Мин - уҡытыусы (педагогик эссе)
материал на тему
Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.
Уҡытыусы- балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
min_-_ukytyusy.docx | 15.79 КБ |
Предварительный просмотр:
Мин – уҡытыусы.
(педагогик эссе)
Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.
Уҡытыусы- балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!
Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк,хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә урләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.
Мин-ябай ауыл уҡытыусыһы. Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, яратып та бала күҙҙәре ҡарай. Был сабыйҙар кем булыр, ниндәй булыр?
Улар – беҙҙең киләсәк. Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?
Ағиҙел һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып, уйнап-көлөп үҫтем. Белем юлым да тыуған ауылым мәктәбендә үтте. Тәүге тәпәй баҫҡан һуҡмаҡтарым, һыуым, һауам, белем һуҡмағына илткән мәктәбем ҡәҙерле һәм яҡын. Уйҙарым мине бала сағыма, тыуған ауылыма, мәктәбемә алып ҡайта . Мин бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Әсә теленә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда изге фәрештә булып урын алған кешем - ҡәҙерле әсәйем. Беҙ етәкләшеп еләккә барғанда ул ер-һыу атамалары, дарыу үләндәре тураһында һөйләһә, төрлө эштәр башҡарғанда моңло итеп йырлар ине, ә кистәрен әкиәттәр һөйләп, йомаҡтар әйтеп минең бала күңелемә изгелек, кешелеклелек нурҙары, зирәклек, телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтары сәсте. Уҡырға төшкәс, күрше-тирәләге үҙемдән бәләкәй малай-ҡыҙҙарҙы йыйып алып уҡытырға яраттым: һөйләмдәр төҙөтә, мәсьәлә систерә, уйната-йырлата торғайным. 4-се класта уҡығанда туған тел дәрестәрен йыр-моңға әүәҫ, төҫкә һылыу йәш кенә уҡытыусы уҡыта башланы. Уның дәрестәрен көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан- арта барҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн,Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына юлландым. Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек,йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде.Был һабаҡтар миңә әле лә көс,дәрт, илһам бирә.
Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.
Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк.
Уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү- минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурыстары. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог та булырға тейеш. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – әсәйем, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Эссе " О педагогике"
Работа представлят размышления о проблемах воспитания, нацелена на расширение работы с родителями в области педагогических знаний....
Эссе на тему «Вся школа, вся педагогика – это, прежде всего, учитель».
Эссе на тему «Вся школа, вся педагогика – это, прежде всего, учитель»....
Эссе на тему «Вся школа, вся педагогика – это, прежде всего, учитель».
Эссе на тему «Вся школа, вся педагогика – это, прежде всего, учитель»....
Эссе «Вся школа, вся педагогика – это, прежде всего, учитель (К.Д. Ушинский)».
Данное эссе раскрывает сущность понятия "Учитель" в свете ФГОС....
Эссе“Минем педагогик осталык”
Мәктәп - ул иң гаҗәеп ил,андагы бер көн дә алдагысына охшамаган, андагы һәр мизгел - ул ниндидер яңалык , кызыклы нәрсә эзләү. Анда күңелсезләнеп утырырга,әрләшергә һәм вакытны бушка үткәрергә мөмкин-...
Эссе "Мин - уҡытыусы"
Уҡытыусы! Ер йөҙөндә уҡытыусы кеүек иҫ киткес һәм гүзәл башҡа профессия бармы икән?...
Эссе Мин - Уҡытыусы
Эссе "Мин-уҡытыусы"...