“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”
методическая разработка по зож

Хасанова Лэйсэн Фаниловна
Әҙерлек төркөмө балалары өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ood_tema_haulyk_-_zur_baylyk.docx30.52 КБ

Предварительный просмотр:

БР АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

ХАКИМИӘТЕНЕҢ МУНИЦИПАЛЬ МӘҒАРИФ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ ТӨП ДӨЙӨМ  БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ ҠЫҪЫНДЫ АУЫЛЫ

ООД

Әҙерлек төркөмө балалары  өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге 

тема: “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

Әҙерләне һәм үткәрҙе:

тәрбиәсе Хәсәнова Л.Ф.

Датаһы: 26.11.2019 й.

Тема: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.

Маҡсат: Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән таныштырыу.

Әҙәп, физик күнегеүҙәр, гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһон күрһәтеү. Дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу. Логик фекерләү һәләтен үҫтереү. Үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн ҡайғыртыусанлык һәм уны һаклай белеү теләге тәрбиәләү, һөйләм телдәрен үҫтереү, һәләттәрен камиллаштырыу.

Йыһазлау: ноутбук, плакат, карточкалар, һыулы стакандар, таяҡсалар, гигиена әйберҙәре.

1.Ойоштороу моменты.

Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгән! Әйҙәгеҙ улар менән һаулашып алайыҡ.

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн

Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар,

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр.

Иртәнге түңәрәккә ултырабыҙ (балалар бер-береһенә йомшаҡ уйынсыҡ биреп иртән нисек уянғанын һөйләй).

Тәрбиәсе: Балалар бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик мөһим тема хаҡынада һөйләшәсәкбеҙ.  Беҙ күп тапҡыр-“ Һаумыһығыҙ”,” Һау булығыҙ”, “Сәләмәт булығыҙ”, “Сәләм” тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ.

- Балалар һаулыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ? 

Дети: Шатлыҡ, бәхет, ауырымағанда, тазалык.

Тәрб-се: Һаулыҡ, ул таҙалыҡ, бөхтәлек, көн режимын үтәү, дөрөҫ туҡланыу, саф һауала булыу. -Балалар, ә ни өсөн һаулыҡты ҙур байлыҡ тиҙәр?

(балаларҙың яуаптары).   -Дөрөҫ, сәләмәтлек - кешенең иң ҙур байлығы.

Тәрбиәсе: Һаулыҡ балаларға, ололарға, хайуандарға, үҫемлектәргә, ҡоштарға, тәбиғәткә кәрәк. Бөгөн минең тәҙрәгә ҡояш ҡараны һәм мин уны һеҙгә килтерҙем.
Тик, балалар ҡарағыҙ әле, ҡояш бик күңелһеҙ, йылмаймай, яҡтыртмай. Ул ауырыған. Ҡояшҡа беҙҙең ярҙам кәрәк. Хәҙер беҙ “ҺАУЛЫҠ” иленә  сәйәхәткә барабыҙ.

Йәйәү йөрөү бик файҙалы “Хәрәкәттә - бәрәкәт” (маршировка под музыку).

Юлда ҡойолған япраҡтар ята. Япраҡтарҙа йомаҡтар йәшенгән. Йомаҡтарҙы сисәйекме?  

1. Үҙе шыма, күбеккә күмә,

Хуш еҫле, йә, кем белә? (Һабын)

2. Был әйбер бик кәрәкле:

Ҡулды, битте ҡорота.

Һин уны таҙа тотһаң,

Ул һине таҙа тота. (Таҫтамал)

3. Һәр көн ауыҙына ҡапһа,

Яратһа уны кеше,

Бер кайсан да һыҙламаҫ

Һәм ялтырап торор теше. (Теш щеткаһы, теш пастаһы).

4. Кәрәк булһа мунсала

Минем исемем ….. (мунсала).

5.Эре-эре тештәре, сәсте тарай үҙҙәре. (Тараҡ)

6. Барыһын да таҙа йыу. Йомшаҡ ҡына  йылы (һыу)

Тәрбиәсе: Афариндар, балалар. Бөтә йомаҡтарҙы ла дөрөҫ әйттегеҙ.

Кем белә нимә була ул гигиена?

