"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.
методическая разработка (4 класс) по теме
Сценарий выпускноговечера на башкирском языке
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vypusknoy_vecher_v_nachalnyh_klassah.docx | 65.04 КБ |
Предварительный просмотр:
“Һау бул башланғыс класс!”
(Башланғыс класта сығарылыш кисәһе)
1-се алып барыусы – Хәйерле көн, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! һеҙҙе ТСТ(Төрөмбәт спутник телевидениеһы) каналында Башланғыстар студияһының “Дуҫлыҡ” тапшырыуы сәләмләй.
2-се алып барыусы - Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең тапшырыу һуңғы тапҡыр эфирға сыға.
1-се алып барыусы– Тапшырыуыбыҙ тура эфирҙа бара,шылтыратып үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала алырһығыҙ.Ә хәҙер үҙ ваҡытыбыҙҙа тапшырыуыбыҙҙы башлайбыҙ.
2-се алып барыусы– Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта һеҙҙең иң яратҡан “геройҙарығыҙ”…
1-се алып барыусы. – 4 йыл рәттән алһыҙ – ялһыҙ эфирҙа сығыш яһаған, үҙҙәренең таланттары менән ҡыуандырып та, көйөндөрөп тә алған …
2-се алып барыусы һәм 1-се алып барыусы. (бергә) Шаулы,шаян 4 КЛАСС!
4 класс уҡыусылары вальсҡа сыға
1-се уҡыусы
Ҡәҙерле дуҫтарым! Әле ҡасан ғына беҙ мәктәпкә барырға әҙерләнеп йөрөй инек. Күлдәк һәм алъяпҡыстарыбыҙҙы, костюмдарыбыҙҙы әллә нисә тапҡыр кейеп ҡарныҡ. “1 сентябрь ҡасан етә?,-тип , ата-әсәләребеҙҙе аптыратып бөтә инек. Мәктәптә беҙҙе уҡытыусы апабыҙ ҡаршы алды һәм етәкләп “Белем иленә “алып керҙе. Шул көндәрҙең нисек уҙыуын иҫкә төшөрәйек әле.
2-се уҡыусы
2011 йылда
Килдек 1 класҡа.
Тиктормаҫтар, шаян инек,
Һикерҙек тә уйнаныҡ та,
Ҡайһы саҡта иланыҡ та..
Яратҡан ………. апабыҙ
Түҙҙе хатта шунда ла.
ПАРОДИЯЛАР.
1. “Замечательная” йыры көйөнә
Беҙҙең класс яҡшы уҡый
Ойошҡан татыу класс
Һәр ҡайһына айырым туҡтап
Һөйләп китмәйсә булмаҫ
Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ,
Замечательная!
Класс булғас шулай булһын, обизательная!
2.Хоҙай бөтә һәләтте лә
Гөлназға өйөп биргән
Отличник та , йырсы ла
Рәссам да бул һин тигән
Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ,
Замечательная!
Ҡыҙҙар булғас шулай булһын, обизательная
3.Йорттағы бар мәшәҡәт
Аяз ҡарамағында
Бөтөн эште эшләп тора
Әсәһе юҡ сағында
Эй ҡара ҡаш, ҡара күҙ,
Замечательная!
Егет булғас шулай булһын, обизательная
5. Булатыбыҙ барһына ла
Нисек ваҡыт еткерә?
Мәктәп,көрәш, хоккей футбол-
барһына ла өлгөрә
6.Ә беҙҙең Русланыбыҙ
Хатта ысын йырсы ул.
Ҙур еңеүҙәр яуланы
Сәхнә түрҙәрендә ул
7.Ильсуныбыҙ бик күп белә
Башы түңәрәк уның
Киләсәктә бик тырышһа
Ғалим булыр моғайын
8.Наҙгөл һәм Азалина
Ҡойоп ҡуя һүрәтте
Киләсәктә уҡып сығып
Рәссам булырҙар әле.
3-сө уҡыусы
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм
Тәү тапҡыр мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм
4-се уҡыусы
Шул көндәрҙән башлап, уҡытыусым,
Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙың һин.
Ауыр минуттарҙа кәңәш бирҙең,
Белем донъяһына илтең һин.
5-се уҡыусы
Һинән алдыҡ беҙ күп яҡтылыҡ,
Һин өйрәттең беҙҙе яҡшыға.
Уҡытыусым! Ышанысыңды
Тырышырбыҙ һәр саҡ аҡларға.
Йыр “Мәктәп”
1-се уҡыусы
Иҫтә әле ҡәләм тотҡан ҡулым
Бармай ине дәфтәр юлынан.
өйрәттегеҙ беҙҙе яҙарға һеҙ
Тотоп башта кескәй ҡулдарҙан.
2-се уҡыусы
Ниңә инде хәрефтәр
Баҫырға теләмәйҙәр
Минең тырышыуымды һис кенә аңламайҙар
1-се алып барыусы
Ә шулай ҙа ,4 йыл буйы беҙ нимәләргә өйрәндек һуң?
Шаян пародиялар
Башҡорт яҙыусылары
Мостай, Зәйнәб, Рәмиҙәр
Шиғырҙарын ятламаһаҡ
Барһы ла әйбәт улар.
Кемгә кәрәк шул өйрәнһен
Был инглиз телдәрен
Телдәрем һис тә бөгөлмәй
Әйталмайым һүҙҙәрен
Башҡорт телен уҡытып
Беҙҙе интектерәләр
Башҡорт балаһын башҡортса
Һөйләргә өйрәтәләр
Пушкинды уважать итәм
Әкиәт яҙған өсөн
Руслитты ла яратам
Пушкины булған өсөн
Кеше маймылдан тыуған тип,
Беҙгә алдап һөйләйҙәр.
Циркта маймылдар ниңә
Кешегә өйләнмәйҙәр?
Йыр дәресен яратабыҙ,
Күңелле һәммәбеҙгә.
Йырлап кына сыҡһаҡ ине
Ун бер класты бергә
Беҙҙең уҡыусылар ҡайһы бер дәрестәрҙе бигрәк яратала. Мәҫәлән физкультураны.
Һыуҙа йөҙәләһеңме.
1.Отжимание тиһәләр
Сәстәрем үрә тора
Иң яратмаған дәрестәр
Хеҙмәт һәм физкультура
Һыуҙа, һыуҙа
Һыуҙа йөҙәләһеңме
Илле отжиманиенан
Үлмәй түҙәләһеңме.
2.Гусиный шаг тигәндәрен
Кемдәр уйлап сығарған?
Издевательство был
Барлыҡ уҡыусыларҙан
Һыуҙа, һыуҙа , һыуҙа йөҙәләһеңме
Атаҡаҙҙарға оҡшатып
Йүгерә алаһыңмы?
3.Түҙәр хәлдәрем ҡалманы
Зинһар ярҙам итегеҙ.
Физкультура дәресенән
Освобождать итегеҙ
Һыуҙа, һыуҙа , һыуҙа йөҙәләһеңме
Был хәлдәргә мин түҙ(ә)алмам
Ә һин түҙ(ә)алаһыңмы?
1-се алып барыусы
Тапшырыуыбыҙ дауам итә. Йәнә тура эфирҙа йәш хәбәрсебеҙ Ильсун Клявлин.Ул әлеге ваҡытта башҡа иптәштәре менән имтихан тапшыра.
1-се алып барыусы
-Алло,Тыңлайбыҙ һеҙҙе.
1-се уҡыусы
-Алло, һаумыһығыҙ. Был ТСТ каналымы?
1-се алып барыусы
Эйе- эйе. Һеҙ, тура эфирҙа, ТСТ каналының “Күңелле йәшәйбеҙ” программаһында. Һаумыһығыҙ!
1-се уҡыусы
Хәйерле көн, Аяз.
Бөгөн Төрөмбәт мәктәбенең 4-се класында имтихан. Имтихандарҙы тапшырғандан һуң уҡыусылар аттестат аласаҡ. Һеҙҙең алда дүртенселәр һәм уҡытыусылары Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы.
1.Уҡытыусы:
-Йә, Ильсун, мәсьәләне систеңме? Залда нисә кеше ултырған?
-Систем, залда 33,5 кеше
2.Уҡытыусы:
-Азалина, доктор һүҙенең синонимы нисек була?
-Айболит.
3.Уҡытыусы:
-Булат, ф хәрефе менән берәй һүҙ әйт.
