Башҡорт милли костюмдары.
план-конспект урока (1 класс)

Эльвина Салаватовна Юланова

Национальный костюм — это бесценное, неотъемлемое достояние культуры народа, это часть традиции, которую надо помнить и свято чтить. У национальной одежды многовековая история. Общий её характер сложился в быту многих поколений, соответствуя внешнему облику, образу жизни, географическому положению и характеру труда народа. 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_1_1.docx19.32 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт халҡының милли кейемдәре.

Максат: 

  1. Белем биреү: балаларҙы башҡорт кейеменең биҙәктәре менән таныштырыуҙы дауам итеү;
  2. Үҫтереү: һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәрҙе активлаштырыу;
  3. Тәрбиә биреү: балаларҙа башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙа  телгә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, ноутбук, презентация, һүҙлек, башҡорт кулдәге, һандыҡ, башҡорт кейемендәге ике ҡурсаҡ, селтәрле түшелдерек.

  1. Көтөлгән һөҙөмтәләр:

  1. Предмет-ара бәйләнеш.
  2. Дәрес тибы:

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

- Хәйерле иртә, уҡыусылар! Иҫкә төшөрәйек, бөгөн ниндәй аҙна көнө? (шаршамбы)

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу

-Һаумыһығыҙ!

Һаумы,  Һаумы!

Һаулашам - сәләм бирәм,

Һаумы тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға ебәрәм! (хор менән ҡабатлау)

  1. Артикуляцион күнегеү.

- Экранға иғтибар итегеҙ әле.

(Бал ҡорто , бәпес, ҡарға, йылан төшкән һүрәттәре)

– Ниндәй башҡорт өндәре ишетелә?

 Бҙ-ҙ-ҙ- бал ҡорто – ( ҙ –башҡорт өнө),

Ҡар-ҡар-ҡар- ҡарға- ( ҡ- башҡорт өнө),

 Ҫ-ҫ-ҫ- йылан (ҫ- башҡорт өнө),

 Ңә-ңә-ңә- бәпес илай ( ң- башҡорт өнө).

  1. Теманы бергәләп билдәләү

-Балалар, ишетәһегеҙме, кемдәрҙер быш – быш һөйләшә. Бына кемдәр  тауышлана икән (ике ҡурсаҡ сығара). 

-Ләйсән менән Булат бит былар  (балалар ҡурсаҡтар менән һаулыҡ һорашалар): 

-Һаумы Ләйсән!

- Һаумы Булат!

-Ниндәй матур итеп кейенеп килгәндәр. Балалар, улар мәктәп формаһындамы ул? Әйҙәгеҙ әле, ҡарайыҡ, Ләйсән нимә кейгән? ( Ләйсән милли күлдәк, камзул кейгән.)

-Күлдәге ниндә төҫтә? (Һары, йәшел.)

- Ә Булат нимә кейгән? (Булат бүрек, елән кейгән.)

- Балалар, кейемдәр нимә менән биҙәлгән? (Тәңкәләр, таҫмалар.)

  1. Төп өлөш. Яңы теманы өйрәнеү.

- Нисек уйлаһығыҙ беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (милли кейем тураһында!) (Теманы экранға сығарам.)

-Эйе, дөрөҫ, афарин. Бына ҡарағыҙ әле, (башҡорт күлдәген күрхәтәм, экранда заманса күлдәк һәм боронғо күлдәк) күлдәктәрҙе сағыштырыу,

-Нимә ул милли кейем? (балларҙын варианты)

-Был башҡорт милли кейеме.

Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын күрһәтә. Һәр халыҡтын үҙ милли кейеме бар. Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәлгән. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән.

-Һүҙлек эше, яны һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. (Экранға сығарам, дата яҙабыҙ.) 

-18 декабрь

Күлдәк- платье, рубашка

Йәшел - зеленый

Һары-желтый

- Әйҙәгеҙ ошо һүҙҙәр менән һөйләм төҙөп ҡарайыҡ. (Ләйсән күлдәк  кейгән. Уның күлдәге һары төҫтә.)

-Афарин. Ә һеҙ башҡорт күлдәген ҡайҙа күргәнегеҙ бар? Беҙҙә мәктәптә

Сулпан ансамбеле бар, хәҙер бишенсе класста уҡыған Мәликәнең сығыштарын күргәнегеҙ бармы? (Экранда фото). (Сәхнәлә, байрамдарҙа.)

-Эйе, сәхнәлә башҡорт ҡыҙҙары башҡорт милли кейем менән сығыш яһайҙар, бейейҙәр. (башҡорт бейеуенән өҙөк.)

  • Башҡорттарҙын ниндәй бейеү хәрәкәттәрен беләһегеҙ? (хәрәкәт күрһәтәләр)
  1. Ял минуты.

(физкульминутка башҡорт хәрәкәттәре менән.)

-Уҡыусылар, миндә бер серле ҡумта бар, нисек уйлаһығыҙ, унын эсендә нимә бар? (Балларҙан яуаптар, асып, түшелдеректәрҙе сығарам, парта буйлап йөрөтәм)

-Әйҙәгеҙ, беҙгә таныш булмаған һүҙҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ. Һүҙлек эше

Бисер- сәйлән

Монета- тәнкә

Ағас күрке япраҡ,  Әҙәм күрке сепрәк. (Мәҡәлде анлатыу)

  • -Әйҙәгеҙ бармаҡтарға физкультминутка яһап алайыҡ.

(Сәп-сәп сәпәкәй

Минең ҡустым бәләкәй

Ҡулын күтәргән була

Сәпәкәй иткән була )

--Һеҙҙен алдығыҙҙа түшелдеректен шаблондары ята.  Дәфтәргә йәбештереп, буяп ҡуйығыҙ әле. Дәфтәрҙә эш

  1. Рефлексия

-Беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек? Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Әгәр дәрестә һеҙгә бөтәһе лә анлашылһа, дәрес оҡшаһа партала ятҡан алтын төҫөндә тәңкә күтәрәһегеҙ, ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы ҡайһы бер ерендә тиһәгеҙ, көмөш төҫөндә тәнкә күтәрегеҙ.

  1. Йомғаҡлау.

-Уҡыусылар,. бөгөн һеҙ барығыҙҙа бик актив ҡатнаштығыҙ, дәрестә яңғыраған матур фекерҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уянғандыр тип уйлайым. Афариндар. Һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Шәҗәрәләрдә милләт язмышы"

Әдәби укудан эшләнгән реферат....

Милли киемгә мәдхия

милли тәрбия бирү...

Рабочая программа по английскому языку к УМК Millie (Милли-2)

Рабочая программа состоит из пояснительной записки и подробного календарно-тематического планирования с учетом ФГОС (2 поколения)...

Халык авыз иҗатына нигезләнеп, әхлакый сыйфатларга ия булган милли рухлы шәхес тәрбияләп укыту.

Һәр халыкның хыялы – камил шәхес тәрбияләү. « Үткәнен белмәгәннең киләчәге юк », ди халык мәкале.  Ә халык әйтсә хак әйтә. Бүгенге  көндэ үсеп килүче яшь буынны халкыбызнын традицияләре үрнә...

Халык авыз иҗатына нигезләнеп, әхлакый сыйфатларга ия булган милли рухлы шәхес тәрбияләп укыту.

Һәр халыкның хыялы – камил шәхес тәрбияләү. « Үткәнен белмәгәннең киләчәге юк », ди халык мәкале.  Ә халык әйтсә хак әйтә. Бүгенге  көндэ үсеп килүче яшь буынны халкыбызнын традицияләре үрнә...