Конспект урок-конференции
план-конспект занятия по окружающему миру (2 класс)

Латыпова Мунира Фаритовна

Тәбиғәттең дуҫы бул

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2_klasta_dres_-konferentsiya.docx23.03 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Тәбиғәттең дуҫы бул.

Маҡсат:1)балаларҙың тәбиғәткә ҡарата ҡараштарын асыҡлау

              2)сағыштырырға,дөйөмләштерергә,һығымта яһарға,

фекреңде иҫбат итергә өйрәтеү.

              3)тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

Йыһазландырыу:табличкалар,слайдтар.

      Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты:

Бөгөн беҙҙең дәрес- конференция.Беҙ бөтәбеҙ ҙә”Тәбиғәтте

һаҡлау комитетында” торабыҙ.

 Һәр бер төркөм-тәбиғәттең бер өлөшөн һаҡлау бүлеге.

Үҙегеҙҙең өҫтәлегеҙҙәге  табличкаларығыҙҙы уҡығыҙ:

“Хайуандарҙы һаҡлау” бүлеге.  

“Ҡоштарҙы һаҡлау” бүлеге.

“Үҫемлектәрҙе һаҡлау” бүлеге,

“Бөжәктәрҙе һаҡлау” бүлеге

Уҡыу маҡсаты ҡуйыу:

Бөгөн беҙ һеҙҙең тәбиғәт буйынса белемдәрегеҙҙе дөйөмләш

терербеҙ.Һеҙгә үҙаллы  тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен һәм

уларға ҡарата экологик билдәләр эшләргә кәрәк буласаҡ.

Һәр кем тәбиғәткә үҙ ҡарашын белдерергә тейеш.

Төркөмдәргә эштәр: (эштәр слайдттарҙа күрһәтелә бара)

(1-се командага эштәр)

“Хайуандарҙы һаҡлау” бүлеге

1.Йомаҡтар:

 •   Ана бара хан,ауыҙ-мороно ҡан.

                 • Йәйен урманда батша,

                  Ҡышын ҡарҙан да аҫта.

  •  Ағас башында,һикереп шаяра,

    Тубырсыҡ ташый,сәтләүек яра.

2.Һорауҙар:

-терпе ҡышын нимә эшләй?

-бесәйгә оҡшаған,урманда йәшәй?

-алманы арҡаһы менән йыя?

-артҡы аяҡтарын алға сығарып йүгерә?

3.Уйлап тап.Был ниндәй йәнлек.

Һыу буйында йәшәй.Балыҡ менән туҡлана.Тиреһе бик

ҡиммәтле.Уның тиреһенән тун,баш кейеме тегәләр.Ул

Ҡыҙыл китапҡа ингән.

4.Хайуандарҙы һаҡлау ҡағиҙәһен яҙығыҙ.Экологик билдәләр

һүрәтен эшләгеҙ.

     (2-се төркөмгә эштәр)   “Ҡоштарҙы һаҡлау” бүлеге

1.йомаҡтар:

     • Көнө буйы туҡ та туҡ

       Ағастан ҡорт табып туҡ.

          • Бар белгәне ҡар ҙа ҡар

            Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.

 • Ҡойроғон ҡайсылап,өй һалды балсыҡтан.

2.Һорауҙар:

-Ниндәй ҡош йомортҡаһын сит ояға һала?

-Ниндәй ҡош ҡышын бала сығара?

-Ҡыш көнө ҡар аҫтында төн үткәреүсе ҡош?

-Ниндәй ҡош төндә  генә күрә?

3.Был ниндәй ҡош? Уйлап табығыҙ.

Башында ҡара ҡалпаҡ;арҡаһы,ҡанаты ,ҡара төҫтә;түше

һары.Йәй көнө бөжәктәр,ҡышын ярма,ит майҙарын

ашай.

4.Ҡоштарҙы һаҡлау ҡағиҙәһен яҙығыҙ.Экологик билдәләр

һүрәтен эшләгеҙ.

( 3-сө төркөмгә эштәр)”Үҫемлектәрҙе һаҡлау” бүлеге

1.Йомаҡтар:

Йәй ҙә,ҡыш та бер үк төҫтә.

 Аҡ күлдәген кейгән,йәшел яулыҡ ябынған.

Ут түгел,өтөп ала.

2.Һорауҙар:

-сирень ҡасан сәскә ата(яҙмы,көҙмө)?

-өс төрлө төҫтәге еләге булған ҡыуаҡ?

- ниндәй ағастың һыуын эсәләр?

-ҡойроғо үҙенән дә ҙур йәнлек?

3.Уйлап тап. Был ниндәй үлән.

Был үләндең һап-һары сәскәһенән варенье

 яһайҙар,япрағынан салат эшләйҙәр.Уның тамырынан

дарыу яһайҙар.

4.Үҫемлектәрҙе һаҡлау ҡағиҙәләрен яҙығыҙ.Экологик

билдәләр һүрәтен эшләгеҙ.

4-се төркөмгә эштәр” Бөжәктәрҙе һаҡлау” бүлеге

1.Йомаҡтар:

   • Сыбар ғына күлдәге,

      Тотһаң уңа биҙәге.

            • Үҙенән ҙур йөк күтәргән,

               Булһа ла бик кескенә.

    • Без-без килә,бал бирә.

2.Һорауҙар:

-мөгөҙлө,үгеҙ түгел,тояғы юҡ,алты аяҡлы?

-балыҡсы түгел,ау һуҙа?

-үрмәксенең нисә аяғы була?

-хайуан түгел,ҡош түгел,ә танауы осло?

3.Был ниндәй бөжәк .Уйлап табығыҙ.

Улар күмәкләп умарталарҙа йәшәйҙәр.Сәскә һутын

яраталар.Кешеләр өсөн тәмле нәмә йыялар.

4.Бөжәктәрҙе һаҡлау ҡағиҙәләр яҙығыҙ.Экологик

билдәләр һүрәтен эшләгеҙ.

  Йомғаҡлау.Рефлексия

-Бөгөнгө дәрес-конференцияла тәбиғәтте һаҡлауға үҙ ҡарашығыҙҙыбелдерҙегеҙ.Мин һеҙҙең киләсәктә тәбиғәттең ысын  дуҫтары булыуығыҙға ышанам.


       

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок конференция по окружающему миру.

Урок учит детей работать с разными источниками информации, рассуждать, быть коммуникабельными. ...

Урок- конференция "Охрана природы"

Материал содержит подробную разработку урока по развитию речи для 4 класса по теме: "Охрана природы". Его можно использовать и на уроке окружающего мира....

Предмет: «Окружающий мир». 4 класс. Тема урока: «Водоёмы нашего края». Форма: урок – конференция.

Урок создает условия для развития мировоззрения учащихся, стимулирует творческую, исследовательскую деятельность, повышает мотивацию учебной деятельности за счет нестандартной формы.В конспекте предст...

Технологическая карта урока литературного чтения «Урок–конференция «Земля – наш дом родной» 3 класс

Предмет: Литературное чтениеКласс: 3 аТема урока: «Урок–конференция «Земля – наш дом родной»Цели урока: Обобщить знания по теме «Люби живое»Предметные:Воспитывать умение слушать выступающего, и делать...

Конспект открытого урока по литературному чтению в 3 классе. "Люби живое" Урок-конференция.

Открытый урок по литературному чтению в 3 классе.  Урок-конференция. "Люби живое" . Обощающий урок....

Конспект урока для 3 класса «Земля наш дом родной» Урок конференция (УМК Школа России)

Конспект урока для 3 класса «Земля наш дом родной» Урок конференция (УМК Школа России)...