Рабочая программа 2-4 классы "Башкирский язык"
рабочая программа (2, 3, 4 класс)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-4-се  кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

-    Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

-    Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү 

  -  стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл  № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

-  Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

-   Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

-   ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

-   ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3

-    Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

-   Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып   барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн).Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башланғыс кластар өсөн башҡорт теленен эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2-4_kl_bash_gos.docx64.53 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-4-се  кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

-    Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

-    Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү  

  -  стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл  № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

-  Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

-   Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

-   ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

-   ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл №216-3

-    Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

-   Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып   барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн).Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башланғыс кластар өсөн башҡорт теленен эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн уҡыу планы башҡорт телен 210 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 2 кл.-34 с., 3 кл.- 35 с., 4 кл. – 34 с..

Башҡорт теле – башҡорт халҡының тыуған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт теленең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәтергә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Башҡорт теле баланың төрлө тормош ситуациларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары һәм бурыстары.

         Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сферһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡи-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттрен үҙләштереү.

         Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегенә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-4 -се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

-Тәҡдим ителгән темалар һәм шул темаларға ҡараған материалдар нигеҙендә балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү.

-Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.

-Уҡыусыларҙың башҡортса һүҙлек запасын булдырыу һәм уны байытыу,тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу.

-Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

-Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

-Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

-Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

-Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү. 

Уҡытыу-методик ҡулланмалар

  • Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.
  • Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов. Өфө, Китап, 1994
  • Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
  • Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.
  • Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.
  • Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008
  • Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
  • Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.
  • Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
  • Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010.
  • Башҡорт теле дәреслектәре. 2-4 кластар.Автор: Дәүләтшина М. С., Кинйәбаева Н.Н., Садыҡова Г.М.  Өфө, Китап, 2016
  • Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  • 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.
  • Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003
  • Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн “Башҡорт теле” (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары. Автор-төҙөүсе Дәүләтшина М.С. Өфө, “Китап” нәшриәте, 2017.

Һүҙлектәр

1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.

2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡулланаалыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лигвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция башҡорт теленең мәҙәнәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус:

- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу прцесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); 

- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе торошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.);

-  регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте(эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормшҡа ашырыу.) функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларын яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланыңдөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереүгә, артабан уҡыуын төрлө беле биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре. “Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

 Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлңмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

 төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

 төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

 төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

 һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

 стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

 алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

 тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

 төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

 телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

 төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

 ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;

3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде)

Уҡыу йылы аҙағында 2- се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡыу йылы аҙағында 3- сө класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;

 Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;

 Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;

Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;

Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;

 Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;

Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;

Өйрәтеү диктанттар яҙа белеү

Уҡыу йылы аҙағында 4- се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

 Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

 Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары.  Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.  Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

2- се класс

Бүлектәр/ тема исемлеге

Дәрестәр формаһы

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

1

Инеш дәрес. Тыныш билдәләре менән танышыу.

Дәреслек йөкмәткеһе.

Традицион дәрестәр, дәрес-зачет,  дәрес-әкиәт,  дәрес–сәйәхәт,  һ.б. дәрестәрҙе программа үҙ эсенә ала. Фронталь, шәхси,  группа менән, парлап эшләү ҡулланыла. Уҡыусыларҙың проекттарын яҡлау. Программаны үҙләштергәндә уҡыусылар дәрестәрҙе,дәрестән тыш сараларҙы йөрөйҙәр.

Дәреслектән табып белеү. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡулланыу. Кәрәкле бүлекте таба белеү

Төп төшөнсәләрҙе аңлап эш итеү. Һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Дәреслек һүрәттәре буйынса фекер алышыу. Фекер алышыуҙа ҡатнашыу,проблемалы һорауҙар куя белеү. Һүҙҙәрҙең әхләки мәғәнәһен аңлатыу. Парлашып эшләүҙәр. Китапханала китаптар һайлай белеү. Үҙбаһалар биреү

Текстың йөкмәткеһен дөрөҫ аңлау, һорауға яуап биреү. Дәреслектәге бирелгән һурәттәр буйынса һөйләү. Дөрөҫ интонациялар менән уҡый белеү

2

Был – мин.

