Исследовательская работа "Яшма нашей местности"(на башкирском языке), выполнил ученик 3 класса Буляков Фидан
творческая работа учащихся по окружающему миру (3 класс) на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Мәҫкәү ауылының  Өлкәнтауында табылған йәшмә таштары тураһында

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon msku_yshmhe_d.doc496 КБ

Предварительный просмотр:

Баш7ортостан  Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8  

муниципаль бюджет   дөйөм белем  бире1  учреждение3ы

 М29к21  ауылы  урта  д0й0м  белем бире1  м2кт2бе

        

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресенән

тикшеренеү эше

Мәҫкәү йәшмәһе

C:\Users\пользователь\Desktop\фидан исслед. работа яшма\DSCN5266.JPG

 

                                    Башҡарҙы:        Мәҫкәү урта мәктәбенең

3 класс уҡыусыһы Бүләков Фидан

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

         Мәҫкәү 2015

Йөкмәткеһе

 Инеш ......................................................................................2-се бит

I бүлек. Ниндәй таш ул йәшмә. Йәшмәләр табылған

ятҡылыҡтар ............................................................................3-сө  бит

II бүлек. Йәшмә һәм кеше.................................................... 4-се  бит

III бүлек.  Йәшмәнең дауалау һәм магик көсө..............4-5-се биттәр

IV бүлек.   Мәҫкәү йәшмәһе...........................................5-6-сы биттәр

Йомғаҡлау..............................................................................7-се бит

Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................... 8-се   бит

Ҡушымта................................................................................9-сы  бит

1

 Инеш

 Тикшеренеү эшемде  «Мәҫкәү йәшмәһе» тип атаным. Сөнки, был файҙалы тау тоҡомо менән ауылымда  ҡыҙыҡһыныусылар булыр һәм уны көнкүрештә файҙаланырҙар, тип уйлайым. Ата-бабам борондан  уның дауалау үҙенсәлеген, магик көсөн белгән, шуны ауылдаштарыма еткерергә уйлайым.

 Тикшеренеү эшенең актуаллеге.  Матурлыҡты күрә белгән кешеләргә, йәшмә ташын биҙәкләү материалы итеп,  йорт эштәрендә файҙаланырға һәм дауаланыу маҡсатында был таштың көсөнә ышанырға өндәйем.

Тикшеренеү объекты. Йәшмә ташы

Эҙләнеү предметы. Йәшмә ташы табылған урын (ятҡылыҡ)

Тикшеренеү маҡсаты.  Тыуған йәнтөйәгемдең мөғжизәле тәбиғәт ҡомартҡыларын асыҡлап,  йәшмә ташы барлығын бөтә халыҡҡа еткереү. Уларҙа ғорурлыҡ һәм тәбиғәт-әсәбеҙгә һаҡсыл ҡараш уятыу. Йәшмә ташын танып табырға һәм көнкүрештә  файҙаға ҡулланырға өйрәтеү. Таштарға ҡарата кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм күҙәтеүсәнлек уятыу.

Эҙләнеү эшенең бурыстары.

1. Йәшмә ташы тураһында белешмә йыйыу;

2.  Йәшмә таштарын эҙләп табыу һәм уларҙың төрҙәрен өйрәнеү;

3.  Йәшмә таштарын тормошта файҙаланыу;

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы.  Әгәр  йәшмә ташын тормошта биҙәү әйбере йә дауалау сараһы  итеп файҙаланам тиһәң,  уның төрҙәрен  яҡшылап өйрәнер һәм  ятҡылыҡтан эҙләп алыр кәрәк.

Эҙләнеү эшенең методтары.

1. Йәшмә ташы тураһында китаптар уҡыу.

2. Тауҙа -  йәшмә ташы ятҡылығында эҙләнеү.

2

I бүлек.    Ниндәй таш ул йәшмә? Йәшмәләр табылған ятҡылыҡтар

   Йәшмә – ул кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо.  Кварцтан тора, ҡайһы берҙә  халцедон ҡушылмаһы була.  Структураһы -   криптокристаллы, текстураһы - массив. Ҡыҙыл, һары,  көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре  тимер һәм марганец  окиселдары булыуы менән аңлатыла. Шулай уҡ  сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы) йәшмәләр осрай. Улар  биҙәү ташы һәм биҙәкләү материалы  итеп ҡулланыла. Магнитогрск  мегасинклинорийының  көнбайыш ҡанатында таралған, ул бында  ирәндек свитаһы, ҡарамалыташ свитаһы, олотау свитаһы составында  Урал йәшмә  һыҙатын  хасил итә. Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары биләмәләрендә йәшмәнең 80-дән ашыу ятҡылығы һәм сығанағы билдәле. Фәйзулла, Балтатау  ятҡылыҡтарында ҡарағусҡыл-ҡыҙыл, һары, йәшел   төҫтәрҙәге йәшмәләр табылған.  Наурыз, Сәфәр ятҡылыҡтары таҫмалы йәшмә менән дан тота. Малай-Муйнаҡ сығанағы  йәшкелт-алһыу тондарҙың ҡатлы-ҡатлы тоноҡ контурҙа һүрәтләнгән семәрле-ялтырауыҡ йәшмәһе менән маҡтана. Туңғатар ятҡылығында сыбар төрлө йәшмәләр күп. Ҡалҡан, Мулдаҡай ятҡылыҡтарында ла йәшмәләр бар. Башҡортостандың йәшмәләренән эшләнгән әйберҙәр  С- Петербург Эрмитажында, Мәскәү Кремле залдарында,  Париж һарайҙарында, Британия милли  галереяһында (Лондон),  Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейында ҡуйылған.

