Һаулыҡ-ҙур байлыҡ
классный час (4 класс)

Муратшина Розалия Гафуровна

Класс сәғәте

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл iske_sobhangol_urta_doyom_belem_bireu_mktbe.docx16.5 КБ
Файл prezentatsiya_mrg.pptx679.32 КБ

Предварительный просмотр:

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

темаһына арналған класс сәғәте

                                                                      Төҙөнө: башланғыс кластар                                     уҡытыусыһы Моратшина Р.Ғ.

1.Ойоштороу моменты.

- Хәйерле көн,ҡәҙерле балалар!

-Уҡыусылар,мин Моратшина Р.Ғ.булам,һәм бөгөнгө класс сәғәтен һеҙҙең менән үткәрергә булдым.Бының өсөн мин һеҙҙән ярҙам көтәм һәм дәресебеҙҙе һеҙҙең яратҡан флеш-моб бейеүе менән башлап ебәрәйек.Иғтибар экранға,бөтәбеҙҙә хәрәкәттәрҙе ҡабатлап бейейбеҙ.

- Афарин ,уҡыусылар!Кем нисек уйлай,ни өсөн беҙ дәресте ошо хәрәкәттәрҙән башлап ебәрҙек? Б!г!нг! дәрес ниндәй темаға бағышланыр икән?

2.Инеш әңгәмә.

- Әлбиттә ,дөрөҫ! Һаулыҡ темаһына бағышланасаҡ. Әлеге ҡыҫҡаҡ ҡына видеороликтың һаулыҡҡа ниндәй йоғонтоһо бар һуң ул?

- Эйе,1-саф һауа

           2- тәбиғәт

           3- бейеү сәләмәтлек өсөн бик файҙалы.

-2021 йыл Башҡортостаныбыҙҙа президентыбыҙ Радий Хәбиров тарафынан “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек” йылы тип иғлан ителде.

-Ә һеҙ һаулыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ? ( Ул сәләмәтлек,таҙалыҡ, бөхтәлек, көн режимын үтәү,дөрөҫ туҡланыу,саф һауала булыу һ.б.)

- Ни өсөн һаулыҡты ҙур байлыҡ тиҙәр?

- Дөрөҫ, сәләмәтлек кешенең иң ҙур байлығы.Сөнки ул булмаһа, кеше бик күп нәмәләрҙән мәхрүм ҡалыр ине.Сәләмәтлек – бәхеттең нигеҙе,иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә ала,тирә-йүнде танып белә ала,йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша,хеҙмәттән,уйындан ҡәнәғәтлек ала.

-Уҡыусылар, һеҙ хәҙерҙән үк үҙегеҙҙең һаулығығыҙ тураһында уйларға тейешһегеҙ.Бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә,бының өсөн,сәләмәтлек өсөн нимә файҙалы,нимә зарарлы булыуын айыра белергә тейешһегеҙ.Шуның өсөн бер уйын тәҡдим итәм.Һеҙ минең һорауҙарға “файҙалы” йәки “зарарлы” тип яуап бирерһегеҙ,килештекме?

3. Төп өлөш.

1.  1.Ятып уҡыу

2.Яҡты утҡа ҡарау

3.Күҙҙәрҙе иртән йыуыу

4.Телевизорҙы яҡындан ҡарау

5. Кишер,петрушка ашау

6.Күҙҙәрҙе бысраҡ ҡулдар менән һөртөү,ышҡыу.

7.Яҡшы яҡтыртылған бүлмәлә уҡыу

8. Компьютерҙа оҙаҡ уйнау

9.Физкультура менән шөғөлләнеү

2. Икенсе уйыныбыҙ ял минуты ла булып торор ,”Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ” тип атала.Әгәр ашарға яраҡлы икән баш осонда сәпәкәй,яраҡһыҙ булһа- тыпырлайбыҙ.Баҫтыҡ матур итеп!

Алма,чипсы,кишер,ҡымыҙ,кока-кола,икмәк,һөт,ит,колбаса,балыҡ,чупа-чупс,бал,эремсек.

  • Дөрөҫ туҡланыу ул һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле.
  • Һеҙ нимәләр ашарға яратаһығыҙ?
  • Барығыҙ ҙа тиерлек чипсы, киптерелгән икмәк киҫәктәре,чупа-чупс ашарға,төрлө газлы һыуҙар эсергә яратаһығыҙ .Улар төрлө тәм менән була.Мәҫәлән,бәшмәк,сыр,икра,краб тәме менән чипсылар була.
  • Уларға ысынлап та был аҙыҡтар ҡушылғанмы икән?
  • Юк әлбиттә,ә тәмен алмаштырыусы төрлө еҫле ароматизаторҙар ҡулланыла икән.Һеҙ был аҙыҡтар һалынған ҡаптарҙың тышын ҡараһағыҙ унда “Е” хәрефен күрерһегеҙ.Шундай хәрефле ҡушымсалар бик зарарлы.(Ҡаптарҙы ҡарау) Ниндәй һығымтаға килдек?(презентацияла е хәрефтәре)

3.Мәҡәл әйтеү уйыны уйнап алайыҡ.