3

Минең ғаиләм.

4

Мин нимә яратам.

5

Минең мәктәбем, класым, мин мәктәпкә йыйынам,  мин уҡыусы.

6

Мин дәрестә, дәрестән сыҡтым.

7

Минең уйынсыктарым, уйнарға яратам, уйнарға сыктым, минең кескәй дуҫтарым.

Календарь – тематик план, 2-се класс

Дәрес темаһы

Дәрес маҡсаттары

Дәрес төрө

Күләме

Планлаштырылған

көнө

Үткәрелгән

көнө

Беренсе сирек

1

Танышыу. Башҡорт алфавиты

Дәреслек, уҡытыусы менән танышыу. Башҡорт алфавиты, Тыуған ер тураһында һөйләшеү

Яңы материал үҙләштереү

1

4.09

2

Был кем? Был нимә?

Әә өн- хәрефе

Башҡорт телендә Был кем? Был нимә? һорауҙарының ҡулланышын аңлатыу; Әә өн- хәрефе менән таныштырыу

Яңы материал үҙләштереү

1

11.09

3

Кемдеке?

 Үү өн- хәрефе

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; Үү өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

18.09

4

Нимә эшләй?

Өө өн- хәрефе

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; Өө өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

25.09

5

Минең ғаиләм.

Ҡҡ өн- хәрефе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; Ҡҡ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

2.10

6

Кем менән? Кемдең?

Ҙҙ өн- хәрефе

Һорауҙарға яуап бирергә өйрәтеү; Ҙҙ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

9.10

7

Мәктәп. Беҙҙең класс.

Һһ өн- хәрефе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; Һһ өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

16.10

8

Уҡыу әсбаптары.

Ғғ өн- хәрефе

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү; аңлап һөйләү, Ғғ өн- хәрефе менән танышыу

Яңы материал үҙләштереү

1

23.10

Икенсе сирек

9

Ҡайҙа?

ң өнө

Һорауға яуап бирергә өйрәтеү; ң  өн- хәрефен әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

6.11

10

Кем? Кемдәр?

Нимә? Нимәләр?

ҫ өн- хәрефе

Башҡорт телендә күплек төшөнсәһе менән таныштырыу; ҫ өн- хәрефе менән таныштырыу

Яңы материал үҙләштереү

1

13.11

11

Төҫтәр.

В(уы) өн- хәрефе

Башҡорт телендә төҫтәрҙең атамаһы менән танышыу; в (уы) өн- хәрефе менән танышыу

Яңы материал үҙләштереү

1

20.11

12

Һандар.

Ь билдәһе

Тема буйынса лексика. Башҡорт телендә һанарға өйрәтеү; ь билдәһенең ҡулланышын ҡарау

Яңы материал үҙләштереү

1

27.11

13

Уйынсыҡтар.

Ъ билдәһе

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү; ъ билдәһенең ҡулланышын ҡарау

Яңы материал үҙләштереү

1

4.12

14

Тән өлөштәре

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

11.12

15

Кейем- һалым

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

18.12

16

Контроль күсереү

“Мәктәптә”

Үтелгәндәргә йомғаҡ яһау, башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү

Тикшереү дәресе

1

25.12

Өсөнсө сирек

17

Хаталар өҫтөндә эш.

Яңы йыл менән!

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү; тема буйынса яңы лексика биреү; Яңы йыл тураһында шиғырҙар уҡыу, йыр өйрәнеү

Ҡатнаш дәрес

1

15.01

18

Йорт хайуандары һәм ҡоштары

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

22.01

19

Ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

29.01

20

Аҙна көндәре.