   Йәшмә ташын нидәй үҙенсәлектәре өсөн баһалайҙар? Йәшмә – ҡаты таш: уны хатта иң яҡшы ҡорос менән дә сыйғыслап булмай, эшкәртеүе лә ауыр. Эшкәрткәндән  һуң, ул көҙгөләй  шыма, ялтырауыҡ  була һәм шул үҙсәнлеген оҙаҡ һаҡлай.  Төҫтәре лә мәңгелек, башҡа таштар кеүек уңмайҙар. Тик төҫө өсөн йәшмәне  юғары баһалайҙар. Һәр бер йәшмә ташында үҙенсә  биҙәк-һүрәттәр бар.

3

II бүлек. Йәшмә һәм кеше

   Йәшмә -   иң тәүҙә тәүтормош кешеһе танышҡан бик боронғо  таш материал.  Унан тәүҙә төрлө ҡоралдар  яһағандар,   урта быуаттарҙа – биҙәү әйберҙәре эшләгәндәр. Ун ике изге таштар араһында йәшмәгә лә урын бирелгән, сиркәүҙәрҙе биҙәгәндәр. 18-19  быуаттарҙа  махсус станоктарҙа йәшмәне эшкәртеп, һарайҙарҙы төрлө биҙәктәр  менән биҙәп, Рәсәй  дан ҡаҙанған.  Екатерина II  ваҡытында йәшмә ҙур танылыу ала,  таш эшкәртеү эше буйынса бер-нисә ҙур заводтар асыла.

  Хәҙерге көндә йәшмә, бигерәк тә Рәсәйҙә, ҡиммәт булмаған ювелир эштәрен эшләү буйынса танылған таш.  Уның бигерәк тә  юлаҡлы, тимгелле (пейзажлы) төрҙәре нығыраҡ баһалана.

  Кешеләр йәшмәне бик борон замандарҙан файҙаланғандар.   Мисәт эшләр өсөн ҡулланғандар. Йорт эстәренә мозаика биҙәктәре эшләгәндәр.  

III бүлек.  Йәшмәнең дауалау һәм магик көсө

  Кешелә көс артһын өсөн, һаулыҡты һәм матурлыҡты һаҡлау өсөн амулеттар эшләп таҡҡандар.  Ямғыр саҡырыр өсөн ҡулланғандар. Көнсығыш илдәрендә йәшмә матурлыҡ, байлыҡ символы булып торған.  Боронғо  Грецияла  был таш  баланы һәм йәш әсәне күҙ  тейеүҙән һаҡлау  талисманы булған. Гиппократ  лихорадканы һәм эпилепсияны йәшмә ташы менән дауалаған.

  Ҡыҙыл төҫтәге йәшмәләр ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуын бөтөрә, тип иҫәпләгәндәр.  Унда ҡан туҡтатыу үҙсәнлеге лә бар. Ҡайһы бер илдәрҙә уны ашҡаҙан, бөйөр, күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар.  Шуға  күрә йәшмә ташын  эстең өҫтөндә тағып йөрөү кәңәш ителгән.  Йәшмә  ташының  психик  ауырыуҙарҙы дауалау көсө бар, йоҡоно яҡшырта, насар төштәрҙе бөтөрә.

4

   Борондан йәшмә ташын тылсым көскә         эйә тип ышанғандар. Уны магик йолаларҙа киң ҡулланғандар.  Бигерәк тә йортто сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлау өсөн файҙалы тигәндәр.  Насар күҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн храмдарҙың иҙәнен йәшмәнән һалғандар, һауыт-һабаларҙы, вазаларҙы йәшмәнән эшләгәндәр.  Уҫал хайуандарҙан да йәшмә һаҡлай тип ышанғандар.

  Кешенең тормошона тәьҫир итер өсөн, фоторамканы йәшмәнән эшләтеп фотоһын ҡуйғандар.

 Йәшмә ташының  кешене ыңғай энергия менән тәьмин итеүе күптән билдәле.  Ғаиләлә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын тиһәң, өйҙө йәшмәнән эшләнгән ваза һәм шкатулкалар менән биҙәгәндәр.  Шулай  иткәндә, өйҙө көнләшкән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡлап була тип ышанғандар.  Күп илдәрҙә йәшмә йортҡа уңыш, бәхет һәм етеш тормош килтерә тип иҫәпләгәндәр.  Таштарҙың магик көсөн өйрәнеүсе белгестәр иҫбатлауынса, иң ҡәҙерле кешенең кеҫәһенә күрһәтмәй генә йәшмә киҫәген һалһаң, ул уны күҙ тейеүҙән, ҡарғыштан, уңышһыҙлыҡтарҙан һаҡлай тигәндәр.

