Разработка урока по башкирскому языку для 3 класса по программе Ф.Ш. Сынбулатовой "Ее, Юю, Яя хәрефле һүҙҙәр".
план-конспект урока (3 класс) на тему

Мухамадуллина Айсылу Юнусовна

Урок разработан на основе ФГОС НОО. На уроке используются все формы и методы обучения. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Ее, Юю, Яя хәрефле һүҙҙәр.  (3 класс)

Маҡсат:

  • е, ю, я хәрефтәренең бер һәм ике өндө белдергән осраҡтарын ҡарап китеү;
  • е, ю, я хәрефле һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын өйрәтеү;
  • күнекмәләр ярҙамында белемдәрен нығытыу;
  • башҡорт теленә ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: эш дәфтәрҙәре (Ф.Ш. Сынбулатова), дәреслек (Ф.Ш. Сынбулатова), карточкалар, интерактив таҡта, ноутбук, физминут видеотаҫмаһы, презентация, башҡорт халыҡ бейеү көйҙәре.

Дәрес барышы:

  1. Психологик инеш:

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн.

Сәләмләйбеҙ Ер-әсәне

Беҙҙе туйҙырған өсөн.

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

  • Әйҙәгеҙ, бер-берегеҙҙе сәләмләгеҙ, уңышлы көн теләгеҙ, йылмайығыҙ.
  1. Белемдәрен актуалләштереү.

- [й] өнө ниндәй хәрефтәр эсенә йәшеренгән? Ошо өндәргә хас үҙенсәлектәрҙе сағылдырған өн моделен эшлә. (Парлашып эшләү ҡәғиҙәләре менән таныштырыу һәм парлашып эшләү).

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
  • Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй буласаҡ?
  • Авторҙың темаһы менән сағыштырайыҡ?
  • Нимәне маҡсат итеп ҡуяйыҡ? Нимә тураһында һөйләшербеҙ? Ниндәй эштәр башҡарырбыҙ? (Уҡыусыларҙың фекерен слайдтағы маҡсаттар менән сағыштырыу).
  • Эйе, уҡыусылар, афарин. Беҙ үткән дәрестә был орфограммаларҙы ҡарап киткәйнек инде. Бөгөн дауамы. Киләһе дәрестә тикшереү эшенә әҙерлек булып тора.

Физминут.

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
  1. Төркөмдәрҙә эшләү ҡәғиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

Карточкалар менән эш.

“Һүҙ __________ [йэ] ишетелһә – е хәрефе, ә һүҙ уртаһында [йэ] ишетелһә ___________  ҡушымсаһы яҙыла. Мәҫәлән __________________________” 

Тикшереү: һеҙҙең төркөмдән кем яуап бирә? (Кемдең күҙе асығыраҡ, ҡарараҡ, шул яуап бирә. Кем бейегерәк, тәпәшерәк... кемдең төймәләре күберәк, шул яуап бирһен.)

Интерактив таҡтанан тикшереү.

  1. Дәреслек менән эш.
  • Китабығыҙҙың 77-се битен асығыҙ. 3-сө күнегеүҙе бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый, ҡалғандар иғтибар менән тыңлап һәм юллатып ултыра.
  • Нимә эшләргә? Кемгә аңлашылманы? Орфограммаларҙы аңлатырға әҙерләнегеҙ, уның аҫтына һыҙығыҙ.
  1. Матур яҙыу минуты. Ее, Юю, Яя хәрефтәрен яҙыу.

Ҡулдарға физминут.

  1. Дәреслектән күнегеүҙәр эшләү. 4-се күнегеү: мәҡәлде, транскрициялағы һүҙҙе дөрөҫ итеп, күсереп яҙ. Теләге булған бер уҡыусы таҡтала эшләй.
  2. Интерактив таҡтала эш.
  • Хаталы һүҙҙе табып, аҫтына һыҙ. Шул орфограммаға ярашлы булған 5

һүҙ яҙ.

Күҙҙәргә физминут.

  1. Белемдәрен нығытыу.

Парҙарҙа эш.

  • Башҡорт халыҡ бейеү көйөнә кабинет буйлап бейеп алайыҡ. Көй туҡталһа, парлашырға һәм “биш” бирергә тейешһегеҙ. Мин һорау бирәсәкмен, ә һеҙгә һорауға яуапты иптәшең менән бүлешергә кәрәк һәм киреһенсә. Яуаптар әйтелһә, бер-берегеҙгә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Ошолай бер нисә тапҡыр дауам итәсәк.

Һорауҙар:

  1. Я хәрефе һүҙҙең ҡайһы өлөшөндә яҙыла?
  2. Е,ю,я хәрефтәре нисә өндө белдерә?
  3. Һүҙҙәрҙә йе ҡушымсаһы ниндәй осраҡта яҙыла?
  4. Ю хәрефе ҡасан яҙыла? Һ.б.

  1. Рефлексив-баһалау этабы.
  1. Һығымта яһау, маҡсатҡа әйләне ҡайтыу.
  2. Рефлексия: мин бөгөн дәрестә
  • белдем ...
  • өйрәндем ...
  • аңланым ...
  • ҡыҙыҡлы булды ...
  • ниндәй асыш яһаным ...
  1. Баһалау (баҫҡыс).

  1. Өй эше.

Эш дәфтәре, 4-се күнегеү, 42-се бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока по чтению во втором классе по программе «Школа 2100» Тема урока. Астрид Линдгрен «Малыш и Карлсон, который живет на Крыше».

        развивать интерес к чтению через знакомство со сказками,          познакомить с творчеством  А.Линдгрен и ее ...

Разработка урока по русскому языку 1 класс по программе "Школа России" "Гласные звуки"

Разработка урока по русскому языку 1 класс по программе "Школа России" "Гласные звуки"...

Методическая разработка урока по башкирскому языку в 3 классе на тему: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Методическая разработка урока по башкирскому языку в 3 классе на тему: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр....

Технологическая карта урока по башкирскому языку. 3 класс

Технологическая карта урока по башкирскому языку и презентация 3 класс...

Методическая разработка урока по русскому языку 2 класс по теме "Что такое корень? Что такое однокоренные слова?" по программе "Школа России".

Технологическая карта урока русского языка по теме "Что такое корень? Что такое однокоренные слова?". Урок: закрепление пройденного. К уроку прилагается презентация....

Тема:«[Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана».Открытый урок по башкирскому языку, 2 класс, КМО учителей начальных классов, 20.03.2019 год

Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе.  Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп  яҙырға өйрәтеү;2)...

Открытый урок по башкирскому языку, 3 класс

Дәрес башҡорт теле, 3 класс. Тема: Ч,Щ,Ц,Ё хәрефле һүҙҙәрМаҡсат: 1.  Ч,Щ,Ц,Ё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға,уларҙы дөрөҫ яҙырға;3.  Һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;4.  Каллиграфия өҫт...