рабочая программа 2 класс по башкирскому языку
рабочая программа (2 класс) на тему
Предварительный просмотр:
2014-2015 уҡыу йылына
2-се класс өсөн
башҡорт теленән
эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны – 34 сәғәт
аҙнаһына – 1 сәғәт иҫәбенән
Шәрипова Гөлимә Рауил ҡыҙы төҙөнө
Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI
кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек.ТоломбаевХ.А, ДәүләтшинаюМ.С. – Өфө: Китап, 2008
2014 йыл
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 2-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсеһе: Шәрипова Гөлимә Рауил ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2009.
Программа кимәле: базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
- Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
- Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2009.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «4-се дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
- Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
- Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- 1-се класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
- Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
- Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
- Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
- Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
- Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
- Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
- Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
1. Мин Башҡортостанда йәшәйем
Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау,
темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
2. Ҡабатлау
Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
3. Һаумы мәктәп
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште
белдереүе.
4. Мәктәп баҡсаһы
Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү. Һәм, ә, ләкин
теркәүестәрен ҡулланыу.
5. Беҙҙең класc .
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
6. Ғаилә.
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик
үҙләштереү.
7. Аҙыҡ – түлек.
Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.
8. Ҡайҙа?Ҡайҙан?
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
9. Нимә менән?
Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик
ҡулланыу.
10. Һанай беләһеңме?
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.
11. Кейем-һалым
Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
12. Уйындар, уйынсыҡтар
Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
13. Һөнәрҙәр
Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.
14. Тән өлөштәре
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик
ҡулланыу.
15. Таҙалыҡ. Көн тәртибе .
Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә
юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә
эйә булырға тейеш:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
- иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
- текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
- бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
- үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
- ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
- башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
- уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
- хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
- шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
- бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
- ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре.
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау
контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла.
Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә.
Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә.
Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
2- се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:
Күсереп яҙыу- 1
Һорауҙарға яуап- 1
Диктант- 1
Календарь – тематик планлаштырыу
II класс, йылына 34 сәғәт.
№ | Телмәр үҫтереү буйынса тема. Грамматик тема. | Дата | Иҫкәрмәләр | |||
План дата | Фактик дата | |||||
Мин Башҡортостанда йәшәйем. | ||||||
1 | Мин Башҡортостанда йәшәйем. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 02.09 | ||||
2 | Һиңә нимә кәрәк? Һин нимә эшләйһең? Был кемдең әйбере? Ҡайҙа? һорауы Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Ҡылымдың 1-се, 2-се,3-сө заты. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы. | 08.09 | ||||
Беҙҙең мәктәп. | ||||||
3 | Беҙҙең мәктәп. Был кемдең ...? Ғ, ң өн-хәрефтәре. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Эйәлек алмаштары. | 15.09 | ||||
4 | Бөгөн көн ниндәй? Аҙна көндәре. Һ,ҙ өн-хәрефтәре. Һөйләм төрҙәре. | 22.09 | ||||
Мәктәп баҡсаһы. | ||||||
5 | Беҙҙең мәктәп баҡсаһы. Ҫ, ҡ өн-хәрефтәре. -мы. ме ялғауҙары | 29.09 | ||||
6 | Ҡасан? һорауы. Башҡорт теленең алфавиты. Һәм, ә, ләкин теркәүестәре. | 06.10 | ||||
7 | Контроль күсереп яҙыу. Дуҫтар. | 13.10 | ||||
8 | Хат Хаталар өҫтөндә эш. Беҙҙең мәктәп. Ҡылымдың 1-се зат күплек ялғауы. | 20.10 | ||||