 Бөгөнгө көндә йәшмә ташын тағып йөрөү – матурлыҡ ҡына түгел, ә ғорурлыҡ, сөнки Рәсәйҙә генә бай  йәшмә ятҡылыҡтары бар.

 Ә инде эшкәртелмәгән йәшмә ташы – уңыш килтереүсе  һәм   көнләшеүҙән һаҡлаусы талисман.

IV бүлек.  Мәҫкәү йәшмәһе

  Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, XVIII быуаттан рудниктар барлыҡҡа килә.  Был ерҙәрҙә борон-борондан  төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр сығарыла.  Төрлө биҙәкләү таштары, айырыуса йәшмә күп табыла.

 Күрше Науырҙа ауылында  табылған йәшмәләр иҫ киткес матур.  Уны хатта  мозаика ташы тип йөрөтәләр.  Науырҙа йәшмәһен «урыҫ

 5

мозаикаһына» нигеҙ һалыусы тиҙәр, унан тормош-көнкүреш әйберҙәре, күп кенә скульптура һындары, архитектура эштәре эшләнә. Сувенирҙар, шкатулкалар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәү әйберҙәре араһында Науырҙа йәшмәһенән эшләнгәндәре  әллә ҡайҙан айырылып тора, тиҙәр.

  Ер шарында иҫ киткес урындар бар. Бөтә донъяның, Башҡортостандың да ете мөғжизәһе булған кеүек, Учалы районы Мәҫкәү ауылы ла мөғжизәле урындарға бай. Тыуған ерһеҙ һәм тәбиғәтһеҙ кешегә, тереклеккә йәшәү юҡ. Тәбиғәт ул – йәшәү, хеҙмәт, шиғриәт, бөтә асылған һәм асылып етмәгән фән серҙәренең нигеҙе, асылы. Тыуған тәбиғәтем минең өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы, мәңгелек шатлыҡ төйәге.  Ауылымдың мөғжизәле урынының береһе тип, Өлкәнтауҙы атар инем.  Тауыбыҙ ҙурлығы, бейеклеге, матурлығы  буйынса башҡа тауҙарҙан айырылып тора. Уның һул яғы буйлап тауға күтәрелһәң, тәрән-тәрән йырындар бар.  Был йырындарҙы,  ямғырҙан һуң  тауҙан ағып төшкән,  көслө йырғанаҡтар яһаған. Йылдан-йыл тау йыуылып йәшмә таштары күренә башланы. Тимәк, был тауҙа йәшмә ятҡылығы бар, тик әлегә өйрәнелмәгән. Борам кисеүенә кергән ерҙә лә йәшмә табыла, тиҙәр. Мин Өлкәнтау буйында йәшел, күгелйем,  сыбар, юлаҡлы, таҫмалы, һары төҫтәге йәшмәләрҙе таптым. Ҡыҙылдары бик һирәк осраны. Ҡайһы берҙәре ҙур ғына, ер аҫты буйлап киткәндәре бар.  Ҙур йәшмә  ташы өҫтәренә ултырып ял итергә була. Ҡайһы берҙәре онталып тора. Ҡояш нурына ялтырап,  әллә ҡайҙан матур күренеп ятҡандары бар.

  Ауылдан белгән кешеләр йәшмә ташын алып ҡайтып көнкүрештә файҙаланалар. Әхнәф ағай йорт нигеҙе стенаһын йәшмә ташы менән биҙәкләп ҡуйған. Йәнәһе, йортҡа байлыҡ, муллыҡ килһен тигәндер. Фәнүзә апай сәскәләр түтәлен йәшмә таштары менән уратып алған.  Баҡсаға ҡот теләп эшләгән икән. Ысынлап та, был таштарҙы күрһәң, уны ҡулға алмау мөмкин түгел.  Уны тотоп ҡарау ғына түгел, өйгә алып ҡайтып, нимәнелер биҙәгәндә ҡулланғы килә.

6

 Йомғаҡлау.

 Мөғжизәле һәм иҫ киткес минең тыуған ауылым. Бына улар :  ауылым эргәһенән ағып ятҡан Яйыҡ йылғаһы, Үлгән Яйыҡ,  Ҡарайылға, Урта түбә, Сәлимә түбәһе , тарихи урын - Ҡантүбә, Өлкәнтау һәм уның йәшмәһе. Тикшеренеү эшенең  аҙаҡҡы этабында әҙер продуктты презентация формаһында яҡташтарыма интернет бәйләнеше  аша еткерәм.

7

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.  Башҡортостан энциклопедияһы

2.  Интернет селтәренән материалдар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....