-Фил.
-Дөрөҫ.
-Азалина, ә һин нимә әйтерһең?
-Тағы бер фил.
Уҡытыусы:
- Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ниндәй заман була?
-Әлбиттә, тәнәфес ваҡыты.
1-се уҡыусы
Дүртенселәр бөтә һорауҙарҙы ла еңеп сыҡтылар. Ә хәҙер уларҙа аттестат тапшырыу тантанаһы.
Уҡытыусы.
Өлгөргәнлек аттестаты
Бирелә ……
Уҡытыусы.
Уҡыу ваҡытында төрлө номинациялар буйынса конкурстар ҙа барған ине. Хәҙер шул ярыштарҙа айырыуса яҡшы нәтижәләргә ирешкәндәре өсөн бүләкләп китәбеҙ.
Иң өлгөр уҡыусы-….
Иң оҫта яҙыусы- …
Иң уңған уҡыусы- …
Иң оҫта артист- ….
Иң яҡшы һүрәт төшөрөүсе-…
…
Уҡытыусы. Улар был сифаттарҙы киләсәктә лә юғалтмаҫтар тип ышанаһы килә.
Уҡытыусы.
Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе ысын күңелемдән ошо иҫтәлекле , шатлыҡлы көн менән ҡотлайым. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шоморт сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар теләйем. Алдағы юлдарығыҙ таң нурылай яҡты, Салауат күпереләй нурлы булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
1-се уҡыусы: Тура ултыр!
2-се уҡыусы:Көндәлегеңде тултыр!
3-сө уҡыусы :Матур яҙ хәрефеңде!
4-се уҡыусы:Әҙерләп йөрө дәресеңде!
5-се уҡыусы: Һәр аҙымды күҙәтеп,
Һәр яңылышты төҙәтеп,
Өлкәндәрҙән яҡлашып,
Илағанда йыуатып,
Етәкләп барған апа
БЕРГӘ; Бөгөн беҙҙе оҙата.
3-сө уҡыусы
Әллә ҡайҙан белә апа
Өй эшен онотҡанды
Ҡайтыу менән сумкамды ла
Мөйөшкә ырғытҡанды
Әллә ҡайҙан белә апа:
-һин бит наҙан түгел,-ти,
Әйҙә әле, дәресеңде
Әҙерлә һин бөгөн ти.
4-се уҡыусы
Тәртипһеҙ саҡтар булғандыр,
Шаян саҡ та булғандыр,
Барыһы өсөн, барыһы өсөн
Апабыҙ ғәфү итһен
Унда булған сабырлыҡ
Ғүмер буйына етһен.
1-се уҡыусы
Беләм апа, беләм,
Һин бит әрләһәң дә ,
Яҡын итеп кенә әрләнең.
Өйрәткәндәрҙе белмәһәк,
Әсәйҙәрсә һин бит борсолдоң.
2-се алып барыусы
Рәхмәт һиңә , уҡытыусы апа,
Нисә йылдар беҙҙе үҫтерҙең.
Бар көсөңдө ҡыҙғанмайса
Күпме ғүмереңде уҙҙырҙың.
2-се уҡыусы
Һин оялта белдең кәрәк саҡта,
Йыуата ла белдең кәрәктә
Йылы һүҙең, наҙлы күҙ ҡарашың
Уҡытыусы апам йөрәктә
Йыр АСЫЛҺЫН ИШЕКТӘР
1-се алып барыусы
Яңылыҡтарҙы дауам итәбеҙ.
Быйыл республика олимпиадаһында башҡорт теленән Гөлназ Хәсәнова бик матур яуаптар биреп 2-се урын,район кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияла 1-се урын яуланы . Ә Ильсун Клявлин Салауат ҡалаһында үткәреләгән йәш тикшеренеүселәрҙең фәнни-ғәмәли конференцияһында 3-сө урын яуланы.
-Гөлназ, Ильсун, ошо олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашыусылар күп инеме?
-Ҡурҡыныс булдымы?
-Алда ниндәй пландарығыҙ бар?
-Уңыштар юлдаш булһын. Яңылыҡтар программаһы өсөн Аяз Заһитов
Ә хәҙер сәнғәт яңылыҡтарын тыңлағыҙ.
1-се уҡыусы . Дүрт йыл буйына үҙенең моңло йырҙары менән мәктәптә үткәрелгән бөтө сараларҙы биҙәп тороусы Руслан Галиакберов быйыл Аурырғазы һандуғасы бәйгеһендә 1-се урын яуланы. Ул шулай уҡ үткән йылдарҙа ла призлы урындар яулағайны. Шулай уҡ 4-се кластың малайҙар квартеты “Ауырғазы һандуғасы” бәйгеһендә “Ҡыҙыл юрға “ йыры менән 1-се урынға сыҡты. Сәнғәт яңылыҡтары менән һеҙҙе таныштырҙы Ильсун Клявлин. Ә хәҙер спорт яңылыҡтарын тыңлағыҙ.
2-се алып барыусы
Дүртенсе класс уҡыусылары барыһы ла спорт ярата. Уларҙың көтөп алған дәресе физкультура. Һәр иртәне улар барыһынан да иртә килеп иртәнге гимнастика менән башлайҙар.
Мәктәп күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар яулай улар. Быйыл районда үткәрелгән пионербол ярышында беҙҙең мәктәптең башланғыс кластары 1-се урын яуланы. Командала 4 –се кластар ҙа бар ине. Шулай уҡ улар еңел атлетика буйынса район спартакиадаһында ла ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайттылар.Спорт хәбәрҙәре менән һеҙҙе таныштырҙы Гөлназ Хәсәнова.
1-се алып барыусы
–Артабан каналыбыҙ үҙ сәғәтендә “Йырым булһын бүләгем…” тапшырыуын башлай.
2-се алып барыусы
Һаумыһығыҙ, хәйерле сәғәттә тип башлайбыҙ тапшырыуыбыҙҙы.Һеҙҙең менән Илсун Клявлин һәм Гөлназ Хәсәнова
1-СЕ УҠЫУСЫ
Бөгөнгө тапшырыу ғәҙәттәгенән айырылып торор.Беҙгә килгән хаттар бик күп булыу сәбәпле иң-иңдәрен генә һайлап уҡырбыҙ. Тәүге сәләмебеҙ шиғри юлдар менән башлана
Атай-әсәй ғәзиздәрем
Ғүмер бирҙегеҙ беҙгә
Изге итеп үҫтерҙегеҙ
Мең рәхмәтлебеҙ һеҙгә –тип яҙалар беҙгә 4 класс уҡыусылары. Ҡәҙерле атайҙар, әсәйҙәр, өләсәй, олатайҙар был йырыбыҙ һеҙҙең өсөн.
Йыр “Атай-әсәй ҡәҙерлеләрем”
2-се алып барыусы
Киләһе сәләмебеҙ тирә-йүнде өйрәнеү һәм технология дәрестәрен алып барыусы ……….
Рәхмәт һеҙгә ысын күңелдән
Беҙҙе балағыҙҙай күргәнгә
Беҙҙең хистәр менән янып йәшәп
Күңелдәргә шатлыҡ биргән өсөн.
Иң изге теләктәрен улар йыр аша еткерәләр
Йыр” Миңә рәхмәттәр яуа”
1-СЕ УҠЫУСЫ
Киләһе сәләмебеҙҙе 3 йыл буйы инглиз телен уҡытҡан яратҡан уҡытыусыбыҙ талантлы, дәртле …………… еткерәбеҙ тип яҙалар 4 класс уҡыусылары
Гүзәлдәрҙән гүзәл һеҙҙең йөрәк
Изгелек бирәһегеҙ һәр кемгә
Ашығаһығыҙ бәхет өләшергә
Һәр иртәлә беҙгә, һәр көндә.
Беҙҙең менән тағы ла оҙаҡ йылдар буйы эшләргә яҙһын тигән теләктәрҙә ҡалалар һәм ҡайнар сәләмдәрен йыр, аша еткерәләр.
Йыр
2-СЕ АЛЫП БАРЫУСЫ
Киләһе хатыбыҙ шул уҡ мәктәптә эшләп йөрөүсе физкультура уҡытыусыһы …….. арнала
Физкультурага оҫталыҡ
………… абыйҙан күсте
Спортсмендар була яҙҙыҡ
Баштан күп нәмә кисте.
Иң изге теләктәрен йыр аша еткерәләр улар
Йыр “Ҡыҙыл юрға”
1-СЕ УҠЫУСЫ
Тағы бер хатыбыҙ беҙҙе матур итеп һүрәт төшөрөргә өйрәткән сабыр, гел йылмайып-көлөп кенә торған ……… ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ тип яҙа дүртенселәр
Һеҙҙең ҡулдар алтындан да түгел
Тик шулай ҙа улар һоҡланғыс.
Һеҙҙең ҡулда барһы ла еңел кеүек
Һеҙ эшләгәс еңел кеүек эш.
Иң изге теләктәрен йыр аша еткерәләр.
Йыр “Уҡытыусым”
1-СЕ УҠЫУСЫ
Артабанғы сәләмебеҙ мәктәбебеҙҙең бөтә уҡытыусыларына ла. Уларҙы беҙ уҡыу йылы тамамланыуы менән ҡотлайбыҙ.һаулыҡ, түҙемлелек теләйбеҙ тип яза улар буласаҡ уҡытыусыларына.
Һәм теләктәрен йыр аша еткерәләр.
Йыр
2-СЕ АЛЫП БАРЫУСЫ
Тағы ла бер хат.
4 йыл буйы тәмле тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсылар ….. , мәктәптең таҙалығын һаҡлаусы ……. апалары хөрмәтенә йыр тапшырыуҙарын һорайҙар уҡыусылар.
Йыр “Өләсәй васыяттары”
1-се уҡыусы
Һуңғы еткерәсәк сәләмебеҙ уҡытыусыбыҙ Төрөмбәт урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙына.
Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы 1987 йылда Салауат педучилищеһын тамамлап Төрөмбәт мәктәбенә эшкә килә.Беренсе йылда нулевой кластарҙы уҡыта һәм шул уҡ ваҡытта оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып та эшләй.Быйыл уның эшләй башшлауына 29 йыл була. Гөлфинур Рәүеф ҡыҙының быйылғы сығарылыш уҡыусылары алтынсы сығарылыш.Бөгөнгө көндә ул 7 уҡыусыны 5 класҡа оҙата
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Батмус бейеүе”
4-се уҡыусы
Дуҫ һәм иптәш булдығыҙ һеҙ
Беҙҙе аңлай белдегеҙ, һеҙ
Шатлыҡ- көйөнөстәрҙе лә
Уртаҡлашып килдегеҙ һеҙ
2-се алып барыусы
Кәрәк саҡта ололарса,
Кәрәк саҡта балаларса,
Беҙ бер- беребеҙҙе аңлаштыҡ
Рәхмәт һеҙгә ……апа!
1-се алып барыусы
Йылдар үтеп, сәскә сал керһә лә
һеҙҙән кәңәш һорап килербеҙ
Һеҙ бит әле беҙгә һаман апа
яҡын кәңәшсебеҙ тейербеҙ
Йыр”Бәхет өсөн”
Ошоноң менән беҙгә бүленгән ваҡыт аҙағына ла яҡынлашты, һеҙҙең менән хушлашабыҙ,һау булығыҙ.
Уҡыусыларҙың ант биреүҙәре.
1-се уҡыусы -Класс теҙелдек!Тигеҙлән!
Хөрмәтле уҡытысылар, ата-әсәләр!һеҙҙең алда тантаналы рәүештә ант бирергә рөхсәт итегеҙ.
Һүҙ бирәбеҙ һеҙгә
Уҡырбыҙ дүрткә бишкә
Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ
Өйрәткән һәр бер эшкә
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү
Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...
"ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘР АША БАШЛАНҒЫС КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫНДА АТА- ӘСӘГӘ ИХТИРАМ ТОЙҒОҺО ТӘРБИӘЛӘҮ"
Научная статья...
Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация
Из опыта работы начальной школы...
Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү
Йөкмәткеһе1. Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө. 2. Төп өлөш...
Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...
Һау бул, башланғыс мәктәп! иртәлеге сценарийы
Сценарий выпускного утренника на башкирском языке....
Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!"
Сценарий праздника на башкирском языке "Һау бул, башланғыс мәктәп!".Стихи, поздравления, пожелания....