9 | Аҡ ҡалас. Ҡылымдың 1-се зат күплек ялғауы. | 27.10 | ||||
Беҙҙең ғаилә. | ||||||
10 | Беҙҙең ғаилә. Мин бәхетле. Эйәлек (зат) ялғауҙары. | 10.11 | ||||
11 | Иртәнге аш. Һауыт-һаба. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Кәрәк-кәрәкмәй. | 17.11 | ||||
Аҙыҡ – түлек. | ||||||
12 | Аҙыҡ – түлек. Кем нимә ярата? Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Килеш ялғауҙары (төб.к.). | 24.11 | ||||
13 | Икмәк – ил байлығы. ФакиһаТуғыҙбаева. Сәй эсеү. Ҡайҙан? һорауы. Килеш ялғауҙары (төш.к.). Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. | 01.12 | ||||
14 | Ашығыҙ тәмле булһын! Төшкө аш. Килеш ялғауҙары (ур.-ваҡ.к.). Сәғәт. Ваҡыт. | 08.12 | ||||
15 | Г. Ғәлиуллина. Бесәйем. Эйәлек килеш ялғауы. | 15.12 | ||||
16 | Кроссвордтар сисеү Ҡ өн- хәрефенә һүҙҙәр | 22.12 | ||||
17 | Нимә менән? һорауы Менән һүҙен практик ҡулланыу. | 29.12 | ||||
Нимә менән һорауы. | ||||||
18 | Дуҫтарыма ярҙам итәм. Хәбәрҙең һөйләмдәге урыны. | 19.01 | ||||
19 | Һандар. Кем булып эшләй? һорауын үҙләштереү. | 26.01 | ||||
20 | Аҙыҡ-түлек магазинында. Хаҡы күпме? Нисә һум тора? һорауы. Килеш ялғауҙары (эй.к.). | 02.02 | ||||
Кейем-һалым | ||||||
21 | Кейем-һалым магазинында. Әсәй күлдәк һатып ала. Үлсәме ниндәй? Күплек ялғауҙары. Һеҙгә нимә күрһәтергә? һорауы. | 09.02 | ||||
22 | Яңы кейем – яңы шатлыҡ. Ҡылымдың зат ялғауҙары. | 16.02 | ||||
23 | Бүләккә яңы күлдәк. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар.(телдән) | 02.03 | ||||
Уйынсыҡтар. | ||||||
24 | Уйынсыҡтар. Уйындар. Зат ялғауҙары. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. | 09.03 | ||||
25 | Һинең ҡурсағың. Ҡ-ғ өндәренең сиратлашыуы. | 16.03 | ||||
26 | Уйынсыҡтар магазины. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. | 21.03 | ||||
Һөнәрҙәр. | ||||||
27 | Үҫкәс кем булаһың? Нимә? Кем? Ҡылымдың зат ялғауҙары. | 06.04 | ||||
28 | Беҙ нимә эшләйбеҙ? Ҡылымдың зат ялғауҙары. | 20.04 | ||||
29 | Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ҡылымдың зат ялғауҙары. | 13.04 | ||||
30 | Улар нимә эшләйҙәр? Ҡылымдың зат ялғауҙары. | 20.04 | ||||
31 | К.Ушинский «Дарыу». Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. | 04.05 | ||||
32 | Контроль диктант. Ҡәҙерле әсәй.(55 бит) | 11.05 | ||||
Таҙалыҡ. Көн тәртибе. | ||||||
33 | Хаталар өҫтөндә эш. Һабын менән дуҫ бул. Таҙалыҡ һаҡлау. Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауҙары. | 18.05 | ||||
34 | Минең көн тәртибем. Әсәйемә ярҙам итәм Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡылымдың күплектәге 1-се зат ялғауҙары. | 25.05 |
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
- Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
- Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
- Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
- Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.
- Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.
- Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.
- Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
- Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
Материал - техник ҡулланмалар
Аудиокассеталар:
- Туған тел. I – IV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005
- Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң.
CD диск:
- Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.
- Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
- Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.
Электрон дәреслектәр:
- Башкирский язык. ru.
- Балҡортостан иле.
- Учебник башкирского языка, 1-4 классы.
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
- Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
- Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
- Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
- Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- «Аҡбуҙат» журналы.
- Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.
- 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рабочая программа 4 класс по башкирскому языку
разработано в соответствии с ФГОС...
Башҡорт теленән эш программаһы(Рабочая программа по родному башкирскому языку для 1 класса)
Рабочая программа предназначена для первого класса...
рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 1 класса по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Давлетшиной М.С.
рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе ( алифба + башкирский язык и литература) для 1 класса по программе Сынбулатовой Ф.Ш., Дәүләтшиной М.С., 3 часа в неделю...
Материалы для рабочей программы по родному (башкирскому) языку: планируемые результаты, содержание и календарно-тематическое планирование для 1 и 3 классов
Материалы для составления рабочей программы по родному (башкирскому) языку для 1 и 3 классов: планиуемые результаты освония учебного предмета, содержание и календарно-тематическое планирование...
Рабочая программа по родному башкирскому языку
Рабочая программа по родному башкирскому языку 2-4 классы...
Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы
Рабочая программа по родному башкирскому языку 5-9 классы...