(Балаларҙың яуаптары).

Тәрбиәсе: Гигиенаны ҡурҡыныс микробтар уратып алған. Микробтарҙы еңер өсөн, беҙгә  ҡыйын задание эшләргә кәрәк.  (микробтар – ҡурҡыныс йөҙлө төҫлө  шарҙар).

Йомаҡ: Унан микробтар ҡурҡа (йәшелсә) (Һуған).

Руки мой перед едой. чтение речевки детьми и по мере произнесения ее детьми- «шарики-микробы»-лопаются

Ҡасан ҡулдарҙы йыуырға кәрәк? Бөтә микробтар ҙа шартланылар, ә береһе тороп ҡалған.  

Воспитатель: Микробты еңер өсөн бер мөһим әйберҙе эшләр кәрәк.

УЙЫН: "Тылсымлы тоҡсай"
(Балалар сиратлап тоҡсайҙан әйберҙәрҙе алып, ни өсөн кәкәклеге тураһында һөйләй).

 Балалар микроб белгеһе килә, был әйберҙәр менән ни эшләп бүлешергә ярамай? (һабын, теш щеткаһы, тараҡ, таҫтамал һ.б.).
Ниндәй предметҡа ҡарай ул?  (Балалар: шәхси гигиена предметына).- һуңғы –"шарик- микроб"ты шартлаталар. (Ҡояштың 1 нурын алам ). Кем миңә серҙе сисә, нимә тип ҡояш нурына яҙылған икән!

Балалар: Был ҡояш нуры гигиенаны тоторға кәрәк, - ти.  ГИГИЕНА.  (1)
Трбиәсе: “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип
              Әйткән ололар бик хаҡ.
              Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,
              Йүгер, һикер, тәкмәс ат!

Ҡояш Нурҙарын артабан эҙләйбеҙ. Юлыбыҙҙы дауам итәйек. Киләһе ҡояш Нурын табыу өсөн, күҙҙәрҙе йомабыҙ һәм тылсымлы пароль әйтәбеҙ: “Ҡояш, һауа һәм һыуҡай – беҙҙең иң яҡын дуҫҡай” "Солнце, воздух и вода – наши лучшие друзья! "
Бына беренсе яуап: (коробка) ҡарағыҙ, нимә йәшенгән икән унда? (гантели)

Нимә өсөн кәрәк ул беҙгә? (күнегеүҙәр эшләргә). Ә ҡасан беҙ физик күнекмәләр эшләбеҙ? Йыр “СПОРТ”  (звучит фонограмма " Зарядка" Алина Кукушкина)!

Тәрбиәсе: Зарядканан һуң һеҙгә көс өҫтәлдеме? (балаларҙың ҡул мускәлдарын тотоп ҡарай)
Бына ҡояш Нуры ла күренде.  (приклеить лучик на солнышко) (Физкультура һәм спорт) (2)

Тәрбиәсе: Киләһе ҡояш апайҙың Нуры нисек атала икәнен белгегеҙ килһә, мин һеҙгә бер фокус күрһәтәм. Шешә эсенә ҡарағыҙ, нимә ята унда?

Балалар: Ничего нет.
Тәрбиәсе: Хәҙер, күрерһегеҙ, кем йәшенгәнен шешәлә. 1,2,3 невидимка шешәнән ҡас.(Опускаю бутылочку в воду и нажимаю на нее, из бутылочки бегут пузырьки).
Тәрбиәсе: -Шешәлә күренмәгән нимә ултырған икән?  Балалар: - Һауа.

Һыу тултырылған стакан эсенә таяҡса төшөрәм. Хәҙер мин танау менән тын алам, шунан ауыҙҙан тын сығарам. Нимә күрҙегеҙ? (һауа шарҙары). Стакандарҙы алығыҙ, трубочканы һыуға төшөрөгөҙ. Таныу менән тын алығыҙ һәм трубочкаға өрөгөҙ. -Нимә күрәһегеҙ? (шарҙар). Ҡайҙан һауа килеп сыҡты икән стаканда?  (сөнки беҙ трубка аша һыуға һаба өрөп тултырабыҙ)
-Ҡыуыҡтар ҡайҙан килеп сығалар?Кеше организмынды ҡайҙа һауа бар?  Ни өсөн оҙаҡ һауаһыҙ тора алмайбыҙ?
Әйҙәгеҙ эксперимент эшләйек. Хәҙертәрән итеп тын алығыҙ ҙа, ауыҙҙы усығыҙ менән ябығыҙ. Тын алмайынса күпме тора алабыҙ. Беҙгә һауа ни өсөн кәрәк? (Тын алыу өсөн).

