“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“
классный час (4 класс) на тему
“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“
темаһына арналған класс сәғәте
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
haulyk-zur_baylyk.docx | 24.51 КБ |
Предварительный просмотр:
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“
темаһына арналған класс сәғәте
4 А класс
Төҙөнө:
класс етәксеһе:
Көмөшбаева Г.Р.
Тема: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
Маҡсат: Уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән таныштырыу.
Әҙәп, гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһон күрһәтеү.
Дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу.
Логик фекерләү һәләтен үҫтереү.
Йыһазлау:һүрәттәр, ребус яҙылған плакат, компьютер.
Дәрес барышы
1.Ойоштороу моменты.
Шиғыр.
Таң ата ла ҡояш сыға,
Ҡояшты сәләмләй көн.
-Һаумы, ҡояш, һүнмәҫ усаҡ!
Әссәләмәғәләйкүм!
-Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар!
-Уҡыусылар,бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, ултырҙыҡ. Шиғырҙа әйтелгәнсә, ил-көнөбөҙҙә именлек, тыныслыҡ булһын, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ һау-сәләмәт булһын тигән теләк менән әңгәмәбеҙҙе башлап ебәрәйек.
2. Инеш әңгәмә.
Уҡыусылар, һеҙ таҡтала ребус күрәһегеҙ. Шул ребусты сисеп беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ икән шуны асыҡларбыҙ.
Ребус «Һаулыҡ-ҙур байлыҡ». Беҙ бөгөн һаулыҡ, сәләмәтлек тураһында һөйләшербеҙ.
3. Яңы тема.
1.Һаулыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ? Ул сәләмәтлек, таҙалыҡ, бөхтәлек, көн режимын үтәү, дөрөҫ туҡланыу, саф һауала булыу.
Шиғыр.
“Иң бай кеше кем?» тиһәгеҙ
Ул кеше-мин белегеҙ
Маҡтана тип уйламағыҙ
Килегеҙ ҙә күрегеҙ
Йортобоҙ бар, атай уны
Һалды үҙ ҡулы менән
Өйрәтте ул, мин дә хәҙер
Балта тоторға беләм.
Атай кеүек, әсәйем дә
Байлығы беҙҙең өйҙөң
Ниндәй генә хәлдәрҙә лә
Ул таба беҙҙең көйҙө.
Һеңлем дә бар, ҡустым да бар
Улар ҙа беҙҙең байлыҡ
Хоҙай биргән тағы беҙгә
Иң ҙур байлыҡ-ул һаулыҡ.
-Уҡыусылар, ә ни өсөн һаулыҡты ҙур байлыҡ тиҙәр?
-Дөрөҫ, сәләмәтлек - кешенең иң ҙур байлығы. Сөнки ул булмаһа, кеше бик күп нәмәләрҙән мәхрүм. Сәләмәтлек – кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән, уендан ҡәнәғәтлек таба.
2. Уҡыусылар, һеҙ хәҙерҙән үк үҙегеҙҙең һаулығығыҙ тураһында уйларға тейешһегеҙ. Бының өсөн һеҙ нимә эшләргә тейешһегеҙ? Иң беренсе көн режимын үтәргә. (Слайд)
Уҡыусылар үҙҙәренең көн режимы тураһындә һөйләй.
Көн режимы.
7:00 – йоҡонан тороу
7:05 – 7:30 – иртәнге зарядка, йыуыныу, урынды йыйыштырыу
7:30-8:00 – иртәнге аш
8:00 – 8:30 – мәктәпкә барыу
9:00 – 13:40 – мәктәптә булыу
13:40 – 14:00 – мәктәптән ҡайтыу
14: 00 – 14:30 – төшкө аш
14:30 – 15:30 – өйҙә ярҙам итеү
15:30 – 17:00 – ял, саф һауала уйындар
17:00 – 19:00 – дәрес әҙерләү
19:00 – 19:30 – киске аш
19:30 – 21:00 – ирекле ваҡыт
21:00 – йоҡоға китеү
3. “Мәҡәл әйтеү”уйыны уйнап алайыҡ. Мәҡәләнең башын мин әйтәм тупты бер балаға ырғытам, һеҙ һуңын әйтеп, тупты миңә кире ырғытығыҙ.
1.Һаулыҡ -ҙур... (байлыҡ.)
2.Байлыҡ бер айлыҡ, һаулыҡ ...(ғүмерлек.)
3.Һаулыҡты һатып ...(алып булмай.)
4.Сәләмәт тәндә ...(сәләмәт аҡыл.)
5.Байлыҡ башы...(һаулыҡ.)
6.Сыныҡҡан сирен...(йыҡҡан.)
7.Доньяла иң кәрәк,
Иң кәрәктән ни кәрәк? (һаулыҡ)
8. Ғүмерҙе һаулыҡ ... (оҙонайта.)
9.Хәрәкәттә-…(бәрәкәт.)
4. -Сәләмәт кеше ниндәй була икән ул?Һеҙ уны нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ? Әйҙәгез шул турала тағын бер уйын уйнап алайыҡ . Яуабы дөрөҫ булһа, ҡул сабығыҙ.
Сәләмәт кеше:
- көслө
- алсаҡ
- ялҡау
- шат күңелле
- әкрен ҡыймылдай
- хәрәкәтсән
- төҙ кәүҙәле, алһыу йөҙлө
- кәкрәйеп йөрөй
5. Ял минуты.
6. Кроссворд сисеү.
- Уҡыусылар, кешегә йәшәү өсөн нимәләр кәрәк? Беҙ был турала кроссворд сисеп белербеҙ.
Кроссвордты сисер өсөн йомаҡтарҙың яуабын табырға кәрәк һәм һорауҙарға яуап бирергә.
1. Ҡояш нурҙары аҫтында сынығыу процедураһы. (Ҡыҙыныу)
2. Шыма табанлы сана
Атһыҙ ҙа алға саба.
Боҙ өҫтөндә юрғалай,
Сыйып һүрәттәр яһай. (Коньки)
3. Иртән торғас төрлө физик күнегеүҙәр яһау. (Зарядка)
4. Сәсте йыуа торған шыйыҡса. (Шампунь)
5. Унан микробтар ҡурҡа(йәшелсә) (Һуған)
6. Ике ағай йәнәш килә,
Береһен-береһе ҡыуа килә. (Саңғы)
7. Кислород фабрикаһы. (Урман)
8. Үҙе шыма, күбеккә күмә,
Хуш еҫле, йә, кем белә? (Һабын)
9. был әйбер бик кәрәкле:
Ҡулды, битте ҡорота.
Һин уны таҙа тотһаң,
Ул һине таҙа тота. (Таҫтамал)
10. Ҡаты нәмәгә бәргәндә һикерә торған шар. (Туп)
11. Уның менән дуҫ булһаң,
Тештәрең ап-аҡ булыр.
Табип ҡулланырға ҡуша
Көнөнә ике тапҡыр. (Паста)
ҡ | ы | ҙ | ы | н | ы | у | |||||||
к | о | н | ь | к | и | ||||||||
з | а | р | я | д | к | а | |||||||
ш | а | м | п | у | н | ь | |||||||
һ | у | ғ | а | н | |||||||||
с | а | ң | ғ | ы | |||||||||
у | р | м | а | н | |||||||||
һ | а | б | ы | н | |||||||||
т | а | ҫ | т | а | м | а | л | ||||||
т | у | п | |||||||||||
п | а | с | т | а |
-Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? (Ҡояш, һыу, һауа)
-Ҡояш ни өсөн кәрәк? (Йылыта, яҡтырта, йәй көнө ҡояшта ҡыҙынабыҙ)
-Һауа ни өсөн кәрәк? (Һулар өсөн)
-Һыу ни өсөн кәрәк? (Эсәбеҙ, йыуынабыҙ, һыу инәбеҙ)
-Балалар, бөтә кешеләр ҙә һәр ваҡыт таҙа йөрөргә тейеш. Тештәрен таҙартып, биттәрен, ҡулдарын һабын менән йыуып, сәстәрен тарап, матур, таҙа кейемдәр кейеп йөрөргә кәрәк.
-Тештәрҙе көнөнә нисә тапҡыр таҙартырға кәрәк?
Көн һайын иртән биттәрҙе һалҡынса һыу менән йыуырға.
-Ни өсөн ҡулдарҙы һабынлап йыуабыҙ? (Төрлө микробтар булмаһын өсөн)
Бөтәһенә лә баш- һыу. Һыу-ул йәшәү сығанағы. Һыуһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Боронғолар һыу тураһында былай тип әйткән: «Хушбуйҙың иң яҡшыһы-һыу. Йәғни һәр ваҡыт һыу менән йыуынып, пакланып йөрө, һинән тик тәбиғи еҫтәр генә сығып торһон»
Шиғыр.
Иң кәрәкле яҡын дуҫыбыҙ,
Таҙалыҡты булдырыусыбыҙ –
Йомшаҡ ҡына йылы һыу,
Барыһын да таҙа йыу.
Йомшаҡ һыу, йылы һыу
Барыһын да таҙа йыу!
Ҡара тап ҡалмаһын,
Биттәрем алланһын.
Тештәрем таҙарһын.
Ҡулдарым ағарһын.
Йомшаҡ һыу, йылы һыу
Барыһын да таҙа йыу.
-Уҡыусылар, һыуҙы беҙ туҡланыу өсөн дә ҡулланабыҙ. Беҙ сәләмәт булыр өсөн дөрөҫ туҡланырға тейешбеҙ.
Уйын «Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ»
Ҡыҙыл һәм һары төҫлө сәскәләр таратып бирелә. Һүҙҙәр әйтелә. Әгәр ул аҙыҡ файҙалы булһа һары төҫлө сәскәне күтәрегеҙ, әгәр зарарлы булһа ҡыҙыл төҫлө сәскәне күтәрегеҙ.
Алма, чипсы, кишер, ҡымыҙ, кока-кола, икмәк, һөт, ит, колбаса, балыҡ, чупа-чупс, бал, эремсек.
Дөрөҫ туҡланыу –ул һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле.
-Һеҙ нимәләр ашарға яратаһығыҙ?
Һеҙҙең барығыҙ ҙа чипсы, киптерелгән икмәк киҫәге, чупа-чупс ашарға, төрлө газлы һыуҙар эсергә яратаһығыҙ. Улар төрлө тәм менән була. Мәҫәлән, бәшмәк, сыр, икра тәме менән чипсылар була. Уларға ысынлап та был аҙыҙтар ҡушылмай, ә тәмен алмаштырыусы төрлө еҫле араматизаторҙар ҡулланыла. Һеҙ был аҙыҡтар һалынған ҡаптарҙың тышын ҡараһағыҙ унда «Е» хәрефен күрерһегеҙ. Шундай хәрефле төрлө ҡушымсалар бик зарарлы.
Тыйылғандар – Е103, Е105, Е111, Е121, Е123, Е125, Е126, Е130, Е152.
Хәүефлеләр – Е102, Е110, Е120, Е124, Е127, Е412, Е631.
Шиклеләр – Е104, Е122, Е141, Е150, Е171, Е173, Е180, Е241, Е477.
Рак ауырыуын тыуҙырыусылар – Е131, Е210-217, Е240, Е330.
Эсәктәр ауырыуын тыуҙырыусылар – Е221-226.
Тире өсөн зарарлы – Е230-232, Е239.
Ҡан баҫымы боҙолоуына килтереүселәр – Е250, Е251.
Тәндә төрлө тимгел барлыҡҡа килтереүселәр – Е311, Е312.
Холестеринды күтәреүселәр – Е320, Е321.
Ашҡаҙан ауырыуына килтереүселәр – Е338-341, Е407, Е450, Е461-466,Е627.
Буш ҡаптар бирелә, шуларҙан «Е» хәрефле кодты ҡарау. (Уҡыусылар яуап бирәләр.)
- Беҙ һеҙҙең менән дөрөҫ туҡланмау тураһында һөйләштек. Ә дөрөҫ туҡланыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- Ваҡытында ашарға. Йәшелсә-емеш һәм файҙалы аҙыҡтар ғына ҡулланырға.(Слайд)
- Көнөнә нисә тапҡыр ашарға кәрәк? (4)
- Дөрөҫ, көнөнә 4 тапҡыр ашарға кәрәк. Мотлаҡ йылы аш ашарға.
- Тимәк, дөрөҫ туҡланыу, диета һаҡлау, витаминлы аҙыҡтар ашау һаулыҡты нығыта.
4. Йомғаҡлау.
- Шулай итеп уҡыусылар, донъяла иң кәрәк нимә инде? (Һаулыҡ)
- Бөгөн һеҙ ниндәй яңы нәмә белдегеҙ?
- Шуның менән беҙҙең әңгәмәбеҙ тамам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ана тілім-баға жетпес байлығым
бұо іс шараның Мақсаты: Оқушылардың өз ана тіліне деген құрмет сезімін арттыру, тіл мәртебесін көтеру, таза сөйлеуге үйрету, өз ұлтына, еліне деген сүйіспеншілігін ояту. Ана тіліміздің тұғырының мықты...
класс сәғәте Копьютер һәм һаулыҡ
Маҡсат: кеше өсөн һаулыҡтың ролен билдәләп китеү: кеше һаулығына компьютерҙың тәьҫирен аңлатыу; уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәү.Йыһазландырыу: компьютер, презент...
Публикация "Две битвы аула Бесленей"
Данный материал опубликован во Всероссийском педагогическом журнале "Познание".Ссылка на сайт -zhurnalpoznanie.ru ПознаниеlПедагогический журнал....
Классный час на тему : Ғаиләм - минең байлығым
Классный час посвященный к году семьи...
Ғаиләм – минең байлығым
Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хис...
Һаулыҡ-ҙур байлыҡ
Класс сәғәте...
“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”
Әҙерлек төркөмө балалары өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге ...