Эссе "Мин - уҡытыусы"
статья

Исламова Зульфия Файзулловна

Уҡытыусы! Ер йөҙөндә уҡытыусы кеүек иҫ киткес һәм гүзәл башҡа профессия бармы икән?

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Эссе "Мин - уҡытыусы"43.92 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

 Бөрйән районы

Иҫке Собханғол мәктәбенең

 Әтек филиалы

 “Мин-уҡытыусы”

(Эссе) https://image.jimcdn.com/app/cms/image/transf/dimension=300x10000:format=jpg/path/sc05b0d97a7835259/image/i0236d4d60d85ee99/version/1454873325/image.jpg

Исламова Зөлфиә Файзуллы ҡыҙы,

музыка уҡытыусыһы

Уҡытыусы булыу был тормошта 
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә, 
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек 
Һәр көн өйрәтә ул белемгә. 

Үҙе белгән асҡыс менән асып 
Бала күңеленә керә ул, 
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән 
Төрлө фәндән белем бирә ул. 

(Зөһрә Ҡотлогилдина)

Уҡытыусы! Ер йөҙөндә уҡытыусы кеүек иҫ киткес һәм гүзәл башҡа профессия бармы икән?

Уҡытыусы – сабый балаға хәреф танытыусы ла, үҫеп етеп тормошҡа аяҡ баҫҡанда һәм тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмаһын өсөн юл күрһәтеүсе лә ул. Уҡытыусы һөнәрен һайлау – тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеү, үҙ-үҙеңә үтә лә талапсан булыу, тырыш хеҙмәт юлын һайлау тигән һүҙ ул.

Мин бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана инем. Иптәш ҡыҙҙарым менән “уҡытыусы” булып уйнарға ярата инек. Дәрестәрҙә өйрәнгәнде өйгә ҡайтҡас, күрше ҡыҙҙарына “уҡытам”: дәфтәрҙән журнал эшләп билдәләр ҡуям, яңы теманы “аңлата” инем. Бигерәк тә миңә дәфтәр тикшереүе оҡшай ине. Өйҙә үҙем генә булғанда, һүҙҙәрҙе хаталы итеп яҙа ла, шуларҙың рәхәтләнеп хаталарын тикшерә инем. Күңелемдәге уҡытыусы булыу теләге мине Белорет педагогия училищеһына , һуңынан Башҡорт Дәүләт педагогия университетына алып килде.

Бына егерме дүрт йыл инде мин –ауыл уҡытыусыһы. Ә ауыл уҡытыусыһы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Уның һәр аҙымы  ғына түгел, хис-тойғолары ла күҙ алдында. Һәр йортта тиерлек уның уҡыусыһы йәшәй. Егерме дүрт йыл эшләү дәүеремдә мин төрлө ғаиләлә тәрбиә алған, төрлө характерлы балалар менән осраштым. Тәжрибәне лә миңә йылдар алып килде.

Минең төп маҡсатым – балаларға төплө белем һәм тәрбиә биреү, уларҙа халҡыма,  уның үткәненә, мәҙәниәтенә – башҡорт халҡының рухи хазинаһы булған халыҡ йырҙарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, ғорурланыу хисе уятыу.

 Хәҙерге шарттарҙа мәктәпкә үҙенең предметын юғары дәрәжәлә белгән, балаларҙың йәш үҙсәнлектәрен, психологияһын яҡшы аңлаған, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, балаларҙы дөрөҫ фекер йөрөтөргә өйрәтә, уларҙы һәр яҡлап аса белә торған уҡытыусылар кәрәк. Бының өсөн үҙ-үҙеңә талапсан булырға, эҙләнергә, яңылыҡтарҙы өйрәнеп, уларҙы эш барышында ҡуллана белергә, үҙеңде башҡалар менән сағыштырып ситтән тороп баһа бирә белергә лә кәрәк. Ысын уҡытыусы үҙ эшенең һөҙөмтәһе яҡшы булһын өсөн бөтөн күңелен биреп эшләй, балаларҙың яҙмышы өсөн борсола.

Уҡытыусы – үҙенең бөтә тырышлығын, бөтә көсөн, бөтөн барлығын балаларға биреүсе кеше. Уҡытыусы – доньялағы бөтә ыңғай сифаттарҙы үҙенә туплаған, киң күңелле, сабыр, изге кеше ул. Кәрәк икән, ул артист, рәссам, шағир ҙа була. Һәр баланың бәләкәй генә һәләтен күреп, уны үҫтереп, балала үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырып көтөлгән һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Һәр балаға   шәхес булараҡ формалашырға, тормошта  ауырлыҡтар алдында  ҡаушап ҡалмаҫҡа, үҙ урынын табырлыҡ итеп тәрбиәләргә бурыслы бөгөнгө заман уҡытыусыһы. Шуның өсөн дә заман менән бергә атлар, уҡыусыларҙы йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу өсөн мин дәрестәрҙә һәм кластан тыш сараларҙа яңы технологияларҙы, интернет ресурстарҙы ҡулланырға тырышам. Уларҙы урынлы ҡулланыу үҙенең һөҙөмтәһен бирә. Замана уҡытыусыһы өсөн иң кәрәкле сифаттар: түҙемлелек, намыҫлы булыу, балалар күңеленә юл таба белеү, ғәҙел булыу, башҡаларҙы аңлау, талапсан, үҙ эшенең оҫтаһы, балаларҙы яратыу.

Уҡытыусы даими рәүештә үҙенең белемен камиллаштырырға тейеш. Үҙ белемеңде күтәреү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле һөҙөмтәләр бирә. Белем үҫтереү курстарында уҡыу, семинарҙарҙа, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу, хеҙмәттәштәрең менән аралашыу – былар барыһы ла педагогик оҫталыҡты үҫтерә. Заман ағышында йәшәп, яңылыҡҡа ынтылып, алға барғанда ғына уҡытыу – тәрбиә эшендә ҙур уңыштарға өлгәшергә була.

Минең уйлауымса, ниндәй генә өлкәлә лә уңыштың сере – тырыш хеҙмәт. Беҙҙең һөнәрҙә бигерәк тә. Һәр ваҡыт эҙләнергә, уҡырға кәрәк. Әлбиттә, замана күҙлегенән сығып ҡарағанда һөнәрем еңел дә түгел, ләкин үҙ эшеңде яратып башҡарһаң, һәр иртәлә ашҡынып мәктәпкә килһәң, уҡыусыларыңдың ҙур ышаныс менән һиңә төбәлгән ҡараштарын күрһәң, барлыҡ арыуҙарың юҡҡа сыға. Һәм хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, шатлыҡ хистәре солғап ала.

    Һәр кемдең үҙе һайлай торған һәм шул юлдан тайпылмайынса атлай торған ЮЛЫ бар. Был юлды тапҡан һәм һайлаған хеҙмәтенән үкенмәй торған кеше генә бәхетле була ала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мин - уҡытыусы (педагогик эссе)

   Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.    Уҡытыусы- балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеү...

Эссе Мин - Уҡытыусы

Эссе "Мин-уҡытыусы"...