Ай исемдәре

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

5.02

21

Мәктәп баҡсаһы

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

12.02

22

Мәктәп тормошо

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

19.02

23

Мин ғаиләмде яратам

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

26.02

24

Минең яратҡан ризығым

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

5.03

25

Ҡайҙа? Ҡайҙан?

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

12.03

26

Нимә менән?

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

19.03

Дүртенсе сирек

27

Һөнәрҙәр

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

2.04

28

Еләк- емеш, йәшелсә

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

9.04

29

Һаулыҡ- ҙур байлыҡ

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

16.04

30

Шәхси гигиена

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

23.04

31

Көн тәртибе

Тема буйынса лексика үҙләштереү; һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә ҡулланып текст төҙөргә өйрәтеү

Яңы материал үҙләштереү

1

30.04

32

Контроль диктант

“Ярҙамсы”

Үтелгән темаларға йомғаҡ яһау; башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү

Тикшереү дәресе

1

7.05

33

Хаталар өҫтөндә эш.

Йыллыҡ йомғаҡлау

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү; темаларҙы ҡабатлау

Коррекциялау дәресе

1

14.05

34

Көтөп алған йәй етте!

Йәй тураһында шиғырҙар уҡыу, һүрәттәр төшөрөү, йыр өйрәнеү

Яңы материал үҙләштереү

1

21.05

резерв  

Балалар уйындары менән таныштырыу, уйындар уйнау

Яңы материал үҙләштереү

1

28.05

Бөтәһе:34 сәғәт

Контроль күсереү: 1              Контроль диктант: 1

Контроль күсереү өсөн текст

Мәктәптә

Айрат менән Айгөл мәктәптә уҡый. Мәктәп ҙур, яҡты, матур. Айрат математика, башҡорт теле дәрестәрен ярата. Ә Айгөл инглиз телен өйрәнә. Тыуған илгә белемле, файҙалы йәштәр кәрәк.

Контроль диктант өсөн текст

Ярҙамсы

Мин өйҙә әсәйемә ярҙам итәм. Сынаяҡтарҙы, тәрилкәләрҙе йыуам. Өҫтәлдең, ултырғыстың, шкафтың туҙанын һөртәм. Пальтомды, быймамды, күлдәгемде, башлығымды үҙ урынына ҡуям.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе, 3- сө класс

Бүлектәр/ тема исемлеге

Дәрестәр формаһы

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

1

Инеш дәрес.

Тыныш билдәләре менән танышыу. Дәреслек йөкмәткеһе.

Танышыу.

Традицион дәрестәр, дәрес- зачет, дәрес-әкиәт, дәрес-сәйәхәт, һ.б.дәрестәрҙе программа үҙ эсенә ала.

Фронталь, шәхси, группа менән, парлап эшләү ҡулланыла. Уҡыусыларҙың проекттарын яҡлау. Программаны үҙләштергәндә уҡыусылар дәрестәрҙе,дәрестән тыш сараларҙы йөрөйҙәр.

Дәреслектән табып белеү. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡулланыу. Кәрәкле бүлекте таба белеү

Төп төшөнсәләрҙе аңлап эш итеү Һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Дәреслек һүрәттәре буйынса фекер алышыу. Фекер алышыуҙа ҡатнашыу,проблемалы һорауҙар куя белеу һүҙҙәрҙең әхләки мәғәнәһен аңлатыу. Парлашып эшләүҙәр. Китапханала китаптар һайлай белеү. Үҙбаһалар биреү

Текстың йөкмәткеһен дөрөҫ аңлау, һорауға яуап биреү. Дәреслектәге бирелгән һурәттәр буйынса һөйләү. Дөрөҫ интонациялар менән уҡый белеү.

2

Мин белем алам.

3

Мин һәм минең ғаиләм.

4

Мин һөнәр һайлайы.

5

Мин тәбиғәтте яратам.

6

Минең яратҡан миҙгелем.

7

Минең гардеробым.

8

Минең тыуған көнөм.

Мин сәйәхәтсе.

Календарь-тематик план, 3-сө класс

Дәрес темаһы

Дәрестең маҡсаттары

Күләме

План буйынса

Үткәрелгән көнө

Беренсе сирек

1

Тыуған Башҡортостан. Башҡорт теленең үҙенсәл. өн- хәрефтәре

Тыуған ил тураһында һөйләшеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау

1

6.09

2

Танышыу, һаулашыу.

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

13.09

3

Мәктәп тормошо. Беҙҙең класс

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

20.09

4

Һөнәрҙәр

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

27.09

5

Йыл миҙгелдәре. Һынамыштар

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

4.10

6

Әкиәттә ҡунаҡта

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү.  Бирелгән һорауға яуап бирергә өйрәтеү

1

18.10

7

Контроль диктант “Дәрестәр”

Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү

1

25.10

Икенсе сирек

8

Хаталар өҫтөндә эш.

Һандар

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү. Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

8.11

9

Кейем- һалым

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү. Башҡорт телендә һанарға өйрәтеү

1

15.11

10

Уйындар, уйынсыҡтар

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

22.11

11

Ғаиләм- минең ҡәлғәм. Туғанлыҡ терминдары

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

29.11

12

Тән өлөштәре

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү. Тән өлөштәренең атамаларын башҡорт телендә дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтеү

1

6.12

13

Телмәр үҫтереү. Инша. Минең яратҡан байрамым

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

1

13.12

14

Хаталар өҫтөндә эш.

Ҡыш тураһында шиғырҙар

Хаталарҙы аңлап төҙәтеү. Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

20.12

15

Тыуған көн- иң ҙур байрам

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

27.12

Өсөнсө сирек

16

Яңы йыл менән!

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү. Яңы йыл тураһында шиғырҙар уҡыу, йырҙар өйрәнеү

1

17.01

17

Башҡортостан тәбиғәте

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

24.01

18

Йәнлектәр иленә сәйәхәт

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

31.01

19

Дәүләт символдары

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

7.02

20

Тау башында балҡый бер ҡала...

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

14.02

21

Сәйәхәт

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

21.02

22

Грамматикала ҡунаҡта

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

28.02

23

Телмәр үҫтереү. Инша

“Тәбиғәтте һаҡлайыҡ”

Бәйләнешле башҡорт телмәрен үҫтереү

1

7.03

24

Хаталар өҫтөндә эш.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

Хаталарҙы аңлап төҙәтә белеү. Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

14.03

25

Сәләмәт тәндә сәләмәт рух!

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

21.03

Дүртенсе сирек

26

Башҡорт улы- Салауат

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

4.04

27

Яратам мин илемде...

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

11.04

28

Башҡортостандың билдәле яҙыусы- шағирҙары

Башҡортостандың билдәле шағирҙары һәм яҙыусылары менән танышыу, дәреслектә бирелгән әҫәрҙәрен уҡыу

1

18.04

29

Йырҙар

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү, йырҙар өйрәнеү

1

25.04

30

Диктант “Беҙҙең класс”

1

2.05

31

Хаталар өҫтөндә эш.

Ф.Туғыҙбаева “Һаумы, йәй!”

Хаталарҙы аңлап төҙәтергә өйрәтеү.  Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

16.05

32

Яҙғы тәбиғәт.

Тема буйынса яңы лексиканы үҙләштереү, дәреслектәге текстар менән эшләү

1

23.05

33

Башҡорт халыҡ ижады

Балалар уйындары менән таныштырыу, уйындар уйнау. Башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыу

1

30.05

Бөтәһе:33 сәғәт

Контроль диктант: 2  Инша: 2

Контроль диктант текстары

Беҙҙең класс

Был беҙҙең класс уҡыусылары. Беҙҙең класта 32 уҡыусы: 20 ҡыҙ, 12 малай. Беҙҙең класс уҡыусылары бик татыу. Малайҙар ҡыҙҙарға һәр ваҡыт ярҙам итәләр. Ҡыҙҙар ҙа үсекләшмәй.