Балалар, әйҙәгеҙ тын алыу күнегеүҙәре эшләйек.

Аяҡ осона баҫабыҙ – танау менән һулайбыҙ: вдохнули все хорошее, радость, здоровье, хорошее настроение. Табанға баҫабыҙ – ауыҙҙан һауа менән насар ғәҙәттәрҙе сығарабыҙ. Балалар, ни өсөн беҙ был гимнастиканы эшләнек?
Балалар: Организмды кислород менән байытырға, сыныҡтырырға. Воспитатель: -Беҙ тын алған саҡта, беҙҙең үпкәләребеҙ шар һымаҡ тула һәр ҙурая. Беҙ һауанын кислород алабыҙ. –Беҙҙең ҡояш Нуры нисек атала?? (ҺАУА) (3)

-Беҙ сәләмәт булһын өсөн, ниндәй һауа һуларға тейешбеҙ? (таҙа)
-Һауа таҙа булһын өсөн ни эшләргә кәрәк? (ағастар, сәскә ултыртырға)
-Һауа ҡайҙа таҙа: ауылдамы, ҡалаламы?

(Музыка) . –Беҙҙең таҙа ауылда нимә килеп сыҡҡан ул?

Балалар: сәғәт.
Тәрбиәсе: -Ә беҙгә сәғәт ни өсөн кәрәк? (балалар яуаптары)
Эйе, беҙгә сәғәт ваҡытты белер өсөн кәрәк. Ҡасан йоҡонан торорға, баҡсаға һуңламаҫ өсөн, ҡасан ашарға барырға, ҡайтырға, уйнарға сығырға, йоҡларға ятырға. –Режим нимә була ул? Ә көндәлек режимға нәмәләр керә икән?

Балалар: Ваҡытында тороу, бит-ҡулдарҙы йыуыу, тештәрҙе таҙартыу, гимнастика яһау, ваҡытында ашау, ваҡытында йоҡларға ятыу.

Воспитатель: Көн режимы беҙгә һаулыҡты нығытырға өйрәтә. Ә һеҙ көн режимын дөрөҫ үтәйһегеҙме? .
Уйын "Көн режимы" (балалар карточкалағы һүрәтте дөрөҫ итеп һалырға тейеш).

Балалар, был ҡояш Нуры нисек атала? Балалар: Көн режимы (4)  Музыка  
Күҙҙәргә гимнастика (с рукавичками)
Тәрбиәсе: Бында хат бар. Тышына беҙҙең адрес яҙылған, “Йондоҙсоҡтар” төркөмө балаларына тиелгән, тимәк хатты асырға, уҡырға мөмкин.

«Һаумыһығыҙ, балалар, минең исемем Тыр-Тыр. Мин бик ауырып киттем. Минең тыуған көнөм булғайны, күп итеп тәмлекәстәр килтерҙеләр. Ауырымаҫ өсөн дөрөҫ туҡланырға кәрәк, тиҙәр. Мин тырыштым – иң татлыларын ғына ашаным: торт, кәнфиттәр, пепси-кола, газировка эстем. Мин ауырығандан-ауырыйым. Дуҫтар, зинһар өсөн ярҙам итегеҙ. Тиҙерәк төҙәлер өсөн  мин нимә ашайым икән!”

-Бәләкәстәр, әйҙәгеҙ Тыр-Тырға ярҙам итәйек.
-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр беҙ гел генә баллы тәмлекәстәр ашаһаҡ нимә була! (ответы детей)
-Кеше организмына төрлө файҙалы аҙыҡ кәрәк икәнен һеҙгә белергә кәрәк.
Йәшелсәләр менән емеш-еләктәрҙе сей көйө ашаһаң бигерәк файҙалы, кәйефтәр күтәренке була.  Бына беҙҙең ҡунаҡтар -  “Витамидар”

- Балалар, сәләмәт булыу өсөн тағын нимә эшләргә кәрәклеген беҙ хәҙер кескенә генә кроссворд сисеп белербеҙ.

1. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. (арбуз)

2. Үҙе шартлаткыс, үзе емеш. (гранат)

3. Ҡыҙарып беште, ергә төштө. (алма)

4. Оҙон ҡурай үләндәр

Ҡыҙыл алҡа элгәндәр. (ҡурай еләге).

5. Ҡыҙыл ҡыҙым ер эсендә,

  йәшел сәсе ар аҫтында. /кишер/

6. Эсе ҡыҙыл тышы ҡара,

Ышанмаһың ашап ҡара (ҡарағат)

7.Үҙе йомро - ай түгел, үҙе һары – май түгел (шалҡан)

- Әйе, балалар, сәләмәт булыу өсөн тағын дөрөҫ тукланырга, витаминдарга бай ризыктар ашарга кәрәк.

Ниндәй Нур йәшеренгән икән? Дөрөҫ- Файҙалы аҙыҡтар (5)

Бына шуның өсөн тағы ла бер Нур өҫтәлде.- Ҡояш апай ни эшләне? (Һауыҡты)

Балалар, минең белгем килә, файҙалы аҙыҡ тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды икән? Ҡыҙыл һәм һары төҫлө сәскәләр таратып бирелә. Һүҙҙәр әйтелә. Әгәр ул аҙыҡ файҙалы булһа һары төҫлө сәскәне күтәрегеҙ, әгәр зарарлы булһа ҡыҙыл төҫлө сәскәне күтәрегеҙ.

Уйын «Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ»

Алма, чипсы, кишер, ҡымыҙ, кока-кола, икмәк, һөт, ит, колбаса, балыҡ, чупа-чупс, бал, эремсек, фри бәрәңгеһе, бургер.

Дөрөҫ туҡланыу –ул һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле.

-Балалар, беҙҙең баҡсала файҙалы аҙыҡ ашаталармы? – Ә кем бешерә?
-Ә һеҙҙең поварға әйләнгегеҙ киләме. Хәҙер һеҙ файҙалы аш бешереп ҡарайғыҙ.
Уйын "Повар"(карточкалар ярҙамында 3 төрлө аш әҙерләргә) Балалар ниндәй аш әҙерләгәне тураһында һөйләй. 

Рефлексия: “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” уны һаҡларға кәрәк. Беҙҙең һаулығыбыҙҙы ҡояш менән сағыштырырға мөмкин. Ҡояштың һәр бер нуры ҡағиҙә булып тора. Һәм уны үтәү мөһим. Әгәр ҙә ҡағиҙәләр үтәлә икән, ҡояш та яҡтырта, һаулыҡ та була. Ҡояш йылмайып көлә, һеҙгә, балалар рәхмәт әйтә.

       Бәләкәстәр, әйҙәгеҙ организмды бына ошо алмалар эсендә йәшәгән витаминдар менән шатландырайыҡ (балаларға алма таратып бирелә).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ана тілім-баға жетпес байлығым

бұо іс шараның Мақсаты: Оқушылардың өз ана тіліне деген құрмет сезімін арттыру, тіл мәртебесін көтеру, таза сөйлеуге үйрету, өз ұлтына, еліне деген сүйіспеншілігін ояту. Ана тіліміздің тұғырының мықты...

класс сәғәте Копьютер һәм һаулыҡ

Маҡсат: кеше өсөн  һаулыҡтың  ролен билдәләп китеү: кеше һаулығына компьютерҙың тәьҫирен   аңлатыу; уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәү.Йыһазландырыу: компьютер,  презент...

Публикация "Две битвы аула Бесленей"

Данный  материал опубликован во Всероссийском  педагогическом журнале "Познание".Ссылка на   сайт  -zhurnalpoznanie.ru ПознаниеlПедагогический журнал....

Классный час на тему : Ғаиләм - минең байлығым

Классный час посвященный к году семьи...

Ғаиләм – минең байлығым

Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хис...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“

ldquo;Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“темаһына арналған класс сәғәте...

Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Класс сәғәте...