрбиә бирә: ул ил, халҡына хеҙмәт итеүе менән һоҡландыра.

      Шиғырҙы уҡығандан һуң һәр уҡыусы күңелендә атайҙарға ҡарата  һис шикһеҙ тәрән һоҡланыу, ғорурлыҡ, хөрмәт, ихтирам тойғоһо уяна. «Атай» шиғырына анализ яһағандан һуң, атайҙарҙың портретын төшөртөргә һәм уларҙы дәрескә саҡырырға мөмкин, шулай уҡ шиғырҙы ятлатыу уңышлы була.

     Шулай итеп, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Рауил Ниғмәтуллин, Рәис Ғабдрахманов, Фәүзиә Рәхимғолованың әҫәрҙәре өйрәнелде, уларға ентекле анализ эшләнде, был әҫәрҙәр аша башланғыс класс уҡыусылырында ата-әсәгә ихтирам тойғоһо тәрбиәләй.  Яҙыусыларҙың әҫәрҙәре балаларға әхлаҡи сифаттар, изгелек, яҡшылыҡ, ололарға иғтибар, ата-әсәләргә хөрмәт тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.  Ф. Ғөбәйҙуллина «әсәйем ҡояш икән», Р.Ғабдрахманов «Ултырма ҡыҙ» хикәйәләре, Ф. Рәхимғолова «Атай», Р.Ниғмәтуллин «Рәхмәттәр биргән рәхмәт» шиғырҙары ата-әсәгә ихтирам тәрбиәләүҙә иң әһәмиәтле әҫәрҙәр.

Әҙәбиәт

© Г.Р. Баймырҙина, ә015

  1. Агишев И.М, Баишев Ә.Ғ., Зәйнуллина Г.Д, Ишмөхәмәтова З, Кусимова Г.Х. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда/ Россия Фәндәр Академияһы Башҡортостан ғилми үҙәге тар.,тел 3әм ә6.институты.- М.:Рус.яз.,1993 – 530 б.
  2. Башҡорт халыҡ ижады: I-XVIII.-Өфө: Китап, 197ә-1985.- 475 б.
  3. Бинаров И. Мәҡәлдәр, әйтемдәр – халыҡтың аҡыл байлығы // 1996.-550 б.
  4. Дәүләтбаева Г, Шәғәлин Д. Ата-әсәгә, тыуған йортҡа хөрмәт тәрбиәләгән тыйыуҙар//Башҡортостан уҡытыусыһы .- ә013- №7.- Б 1ә9
  5. Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т. Башланғыс мәктәптең дүртенсе синыфы уҡыу китабы. – ә – се баҫма. -Өфө: Китап, ә007. – ә06-ә07, ә59-ә67,30ә, ә96-ә98 б.
  6. http://sabyem.ru

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү

Йөкмәткеһе1.     Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          2.     Төп өлөш...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...

Һау бул, башланғыс мәктәп! иртәлеге сценарийы

Сценарий выпускного утренника на башкирском языке....