Дәрестәр

Бөгөн дүшәмбе көн. Бөгөн рус теле, математика, башҡорт теле һәм рәсем дәрестәре була. Мин башҡорт теле дәресен яратам.

Уҡыу предметының йөкмәткеһе

4 се класс

Бүлектәр/ тема исемлеге

Дәрестәр формаһы

Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

1

Инеш дәрес. Тыныш билдәләре менән танышыу. Дәреслек йөкмәткеһе. Көн дә мәктәпкә барам.

Традицион дәрестәр, дәрес- зачет, дәрес- әкиәт, дәрес – сәйәхәт , һ.б.дәрестәрҙе программа үҙ эсенә ала.

Фронталь, шәхси,группа менән, парлап эшләү ҡулланыла.

Уҡыусыларҙың проекттарын яҡлау.

Программаны үҙләштергәндә уҡыусылар дәрестәрҙе,дәрестән тыш сараларҙы йөрөйҙәр.

Дәреслектән табып белеү. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡулланыу. Кәрәкле бүлекте таба белеү

Төп төшөнсәләрҙе аңлап эш итеү. Һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Дәреслек һүрәттәре буйынса фекер алышыу. Фекер алышыуҙа ҡатнашыу,проблемалы һорауҙар куя белеу Һүҙҙәрҙең әхләки мәғәнәһен аңлатыу. Парлашып эшләүҙәр. Китапханала китаптар һайлай белеү. Үҙбаһалар биреү. Текстың йөкмәткеһен дөрөҫ аңлау, һорауға яуап биреү. Дәреслектәге бирелгән һурәттәр буйынса һөйләү. Дөрөҫ интонациялар менән уҡый белеү

2

Мин ғаиләмде яратам.

3

Үҙем йәшәгән ер тураһында  һөйләйем.

4

Ауылда ,ҡалала.

5

Йыл миҙгелдәре ,һауа торошо тураһында  һөйләшәбеҙ.

6

Төрлө хәлдәр тураһында  һөйләшәбеҙ.

7

Һатып алырға өйрәнәм.

Тематик планлаштырыу,  4 –се класс

        

Темалар

Дата

лексик

грамматик

план

факт.

Беренсе сирек

1

 Көндә мәктәпкә барам (7 с.) 1сентябрь – Белем көнө.

 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

07.09

2

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм?

Мин ниндәй дәресте яратам /яратмайым?

Һөйләм Һөйләм төрҙәре.

14.09

3

Мин нимә уҡырға яратам?

Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр

21.09

4

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы?

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек формаһы

28.09

5

Контроль күсереү «Төҫлө япраҡтар»

Үтелгәнде ҡабатлау

5.10

6

Хаталар өҫтөндә эш.

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һәйләшәбеҙ?

Хаталарҙы  аңлата белеү. Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек формаһы

12.10

7

“Көндә мәктәпкә барам” темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Б.т.ү.Һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

19.10

8

Минең ғаиләмде яратам (6с.) Беҙгә бергәләп күңелле

Сифат

26.10

Икенсе сирек

9

Мин тәрбиәле бала

Сифат

9.11

10

Минең өйҙәге бурыстарым

Сифат.Антонимдар

16.11

11

Минең яратҡан шөғөлөм.

Сифат дәрәжәләре

23.11

12

Мин йәшәгән бүлмә

Сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы

30.11

13

Минең кескәй дуҫтарым

Сифат

07.12

14

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем(4 с.)

Мин йәшәгән Ер.Мин йәшәгән йорт/район.

Алмаш.

Күрһәтеү алмаштары

14.12

15

Минең күршеләрем

Эйәлек заты алмаштары.

21.12

16

Контроль күсереү. «Ауылым тәбиғәте»

Үтелгәнде ҡабатлау

28.12

Өсөнсө сирек

17

 Беҙҙең уйындарыбыҙ. Мин яратҡан урындар

Алмаш.

18.01

18

Ауылда /ҡалала йәшәйем  

 (5 с.) Минең тыуған ауылым /ҡалам

Һан

25.01

19

Ауыл/ҡала тормошо

Һан төркөмсәләре 

01.02

20

Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр

Һан

08.02

21

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары

Ябай һәм ҡушма һандар.

15.02

22

Тыуған ерем мөғжизәләре

Ябай һәм ҡушма һандар. 

1.03

23

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ. (4с.) Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Йәнлектәр йыл миҙгелдәрен беләме?

Рәүеш

15.03

24

Бөжәктәр нисек йәшәй?

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк?

Үтелгән лексик-грамматик теманы ҡабатлау

22.03

25

” Терпе”

Үтелгән лексик-грамматик теманы

ҡабатлау

5.04

26

Хаталар өҫтөндә эш

Хаталарҙы  аңлата белеү

12.04

27

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ (2с.) Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Мажаралар илендә.

Ҡылым.Юҡлыҡ фор-маһы.

19.04

28

Минең иң ҙур хыялым. Минең кумирҙарым.

Ҡылым заты, һаны.

26.04

Дүртенсе сирек

29

Һатып алырға өйрәнәм(4с.) Минең бюджет

Ҡылым. Этикет формалары

03.05

30

Мин кейем һатып алам.

Ҡылым.Заман формалары.

10.05

31

Мин модалы кейем яратам.

Ҡылым.Заман формалары.

17.05.

32

Бүләк һайлайым.

Үтелгән лексик-грамматик

Материалды ҡабатлау

24.05

33

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белемдәрҙе системалаштырыу.Тест

Башҡорт телендә һөйләм төҙөлөшө.

31.05

Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Башҡорт теленең алфавиты. Плакат
  2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: Эдвис, 2008

Материаль- техник ҡулланмалар

  • Телевизор
  • Видеомагнитофон
  • Проектор
  • Ноутбук

Төп әҙәбиәт исемлеге

  •  Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2012.
  • Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3- сө  класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2010.
  • Дәүләтшина ,М.С.  Башҡорт  теле : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ)  өйрәнеү өсөн  дәреслек/ М.С. Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, Г.М.Садыкова .-Өфө: Китап, 2016

Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре.- Өфө: Китап; 2009
  2. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа, ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө: 2006
  3. Журналдар: “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”
  4. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 
  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
  7. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
  8. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
  9. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.
  10. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА «Иностранный язык» (английский язык) 2 класс.

Рабочая программа"Иностранный язык" (английский) 2класс....

Рабочая программа к учебнику английского языка для 2 класса школ с углубленным изучением английского языка, автор Верещагина И.Н. ФГОС

Рабочая программа составлена в соответствии с основными требованиями к рабочим программам по ФГОС. Содержание:1.    Пояснительная записка2.    Общая характеристика учебно...

Рабочая программа по курсу русский язык "Мой могучий русский язык"

Рабочая программа по курсу русский язык  "Мой могучий русский язык"...

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО КУРСА «РУССКИЙ ЯЗЫК» 3 класс на основе авторской программы В.П. Канакиной, В. Г. Горецкого образовательная программа «ШКОЛА РОССИИ» с КТП

Рабочая программа разработана в соответствии с законом «Об образовании РФ», с основными положениями федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования, ...

Рабочая программа и Календарно-тематическое планирование к рабочей программе учебного предмета Иностранный язык: (Английский язык) 3д классе

Календарно-тематическое планирование и Рабочая программа разработана к УМК English 3 класс под ред. Верещагиной И.Н. и Притыкиной Т.А....

Рабочая программа по русскому родному языку 1 класс с КТП на основе примерной программы по родному языку авторского коллектива: Александровой О.М., Вербицкой Л.А., Богданова С.И., Кузнецовой М.И, Петленко Л.В. , Романовой В.Ю., Рябининой Л.А.

Рабочая программа разработана в соответствии с законом «Об образовании РФ», с основными положениями федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования, ...