- Мәҡәлдең башын мин әйтәм,тупты ырғытам,һеҙ миңә аҙағын әйтеп тупты кире ырғытығыҙ.

1.Һаулыҡ ҙур (байлыҡ)

2.Байлыҡ бер айлыҡ,һаулыҡ (ғүмерлек)

3.Һаулыҡты һатып ?алып булмай)

4.Сәләмәт т        әндә (сәләмәт рух,аҡыл)

5.Байлыҡ башы(һаулыҡ)

6.Сыныҡҡан сирен (йыҡҡан)

7.Донъяла иң кәрәк,Иң кәрәктән ни кәрәк?(һаулыҡ)

8.Ғүмерҙе һаулыҡ (оҙонайта)

9.Хәрәкәттә(бәрәкәт)

  • Ошо мәҡәлдәрҙә купме мәғәнә ятҡанын аңлайһығыҙҙыр моғайын,уҡыусылар!

4. Сәләмәт кеше ниндәй була икән? Һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Әҙәгеҙ шул турала тағы бер уйын уйнап алайыҡ.Яуабы дөрөҫ булһа ,ҡул сабабыҙ.

Сәләмәт кеше:

  • Көслө
  • Алсаҡ
  • Ялҡау
  • Шат күңелле
  • Әкрен ҡыймылдай
  • Хәрәкәтсән
  • Төҙ кәүҙәле
  • Алһыу йөҙлө
  • Кәкерәйеп йөрөй

4. Рефлексия

Шулай итеп ,уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән сығып,үҙегеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуйҙығыҙ? Донъяла иң кәрәк нәмә нимә инде? Әгәр ҙә был дәрес файҙалы булһа,яңы нәмәләр белһәгеҙ алмағасҡа ҡыҙыл алмалар элегеҙ,әгәр дәрес оҡшамаһа,ҡыҙыҡ тип тапмаһағыҙ йәшел алмаларҙы элегеҙ.

-Рәхмәт барығыҙга ла!Һау булығыҙ!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

«Һаулыҡ- ҙур байлыҡ» Башланғыс кластар уҡытыусыһы Моратшина Розалия Ғәфүр ҡыҙы төҙөнө

Слайд 2

2021 йыл – «Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы»

Слайд 3

«Е» хәрефле ҡушымсалар Тыйылғандар-Е103,Е105,Е111,Е121,Е123,Е125,Е126,Е130,Е152. Хәүефлеләр- Е102,Е110,Е120,Е124,Е127,Е412,Е631. Шиклеләр-Е104,Е122,Е141,Е150,Е171,Е173,Е180,Е241,Е477. Рак ауырыуын тыуҙырыусылар-Е131,Е210-217,Е240,Е330 Тире өсөн зарарлы-Е230-232,Е239 Ҡан баҫымы боҙолоуына килтереүселәр- Е250,Е251. Тәндә төрлө тимгел барлыҡҡа килтереүселәр-Е311,Е312.

Слайд 4

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ана тілім-баға жетпес байлығым

бұо іс шараның Мақсаты: Оқушылардың өз ана тіліне деген құрмет сезімін арттыру, тіл мәртебесін көтеру, таза сөйлеуге үйрету, өз ұлтына, еліне деген сүйіспеншілігін ояту. Ана тіліміздің тұғырының мықты...

класс сәғәте Копьютер һәм һаулыҡ

Маҡсат: кеше өсөн  һаулыҡтың  ролен билдәләп китеү: кеше һаулығына компьютерҙың тәьҫирен   аңлатыу; уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәү.Йыһазландырыу: компьютер,  презент...

Публикация "Две битвы аула Бесленей"

Данный  материал опубликован во Всероссийском  педагогическом журнале "Познание".Ссылка на   сайт  -zhurnalpoznanie.ru ПознаниеlПедагогический журнал....

Классный час на тему : Ғаиләм - минең байлығым

Классный час посвященный к году семьи...

Ғаиләм – минең байлығым

Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хис...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“

ldquo;Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“темаһына арналған класс сәғәте...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

Әҙерлек төркөмө балалары өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге ...