Доклад. Һүҙ байлығын үҫтереүҙә һүҙлектәр менән эш
статья

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon doklad.doc34 КБ

Предварительный просмотр:

         Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Һүҙ байлығын үҫтереүҙә

һүҙлектәр менән эш

(доклад)

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

        Уҡытыу процесында уҡыусыларҙың башҡорт телендә һүҙлек запасын булдырыу методикаһы төп аспекттарҙың береһе. Төрлө типтағы һүҙлектәр ҡулланыу, уҡыусылаҙың телгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра, һүҙҙе ишетеү, аңлау, ҡабул итеү даирәһен үҫтерә, үҙ аллы эшләргә өйрәтә, һүҙлектәр менән эшләү мәҙәниәте формалаша.

         Башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та өйрәнеүсе уҡыусылар алдында башҡорт телендә уҡырға, яҙырға, аралашырға һәм фекерләргә өйрәнеү бурысы тора. Бының өсөн уларға тейешле шарттар ҙа булдырылған. Шулай ҙа телде өйрәнеүсе иң беренсе һүҙлектәргә мөрәжәғәт итә. Әйтергә кәрәк, дәреслектәрҙең башланғыс синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгәне уҡыусыларҙың лексик һүҙлек запасын формалаштырыуға йүнәлтелә, урта һәм юғары синыфтарҙа һүҙлек запасы тулыландырыла тора. Ғәҙәттә, дәрестәрҙә тәржемә һүҙлектәр ҡулланыла, әммә уҡығанды йә тыңлағанды аңлар өсөн тағы ла махсус һүҙлектәр бар. Был һүҙлектәр һүҙҙәрҙе туранан-тура ғына тәржемә итмәй, ә төрлө яҡлап өйрәнергә булышлыҡ итә.

        Текст өҫтөндә эшләгәндә һүҙлектәрҙе ҡулланыу, улар буйынса эш алымдарын ҡарап үтәбеҙ.

        Тәүҙә тәүге абзацты уҡыу һәм тәржемә итеү.

  1. Телде өйрәнә генә башлаған уҡыусы өсөн рус теленән башҡортсаға тәржемә итеү үтә лә ауыр, сөнки ул балаға – сит тел. Телде белгәндәр өсөн һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тәржемә итеү кәрәкмәй, улар йышыраҡ ”Аңлатмалы һүҙлек” менән эшләй.
  2. Өҫтәлмә рәүештә, дәрестең маҡсаттарына ярашлы, текста осраған яңғыҙлыҡ исемдәр нимә аңлатҡанын асыҡлау өсөн топонимдар һәм башҡорт исемдәре һүҙлеген тәҡдим итергә була.
  3. Синонимдар (антоним, омоним)һүҙлеге менән эшләү.
  4. Бөгөнгө уҡыусыларҙың бер нисә телде өйрәнеүен иҫәпкә алып, башҡорт теленән инглиз теленә тәржемә итеү тәжрибәһен ҡулланырға мөмкин.

5.Электрон һүҙлектәр менән эшләү ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙы уҡыусылар өйҙәрендәге компьтерҙарына ҡуйып үҙ аллы эшләй ала.    

6.Фразеологизмдарҙы, мәҡәл-әйтемдәрҙе тәржемә итеү ҙә ауырлыҡ  тыуҙыра.Был осраҡта “Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеген” ҡулланырға мөмкин.Шулай уҡ тематик принципҡа ҡоролған иллюстратив һүҙлектәр, әҙәби терминдарҙың электрон һүҙлеге лә эште ойошторғанда эффектлы.    


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад доклад на тему: «Формирование культуры семейных отношений».

                                           Семья - один из шедевров природы                                                                           (Дж. Сантаяна,  философ)Семья - основанная на брак...

Ана тілім-баға жетпес байлығым

бұо іс шараның Мақсаты: Оқушылардың өз ана тіліне деген құрмет сезімін арттыру, тіл мәртебесін көтеру, таза сөйлеуге үйрету, өз ұлтына, еліне деген сүйіспеншілігін ояту. Ана тіліміздің тұғырының мықты...

Классный час на тему : Ғаиләм - минең байлығым

Классный час посвященный к году семьи...

Ғаиләм – минең байлығым

Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хис...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“

ldquo;Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“темаһына арналған класс сәғәте...

Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Класс сәғәте...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

Әҙерлек төркөмө балалары өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге ...